1
Йәйләүҙә ял ваҡыты ине. Вәлиә уйын-көлкөнән шау килеп торған палатканан сыҡты ла, косынкаһын ҡул осонда һелкә-һелкә, йүгерә-атлай, эргәләге түңәрәк күл буйына төштө һәм, еңдәрен һыҙғанып, һыу өҫтөнә эйелде. Көҙгө кеүек тигеҙ тын һыуҙа үҙ шәүләһен күргәс, ҡыҙ аҙ ғына ҡарап торҙо. Шуҡланып, яңы ай кеүек дуғаланып торған нәҙек ҡаштарын һикертеп ҡуйҙы, шәүлә лә шулай итте.
Ҡыҙ йылмайҙы. Һыу өҫтөндәге һөйкөмлө йөҙ ҙә, түңәрәк биттәр уртаһында нәфис соҡорҙар хасил итеп, шаян, мөләйем төҫ алды. Вәлиә оҙон ҡара сәс толомон елкәһенә табан күсерҙе, тулышып торған ирендәрен бөрөштөрә биреп шәүләһе менән үсекләште лә ике ҡулын да һыуға тыҡты. Шәүлә, әллә нисә киҫәккә ватылған көҙгө кеүек, селпәрәмә килде.
Һалҡынса һыу менән туйғансы йыуынғас, Вәлиә кәүҙәһен турайтып, күҙҙәрен ҡайынлыҡтар артындағы көтөүлеккә табан төбәне.
Уның йөҙө тағы ла яҡтырып, нурланып китте һәм, нимәлер иҫенә төшкәндәй, палаткаға йүгерҙе.
— Ҡыҙҙар! – тине ул, китап уҡыу менән мауыҡҡан һауынсыларға өндәшеп. — Мин көтөүгә барып киләм әле. Бер һыйырым...
Ҡыҙҙар, шуны ғына көткәндәй, шау ҡуптылар:
— Беләбеҙ инде, беләбеҙ.
— Ниңә йәшерә торғандыр. Кәбиркәйем янына, тиң дә ҡуй инде.
— Һуң, һағынмаған, тиһеңме ни? Ғишыҡ уты ул, әхирәткәйем, уйын түгел. Йәнекәйен күрмәгәненә ике сәғәт була бит инде.
Вәлиә ҡыҙарҙы.
— Ҡуйығыҙ әле, ҡыҙҙар, – тине ул, ҡарашын йәшерергә теләгәндәй аҫҡа ҡарап. — Әйтәм бит, бер һыйырым...
Уны тағы ла элеп алдылар. Шаян, төртмә һүҙҙәр төрлө яҡтан яуып ҡына торҙо.
Вәлиә килеп еткәндә, Кәбир һыйырҙарын йылға үҙәнендәге ҡуйы һыуһыл үләнгә ҡушҡан да үҙе ҡайынлыҡтар буйындағы аҡланға кереп ултырғайны.
— Кәбир! – тине ҡыҙ уны күреү менән, тулҡынланыуын йәшерә алмайынса. Ул, ҡуйы үлән араһынан оса-ҡалҡа барып, Кәбирҙең эргәһенә ултырҙы. — Ниндәй һәйбәт бында! Тыңла әле, тыңла! – Ҡыҙ егеткә һыйына төштө. — Ниндәй генә ҡоштар һайрамай! Ә сәскәләр? Әсәкәйгенәм, бөтә әйләнә-тирә сып-сыбар!
— Эйе...
— Кәбир, бер яңылыҡ әйтәйемме? Һин көтә башлағас, минең һыйырҙарым һөттө тағы ла арттырҙы бит. Ихлас бына. Әллә улар ҙа берәй нәмә һиҙәләрме икән? Ҡыҙыҡ...
Кәбир салҡан төшөп, ҡулдарын баш аҫтына ҡуйып һуҙылып ятты. Вәлиә үҫеп ултырған зәп-зәңгәр сәскәне өҙөп алды ла уға иҫе китеп ҡарап торҙо. Сәскәнең таждары бигерәк инде нәфистәр, ҡупшылар. Ел килеп бәрелер ҙә, улар бына-бына осоп китерҙәр кеүек. Ҡыҙ сәскәгә өрөп ебәрҙе. Еңел нәфис япраҡтар таралып, талпына-талпына осоп, егеттең өҫтөнә һибелде.
— Нисек һибелделәр! – тип, Вәлиә сикһеҙ бер күңел тирбәнеүе менән Кәбиргә ҡараны.
Кәбир күҙҙәрен күккә төбәгән дә нимәлер уйлай һымаҡ. Вәлиә эйелә биреп, йомшаҡ кескәй ҡулын уның яңағына ҡуйҙы.
— Әллә кәйефең юҡ инде? Шулаймы?
Кәбир беләген ҡыҙҙың иңбашына һалды:
— Их, эш кәйефтә генә торһа икән ул, Вәлиә!
— Мин һине бойоҡ хәлдә күрергә теләмәйем. Һин бойоҡмайһың бит? Эйе, бит?
Кәбир тороп ултырҙы.
