Дүрт ҡатлы таш йорттан «яңы»ларса кейенгән мыҡты ир сыҡты ла бер аҙ тапанып торҙо, ара-тирә өҫкә, икенсе ҡат тураһына, текләне. Ниңәлер шунда көрән тирәсле, ҡалын быялалы күҙлек кейгән яшыҡ-төпөш һынды күреп ҡалһа, күтәрелеп китер кеүек күңеле. Ә бит элегерәк әсәһе, кем генә килеп китмәһен, кухня тәҙрәһе ҡорғанын ҡайырып, мотлаҡ ҡул болғап, ҡыпысыраҡ күҙен тағы ла ҡыҫыбыраҡ, һүрәнке, моңһоу ҡараштары менән оҙатып ҡалыр ине.
Тыңламаны уны әсәһе... Ҡарыша... Үсексән бала ише.
Фәнис скверҙан машинаһына ҡарай аҙымлағанда, тирә-йүндәге ярайһы таҙалыҡты шәйләне. Тимәк, яңыраҡ «Ҡыҙыл өмә» уҙғарғандар. Ҡасандыр юрғалап ҡына йөрөгән әсәһе дөйөм эшкә быйыл тәүләп ҡатнашмағандыр, ни хәл итәһең.
Затлы япон машинаһына ла ултырырға ашыҡманы ирекәй. Эй, туҡта әле, һеңлеһе менән һөйләшеү фарыз, хатта мотлаҡ. Яҡында ғына йәшәй... Бөгөн ял, өйҙәлер. Кейәү кеше вахта ысулы менән Себерҙә эшләй. Бер аҙнанан ҡайта, буғай.
Фәнис ҡуйынынан кеҫә телефонын сығарып, төймәләрен пипелдәтте һәм кәрәк кешеһенә эләкте. Хуш, Фәниҙә Фәнисте өйөнә саҡырҙы һәм ризалатты. Сәй эстеләр, ғәҙәттәгесә, ярым урыҫса, ярым башҡортса аралашты туғандар. Ағайы һеңлеһенә әсәһенең күҙ дауаханаһына барыуҙан ҡырҡа баш тартыуын, шуға әле генә өйөнән бик борсолоп сығыуын аңғартты.
Бер аҙ һүҙһеҙ ултырҙылар. Ағайы проспект яғында кафе түбәһендә йәйғор нурҙары сәсеп торған яҙыуға иғтибар итте һәм тәҙрәнән киреһенсә күренгән хәрефтәрҙе ижекләп уҡыны:
– «Ар-ле-ки-но»... Бәй, элекке «Мороженое» кафеһы лаһа.
– Эйе. Хәтерләйһеңме, шунда әсәй беҙҙе морожный менән һыйлай торғайны байрамдарҙа? – Мөләйем ҡатындың тауышы һағышлы сыҡты. Ағаһы баш һелкеп, ҡиммәт йөҙөклө бармаҡтарын еңелсә бейетеп ултырҙы ла уфтанып ҡуйҙы. – Йәл, үҙенә байрам яһай алмайбыҙ...
– Хәҙер ресторан кеүегерәк, ти, унда.
Бер аҙҙан һеңлеһенең хәбәр тоҡсайы нығыраҡ сиселде:
– Үткәндә баҙарҙан тотоп йөҙөм индергәйнем. Килограмы күпме тора, тип быуынға төштө. Йөҙ һум тигәйнем, ҡуй, үзбәктәрҙән алдыңмы, ниңә алдың, бигерәк ҡиммәт, кем һораған, тип мыжыны. Шунан, өйөңә апҡайт йә хаҡын ал, тип йәнгә тейҙе. Яртыһын көскә ҡалдырып сыҡтым...
Күп һөйләргә кереште Фәниҙә, телгә ярлыраҡ Фәнис әллә тыңлай, әллә юҡ: былай ҙа һыуынған сәйен балғалағы менән болғаштырып ултыра бирҙе лә, маңлайын ыуғылап, бөтә әңгәмәне әсәһенең күҙе насарайыуына йүнәлтте.
– Операцияға бармайым, ҡарт кешегә нимәгә ул, ти. Йә, икенсегә һөйләшкән операцияға бармай! Йәнәһе, йәшәрен йәшәгән, беҙ һау булһаҡ, шул еткән... Әллә ҡурҡа, әллә... Шуға үртәлеп сыҡтым да һиңә шылтыраттым. Өс көндән бит операция, эйеме?
– Эйе, эйе. Онотҡан тиһеңме әллә?
Шулай, ағалы-һеңлеле ҡыш уҡ, күҙе томанлыраҡ күрә башлағас та, әсәләрен атаҡлы табибтарға күрһәтеп, операция яһатырға килешкәйнеләр. Тәүҙә риза һымаҡ ине ҡарсыҡ, аҙаҡ, түләүле икәнен белепме, юҡ-бар һылтау табып, һуҙа килде, хәҙер – бөтөнләй баш тарта.
