

Халҡым өсөн.
Халҡым өсөн тирем түгеп,
Йәшәйем ер шарында.
Атам-әсәм ҡаны аға-
Йөрәгем тамырында.
Илем өсөн тик тыуғанмын,
Ҡыҙмайым мул байлыҡҡа.
Туғандарса татыу ғүмер,
Мин теләйем халыҡҡа!
Ябай башҡорт балаһы мин,
Уртаҡ минең күңелем.
Тормош юлын барған һайын
Күреп барам күбеһен.
Ергә һыймай ҡайһылары,
Шартлай яҙып байлыҡҡа.
Тоҡлап-тоҡлап аҡса тотҡас,
Өҫтән ҡарай халыҡҡа.
... Беҙҙең кеүек ябайҙарҙы,
Кәмһетәләр, хурлайҙар.
Уларға ҡаным тиң түгел,
Затымда юҡ ундайҙар!
Яҙмыштан булмай уҙып.
Маңлайҙағы йыйырсыҡтарыңды
Булһа ине һөртөп бөтөрөп,
Булһа ине йәшәлгән ғүмерҙе
Йәш саҡтарға кире сиктереп?
Алға табан ғына тәгәрәй шул,
Был ғүмерҙең йәшәү йомғағы.
Шул йомғаҡты бикләп торор өсөн,
Юҡмы икән серле йоҙағы?
Сәстәр инде беҙҙең ағарҙылар,
Хәтер хәҙер үҙе бутала,
Ауырайҙы хәҙер тәнебеҙ ҙә,
Аяҡ-ҡулдар ҙа яй ҡуҙғала.
Маңлайыма нимә яҙылғанын
Үҙе генә белә Хоҙайым,
Ниҙәр генә теләп эшләһәм дә,
Яҙмышымдан уҙа алмайым...
Һайлау (мәҫәл)
Йәнлектәр йыйылдылар
Һайларға баш түрәне.
Айыу оҙаҡ йоҡлай тип,
Һайланылар бүрене.
Барыһы ла риза булды
Күтәреп өҫкә ҡулды.
Шул ваҡытта бер ботаҡҡа
Ыласын килеп ҡунды:
"Бүренән, ай-һай, булмаҫ,
Унан булыр гел зыян.
Ул ғүмер ашап туймаҫ,
Урманда ҡалмаҫ ҡуян!"
Шулай итеп гөр ҡысҡырҙы
Тирә-йүнгә ыласын.
Йәнлектәрҙе дер һелкетеп,
Иғлан итте власын!
Ҡанат ҡағып ҡыҙып-ҡыҙып,
Таратты ул телмәрен.
Ҡаршы килгән йәнлектәрҙең
Аңламайса телдәрен:
" Бик бейектә, мин юғары,
Мине барығыҙ күрә,
Бөгөндән башлап арағыҙҙа-
Үҙем буламын түрә!"
Ризаһыҙлыҡ белдерҙе,
Барса йәнлек аптырап.
Ыласындың сығышынан
Ҡуян ҡурҡты ҡалтырап.
... Бик юғары осҡан ҡошҡа,
Ышаныуы бик ауыр.
Ерҙә булған бар нимәне,
Ҡая башына һауыр.
Һауаларҙың үҙ законы,
Ҡағылмаһындар ергә.
Йоҡлайбыҙмы, ашайбыҙмы,
Тыныс йәшәйек бергә.
Изге йома.
Мосолмандың изге көнө,
Аҙна аҙағы - йома.
Доғаларҙы ҡыла-ҡыла,
Мәсеткә барыу йола.
Хәйер биреп сауап алам
Ҡабул ит инде Аллам!
Хоҙай биргән һауаларҙан
Тын алып һулыш алам!
Изге йома сауаплы көн
Булһын һәр саҡ мөбәрәк.
Мәсеттәргә йыш йөрөйөк
Саф типһен дөрләү йөрәк!
Күршем, бала-саҡ дуҫым
Рәфис Рәфит улы Абдуллин рухына...
Дуҫым, күктә йондоҙ булып
Балҡыйһыңмы емелдәп?
Йәнең күктә осалыр ҙа -
Үҙеңде ҡуйҙыҡ ерләп!
Алда ине барыр юлың,
Ғүмерең иртә һүнде...
Ташлап киттең! Ҡайғыларға-
Батырҙың тирә-йүнде!
... Һинһеҙ хәҙер үтә көндәр,
Таңдар ата, етә кис.
Йәннәттәрҙә булһын йәнең,
Бала саҡ дуҫым Рәфис!
Ҡайтһын ҡоштар.
Йылы яҡҡа талпындылар,
Яҙҙарын ҡайтҡан ҡоштар.
Насип итһә кире ҡайтыр,
Беҙҙең ҡанатлы дуҫтар.
Алтын көҙҙәр үтеп бара,
Бик тиҙҙән етер ҡыштар.
Күңелдәргә илһам өҫтәп,
Ҡайтырҙар яҙын ҡоштар!
Йылы яҙҙар илебеҙгә -
Әйләнеп килер тағын.
Тик алыҫҡа осҡан ҡоштар,
Онотмаһын тыуған яғын!
... Ҡоштар моңо яңғырарҙар
Илгә килгәс йылы яҙҙар.
Эйе, һайрар, моңло ҡоштар -
Илдә булһа тыныслыҡтар!
Фото из личного архива Я. Кутоугильдина.