+30 °С
Болотло
Әҙәби балҡыш
12 Ноябрь 2025, 07:35

ОЛАТАЙҘЫҢ АЛТЫН ТАЯУЫ БУЛДЫ

Һәр уңышлы ир-егет артында уны яратҡан ҡатын тора, тиҙәр. Был, ғәҙәттә, артыҡ күҙгә ташланмаған, әммә уның мөнәсәбәте күп нәмәне хәл иткән гүзәл заттар хаҡында әйтелә. «Мине аңлаған берҙән-бер кеше – ҡатыным. Бар уйҙарым менән уртаҡлашам, унан бер ниндәй ҙә серем юҡ. Иң аҡыллы кәңәшсем. Ҡайhы саҡ, унhыҙ яҙыусы ла була алмаҫ инем, тип уйлап ҡуям. Ҡатыным – минең намыҫым», – тип яҙа Яныбай Хамматов хәләл ефете хаҡында.

ОЛАТАЙҘЫҢ АЛТЫН ТАЯУЫ БУЛДЫОЛАТАЙҘЫҢ АЛТЫН ТАЯУЫ БУЛДЫ
ОЛАТАЙҘЫҢ АЛТЫН ТАЯУЫ БУЛДЫ

Өләсәйем 1930 йылда алыҫ Читала донъяға килә. Атаһы шул яҡта хеҙмәт иткән була. Торараҡ ғаилә Өфөгә күсеп, Гоголь урамында йәшәй. Атаһы Ғәббәс Исаев бик ҡыҫҡа ғүмерле була. «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә уҡып йөрөгән еренән, революцияға ҡушылып китеп, һабағын ташлап, ярлы халыҡ мәнфәғәте өсөн көрәшә башлай. Ғәббәс олатай шағир Фидаи Шамундың ижадын хөрмәт итә һәм шул шауҡымдан улына Фидаи, ҡыҙына Фидан тип исем ҡуша. Бөгөн ҡатын-ҡыҙ өсөн Фидан атамаһы сәйер кеүек, ә асылда күп кенә төрки илдәрҙә был исемде ҡыҙҙарға бирәләр.

Өләсәйҙең атаһы Беренсе донъя һәм Граждандар һуғышында ҡатнаша. Үткән быуаттың 20-се йылдарында Өфөнөң ат-арба транспортын етәкләй һәм ЧК-ла хеҙмәт итә. Ғаиләһе заманына күрә хәлле була. Ҡатыны эшләмәй, балаларын ҡарарға бағыусы яллайҙар, махсус магазиндарға йөрөйҙәр. Ғәббәс ҡатынын ныҡ ярата, балаларына ла мөкиббән китә. Бына шундай бәхетле ғаилә була улар. Тик был оҙаҡҡа бармай. Барыһы ла бер нисә тәүлектә юҡҡа сыға. Алыҫ Көнсығыштан командировканан ҡайтҡанында тиф менән ауырып китә лә ир, Миәстә төшөрөп ҡалдырылып, шунда туғандары ҡулында йән бирә. Үҙ аллы көн итеүгә ҡулайлашмаған иркә генә ҡатын булған өләсәйҙең әсәһе ике бала менән тол ҡала. Тиҙҙән яҡындары уны бер балалы яңғыҙаҡ иргә кейәүгә бирә һала һәм бында инде бөтөнләй икенсе тормош башлана. Был хаҡта беҙҙең өләсәй иҫләргә лә яратмай торғайны. Яңы ир эскесе булып сыға, һуғып ала ла ҡатынын туҡмай, эйәрсән балаларҙы ҡыйырһыта. Булған ғына ҡиммәтлерәк әйберҙәрҙе сығарып һата. Ә иң насары – өләсәйҙең атаһының бер фотоһын да ҡалдырмай яғып бөтә. Кәмһетеүҙәргә түҙмәй өлкән малай Фидаи ҡасып сығып китә һәм туғандарына барып һыйына. Тиҙҙән ғаиләлә бер ҡыҙ тыуа, тик был хәл өйгә тыныслыҡ килтермәй. Шул ауыр ваҡыттарҙа өләсәйемдең иң яҡын дуҫы китап була.

 

Утыҙынсы йылдар аҙағында үгәй атайҙарын ҡулға алалар. Сәйәси статьянан түгел, ә келәттә өҫтөнә сығарғаны өсөн. Һуғыш башланыуға фронтҡа ла ебәрәләр. Һуғышҡа Фидаи ҙа китә. Әсәләре ҡыҙҙарын ауылға өләсәләренә ебәрә. Фидан был көслө рухлы, ерҙә ныҡ баҫып торған өләсәһен яҡын күрә. Унан тәртипкә, ныҡлыҡҡа, ойошҡанлы булырға өйрәнә лә инде.

Һуғыш бөтөүгә өләсәйемдең өләсәһе, ҡыҙҙарын эйәртеп, Ялтаға күсеп китә. Шунда Фидан тәүге тапҡыр диңгеҙ күрә. Башҡортостандағы аслыҡтан һуң уларға был яҡтар ожмах һымаҡ тойола. Күпмелер ошонда көн итеп алалар, әммә ниндәйҙер сәбәптәр менән ҡабаттан Өфөгә ҡайталар. Ялталағы коммуналка бүлмәһен үҙебеҙҙә мунса бураһына алмаштырып, шуны өй итеп яһап инәләр. Бәләкәй генә йорттары Октябрь Революцияһы урамындағы бер соҡорҙа тора. Тап ошонда өләсәйем олатай менән таныша ла инде.