– Сестричка, һин хәҙер, бына хәҙер үк мамочкаға сираттан тыш визит яһа әле!.. – Фәнис бейек һыуытҡыс яғына эйәк ҡаҡты. – Рулдә булмаһам, йотор инем берәй шарап!
– Кәрәкмәй, – тине һеңлеһе. – Эсеү хәҙер модала түгел... Тышта йылымы? – Фәниҙә ағаһына оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо ла баш сайҡаны. – Хәҙер түгел, әсәйгә һуңғараҡ барам. Былай ҙа йыйына инем, ҡоймаҡ ҡоям да. Һин ҡайт, борсолма, һөйләшермен – килештерермен.
Әсәһе ҡолаҡҡа һаҡ әле. Звонокҡа баҫҡан ҡыҙының: «Мин!» – тип әйтеүе булды, сылбырҙарын сылтыратып, асып та ебәрҙе ишеген, һорай ҙа һалды:
– Әйҙүк, әйҙүк. Ни булды? Әле генә ағайың килеп киткәйне. Әйтмәнеме ни бер-бер.
– Юҡ та. Бергәләп сәй эске килеп китте әле үҙең менән. Сөкөрҙәшеп кенә!
Фәниҙә кухняға уҡ үтеп, ҡоймағын йылытырға ҡуйҙы. Сәй әҙерләп, ҡапма-ҡаршы ултырҙылар.
– Атайың да һәләк ҡоймаҡ ярата ине, майы лысҡылдап торһон, тиер ине мәрхүмкәйем.
– Ә мин – ҡаймаҡ менән... Иҫеңдәме?
Әсәһенең фатирын да йыйыштырырға ниәтләнгәйне Фәниҙә. Күҙ йүгертте: барлыҡ йыһаз тәртиптә, таҙа. Бер туҙан юҡ, кейем-һалымы магазин кәштәһендәге шикелле бөкләп-төкләп рәткә һалынған. Әсәһе электән үк шулай бөхтәлекте ярата. Ә был юлы, ғәҙәттән тыш, тәртип. Фәниҙә әсәһенә әйләнеп:
– Ярҙам итәйем тиһәм, әллә үҙең дә әҙерләнеп бөткәнһең инде? – Әсәһе тертләгәндәй итте:
–Ҡайҙа? Бәй...
–Ҡайҙа, тип ни, больницаға. Күҙеңә операция көнө етә лә баһа.
– Һин дә шуны тылҡыйһыңмы? Бер әйттем бит, бармайым тип.
– Как бармай? Врачтар аптырай, күршеләрең көлөр: ике бала үҫтерҙе, береһе – гендиректор, икенсеһе завдетсадом була тороп, һуҡырайып барған әсәһен әҙәмсә ҡарамай, тиерҙәр.
– Әйтмәҫтәр, кеше белә лә инде кемдең кемлеген.
Фәниҙә нисек өгөтләргә белмәй әсәһен.
– Һуң, Фәнисте уйла, исмаһам. Нисәмә тапҡыр врачтар менән һөйләшеп килеште, ваҡытын да, аҡсаһын да әрәм итеп.
Аҡса һүҙен ишеткәс, әбейҙең асыуы ҡупты, хатта тауышынан һиҙелде был.
– Кем һеҙҙән һорай! Ниңә бушҡа түгәһегеҙ һуң аҡсағыҙҙы! Бынан һуң әрәм итмәҫһегеҙ...
Ҡыҙы өндәшмәй генә урынынан торҙо, һис юғында, ванна тирәһен таҙалап китәйем, тип уйланы ла биҙрә, сепрәк эҙләй башланы. Күҙе ҡапыл торбала эленеп торған оҙон бер бауға төштө. Әллә ниндәй ят бау, боланды мөгөҙөнән һөйрәтерлек беше күренә. Ҡулына алып оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо: нимәгә кәрәк икән һуң был ғәләмәт әсәһенә?
Бау болғап килеп сыҡҡанын арлы-бирле тойомлағас, ҡарсыҡ үтә ҡырыҫ төҫ менән йолҡоп тигәндәй тартып алды бауҙы Фәниҙәнән:
– Үҙеңдең өйөңдөр шул, темеҫкенеп йөрөмәһәң? Бар ҡайт, кейәүҙе ҡара... Үҙеңдең ауырлы икәнеңде белмәй тиһеңме әллә? Әйтмәгән була бит әле.
– Бөгөн әйтәм тигәйнем.
Ҡыҙы киткәс, ишеген бикләп тә ҡуйҙы әсә. Фәниҙә әсәһенең ҡырҡа үҙгәрешенә иҫе китеп, бер ауыҙ һүҙ ҙә әйтеп өлгөрмәне. Юҡ, әсәһенең бындай сағын ошоғаса бер ҙә белмәне-күрмәне бит. Әллә...
