+5 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Әҙәби балҡыш
27 Октября 2025, 08:25

Бер киҫелгән икмәк Хикәйә. Зөбәржәт ЙӘНБИРҘИНА

Күренекле шағирә, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,  Хәким Ғиләжев исемендәге премия лауреаты Зөбәржәт Йәнбирҙинаның тыуыуына – 80 йыл. Әҙибә оҙаҡ йылдар Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһында әҙәби консультант булып эшләй. Һәләтле ҡәләм оҫтаһы үҙенән һуң матур ижади эҙ ҡалдырҙы. Журнал уҡыусылар  иғтибарына шағирәнең «Бер киҫелгән икмәк» хикәйәһен  тәҡдим итәбеҙ.

Бер киҫелгән икмәк Хикәйә. Зөбәржәт ЙӘНБИРҘИНАБер киҫелгән икмәк Хикәйә. Зөбәржәт ЙӘНБИРҘИНА
Бер киҫелгән икмәк Хикәйә. Зөбәржәт ЙӘНБИРҘИНА

Бөгөн балалар баҡсаһынан ҡыҙын етәкләп сыҡҡан Йәмилә күптән вәғәҙә иткән велосипедты алыр өсөн «Йондоҙсоҡ» магазинына йүнәлде. Юлда ул Гөлназына төрлө ҡыҙыҡлы әңгәмәләр һөйләп, баҡсала ниндәй уйындар уйнауын, нимә ашатыуҙары тураһында һораша-һораша һөйләшеп барҙы. Гөлназ ниңәлер, ғәҙәтенсә, киоск янынан үткәндә шоколад та, туңдырма ла алып биреүҙе үтенмәне. Сейә-ҡыҙыл ирендәрен ҡымтыған да туңдырма һатыусыһына иғтибар итмәгән булып үтеп китте. Көн кискә ауышһа ла, ҡыҙыу, шуға ҡарамаҫтан, Йәмилә лә тәҡдим яһап торманы, Гөлназдың ангинаһы былай ҙа йыш ҡына йонсота. Магазинда – балалар етәкләгән кешеләр, ығы-зығы. Нимә генә юҡ был балалар донъяһында: ҡурсаҡтар тиһеңме, бәрхәт айыу, ҡуян, төлкө, гномдар! Тик бөгөн улар өс тәгәрмәсле велосипед аласаҡтар, хәс тә иптәш ҡыҙы Айгөлдөкө кеүектән! Йәмилә ни өсөн килеүҙәре тураһында аңлатырға тип ҡыҙына эйелде. Алмаштырғандармы ни баланы?! Күптән хыялланған велосипедтан ҡырҡа баш тартты ла ҡуйҙы сабый. Ҡыҙының түбән ҡараған күҙҙәрен ябып төшкән керпектәрен ҡаплап ауған сәстәрен йүнәтә-йүнәтә аңлатырға кереште Йәмилә:

– Ҡыҙым, һин дә Айгөл менән бергәләп велосипедта йөрөрһөң, һиңә лә алайыҡ. Ҡайһыһын һайлайһың? Йә, һайла инде! Бөгөн бит аҡса алдым, – тип әйтеп тә бөтмәне, Гөлназдың сабый күҙҙәре сәскә аттымы ни! Ваҡ ҡына тештәрен күрһәтеп, шатлыҡ ҡатыш ҡаштарын маңлайына сөйөп, ҡабатлап һораны:

– Аҡса алдың? Әсәй, һин, ысынлап та, күп итеп аҡса алдыңмы? Улайһа, әйҙә иң тәүҙә атай һатып алайыҡ! Ә атайым миңә Айгөлдөң атаһы кеүек велосипедты  ла, ҡусты ла һатып алып бирер!

Йәмиләнең әллә көнө буйы ҡояш аҫтында йөрөүҙән, әллә магазиндағы халыҡтың күплегенән башы әйләнеп китте. Сүгәләгән ыңғай, ултырған килеш ҡыҙын күкрәгенә ҡыҫты, шул килеш күтәреп алып ишеккә, һауаға ынтылды. Тышҡа сыҡҡанда бәғерен өтөп, күҙ йәштәре эркелде, ҡапыл бөтә донъя сайҡалып киткән кеүек булды уға. Илағанын ҡыҙына күрһәтмәҫ өсөн, бала күтәргән көйө урам аша уҡ үтеп китте. Бәрелә яҙған еңел машиналағы шофер пипелдәтеп, йоҙроҡ күрһәтеп, ҡулын болғаны, «тапалаһың бит», йәнәһе. Шул атлауҙан ғәзизен – балаһын ҡулынан төшөрмәй байтаҡ атланы ла атланы Йәмилә. Бына бит бала үҙенсә нисек итеп аҡса туплай! Эй, Аллам… «Айгөлдәрҙеке кеүек беҙ ҙә ҡусты алып ҡайтайыҡ» тигәс, үҙе лә уны-быны уйлап тормай:

– Ҡустыны атай кеше һатып ала. Беҙгә иң тәүҙә атай һатып алырға кәрәк әле, – тигән ине. Гөлназ тағы:

– Әйҙә һуң, әләйгәс тәүҙә атай һатып алайыҡ, – тип ныҡышты.