— Һин бында һәйбәт тиһең, күңелле тиһең. Эй... эшме ни был?! Көнө буйы һыйырҙар батшаһылай ҡаңғырып йөрө әле. Шундай ялҡытты бында! Биллаһи, аҡылыңдан яҙырһың.
— Ялҡһаң, ҡысҡырып бер йырлап ебәр. Һин бит йырға ла оҫтаһың.
— Уныһы ла туйҙырҙы инде. Ниңәлер техника тарта әле мине, Вәлиә. Техника! Машина ене ҡағылды тиерһең. Их, ҡалала булһам, белер инем мин донъяны нисек шаулатырға! Нисә әйтһәң дә, ауыл ауыл инде...
* * *
Кәбир көтөүсе эшенән һыуынды. Һыуынды ғына түгел, тамам биҙҙе. Бәлки, уның урыны ысынлап та машина, техника тирәһендәлер тип, көҙгә механизаторҙар мәктәбенә уҡырға ебәреүҙе күҙҙә тотоп, егетте Хөсни агрегатына прицепщик итеп ҡуйҙылар. Теләге булғас, әйҙә, эшләһен генә. Механизатор – теҙгә һуға торған һөнәр түгел. Бик хуп, бик мәслихәт!
Кәбир баҫыуға килгәндә, Хөсни “Беларусь” тракторы аҫтында салҡан ятҡан да, тештәрен ҡыҫып, ҙур асҡыс менән нимәнелер бора ине. Ул, егетте күргәс, тирләгән маңлайын яланғас беләге менән ышҡып алды ла:
— Эшкә тиһең, ә? Давай-давай, – тип ҡуйҙы. — Бында бер кешегә генә ауыр, брат.
Хөсни, шулай һөйләнә-һөйләнә, трактор аҫтынан сыҡты.
Көйрәтеп ебәрҙеләр.
— Беҙҙең хужалыҡ бына шул инде, брат, – тине Хөсни, бер башы алыҫтағы ағаслыҡтарға, икенсе осо Миләшлекүлгә барып тоташҡан, буйҙан-буйға сикһеҙ күп тигеҙ йәшел ептәр менән һыҙылған киң баҫыу өҫтөнән күҙ йүгертеп. — Сөгөлдөр был! Күреп тораһың, ҡалҡынып ҡына килә әле. Бурыс ҙур, брат: һәр гектарҙан кәмендә 300 центнер алырға кәрәк.
Тракторҙа байтаҡтан бирле эшләп килгән, йәшкә лә күп өлкән кеше һинән кәңәш һорап торһон әле?! Кәбир, кепканы артҡараҡ сөйә биреп:
— Булдырырбыҙ, ағай, – тине. — Әйткән һүҙ – атҡан уҡ!
Вәлиә киске һауымды бөтөрә лә, Миләшлекүл юлына сығып, йәшен атҡан ҡушҡайын янында Кәбирҙе көтә. Оҙаҡ көтөргә тура килмәй: эре-эре атлап, елкәһенә сумка һалған, биттәренә, керпектәренә саң ҡунған Кәбир ҙә килеп етә. Улар киске ҡояш нурҙарына ҡойонған баҫыуҙар буйлап ауылға бергә ҡайталар.
Һәр көн шулай.
Бына бөгөн дә Вәлиә шул урында Кәбирҙе көтөп алды. Тик егеттең йөҙө ҡараңғы һәм һытыҡ ине.
— Кәбир, нимә булды? Бер-бер бәхетһеҙлеккә юлыҡтыңмы әллә? – тине Вәлиә, Кәбир менән йәнәш атлап.
— Эй... — тип Кәбир ҡулын ғына һелтәп ҡуйҙы.
— Әллә берәйһе рәнйеттеме?
— Мин рәнйеттерә буламмы? Юҡ инде! Улар теше үтерҙәй һөйәк түгел мин. Мин төрәндәрҙе кәрәгенсә үткерләмәйем, имеш, иғтибарһыҙлығым менән һайға ҡуям, имеш. Сөгөлдөр тейешенсә күмелеп бөтмәй булып сыға. Улар, трактористар, йәнәһе, власть эйәләре. Үҙҙәре бысағым да белмәйҙәр, ә аҡыл һаталар!
— Улай тимә, Кәбир, оло кешеләр белмәй әйтмәй ул.
— Юҡ инде. Теләһә кем ҡаршыһында теҙ сүгәһем юҡ. Беҙ ҙә төшөп ҡалғандарҙан түгел! Шул, иртәгәнән ул яҡҡа ике аяғымдың береһен атламаясаҡмын.
— Кәбир...
— Китәм мин! Ход юҡ бында.
— Ҡуйсы, ауыҙыңдан ел алһын.
— Ҡалаға китәм. Белерҙәр әле кемдең кем икәнлеген!
— Кәбир! – Вәлиә Кәбирҙең ҡаршыһына баҫты ла уның беләктәренән тотто. — Гел китәм тиһең дә тораһың. Ул һүҙҙе ишетеү әллә миңә бик рәхәтме? Һарғайып үлһен тиһеңме ни? – Ҡыҙ егеттең күкрәгенә һыйынды.
* * *
...Йәшен атҡан ҡушҡайын янында Вәлиә Кәбирҙе көтөп ултыра.