Ауыр уйҙар менән әйләнеп ҡайтты Фәниҙә. Шундуҡ ағаһына шылтыратырға теләне, ләкин трубканы күтәргәс, әйтәйемме, юҡмы тигәндәй, бер аҙ уртын сәйнәп торҙо ла ҡапыл телгә килде.
– Өйөн йыйыштырырға ла түгел инде былай. Тап-таҙа, керҙәре йыуыулы, тамағына етерлек. Ваннаға инһәм, әллә ниндәй бау элеүле тора. Ниндәй бау тип һорағайным, әрләне лә ташланы. Йөрөмә соҡоноп, ҡайт бар, әлегә кәрәгең юҡ, тип ҡыуҙы хатта.
– Ниндәй бау һуң ул?
– Бығаса күрмәгән оҙон бау. Ныҡлы, яһалма сүстән. Мәйтәм, әллә бер-бер...
Фәнис тертләп ҡуйҙы, ағарынды, ә Фәниҙәнең хәбәре һаман бер тирәлә өйрөлдө.
– Мамочка алйый башлаған, минеңсә. Психиатрҙан ҡаратайыҡмы әллә? Бер-бер донъя ҡуйһам, һис ҡайғырмағыҙ, ти. Дауаханаға ят, айырым палата алырбыҙ, эргәңдә булырмын тиһәм, ауырымайым, һап-һаумын, тип өҙә һуға.
– Дөрөҫ, бер нәмәгә ҡарамай, күҙен дә, күңелен дә дауаларға кәрәк. – Быны Фәнис уйсан, етди әйтте. – Ярай, борсолма, медицинскийға барам әле. Бер шәп профессорҙы беләм. Эшләйҙәр шикелле шәмбе көнө лә...
«Тойота» ашығыс ҡуҙғалды.
Ысынлап та, профессор психиатрия кафедраһында ине һәм ҡартлас Фәнисте бик һәйбәт ҡабул итте, йомошон иғтибар менән тыңланы. Кәңәш бирҙе: психиатр – ул дауалаусы, хаталаныуы ихтимал; әсәйегеҙ бит нормаль һөйләшә, тик һеҙҙең менән генә ҡырыҫ, шуға иң башта психологҡа мөрәжәғәт итеү хәйерлерәк. Әлбиттә, әбейҙәр донъяһын, йәнә милли ғөрөф-ғәҙәтте, телде белгән, мосолман диненә хөрмәт менән ҡараған тәжрибәле белгес табылһа, бигерәк яҡшы, тип тә өҫтәне табип.
* * *
Һеңлеһен иҫкәртеп тә тормаҫтан, ағаһы иртәгәһенә үк ныҡлап психолог эҙләргә кереште. Байтаҡ икән улар баш ҡалала, күбеһе йәштәр, тик ҡулайын табыу ауырғараҡ төштө, әммә юлыҡты барыбер берәүгә. Пенсияға сығып, ейәнсәрен ҡарашып, күберәк өйҙә ултырған, китап яҙған сағы икән тегенең, йәғни Тамара Сираевнаның. Кемдер – әллә дуҫы, әллә дошманы – уның хаҡында: «Алтын» бит ул» – тип ысҡындырыуы ла өркөтмәне Фәнисте. «Алтын», тимәк, ҡиммәт тигән һүҙ. «Алтын адвокат» тигәндәрен ишеткәне бар ҙаһа. Әсәй берәү була... Шөкөр, Фәнистең фирмаһы бизнеста кәм-хур түгел, һорағанын тотторор. Бөлмәҫ, моғайын, машина хаҡы һорамаҫ, уҙа китһә, ат хаҡы һорар. Улай тиһәң, аттарҙың да, ай-һай, ҡыйбаттары осрай, һәр хәлдә, әсәһе өсөн һаранлана торған заттыр шул Фәнис. Уҡыһын улым, кеше булһын тип, бер нәмәһен дә ҡыҙғанманы бит әсәһе заманында. Мәскәү вузын бөтөрттө хатта.