– Һуң, ҡыҙым, һинең менән атай ҙа, ҡусты ла, велосипед та алып булмаясаҡ. Һин бит, ҡыҙым, аҙым һайын шоколад, туңдырма йә һис юғында уйынсыҡ булһа ла таптыраһың! – тип һуҡранған ваҡыттары күп булды.

Эй, был серле бала күңеле! Ниҙәр генә эшләргә, ниҙәр генә булдырырға теләмәй ул! Ҡулынан килһә, бөтә донъяны бер итеп, атаһын да табыр, ҡустыһын да һатып алыр ине.  Йәмиләнең үҙәге тағы ла нығыраҡ өҙөлөп китте. Үҙе… үҙе һуң баш тартыр инеме һуң? Ҡыҙына  биш йәш тула… Айырылышҡанға дүрт йыл ваҡыт үтте… Эй, Хоҙай, түҙәһең икән ул! Һуғыш йылдарында ҡатындар бер ҙә ир төҫө күрмәй, нисә йыл буйына нисек түҙҙе икән тип, ауыҙ асып һөйләргә лә түгел. Бына бит түҙелә икән, башыңа төшһә. Ирен һағынып, түл тулатып, йәне өҙгөләнгән саҡтары йышайғандан-йышая барһа ла, түҙә бит. Бәлки, ҡатын кеше булараҡ, ирҙең хыянатын кисереп ҡарарға ла булғандыр? Ул ваҡытта Йәмилә уйламаны ла шул, ҡыҙы үҫер ҙә, берҙән-бер көндө атай таптырыр тип. Нимә һуң был? Йәшлек хатаһымы? Ә ниңә, ғәйебе була тороп, Ишморат үҙе ғәфү ҙә үтенеп ҡараманы?! Был уның тәкәбберлеге булғандыр инде. Халыҡ алдында уйнашсыһы менән тотоп, рисуай иткәс, асыуы килдеме икән? Ни тиһәң дә, булды инде, хәҙер быларҙың барыһын да ошо минутта атай таптырған ҡыҙына нисек аңлатырға!? Һатып алып ҡына булһа икән ул атайҙы...

Әле килеп урынлашҡан совхозда эшен дә, үҙен дә яраталар, хөрмәт итәләр, шөкөр. Тормош юлын бергә үтергә тәҡдим итеүселәр ҙә булманы түгел, булды. Тик һаман да ғаилә мәсьәләһен һуҙа килде. Ирен көтәме ул Йәмиләнең йөрәге?!

Бөгөн йәш ҡатын ҡыҙын түгел, ҡыҙы үҙе етәкләп алып китте. Өйгә ҡайтҡас та, һүҙ ҡуйыртып торманылар, тиҙ-тиҙ ашап, эсеп, йыуынып алдылар ҙа, ҡыҙын йоҡларға һалды. Үҙе лә иртәрәк ятырға тырышты. Тик йоҡо алманы. Үкһеп-үкһеп илап булһын ине ошо минутта. Был тиклем дә баш сатнамаҫ ине, Хоҙайым, тип ике сикәһен ике ҡулы менән ҡыҫып тотоп, һикереп тороп ултырҙы. Ҡыҙы тәмле йоҡоға талған. «Күл төбө тәрән түгел, уй төбө тәрән» тигәндәй, уйҙары үткән тормошона ҡарап йүгерҙе.

Дүрт йыл ваҡыт. Был ирҙәрҙе «уттан ҡыҙыу – уйнашы» ниңә генә шул сит бисәләргә тарта икән?! Барыбер ғаилә биргән бәхетте бүләк итә алмайҙар бит инде улар кеше иренә. Ә шуларға баралар, етмәһә, нисек баралар әле. Бынау алма кеүек балаһын күрмәҫкә риза булды, Хоҙайым! Һин бында балаңды йоҡоһонан торғансы һағынып бөтәһең! Нисек түҙә икән? Дүрт йыл буйына ғәзиз балаңды күрмә әле! Ишморат йәл дә булып китте Йәмиләгә. Тик ғәйебен  танымауына ғына өҙгөләнде. Киткән саҡта «ҡайҙа бараһың» тип, беләгеңдән тартып, дыңҡылдатып ултыртып ҡуйһын ине ул, исмаһам, ир булғас, тип аҡларға ла уйланы. Аҙаҡ үҙ-үҙен шелтәләп алып китте. 