Көнбайыштан талғын ғына иҫкән ел тора-бара көсәйә төштө. Ҡайындың йәшендән иҫән ҡалған берҙән-бер ботағы, ергә тейә яҙып бөгөлә, һығыла.
Вәлиә Миләшлекүл яғынан күҙен алмай, Кәбир бына-бына килеп етер, тип түҙемһеҙләнеп көтә. Эйе, ниңәлер оҙаҡланы ул бөгөн...
Ҡояш байып, күк йөҙөн ҡалын болоттар ҡаплап алғас, әйләнә-тирә һарыланып, төҫһөҙләнеп ҡалды.
Вәлиә көтә. Ул ике күҙен юлдан алмай...
Тик... юҡҡа ғына көтә ине шул ул. Кәбир иртә таң менән үк ауылдан сығып киткәйне инде.
2
Кәбир эш белешеп ҡайҙа ғына барһа ла, ниндәй генә төҙөлөшкә йәки заводҡа керһә лә, иң тәүҙә уға “Специальносың ниндәй?” тигән һорау бирҙеләр.
Бер ерҙә электриктар етешмәй. Икенсе урында мотористар талап ителә. Ҡулыңдан килһә, бик теләп ҡабул итергә торалар. Өсөнсөләре экскаваторсыны ҡуш ҡуллап алмаҡсылар. Балта оҫталарына ла ихтыяж ҙур. Төшөндө Кәбир: һәр ҡайҙа һөнәрленең көнө көн икән. Ә Кәбирҙең телгә алырҙай бер генә һөнәре лә юҡ ине шул. Уның хатта балта һаплағаны ла булманы. Иркәрәк үҫте шул егет. Ғаиләлә берҙән-бер бала булғанлыҡтан, май эсендәге бөйөр кеүек йәшәне ул. Ауырыуҙан ире үлеп китеп, етем тороп ҡалғас, Сөйөмбикә еңгәйҙең былай ҙа нескә күңеле тағы ла йомшара төштө. Кәбирем, тип өҙгөләнде әсә. Үҙ өҫтө-башы тимәне, Кәбиргә алды, уны кейендерҙе. Тәм-томдо, һый-хөрмәтте алдынан өҙмәне. Атаһы ла юҡ, балам бойоҡмаһын, етемлекте һиҙмәһен, йөҙө шат, күңеле көр булһын тип тырышты. Гармун, сәғәт алып бирҙе. Улын, инде ҡул араһына керерлек булһа ла, эшкә ҡушманы. Сөйөмбикә еңгә, көн оҙоно баҫыуҙа эшләп, арып-талып ҡайтһа ла, утынын ҡырҡты, һыуын килтерҙе.
Кәбир егет тупһаһына баҫты. Өҫ-баш бына тигән. Буй-һын ҡойоп ҡуйған кеүек! Егет – егет кенә түгел, торғаны бер сәскә инде. Ә беләктәге, күкрәктәге көс! Инде уныһы, кем әйтмешләй, күҙ генә теймәһен. Уҡыуы ла бар. Шулай булғас, егет ғорур, тәкәббер икән, быға ғәжәпләнергә мөмкинме һуң?
Ауылдың иң хөрмәтле, абруйлы ҡарттарынан булған Ғәбдинур ағай ферма мөдире ине. Ул башҡорт атлы дивизияһында Кәбирҙең атаһы менән бергә һуғышты. Ҡорҙаштың улы, янымда булһа, эшкә лә, аҡылға ла өйрәтермен тип, Ғәбдинур ағай егетте эшкә алды. Төҙөлөшкә ҡушты.
Сәскәһе булһа, күбәләге лә табыла бит ул. Фермала һауынсы булып эшләп йөрөгән Вәлиә – күбәләк кеүек зифа, йәш, осоп торған ҡыҙ – Кәбирҙең йөрәген яуланы ла ҡуйҙы. Мөхәббәт килде. Егет менән ҡыҙ иҫ киткес ләззәтле изге саф һөйөү менән бер-береһен яраттылар.
Тик эш оҡшатманы егет. Цементҡа, балсыҡҡа буялып йөрөүҙе түбәнселек итеп һананы. Эш һайланы ла эш һайланы. Тик береһенә лә күңел һалманы. Әлеге лә баяғы, көтөүсе, прицепщик эштәре лә уны ҡыҙыҡтырманы. Ул үҙенең урынын ҡайҙалыр ситтә, ҡалала тип иҫәпләй ине. Ҡалала уны ҡуш ҡуллап ҡаршы алырҙар, бөтәһе лә ал да гөл булыр, донъяны шаулатып йәшәр кеүек ине. Ул ғынамы һуң! Ҙур батырлыҡтар эшләү, шуларҙы ишетеп-белеп торған Имәнлеҡул халҡының йөрәген яндырыу, өйгә күп-күп аҡсалар һалып, әсәһенең иҫен китәреү, бүләккә шәлдәр, аҫыл күлдәктәр ебәреп, Вәлиәне таң ҡалдырыу ине уның ниәте. Ә барып сыҡманы...
