

Ваҡыт-дауа.
Ҡалмағандыр саралар:
Йырағайған аралар.
Ватылған һаҡсыл хистәр.
Ысҡынған сәстән сәстәр
Ишектәр ябылғандар.
Өмөттәр ярылғандар.
Ҡулға-ҡул тотҡан көстәр
Өҙөлгән ярһыу кистә.
Ваҡыттар ағылғандар.
Үткәндәр сағылғандар.
Әҙәйгән әйтер һүҙҙәр.
Бөтәйгән янған эҙҙәр...
30.08.2024.
Мөхәббәт - ҡылым.
Яратам тип мин йыуата алам,
Ҡупшы күлдәк яңырта алам,
Ҡараңғы кисен оҙата алам,
Үҙемде сәскәгә күмә алам.
Тик мөхәббәт - ҡылым, бел һин.
Әйтһәм асыуың килһә - килһен,
Мин мөһабәт ир түгелмен,
Хеҙмәтеңә күрә хөрмәтем.
5.10.2024
Илһам әйләнәһе
Илһам килде күңелемә
Көҙгө елдәр иҫкәндә,
Иҫ киткес тәбиғәтемә
Алтын сулпы һипкәндә.
Илһам килде күңелемә
Аҡҡош-ҡышым еткәндә.
Тыуып-үҫкән ерҙәремә
Ҡар бөртөгө төшкәндә.
Илһам килде күңелемә
Яҙғы ҡояш ҡалҡҡанда,
Ҡарҙар йырып нескә генә
Умырзая атҡанда.
Илһам килде көтмәгәндә
Сәскә аҡлан тапҡанда,
Тирләп-бешеп, хәл бөтһә лә,
Көйләп бесән сапҡанда.
Йыл әйләнәһенә килһен
Йәшелсәле көҙ менән,
Ҡышҡы буран, яҙғы һөйөү,
Йәйге еләктәр менән.
14.11.2024.
Аҡбуҙатҡай
(йыр)
Башҡорт атҡайының яҙмышы
Үрелгән яугир-ыласынға.
Нисә тиҫтә ғүмер ағышы
Тоғро дуҫ башҡорт ҡылысына.
"Төньяҡ амурҙары" тормошо
Данлай һай батыр-мәргәндәрҙе.
Моңло ҡурай көйө-һағышы
Тергеҙгән атлы гәүһәрҙәрҙе.
Башҡорт аҡбуҙаты ҡарашы
Бөркөттәй сәмле һәм талапсан.
Ҡырған Бөйөк Ватан һуғышы -
Башҡорт аттары яраҡлашҡан.
Башҡорт атҡайының сабышы
Етеҙ генә егет сөйгән уҡ кеүек.
Башҡорт аҡбуҙатының ҡаҙанышы
Мәңге данлы Уралтау кеүек.
Яҙ миңә!
Яҙ миңә,
Етмәй ине
Яҙ миңә,
Үтенәмен
Яҙ миңә,
Хистәреңде
Яҙ миңә,
Хәсрәтеңде
Яҙ миңә,
Килмәй ниңә
Яҙ миңә?
Килмәй һинһеҙ
Яҙ миңә.
Йоҡоһоҙ төн
Яҙ миңә,
Өнһөҙ бер көн
Яҙ миңә,
Йәйен-ҡышын
Яҙ миңә,
Бәхет ҡошом,
Яҙ миңә,
Кил, йөрәгем,
Яҙ миңә.
Килтерәһең
Яҙ миңә.
Яҙ миңә!
24.08.2025.
Бирешмәйем!
"Бәйләнештә" селтәрендә тормошом - байрам!
Ысынында һынып -сатнап мин алға барам.
Күҙ йәштәремде түгәм дә, уларҙы һөртәм,
Ауыр -ауыр ғазаптарҙы йөкмәп йөрөтәм.
Күңелемдә бөтмәҫ даръя - хыял ташҡыны
(Әллә ҡайҙа алып ташлай мине ашҡынып).
Һаҡмарыма һоҡланам да шиғырҙар теҙәм.
Һөйөү утында янам да һүрелһә - түҙәм.
Йөрәккәйем тибә көн дә, тимәк Йәшәйем,
Бәхет ҡошом - аҙымдарым, мин бирешмәйем!
5.06.2025.
Шөкөр итә белегеҙ
Шөкөр итә белегеҙ
Ҡояш ҡалҡҡан иртәгә.
Шөкөр итә белегеҙ
Эшкә ваҡыт еткәнгә.
Шөкөр итә белегеҙ
Туғандар яратҡанға.
Шөкөр итә белегеҙ
Һөйгән йәрегеҙ көткәнгә.
Шөкөр итә белегеҙ
Ауырлыҡтар күргәндә.
Шөкөр итә белегеҙ
Өйҙә шәкәр бөткәндә.
Шөкөр итә белегеҙ
Аяҡ-ҡул һау булғанға.
Шөкөр итә белегеҙ
Барыр ерегеҙ булғанға.
1.08.2021 й.
Нәзилә Байғужина