«Мин дә инде, тот та бер б.кә шул тиклем яратҡан иреңде, балаңдың атаһын, ташлап кит тә бар, имеш. Көрәшергә, һуғышырға кәрәк булған да бит үҙ бәхетең өсөн», – тип әсенде. Башының сатнап ауыртыуына сыҙамай, ипләп кенә  тороп,  дарыуын йотоп килеп ултырҙы. «Ир тип, нисек көрәшеп йөрөйһең инде? – тип дауам итте баяғы уйын Йәмилә. – Ир булғас, ул  ир тигән кешенең үҙенең дә башы булырға тейеш бит. Унан һуң ғорурлыҡ та бар бит әле, ҡатын-ҡыҙҙы ҙурлаған да, матурлаған да ғорурлыҡ түгелме ни? Шул тиклем һөйөшөп, ҡауышып та ошондай әҙәм мәсхәрәһенә ҡалдырһын әле?! Һин уға өйөңдө, усағыңды һаҡлап, бала тәрбиәләйһең, ә ул һинең мөхәббәтеңде тапап йөрөһөн әле? Уф! – тип урынынан тағы һикереп торҙо. –  Әллә сәй эсһәм, бөтөрмө был баш ауыртыуы», – тип сәй ултыртты. Бәлки, ул үҙ яҙмышын шулай хәл итеп дөрөҫ эшләгәндер…

Гөлназ йоҡо аралаш ниҙер һөйләп тамшанды ла тағы ойоп китте. Бөтәһе лә үтте, ауырлығы ла, ҡайғыһы ла. Хәҙер инде совхозда баш агроном булып эшләй, ҡыҙы балалар баҡсаһында, бөтә уңайлыҡтары менән фатиры ла булды. Тик нисек итеп атай, ә инде атайҙан ҡусты һатып алдырыу хыялы Гөлназдан Йәмиләнең үҙенә күсте.

Эйе, үҙеңдең һөйгән кешеңдән бала табыуҙан да бәхетлерәк минут бармы икән был донъяла?! Мөғжизә бит ул! Кескәй генә бер йылымыс  йәнде ҡулыңа алып, һөткә тулған күкрәгеңә терәп, тәндәреңде зымбырҙатып бер имеҙеү өсөн әллә ниҙәр ҡорбан итерһең! Беләгеңдә ирендәрен мөлкөлдәтеп кенә имеп ятҡан бер йән эйәһенең шул тиклем дә мөхәббәт әһеле булыуы иҫ китмәле бит!

Бөгөнгө ауыр кисерештәрҙән һуң беренсе тапҡыр йылмайып сәй яһаны. Сәйен ҡулына тотҡан килеш, телевизорын тоҡандырып, үҙен ҡаршы торған ҙур көҙгөнән күҙәтте. «Көтөүсе бисәһе кис төҙәнә» тигәндәй, ерле-юҡтан биҙәнә-яһана башланы. Әллә баяғы дарыуҙың, әллә сәйҙең шифаһы тейҙе, тәнендә еңеллек һиҙҙе. Күңеле ҡош кеүек ҡанатланып осорға әҙер булған кеүек елкенде… Шул саҡ ишектә һаҡ ҡына шаҡыу ишетелде. «Кем булыр икән ул бынау ваҡытта?» – тип уйлап та өлгөрмәне, шаҡыу тағы ҡабатланды. Ишектәге күҙ тәҙрәһенән үрелеп ҡараһа, ни күҙе менән күрһен – Ишморат! Ишекте аса алмай яфаланды… Йүгереп барып төнгө күлдәк өҫтөнә  халатын кейҙе. Төймәләрен эләктереп бөттөм тиһә, ҡабаланып салыш эләктереп сыҡҡан. Киренән булаштырғанса хәтһеҙ ваҡыт үтте.

Ишекте асты ла хәлһеҙләнеп стенаға тотондо. Йәмиләне ҡойон күтәреп остомо ни…

– Һин??? – тип кенә әйтә алды. Бына ул донъяларҙа тиңе юҡ йән  киҫәге!

Йәмиләнең йөрәген көйҙөрөп утлы сым киҫеп үттеме ни! Көтмәгәндә күңеле тулды. Үткән ауырлыҡтар, кисерештәр, һағыштар… Ҡыҙы сирләгәндә үлемесле хафалары… Ишморат менән бергә күтәрәһе тормош нужаһы барыһы ла бер юлы тамағы төбөнә килеп һыҡылды. Ишмораттың күкрәгенә ҡапланып, үткән хаталарҙы, әрнеүҙәрҙе, бөтәһен ­­дә бәйнә-бәйнә һөйләгеһе, унан һуң үҙенең дә, ҡыҙының да ҡусты һатып алыу теләген белгертәһе килде. Тик ниндәйҙер көс үҙен сабыр ғына ҡулға алырға ярҙам итте.