Ул ары ҡағылып, бире һуғылып, ҡунырға ағас тапмаған яңғыҙ ҡош кеүек оҙаҡ йөрөнө. Тора-бара кеҫә яғы ла таҡырайҙы. Өҫтәге плащ, ҡулдағы сәғәт тә юҡ ҡына бәйәгә һатып ебәрелде. Әлдән-әле Вәлиә иҫенә төшә. Үпкәләнеме икән? Хушлашмай ҙа китте бит. Бына әле уның күҙҙәренә оҙаҡ итеп, туйғансы ҡарап тораһы ине. Кәбир хәҙер Вәлиәне ни саҡлы көслө яратыуын төшөндө. Әсәһе лә бик йыш ҡына төшөнә керә егеттең. Ул да рәнйегәндер...
“Нимә эшләргә?
Ҡайтып китергә? Эйе, эйе, кире ауылға ҡайтырға!
Ҡайтып китергә! Әйтеүе еңел дә ул. Тик был бит үҙең төкөргән ҡоҙоҡтан һыу эсеү менән бер. Башыңды эйеп, меҫкен булып ҡайтып кер әле... Ауыл халҡы нисек кенә көлмәҫ тә, нисек кенә үртәмәҫ уны. Юҡ инде, ундай түбәнселеккә төшмәҫ Кәбир!”
Егет бына шулай уйланы.
3
Кәбир бер пристангә грузчик булып эшкә керҙе. Ҙур көс түгәһе түгел: пароходтан ваҡ-төйәк тартмалар ғына ташырға. Ҙур йөктәр бында күтәргес кран ярҙамында бушатыла.
Бер кисте ултырып, Кәбир ике хат яҙҙы.
“...Әсәй, – тиелгән ине беренсе хатта, – мин бер ҙур заводта эшләйем. Ниндәй завод, тиһеңме? Уныһы в. т. Эйе, эйе, военная тайна. Пост үтә яуаплы. Шуны ла белдерәм: беҙҙең цех – комхеҙмәт цехы! Эйе, шулай! Улың ҡайҙа ла кәм-хур була торған кеше түгел ул! Начальство ла харап ярата үҙемде: “Коля” ла “Коля” тип кенә торалар! Оҙаҡламай аҡса ла һалырмын. Яуап хатын ошо адрес менән ебәр...”
Адреста ҡала исеме менән бергә “Почтамт” һәм “До востребования” тигән һүҙҙәр яҙылды.
Хаттың икенсеһе Вәлиәгә ине. Хаттар ике тамсы һыу кеүек оҡшаш. Тик һуңғыһының аҙағына:
“Һине үбеп: Кәбир” тигән һүҙҙәр ҙә өҫтәлгәйне.
Тик Кәбиргә башҡаса хат яҙырға тура килмәне. Һис тә уйламағанда, аяҡ аҫтынан тигәндәй, ҙур бәлә килеп сыҡты.
* * *
Аҡса алған көн ине. Бында ғәҙәт шулайыраҡ: хеҙмәт хаҡын “йыуалар” икән. Кәбир ҙә был ғәҙәткә хыянат итмәҫкә булды. Дуҫ-иштәр ҙә табылды. Өс кеше – Кәбир, ҡаты ерән мыйыҡлы урта йәштәрҙәге бер ағай һәм яңы тыуған бәрәс йөнө кеүек бөҙрә ҡара сәсле берәү – пристандән алыҫ та китмәйенсә, буш йәшниктәр өйөмө араһына кереп ултырҙылар ҙа кәйеф-сафа ҡороп ебәрҙеләр. Ситкә ырғытылған шешәләр һаны артҡан һайын, телдәр сиселә, күңелдәр йомшара барҙы. Баҡһаң, улар йән дуҫтар икән. Әлегә осрашмағанлыҡтан ғына бер-береһен белмәйенсә йөрөгәндәр. Улар “дуҫҡайым”, “туғаным”, тип ысын әшнәләр булырға вәғәҙәләр бирешә-бирешә, ҡат-ҡат ҡосаҡлаштылар, үбештеләр.
Тағы ла бер яртыны бушатҡас, һүҙ икенсегә боролдо. Ерән мыйыҡ самаһыҙ ҡеүәт эйәһе икән дә баһа. Һабан туйҙарында бөтәһен дә әйләндерә лә һала, әйләндерә лә һала икән ул. “Нимәһе шаҡ ҡатырырлыҡ әле бының” тигән һымаҡ, Бөҙрә сәс, күкрәген киреп, кепкаһын артҡа сөйөп ҡуйҙы. Ул космонавлыҡҡа ғариза биргән икән. Айға осоусыларҙың береһе һис шикһеҙ, ул буласаҡ икән. Нимә, әллә һеҙ Кәбирҙе ҡамырҙан яһалған тиһегеҙме? Кәбир, өҙлөкһөҙ осҡолоҡ тотоуға ла иғтибар итмәйенсә, күҙҙәрен ҙур асып, һөҙөп йығырҙай ҡарап торҙо.
— Айға осоу?! Пустяк! Беләһегеҙ килһәме, беләһегеҙ килһә, мин Марсҡа, Венераға осасаҡмын! Вот!
Бына ошонан китте лә инде.