...Фәнис бала саҡтарын – ауыл тормошон иҫенә төшөрҙө. Бәләкәй генә ауыл, бәләкәй генә өй. Сәсрәп ауырыны ла китте бер заман. Фельдшер пункты күрше ауылда, етмәһә, Дим аръяғында, уныһы күпсеп ташҡан көҙгө ямғырҙан. Кәмә яллап сыға әсәһе, ай-вайына ҡуймай, йәш кенә бер ҡыҙҙы етәкләп тигәндәй алып ҡайтты. Шәбәйҙе Фәнис, тик көҙгө әсе ел һуғыуҙан өҙлөгөп, әсәкәйе байтаҡ сырхап ятты. Хәҙер инде фельдшер артынан Фәнис юлланды, сөнки атаһы колхоз баҫыуын туңға пөрә ине. Малайы бер кемгә лә әйтмәй, йоҡа ғына боҙ аша ныҡышып барып, әйҙүкләне шәфкәт туташын. Килеште әсәгә тегенең дауаһы. Фәниҙә Һеңлеһе өҫтәл аҫтында шыуышып ҡына йөрөй ине, буғай. Имсәк тә ташламағайны, былай ҙа сирле әсәһен ыҙалатып, имергә була өҫтөнә ятып шыңшый, үрһәләнә... Хәҙер, ана, үҙе бала табырға йыйына. «Практикующий психолог» менән әңгәмә өсөн Фәнис «Арлекино»ны һайланы. Аулаҡ, талғын музыка. Шаштырмай ғына һыйланырға ла мөмкин: төрлө төҫтәге туңдырма, кофе, емеш-еләк, теләһәң, әсе-мәсе...
Дүшәмбе Тамара Сираевнаға ҡабат шылтыратып, машина ебәрәсәген һәм сәғәт биштә ҡайҙа көтәсәген белдергәс, үҙе етәкләгән фирмала транспорт табыу ҡыйын булмаһа ла, Фәнис кафеға трамвайҙа барырға ниәтләне. Әйҙә, бер елдереп уҙһын әле трамвайҙа проспектты, юғиһә, ана рельстарын һүтә башлағандар. Дөрөҫөрәге, уның яңғыҙы ғына уйланғыһы, белмәгән-күрмәгән ханымға ниҙәр әйтерен барлағыһы ла килә ине. Университеттағы таныш профессоры хаҡлылыр: аңын-төңөн белмәй, дауалайым тип, ғәзиз кешеңде исеменән генә әҙәм ҡурҡырлыҡ «психбольница»ға нисек һалмаҡ кәрәк? Эх, әсәй, әллә яңғыҙлыҡтан эсең бошамы? Тыңламайһың бит, күпме әйтәм: әйҙә, тор беҙҙең менән, фатир ҙа, күңел дә иркен. Юҡ...
Кис яҡынлашҡанғамы, еләҫ кафела кеше байтаҡ. Өҫтәл алып, урынлашты ла Фәнис хужаларса көтә башланы. Ниндәйерәк икән төҫкә-башка психолог: Әһә, машинаһы боролоп туҡталды. Водителе белдекле – кабина ишеген асып, йыуантыҡ ҡына, әммә еңел һөйәкле ханымды ҡулынан тотоп ергә баҫтырышты. Дәү күҙлекле, ала-ҡола буялған бөҙрә сәсле, йылы көнгә ҡарамаҫтан, осһоҙло плащ-пальто кейеп алған ҡатынды, бә-әй, тәү ҡарауҙа һис тә интеллигент тимәҫһең. Етмәһә, тәмәке ҡабыҙып ебәрҙе... Ярай, кейемен күреп ҡаршыла, аҡылына ҡарап оҙат, ти бит урыҫ, әлегә йыбанмай сығып, сытаймай ғына болдорҙан ук ҡаршылау зарур. Шулай итте лә Фәнис Хатта күрешкәс-танышҡас, тартҡыһы килмәһә лә, ҡиммәтле сигарет тоҡандырып ебәрҙе һәм урамдарҙың тәре һымаҡ киҫешкән сатында транспорттың себен урынына мыжғыуын бер аҙ күҙәтеп торҙо.
– Бына шундай беҙҙең тормош! – Тамара Сираевна быны фирмачтың кисерештәрен үтә күргәндәй әйтте. – Йә, Фәнис Харисович, артабан ни эшләйбеҙ?
– Ғәфү итегеҙ, Тамара Сираевна, зинһар... Ҡаршы килмәһәгеҙ, кофе артында... – Фәнис уң ҡулын ишеккә иҙәп, эргәһенән ханымды үткәреп ебәрҙе лә ҡулы менән водителенә ишараланы: көт машинаңда.
Байтаҡ ултырҙылар. Шарап та тәҡдим ителгәйне, ҡунағы: «Аҙаҡ, бәлки, баш тартмам», – тине йылмайып. Фәнискә ваҡ- төйәк тойолһа ла, Тамара ханым уға тәғәйен һорауҙарын бирҙе һәм кәрәкле яуаптарҙы күңеленә һеңдерә барҙы. Ахырҙа әйтеп һалды:
– Аллаға тапшырҙыҡ. Мин хәҙер үк барам. Хәҙер, өйгә генә шылтыратам да.
– Рәхим итегеҙ. – Фәнис ҡунағына телефонын һондо. Ҡатын тәүҙә ҡыҙы, шунан ейәнсәре менән һөйләшеп алды. Аҙаҡ көлөмһөрәне:
– Өс йәшлек кенә бала – телевизорҙы тоҡандырһаҡ, «хочу плохое кино!» тип йөҙәтә – көнбайыш «порнуха»һын ҡарарға теләй. Бына ниндәй заманалар килде!