Ишморат, төн уртаһында төҙәнеп-яһанып алған ҡатынға сәйерһенеп ҡарап, бүлмәгә күҙ йүгертеп сыҡҡас ҡына иҫәнләште. Йәмиләнең алдында йөҙө, борҫаланған өҫ-башы кеүек, нәфрәткә һуғарылған, асыулы ҡараш һирпкән бөтөнләй ят кеше баҫып тора ине. Йәшен һуҡтымы ни ҡатынды!

Әле генә хыялында йөрөткән, йәнен бирерҙәй кешенең әҫәре лә ҡалмаған ине Ишморатта. Йәмилә үтеп ултырырға ла саҡырырға баҙманы. Һаман ишек төбөндә      тапандылар. Йәмиләнән ғәфү үтенеп, кисереүен һорау түгел, һуҡранғандай:

– Ну, нисек? Яңғыҙ рәхәтләнеп, сирттереп кенә йәшәйбеҙме? Һин – үҙеңә, мин – үҙемә?! – тип йылмайырға итеп ауыҙын йырҙы ир.

Йәмиләнең мөлдөрәмә күҙ йәштәре ирекһеҙҙән яйлап ҡына кире һеңде. Ишморатҡа ҡарап,  бөтә тәне менән ытырғаныуҙан арҡа буйы өшөп китте. «Дөрөҫ киткәнмен икән бынан мин», – тигән уй мейеһен киҫте.

Улар, тик ошо минутта ғына ике кешегә әүерелгәндәй, байтаҡ һүҙһеҙ баҫып торҙо.

Аһ! Һыуыҡлыҡ! Ике аралағы һыуыҡлыҡ. Күпме генә һин «һөйгәнем» тип тартылһаң да, ике аралағы һыуыҡлыҡ бер-береңә яҡын ебәрмәй икән. Ғүмер башында уҡ бына ниҙән һаҡланырға кәрәк булған! Шул минутта ҡыҙына үрелгән Ишмораттың юлына ҡырҡа ҡаршы төштө Йәмилә:

– Кәрәкмәй, Ишморат! Уның атаһы бар! Һин кит! Бер үк кит, үтенәм! Ҡамасаулама беҙгә… – Нисек былай ҡырҡа фекергә килә алыуына Йәмилә үҙе лә аптыраған кеүек тын ҡалды.

Ишморат тәү айырылышҡандан бирле яңы ғына иҫенә килгән кеше кеүек, үрһәләнеп ҡараны. Япҡан ауыҙын асып һүҙ әйтергә лә әмәл ҡалдырманы шул Йәмилә. Ул ишекте асты һәм нисек тә йәһәтләп сығарып ебәреү яғын күрҙе. Ишморат  артынан уҡ «шап» итеп ишеген ябып, бикләп тә ҡуйҙы. Айырылыш-ҡандағы кеүек бөгөн дә ҡырҡа һәм дөрөҫ аҙым яһағанын аңлаған Йәмилә, ябылған ишеккә арҡаһы менән һөйәлде лә, иркен итеп һулыш алып: «Бөттө! Бөтәһе лә ошоноң менән, ошо ерҙә бөттө!» – тине. Иңенән тау ишелеп төшкәндәй тойҙо. «Баштан сығарып ташларға кәрәк! Күпме йөрөргә була инде уңмаҫ юлды ҡыуып. Ғәжәп! Бер-береңә бөтөнләй ят булып бөт инде!» – тип аптыраны ул. «Бер киҫелгән икмәк берекмәй» тигәндәре бына шулдыр, ахыры. «Ә мөхәббәт?» – тип туланы йөрәге. Мөхәббәтем үҙем менән, үҙем һөйгәнсә саф көйө ҡалһын! «Үҙем генә белгәнсә, – тип ҡабатланы ул. – Ғорур килеш ҡалһын!»

Шулай ҙа үҙәге өҙөлөүҙән Йәмиләнең йәне туланы. Ул электр лампаһында, үҙе һымаҡ, күбәләк бәргеләнгәнен күреп ҡалды һәм яйлап ҡына урынына барып, үҙен ике ҡуллап ҡосаҡлаған килеш, бөгәрләнеп кенә урынына ятты. «Бөттө, бөттө… Нисә йыл буйы йәшәргә көс биреп килгән  өмөтөм…» – тип һығылды йөрәге.

Тышта ла, яҙмыштың үҙе кеүек, ҡараңғы төн ине…

 

Автор:
Читайте нас