— Һин буш ҡыуыҡ!
— Кем буш ҡыуыҡ?
— Һин...
— Мин?..
— Һин...
Күҙҙәр аҡайҙы, йоҙроҡтар ҡыҫылды, ауыҙҙар салшайҙы. Колбаса, һуған киҫәктәре итек, туфли аҫтында ҡалып иҙелделәр. Йәшниктәр, “һин көсөк”, ”һин йүнһеҙ” тигән һүҙҙәр менән бергә әле теге, әле был яҡҡа оса башланы. Бер йәшник яҡындағы өйҙөң тәҙрәһенә барып тейгәс, өлгө селпәрәмә килеп, ҡойолоп төштө. Кәбир ғәйрәт менән йәшниктәрҙе әле бөҙрә сәскә, әле ерән мыйыҡҡа атты. Оҙаҡламай уның күҙе тондо, аҡ-ҡара күренмәй башланы. Милиционер килеп яғаһынан тотоп алғас та әле, Кәбир ҡысҡыра-ҡысҡыра киҙәнеүен, һелтәнеүен белде. Участкаға барырға ҡушҡас, ул милиционерҙың яңағына килтереп һуҡты.
Эш шуның менән бөттө: Кәбир бер йыл ваҡытҡа тәҙрәһе рәшәткәле вагонда башҡа ҡалаға күсерелде.
...Хаттар килделәр ҙә килделәр. Бер... ике... өс... Вәлиә хаттары ине былар. Ә күпме йылылыҡ, йөрәк ялҡыны, ни саҡлы һағыш, бошоноу ине был хаттарҙа!
Тик улар почта тартмаһында яттылар-яттылар ҙа, килеп алыусы булмағас, кире оҙатылдылар.
4
Кәбир әсәһенә лә, Вәлиәгә лә хат яҙманы, ғәрләнде. Йылын тултырып, иреккә сыҡҡас та әле үҙе тураһында хәбәр бирергә ашыҡманы. Дөрөҫөрәге, ҡулы барманы.
Кәбир ахырҙа ауылға ҡайтырға ҡарар итте. Ул әсәһен дә, Вәлиәне лә тәҡәтһеҙ булып һағынғайны инде. Ҡайтырға һәм яңы баштан йәшәй башларға! Эйе, ҡайтырға! Уның ҡайҙа булғанын, нимә эшләп йөрөгәнен ауылда кем белә тиһең? Ул завод эшсеһе, комхеҙмәт ударнигы. Бөттө китте!
Тик бына өҫ-баш мәсьәләһе хөртөрәк. Кеҫәгә лә әҙ-мәҙ ҡот ҡунһын тип, Кәбир аэродромда носильщик булып эшләне. Ваҡыт үтеү менән, пальто, костюм йүнәтте, унан осло башлы туфли ҙа кәрәк булды. Эшләпә лә ғәжәп килешеп тора үҙенә. Ҡыҫҡа аҡһыл плащ та бик модала бит хәҙер...
Шулай итеп, ҡайтыу мәсьәләһе айҙан-айға кисегә барҙы.
* * *
Кәбир һис тә көтмәгәндә ауылдашы Хөсни менән ҡара-ҡаршы осрашты. Кәбир самолеттан төшкән берәүҙең сумаҙандарын күтәреп вокзалға кереп бара, ә Хөсни самолетҡа ултырыу өсөн сығып килә ине.
Хөсниҙе күргәс, Кәбир ҡулындағы сумаҙандарын саҡ ҡына төшөрөп ебәрмәне. Ике бите ҡыҙарып, янып сыҡты. Ул башын эйеп уҙып китмәксе ине, тик Хөсни уға ҡулын һуҙып өлгөрҙө:
— Һау ғынамы, Кәбир ҡусты?
— Бәй, Хөсни ағай, иҫәнлекме?
— Иҫән, шөкөр.
— Ҡайҙа былай?
— Мәскәүгә. Бында пересадка икән.
Кәбирҙең артынан эйәргән пассажир ”Йә, һине күпме көтөп торорға мөмкин?” тигәндәй ҡарап ҡуйғас, Кәбир:
— Мин хәҙер, Хөсни ағай, бәлки, көтөрһөгөҙ? – тине лә ҡыҙыу-ҡыҙыу атлап вокзалға инеп китте. Ул тиҙ сыҡты. Хөсни шул урында баҫып тора ине. Кәбир һуҡмаҡ ситендәге бер эскәмйәнең ҡарын һепереп төшөрҙө лә:
— Ултыр, ағай, – тине һәм, үҙе лә ултырғас, бик эре ҡиәфәттә кеҫәһенән “Казбек” сығарып Хөснигә һуҙҙы:
— Рәхим ит!
— Рәхмәт! – Хөсни үҙ кеҫәһенән алып “Прибой” ҡабыҙҙы. — ”Казбек” әллә ниңә тамаҡты әсеттерә ул минең.
— Әсәй ни хәлдә?
— Һәйбәт кенә йәшәп ята. Улай иркен генә йәшәй, шикелле. Пенсия ала. Сәләмәтлеге хаҡында өҙөп кенә әйтә алмайым. Оло кеше бит, төрлө сағы була торғандыр инде...