Баш сайҡап көлөштөләр ҙә бер аҙға шымтайып ҡалдылар. Бизнесмендың һорарын һиҙгәндәй, Тамара ханым йәнә ни уйлауын иҫкәртте:
– Ә һеҙ, йәш кеше, борсолмағыҙ. Үҙем генә инәм.
– Асмай ыҙалатыр, тим. Һеҙҙе индерәм дә... ошонда көтөрмөн. Ризаһығыҙмы?
– Ай-һай. – Психолог икеләнде. – Көтмә, туған, транспорт күп йөрөй Сипайловаға. Бисәләрҙең теле бер сиселһә, ҡырҡ сынаяҡ сәй кәрәгә.
– Борсолмағыҙ, сәй, торт – минән.
– Юҡ та. Тик һеҙ мине, беләһегеҙме, пенсиялар бүлегенән, йә берәй ветерандар советынан тип таныштырырһығыҙ. Төшөндөгөҙмө?
– Яҡшы, – тигән булды Фәнис, әллә ни аңғарып етмәһә лә. – Һеҙҙеңсә булыр.
Әсәһе улына ишеген ҡабаланмай ғына асты.
– Нишләп йөрөйһөң ул? Миңә бер ни ҙә кәрәкмәй. Үткәндә генә килеп киттең түгелме ни? Әллә килен менән боҙолоштоғоҙмо?
Уның ҡарауы, Фәнис «ветерандар советы» вәкиле менән хуплап-йөпләп таныштырғас, әбекәй ирәйеп китте, үҙен онотмауҙарына рәхмәт уҡыны. Эштәренең көйләнә барыуын һиҙемләп, психолог Фәнискә ишара яһаны: ҡамасауламауың яҡшы.
Хушлашыр алдынан Фәнис әсәһен маҡтап телгә алды, йәнәһе, хуш еҫле, эсеп туйғыһыҙ була уның сәйе.
– Ниңә, ҡунаҡҡа сәй ҡуя алмаҫ, тип уйлайһыңмы әллә? Һин дә ултыр, – хужабикә улын еңелсә битәрләгәндәй итте. Фәнис шуны ғына көткәндәй, психологҡа ҡарап, гүйә, ауыҙ тирәһендә кеҫә телефонын терәгәндәй, һөйләшербеҙ әле, тип шыбырланы: сәғәт ундарҙа шылтыратасаҡ... Тегеһе баш ҡаҡты, ымы менән ҡыуғандай итте.
Фәнисте оҙатҡастары, психолог хужабикәгә бик яғымлы өндәште.
– Бына, апай, профком күстәнәскә торт, Цейлон сәйе ебәрҙе.
Тамара Сираевна тәүҙә әбекәйҙең ышанысын яулау маҡсатын ҡуйҙы. Бының өсөн күберәк хужабикәне тыңларға – ғәҙәттә, өлкәндәр нимәне һағына, ниҙәргә борсола, шуны тылҡый торған – ғөмүмән, эс-бауырын «ҡапшарға» ниәтләне. Әбекәй үҙенә серҙәш табылыуына, килгән кешегә һый-хөрмәт күрһәтә алыуына шат ине. Иҫке, әммә ныҡлы шкафының ҡай тартмаһынандыр аҙ ғына кәмегән бер ҡап шоколад һөйрәп сығарҙы. Ҡатып бөткән уныһы, хужабикәнең күңеле булһын тип, саҡырылмаған ҡунағы кәнфитте лә, ҡуйы яһалған сәйҙе лә маҡтаны.
– 8 Мартҡа килтергәйне... Фәнисемдең баш балаһы – Әлиә исемле ҡыҙым. Доктор була, Хоҙай бойорһа. Шөкөр, үҙемде үҙем ҡарайым әле, артыҡ бер нәмә лә кәрәкмәй. Керемде кешенән йыуҙырмайым, газдың да, ваннаның да рәхәтен күрәм. Тик бына күҙҙәрем генә... аҡ һалырға уйлай, шикелле.
– Ҡуй, апай, Горький тигән яҙыусы әйткән: донъяны күр-мәү – иң ҙур бәхетһеҙлек, тигән. –Үкенеп тә ҡуйҙы психолог. Наҙан ғына апаҡай ҡайҙан белһен инде Горькийҙы?
– Дөрөҫ әйткән дә бит. Тома һуҡырҙар ҙа күп бит донъяла...
– Уныһы шулай...
– Балаларым күҙемде биш мең һумғамы, дауаларға теләй. Әстәғим, машина хаҡына! Лутсы мин һуҡыр көйө генә ятам да үләм. Нимәгә хәжәт ул күҙ дөм ҡара ҡәберҙә?