1951 йылда ул, йәш ҡыҙ, заводта эшләй һәм киске мәктәптә белем алып йөрөй. Ошо уҡ заводта буласаҡ олатайҙың Мөхәмәт тигән ҡустыһы ла көс түгә. Шул егет ҡыҙҙы ағаһы менән таныштыра. Фидан өләсәйем Яныбай олатайыма, һуғыш үткән сағыу, сибәр геройға, бер күреүҙән үк ғашиҡ була. Һәм яугир ҙә был зәңгәр күҙле, һары сәсле уҡымышлы ҡыҙға битараф ҡалмай. Май айында күрешкән йәштәр, дуҫлашып йөрөп, сентябрҙә туй ҙа яһап ҡуя. Ана шул ҡауышыуҙан 50 йыл бергә ғүмер иттеләр һәм йыл да 2 майҙы һәм 15 сентябрҙе бер байрам кеүек билдәләй торғайнылар.

Яныбай олатайым ул саҡта «Башзолото» тресында эшләй, уҡый һәм киләсәктә яҙыусы булырын белә инде. Был уның хыялы, маҡсаты була. Шуға ла ҡатынын Тимирязев исемендәге институттың тарих-филология факультетына инергә өгөтләй. Йәғни алдан үҙенә ярҙамсы әҙерләй. Табип булырға планлаштырып йөрөгән өләсәй, иренең һүҙен кире ҡаға алмай, филологияға бара. Бына шундай оло йөрәкле, ире өсөн уңдырышлы тупраҡ була алырҙай ханым була ул.

Яныбай Хамматовтың бер китабында ла өләсәйебеҙ Фидандың исеме юҡ, әммә яҙғандарының һәр юлында уның һулышы, уның ҡағылышы бар. Иренең әҫәрҙәрен ул тәү башлап руссаға тәржемә итә, шуларҙы Мәскәү әҙәбиәтселәре тейешле кимәлгә еткереп эшкәртеп бирә. Һәр саҡ бик грамоталы, еңел подстрочниктары өсөн маҡтай мәскәүҙәр. Быларҙан тыш, тәнҡитсе лә, мөхәррир ҙә була ул иренә. Уйлап йөрөгән әҫәрҙәренең идеяларын, геройҙарын, сюжеттарын тыңлап, кәрәкле йүнәлеш бирә белә.

Өләсәйем олатайым өсөн иң яҡын кешегә әүерелә. Иртә әсәйһеҙ ҡалып, ҡаты холоҡло атаһы менән уртаҡ тел таба алмай, ҡатыны янында ғына өй, ғаилә йылыһына юлыға. Бөтөн донъя уға ҡаршы булғанда ла, иң кәрәкле һүҙҙәрҙе таба, йыуата белә хәләл ефете. Тормошоноң ҡатмарлы мәлдәрендә лә уның һүҙенә, кәңәшенә ҡолаҡ һала ир кеше. Ҡырҡ йәшендә етәкселек хеҙмәтенән китеп, яҙыусылыҡҡа тотонорға булғанында ла, олатайға өләсәйҙән башҡа берәү ышанмай. Ғаилә  аҡсаһыҙ, торлаҡһыҙ ҡалырға торғанда ла, ҡатыны уға «хыялыңдан баш тартма» тип ҡанат ҡуя, көс бирә. Аҙаҡ, инде ҙур романдар яҙылғас, көнләшеүселәр хөсөтө, тәнҡитселәр баҫмағы барғанда ла, яҙыусы көрәшә-көрәшә хәлдән тайғанда, күҙгә күренмәҫ кенә таяу булып ҡатыны тотоп тора, ҡоларға бирмәй.

Өләсәйем менән олатайымдың мөнәсәбәте минең өсөн һәр ваҡыт үрнәк булды. Көнө-төнө яҙыу өҫтәле артында булһа ла, олатай өләсәй ҡайтыуға иҙәндәрҙе йыуып, ашарға бешереп ҡуя торғайны. Береһе – сабыр, баҫалҡы, икенсеһе дөрләп тоҡанып барған ярһыу кешеләр шундай бер-беренә бәйле һәм мохтаж ине. Ә уларҙың уртаҡ һыҙаттары – намыҫлылыҡ, ябайлыҡ, тырышлыҡ һәм тоғролоҡ.

Өләсәйем олатайымдан ҡалып 22 йыл йәшәне. Ҡартын юғалтҡас, эс бошоуға тарып китмәү өсөн, уның хеҙмәтен дауам итергә булды. Етмештән һуң компьютерҙы өйрәнеп алып, олатайҙың әҫәрҙәрен электрон вариантҡа күсерҙе, ижадына арналған барлыҡ сараларҙа ҡатнашты, китаптарын таратты. Бер ваҡытта ла мыжып, зарланып ултырманы. Һәр көн иртән күнегеүҙәр яһаны. 85-тә лә ҡупшы ғына ҡиәфәттә, сәстәрен матур итеп ҡуйып йөрөр ине. Һәм балалары, ейәндәре хәтерендә ул тап шулай ҡалыр ҙа: һынмаҫ, һығылмаҫ, тайпылмаҫ алтын таяу булып.

 

Алһыу Хамматова.

Автор:
Читайте нас