Тынып ҡалдылар. Ел, акация ағастарының ботағына ҡунған ҡарҙы осороп, туҙҙыра-туҙҙыра өҫкә һипте. Кәбир әллә өшөп китте, әллә шулай һәйбәтерәк ине, пальто яғаһын күтәреп ҡуйҙы.
Ул Хөсни бөтәһен дә төпсөнөр, ”һин алдаҡсы икәнһең, әсәйеңдән, колхоздан ҡасып йөрөйһөң...” тип һүгеп ташлар тип көткәйне. Әммә Хөсни ул хаҡта ауыҙ ҙа асманы, ҡайҙалыр алыҫҡа ҡарап папиросын һурыуын ғына белде.
Һүҙҙе Кәбир үҙе ялғап ебәрҙе.
— Мәскәүгә тинегеҙ бит әле? Ни йомош менән?
— Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенә, брат. Сөгөлдөр менән рекорд ҡуйҙыҡ бит быйыл. Уңыш беренсе, тиҙәр.
Кәбир ҡыҙарып китте:
— Һәйбәт, улайһа...
Тағы ла тындылар. Кәбир Вәлиә хаҡында баянан бирле һорашырға теләй, тик баҙнат итмәй тора.
Хөсни сәғәтенә ҡарап алды. Ул да түгел, Мәскәүгә осасаҡ самолетҡа посадка иғлан иттеләр.
Хөсни һикереп торҙо:
— Йә, һау бул, брат.
— Хөсни ағай, – тине Кәбир, урынынан ҡуҙғалып, – ниме?.. Вәлиә... Вәлиә нишләп кенә йөрөй?
— Вәлиәме? У-у! Вәлиә ул дөбөрҙәтеп йәшәй! Элегерәк бик бойоҡ ине. Ауырыуға һабышҡан икән, тип тә һөйләп алдылар. Уныһы буш һүҙ булды, ахырыһы. Хәҙер эштәре шәп уның! Уңған һауынсы, тип маҡтап бөтә алмайҙар үҙен. Ошо аҙнала туйы ла булмаҡсы инде...
— Туйы?!
— Нимәһе ғәжәп? Ҡыҙҙар ғүмер буйына атай йортонда йәшәмәй бит инде.
— Кемгә?.. Кемгә сыға?
— Күрше ауылдан бер агроном егет һората ине. Инде килешкәндәр, ти. Егете лә егет шул! Күргәс, ир булып, мин ғашиҡ булдым, әй. Ҡарап туймаҫһың үҙенә! Йә, хуш! – Хөсни, йүгерә-атлай барып, самолетҡа илтә торған автобусҡа кереп ултырҙы.
Кәбир бағана кеүек ҡатып ҡалды. Күҙҙәренә бер нәмә лә күренмәй торҙо егеттең. Туй... Вәлиә туйы... Юҡ! Бының булыуы мөмкин түгел! Ул Кәбирҙе үлеп ярата ине. Уның өсөн бөтә ғүмерен бирергә лә әҙер ине. Туй... Ялған һүҙ был! Сеп-сей ялған!
Кәбирҙең быуындары йомшарҙы. Ул, баҫып торорға хәле етмәгәндәй, эскәмйәгә барып ултырҙы. Хәйер, сығып киткәненә бына ике йыл тула бит. Ике йыл... Ә Кәбир ни бары бер хат яҙҙы. Көткәндер-көткәндер ҙә өмөтөн өҙгәндер. Эйе, шулайҙыр...
Һепертмә буран сыҡты. Әсе һалҡын ел, Кәбирҙең йоҡа пальтоһы аша үтеп, беләктәре, арҡаһы буйлап йүгерҙе. Кәбир бер генә минутҡа Вәлиәне “ҡарап туйғыһыҙ” егеттең ҡосағында итеп хис итте. Бына егеттең ҙур ҡулдары Вәлиәнең йомшаҡ нәфис сәстәренән һыйпай, нескә билдәренән ҡыҫып ҡосаҡлай. Вәлиә иркәләнеп егеткә һыйына...
Йөрәккә бер юлы әллә нисә энә килеп ҡаҙалғандай булды. Хәҙер, тик хәҙер генә Кәбир тормошта ниндәй ҙур хата эшләүен төшөндө.
“Ошо аҙнала туйы... Ошо аҙнала...” Тимәк, ул әле китмәгән. Вәлиә әле бер кемдеке лә түгел. Шулай булғас, әле эш уҙмаған. Тик унын менән осрашырға ғына кәрәк. Вәлиә уны күреү менән “Кәбир, йәнем!” тип муйынға килеп һарыласаҡ.
Кәбир һикереп торҙо. Ашығырға кәрәк.
Егет шул көндө үк конторала иҫәп-хисапты өҙҙө лә иртәнге самолет менән осорға йыйынды.
Тик, хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәй, иртән бөтә донъяны томалап, күбәләк ҡар яуа ине. Вокзал тулы халыҡ. Кәбир ҡайҙа барырға һәм нимә эшләргә лә белмәй ине. Аптырағас, тышҡа сыҡты.