Өндәшмәй генә сәй эсә биргәс, хужабикәгә яҙмышына ҡағылышлы һорауҙар бирҙе. Яуаптарҙан шул асыҡланды: Дим буйындағы бәләкәйерәк ауылда тыуған, ярлы, ярты етем үҫкән, башланғыс ҡына белем алған. Йәшләй генә тракторсы Харисҡа тормошҡа сыҡҡан, ике бала тапҡандар. Колхозда йәшәү ауырлашҡас, өйҙәрен һатып, Өфөгә күсәләр. Бер заводҡа ире лә, үҙе лә иң ҡара, иң түбән хаҡлы эшкә инәләр. Тәүҙә кеше өйөндә түләп торалар, аҙаҡ ятаҡ тупһаһын тапайҙар, уф-ф... Торараҡ бәхет йылмая – бер бүлмәле ошо фатир бирелә, тик ир генәһе ярты йылдан һуң ҡапыл яман шештән гүргә ингән. Утыҙ йылдан ашыу резина, елем еҫе аңҡып торған заводта иҙән йыуа, аҙаҡ ялланмыш рәүештә ике-өс өйҙөң подъездарын таҙарта.
– Фәнисем үҙе эшләп алды фатирҙы, хәҙер ҙу-ур өйө. Фәниҙә ҡыҙым кейәүгә сыҡҡайны, үҙем һымаҡ яңғыҙ ҡоҙағыйым туйҙарында уҡ өй асҡысы бирҙе. Әлдә балаларым ипле үҫте, икеһе лә вуз бөттө. Ана бит, йөҙ һум тип тормай, килолап баҙар йөҙөмөн ташыйҙар. Ә мин йөҙ һумға ай буйы бил яҙмай дә-әү цехты таҙарта торғайным...
Былары Фәнис ауыҙынан мәғлүм ине Тамара Сираевнаға. Әммә психолог әбекәйҙе бүлдермәй тыңланы, әйткәндәрен йөпләп-хуплап ултырыуын белде.
– Балаларың бигерәк уңған, үҙеңә оҡшағандарҙыр! Хәҙер ундай балалар аҙым һайын осрамай... – Ваҡыт-ваҡыт ханым йүкә шына ҡағырға ла онотманы. Йөрәгенә май булып яғыла был һүҙҙәр, йөҙө-сырайы яҡтырып китә меҫкенкәйҙең.
– Эйе, ҡарттарға бәхет килде бит. Хәҙер инде ололарға йәшәү бик рәхәт! Рәхмәт инде Йәлсингә, кем уйлаған ете йөҙ һум пенсия бирерҙәр тип...
Тамара Сираевна ялт итеп әбейҙең йөҙөнә баҡты: шаян ғына икән үҙе, ҡайһылай әсе тешләшә. Әммә ҡарсыҡ бик тыныс, хатта йылмайып маташа. Ах-ах, һис тә мәрәкәләп-мыҫҡыллап һөйләмәй ҙә баһа!
– Балалар тип йәшәлә инде, и туғанҡайым. Хәҙер йәштәргә бик ҡыйын, тиҙәр бит, эшләргә эше, эшләһә, аҡсаһы юҡ. Зарплатаһын бирмәйҙәр, – Тынлыҡ. Әбекәй дауам итә. – Минең балалар үҙҙәре ас йөрөһә йөрөр, һис һиҙҙермәҫ, һәйбәт йәшәйбеҙҙән һалдыралар. Әле юҡ аҡсаларын бар итеп, операцияға әйҙүкләйҙәр. Нисек уларҙы бурысҡа батыраһың?!
Эй әсә! Бына ҡайҙа ята көйәләнеүҙәренең зилләһе! Балаларына бер тинлек тә ауырлыҡ килтерергә теләмәй, шуға ла уларҙың ярҙамынан бөтөнләй баш тарта икән был бахыр! Улының көн дә кеҫәһе шығырлап торған «йәшел» аҡсалар менән алыш-биреш иткәнлеген белһә, ни ҡылыр ине икән был изге йән? Ул саҡта, балам насар юлға баҫманымы икән тип, хәсрәткә сумыр ҙа ине, моғайын.
Әбекәй күңелен төбөнә тиклем бушатырға уйланы, ахыры.
– Балаларыма йөк итмә, итер булһаң, лутсы йәнемде ал, тип Хоҙайға ла ялбарам, әллә үҙем генә... Китап ҡушмай ҙа бит, нишләйһең.
Әбей үҙ һүҙҙәренән үҙе ҡурҡҡандай тынып ҡалды. Тамара Сираевна ла башын баҫып, ни тиергә лә белмәй, шаңҡып ултыра бирҙе. Балаларына ауырлыҡ төшөрмәйем тип, үҙен шул рәүешле ҡорбан итерлек хәлгә еткән әсәләрҙе осратырға тура килмәне уға әлегәсә. Балалары бөтөнләй ҡарамағандар илдә бихисап, ундай ата-әсәнең ҡайғыһы аңлашыла, ә был бахыр... балалары хәстәрләгән һайын ныҡышыбырак ярҙамдарынан баш тарта!
