+30 °С
Болотло
Әҙәби балҡыш
10 Октябрь 2025, 10:50

Рәшит Солтангәревтың әҫәрҙәр тупланмаһы сыҡты

Быйыл яҙыусы Рәшит Солтангәрәевтың тыуыуына 90 йыл тула.   Әйткәндәй, уның әҫәрҙәре тупланған китап “Китап” нәшриәте магазинында һатып алырға була.   Был ваҡиға айҡанлы беҙ яҙыусының ҡыҙы Гөлнара Нәжметдиноваға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.   - Атайығыҙ ниндәй булып иҫегеҙҙә ҡалды?

Рәшит Солтангәревтың әҫәрҙәр тупланмаһы сыҡтыРәшит Солтангәревтың әҫәрҙәр тупланмаһы сыҡты
Рәшит Солтангәревтың әҫәрҙәр тупланмаһы сыҡты
  • Атайым сабый кеүек ине. Йәш сағында беҙҙең менән һәр саҡ шаярҙы, уйнаны, мине лә, туғанымды ла ҡулынан төшөрмәне. Ни эшләп барыһының да аталары минең атайым һымаҡ түгел икән тип уйлай торғайным. Ҡартайғас, бер аҙ шаяртыуҙан туҡтаны. Ейәндәренә артыҡ иғтибар итмәй башланы.

 Һәр шәмбе “Родина” кинотеатрына көндөҙгө сеансҡа йөрөттө. Кинотеатрҙың һары залында төрлө йәнһүрәттәр ҡараныҡ. Үҙе лә йәнһүрәт ҡарарға яратты. Айырыуса, “Ну, погоди!”ны яҡын күрҙе. Ғөмүмән, балалар менән аралашырға әүәҫ булды.

 Беҙҙе йыш ҡына Маяковский скверы буйлап йөрөттө. Ул бара-бара ла, ҡапыл беҙҙән йәшенә. Урал туғаным менән уны ҡайҙа юғалды икән тип эҙләйбеҙ. Һәм көтмәгәндә атайыбыҙ берәй мөйөштән пәйҙә була.

- Ҡайһы әҫәрен яратып уҡыйһығыҙ?

 - Ижадына ҡағылғанда, миңә атайымдың “Ҡиәмәтлек кейәү” тигән әҫәре бик оҡшай. Уның эстәлегендә яҡты киләсәккә ышаныу ята. Ул бер ваҡытта ла идеяһыҙ яҙырға тотонманы. “Ҡиәмәтлек кейәү”ҙә герой бер әбейгә шаяртып ҡына хәҙер улы ҡайтып төшөүе хаҡында хәбәр итә. Был хәбәрҙе алған әбей һөйөнөсөнән өйөн йыйыштырып, күрше егеттән тауыҡ салдырып, аш-һыу әҙерләп улын көтә. Ә улы оҙаҡ йылдар тыуған йортона ҡайтмаған, хат та яҙмаған була. Ахыры, әбей алданғанын аңлай. Ялған хәбәр еткергән ир ҙә хатаһын таный һәм ҡатыны менән әбейгә үҙҙәре әсә булыуын үтенәләр. Шулай итеп, әбей – балалы, балалар әсәле булып китә. Ошо яғы менән әҫәр кеше күңелендә өмөт уята.

-Рәхмәт!

Рәшит Солтангәревтың әҫәрҙәр тупланмаһы сыҡты
Рәшит Солтангәревтың әҫәрҙәр тупланмаһы сыҡты
Рәшит Солтангәревтың әҫәрҙәр тупланмаһы сыҡты
Рәшит Солтангәревтың әҫәрҙәр тупланмаһы сыҡты
Автор:Регина Камалова
Читайте нас