Буран баҫылмай, ә, үс иткәндәй, көсәйә генә бара. Ҡар, гүйә, ергә яумай, ут булып егеттең йөрәгенә ҡаҙала. Кәбир әле вокзалға керҙе, әле тышҡа сыҡты. “Самолет ҡасан була?” — тип вокзал начальнигының теңкәһенә тейеп бөттө.
Икенсе, өсөнсө көндө лә шул уҡ хәл ҡабатланды. Йоҡонан, тамаҡтан ҡалды егет. Ябыҡты, һағыш баҫты.
Тик дүртенсе көндө генә аяҙытып ебәрҙе. Посадочный талон алып сыҡҡас, Кәбир бер аҙға туҡталып ҡалды. Яртылаш ҡарға күмелгән кескенә бер ларек янында йыуан бер ҡатын сәскәләр һатып тора ине. Сәскәләр күҙҙе ҡыҙыҡтырып балҡыйҙар. Вәлиәнең ҡасандыр сәскәләргә иҫе китеп, һоҡланып тороуы Кәбирҙең хәтеренә төштө. Ул, ҡайтыу менән Вәлиәгә бүләк итермен тип, бер бәйләм сәскә һатып алды.
Бер нисә минуттан Кәбир ултырған самолет, тирә-яҡты көслө мотор тауышы менән күмеп, оса ине инде. Аяҙ күк оҙаҡҡа барманы. Тиҙҙән самолет томан һымаҡ ҡуйы һарылыҡҡа барып керҙе, ер-күк күренмәне. Тәҙрәләрҙе ҡар һырый, самолет тулҡын өҫтөндәге кәмә кеүек сайҡала-сайҡала ла, нимәһелер ысҡынғандай, ҡапыл төшөп китә. Йөрәк ҡыҫыла. Бөтә эске ағзалар һурылып өҫтә ҡалғандай була. Тик Кәбир быларҙың береһен дә һиҙмәй. Ул ашҡына. Тиҙерәк!..
Ниһайәт, самолет аэродромға яй ғына төшөп ултырҙы.
Кәбир Ҡарғалыла туҡталманы. Сумаҙанын күтәреп, йәйәүләп юлға сыҡты. Имәнлеҡулға саҡлы хәтһеҙ генә саҡрымдар бар. Буран юлды урыны-урыны менән бөтөнләй күмеп киткән. Автомашиналар йөрөрлөк түгел. Атлылар ҙа күренмәй. Яланға сыҡҡас, буран көсәйә төшкәндәй булды. Ҡаршынан иҫкән һыуыҡ ел биттәрҙе семетә, күҙҙәрҙе асырға ирек бирмәй. Кәбир, бөтә көсөн йыйып, тырышыбыраҡ атлай башланы. Тик нисек кенә тырышмаһын, нисек кенә ҡабаланмаһын, үтелгән юл бик самалы. Ул да түгел, ҡар йыра-йыра быуындар йомшарҙы, елкәләге сумаҙан да үҙен бик ныҡ һиҙҙерә башланы.
Арттан бер атлы килеп етте. Пальто яғаһын торғоҙоп, елгә арты менән ултырған аҡһыл мыйыҡлы кешене тиҙ таныны Кәбир.
— Ғәбдинур ағай, – тип ҡысҡырып уҡ ебәрҙе ул.
Ҡарт, атын туҡтата биреп:
— Кәбир ҙә баһа! Ултыр, ултыр, егет! – тине.
Кәбир санаға килеп ауҙы. Уға нисектер еңел булып китте. Иҫәнлек-һаулыҡ һораштылар. Әммә ҡарт бик үк асылып бармай. Теге саҡта ферманан үксә ялтыратҡанға хәтере ҡалыуы әле булһа бөтмәгән, күрәһең. Ауылда иҫән-һауҙар, ти. Вәлиәнең туйы булыуы ялған түгел икән. Ҡарт аҙнанан бирле район үҙәгендә ферма мөдирҙәренең семинарында булған. Ҡыҙ оҙатыу көнөн асыҡ ҡына белмәй. Әммә: “Бөгөндәрҙә түгелме икән?” тип егеттең янған йөрәгенә ут өҫтәне Ғәбдинур ағай.
Оҙонүргә еттеләр. Ат аҙымдарын аҡрынайтты. Ғәбдинур ағай, дилбегәне ҡуйып, ашыҡмай ғына тәмәке төрә башланы. Бурандан зарланып алды. Ә Кәбир үрһәләнә ине.
— Ҡыуала әле атыңды!
— Ҡыуала, тиһеңме? – Ғәбдинур ағай бәҫ ҡунған һирәк ҡаштарын емерәйтеп Кәбиргә ҡараны.
— Был ташбаҡа аҙымы менән ҡасан ҡайтып етәбеҙ һуң беҙ?
— Һм... Тамыҙырға тиһеңме, ә? Улай... Ул да бит йән эйәһе, туған.
— Миңә бик тиҙ ҡайтып етергә ине шул.
— Тиҙ тип тә ни... Бына ошо әкрендән яҙмаһаҡ әле. Юлды күрәһең бит. Бындай ҡарҙа ҡабаланып та эш сыҡмай шул. Атыңды арытһаң, ишәрһең унан ишәк сумарын.