Тынлыҡты боҙоп, хужабикә һорай һалды:
– Нимә, ҡыҙыҡай, әллә башың ауыртамы? Кешене һирәк күргәс, гәзит-мәзит уҡымағас, күп лығырҙайым шул... Башың ауыртһа, ана, тартма тулы тәблиткә. Һайлап ал. Мин үҙем әллә ни яратмайым, ҡайһы берҙә йоҡо дарыуы ғына ҡапҡылайым. – Әбекәй тороп, әкрен генә баҫып тәҙрә яғына ыңғайланы, үҙ алдына һөйләнеп алды. – Кем белә, туғанҡай, мужывит, кәрәге тейер... Туған-тыумаса юҡ тиерлек минең. Ике туған ағайым ғына йәшәй ауылда. Һикһәнде ҡыуа, минән ун йәшкә олораҡ...
Рөхсәт һорап, Тамара Сираевна балконға сыҡты һәм, тирә-йүнде күҙәткән булып, тәмәке тартып инде.
– Аһ-аһ, ҡайҙан тәмәке еҫе сыҡты әле? –тип аптыранды хужабикә.
Өндәшмәне Тамара Сираевна, оялды дөрөҫөн әйтергә. Бары тик ваннаға инеп, ауыҙ-моронон сайҡап сыкты. Өйҙә йәнә тынлыҡ урынлашты. Кухня яғынан саҡ-саҡ асылған радионан ғына һағышлы көй ағыла. Мөйөштә дүрт тояҡлы иҫкерәк телевизоры булһа ла, әбейҙең уны ҡарамауы һиҙелеп тора – өҫтөнә бәрхәт туҡыма ябылған.
– Юҡ, апай, һеҙгә йәшәргә лә әле йәшәргә! – Йөрәкһеп урынынан ҡалҡты психолог. – Завод һеҙҙе хөрмәт итә. Әлбиттә, унда хәҙер күберәген йәштәр эшләй, үҙеңде белгәндәр юҡ тиерлек. Ә бына ветерандар бар, шулар һеҙҙе һис онотмай, – тип баяғы алдаҡ фекерен ҡабатлай-ҡабатлай әбекәй эргәһенә яҡынлашты. – Ызначит, былай: оҙаҡ йылдар эшләүегеҙҙе иҫәпкә алып, завод, эйе, күҙегеҙгә операция хаҡын үҙе түләргә ҡарар сығарҙы. Мине, хөрмәтле пенсионер апаҡай, шуны әйтергә ебәрҙеләр. Күҙегеҙ утыҙ процентҡа яҡшыраҡ күрәсәк. Намыҫлы эшегеҙ өсөн рәхмәт әйтергә, һаулыҡ теләргә ҡуштылар.
– Шулаймы ни? Рәхмәт ишетеүе рәхәт инде ул, – ҡарсыҡ тағы ниҙер бышылданы, юлаҡлап йәше аҡты микән, халат кеҫәһенән ҡулъяулыҡ алып, күҙ төптәрен, танау аҫтарын һөрткөләне... – Рәхмәт инде онотмағастары... Квартирға ла ярты хаҡ ҡына түләтәләр. Иҫән-һау йәшәһендәр, бала-сағаларының изгелеген күреп!
– Ҡана, апай, сәйеңде тағы эсәйек әле. Балың да яҡшы.
– Әйҙә, һеңлем, әйҙә. Рәхәт әле һинең менән. Фәниҙә ҡыҙым, ул уҡып-суҡып, ул эшләп-эшләп, утыҙҙа ғына сыҡты бит кейәүгә. Матурлап көттө инде мине, рәхмәт яуғыры. Шуны бел: ҙур ҡайғы икән ул ҡыҙың оҙаҡ тормошланмаһа. Башҡаланғайны – әпәт ҡыйын.
Ҡабатлап сәй эскән арала «завод вәкиле» завод ветеранын күҙенә операция яһатырға тамам күндерҙе. Әбей бөгөн таҙа кейемдәрен барлап, йыуынып-сайынып алырға булды, хатта уйынлы-ысынлы һораштырҙы:
– Әйт әле, ҡыҙым, күҙем үткерләнһә, мине берәй ергә эшкә алырҙар микән?
– Әлләсе... Ә балаларың – Фәнис тә, Фәниҙә лә бигерәк шәп һинең! Әйтәм бит: хәҙер ундайҙарҙы осратыуы ифрат ҡыйын... Оҡшағандар бит әле бер-береһенә. Йомро битле, һарғылт сәсле икеһе лә, – Тамара Сираевнаның ҡапыл үҙ әсәһе иҫенә төштө.