Ат инде йыш-йыш туҡтала башланы. Ғәбдинур ағай, санаһынан төшөп, арҡалыҡты аҙыраҡ бушатты, ашыҡмай ғына ышлыяны рәтләне. Ҡамыт ҡыҫмаймы тип тә тикшерҙе. Кәбирҙең түҙемлеге бөттө. Ғәбдинур ағай: ”Да, буран былай ҡоторһа, Күлдәр ауылында ҡунырға тура килмәгәйе”, — тигәс, Кәбир, сумаҙанын алып, йәйәүләп кенә китеп барҙы. Ҡарт ”Ниңә китәһең?” тип ҡыҫташманы.
Тәүҙә ҡыҙыу-ҡыҙыу атлаһа ла, Кәбирҙең ғәйрәте тиҙ ҡайтты. Ә буран көсәйгәндән-көсәйә бара ине. Егет тирләп сыҡты. Арҡаһы манма һыу. Ә хәле бөткәндән-бөтә барҙы. Кәбир төшөндө: юҡ, бөгөн дә ҡайтып етә алмаясаҡ ул. Нимә эшләргә? Атларға! Нисек кенә булһа ла атларға!
Ҡолаҡ төбөндә буран һыҙғырыуына ҡушылып, трактор шаулауы ишетелгәндәй булды. Кәбир боролоп ҡараны һәм яңылышманы. Аҡ ҡар шаршауы эсенән үкереп, санаһына ҙур май мискәһе һалынған трактор килеп сыҡты. Кәбир мискәне бәйләгән сынйырға тотоноп өлгөрҙө, сана табанының сығып ҡалған осона баҫты. Ултырырға урын юҡ ине.
Трактор шаулап, ҡарҙы туҙҙырып, һикәлтәләрҙә бер күтәрелеп, бер төшөп алға ынтылды.
Тиҙерәк, бары тиҙерәк...
Бына ҡайынлыҡтар ҙа артта ҡалды. Трактор тирә-яҡты мотор тауышы менән ҡалтырата-ҡалтырата Киҫелгәнтауға ла күтәрелә башланы. Алда – Күлдәр ауылы. Унан, Ташлытауҙы үтеп, ағас күперҙе сығаһы ла, Уҫаҡлы ауылын урап, Ҡыҫҡа үрҙе генә менәһе...
Буран, әкренәйә барып, тамам баҫылды. Тик ел генә һаман тынмай ине әле. Ауыл йыраҡ түгел инде. Кәбир ҡуйынындағы сәскәләр бәйләмен ҡапшап ҡараны. Ул туп-тура Вәлиәләргә барып керәсәк һәм иң элек ошо сәскәләрҙе бүләк итәсәк.
Трактор, ауылға кереп, клуб янына етеү менән, Кәбир сананан һикереп төштө һәм аптырап китте. Урам сатында әллә күпме халыҡ йыйылған. Ике-өс урында гармун уйнайҙар. Шау-шыу килеп, ҡул болғайҙар. Бәй!.. Кемделер оҙаталар түгелме һуң? Эйе... Кәбир, үҙен-үҙе белешмәйенсә, бәрелә-һуғыла эскәрәк үтте. Шунда ҡабаланып ҡуйынындағы сәскәләр бәйләмен тартып сығарҙы ла, бөтә кәүҙәһе менән алға ташланып:
— Вәлиә! – тине.
Тик туй саналары ҡуҙғалып киткәйне инде.
Кәбир ҡабат:
— Вәлиә... — тине. Тик был юлы тауышы сыҡманы, ҡайҙалыр эстә юғалып ҡалды. Ҡулы хәлһеҙләнеп түбән һалынды. Сәскәләр төшөп китте, һәм ел уларҙы туҙҙырып урам ситенә һеперҙе.
Халыҡтың:
— Һәйбәт пар!
— Әйтәһе лә түгел!
— Бәхеттәре менән ғүмер итһендәр инде! – тигән һүҙҙәрен дә Кәбир ярым-йорто ғына ишетте. Ул, кеше күргеләгәнсе типтер инде, башын баҫып, өйөнә ҡарай атланы. Йыр, бейеү, шау-шыу менән уны иҫкәрмәйенсә лә ҡалдылар, ахырыһы.
Күл урамына еткәс, Кәбир күтәрелеп ҡараны. Ауыл үҙгәргән. Ике ҡатлы, ҡалай түбәле ҙур мәктәпте лә, ауыл ситендәге ферманың ҙур-ҙур мөһабәт биналарын да күргәс, йөрәге һыҙлап ҡуйҙы. Эйе, былар бөтәһе лә ул юҡта төҙөлгән. “Ә мин нимә ҡыйраттым һуң?” – тигән уй мейеһен ярып үтте егеттең.
* * *
Кисен Имәнлеҡул кешеләре урамда ғәжәп моңло, һағышлы көй ишетте.
Ҡаҙ ҡанаттарын һананым,
Теҙелеп ҡағынғанда,
Инде кемдәргә ҡарармын
Өҙөлөп һағынғанда?
Кәбир йырлай ине был йырҙы.
Фото: Р. Фазылова