– Һуғыш башланғас, ярты тоҡ бойҙай менән генә тороп ҡала әсәйем. Һуғыш башланыр, тип уйламаған, запас йыймаған бит инде. Беренән-бере бәләкәй күмәк бала менән ныҡ яфалана бахырым. Урманға бер мәл һыйыр эҙләп сыҡҡан да илай икән түгелеп. Былай ыҙаланғансы, аҫыланайым да ҡуяйым, балаларҙы һис юғында детдомға алырҙар, тип уйлай икән үҙе. Бер ҡайынға тотоноуы була, бүре олоп ебәргән. «Ауылға табан шыҡыйып йүгереүем шул саҡта, – тиер ине, – бер ҙә үлге килмәгән икән дә! Үҙем илайым, үҙ-үҙемдән көләм ҡайтып килгәндә, Хоҙай биргән йәнем-тәнемде бүреләргә ашатып тормаға...» – Был мәлдә әбей күҙҙәрен ҙур асып Тамара Сираевнаға томанлы ҡараштарын төбәгәйне.
– Һорамаһағыҙ ҙа беләм: әсәйҙең нишләгәнен белгегеҙ килә. Итәғәт менән, оҙон ғүмер кисерҙе, биш йыл элек яңыраҡ китте. Һуңғы ике тиҫтә йылдан ашыу миндә йәшәне. Һуғыш кинолары күрһә, бик йәлләр ине, беҙҙең ыҙалар былар менән сағыштырғанда сүп шайы ла булмаған икән тип...
Әбей менән бик йылы хушлаштылар. Балаларын шатландырайым әле, тип күңеле елкенде Тамара Сираевнаның. Әсәләренең хәстәренең һәм мөхәббәтенең сикһеҙлеген аңлай алырлыҡ таһа улы менән ҡыҙы!
– Ярай, ҡыҙым, күндерҙең. Барам күҙ духтырына.
Операцияға тәрбиәләп-оҙатып ебәргәс, Фәниҙә әсәһенең өйөн йыйыштырып ҡалғайны, шкафтың өҫкө бүлкәтенә тәҫләп һалынған сепрәк-фәләнгә иғтибарын йүнәлтте: дини дәфтәрҙәр, таҫтамалдар, ҡулъяулыҡтар, ярты төргәк аҡ тауар, ҡуш устай көмөш аҡса – күбеһе бишлектәр, осһоҙло хушбыйҙар... — Тимәк, йыназа өсөн һәммәһе әҙер. Ярай, ғәжәп түгел, өлкәндәр, ғәҙәттә, үлемтеген алдан хәстәрләй.
Бер ыңғайҙан ванна-туалет крандарын да тикшереп китмәк булды. Бында ла тәртип, «сәвсим порядок», тиер ине атаһы булһа. Бәй, бәй, шикле бау ҙа юҡа сыҡҡан, рәхмәт яуғыры.
Фәниҙә үҙенә йән тыныслығы ҡайтҡандай хис итте. Ағаһын да ҡыуандырыр был сетерекле хәбәре менән.
Әүлиә икән дә Тамара Сираевна! Күҙе дауахананан «утыҙ процентҡа» үткерләнеп сыҡҡайны, бер аҙҙан әбекәй үҙҙәренең подъезын юҡ-бар аҡсаға көн дә кис ал да гөл таҙартырға керешмәһенме!
Йәй үтте. Әбекәйебеҙ көҙгө сыуаҡта улы менән машинала елдереп кенә Дим буйындағы тыуып үҫкән ауылына барып, бәхилләшкән һымағыраҡ йөрөп ҡайтҡайны, уйламағанда тымаулап түшәккә ятты. Ҡан баҫымы ла күтәрелгән икән. Үҙен тиҙ генә өйөнә яҡын дауаханаға һалдылар. Мәрәкәләп алған әле дауаханала ауырыуҙарҙы.
– Күрше ауылда бер боронғо әбей Дим буйынан бесәндән сирләп ҡайтҡан да фельдшерға барған, ти. Инәй, һиндә нервы насарайған бит, тигән. Әйткән ти әбей шул саҡ: аһ-аһ, Дим буйында ла нервы булыр икән...
Әмәлгә тарығандай, шул көндәрҙә Фәниҙә бала табыу йортона оҙатылды һәм сабый тапты. Ауырлығы етеңкерәмәй тыуған тиме... Быны ишеткәс, түҙмәне өләсәйе, табибтарҙан үҙен тиҙерәк сығарыуҙарын үтенде һәм теләгенә иреште.
– Хәҙерге йәштәр бала ҡарай беләлер шул. Ейәнемдең йүгереп йөрөгәнен күрһәм, Хоҙайға рәхмәттәр әйтеп үлһәм дә үкенмәм, – тип мөңгөрләгән ти әбекәйебеҙ шул мәлдәре.
2006 йыл
фото Р. Хисаева