

– Үҙеңә күрә түгелһең, ә!.. Телефондан саҡыраһың – юҡ, артыңдан йөрөр кәрәк, – тип, ишек асҡансы түҙеме бөтөп, бәреп килеп инде Гөлниса.
– Кешегә һанамауыңмы?! Әҙер егеттәр, әҙер өҫтәл... Ашап-эсеп, кәйеф-сафа ҡороп ҡайтырға... Ҡалай инәлтәһең!
Гөлниса бер аҙ баҫыла төшкәс:
– Оҡшамаһа, ҡалмаҫһың. Миндә ни, ундай күңелле табын һәр көн. Ә һин шул йылына бер булған отпускыңды ойоҡбаш бәйләп уҙғар.
Бибинур:
– Улай тимәле, әхирәт, донъя булғас, ойоҡ башы ла кәрәк. Әҙерәк буш ваҡытымда бәйләмәһәм, аҙаҡ ҡыҫыҡҡа тура килә. Ял көндәре лә һанаулы ғына. Улым атаһы менән турсәйәхәттән йөрөп ҡайтҡансы, бөтөрөр кәрәк. Улар менән плита эргәһенән китеп булмай. Унан кире, һин, әхирәт, минән ҡорбан яһамай тор әле. Шулай йәшәүемә күнегеп тә бөткәнмен мин. Үҙемде хатта бәхетле тоям. Ғаиләм Аллаға шөкөр, тормошом етеш.
– Һин, әхирәт, бәхетлемен, тип әйтергә ашыҡма. Донъя һинең ғаиләңдән генә тормай. Билеңде турайт, күҙеңде ас! – Гөлниса һаман үҙенекен тылҡыны.
– Мин бит һине юҡ-бар кешеләр эргәһенә саҡырмайым. Береһе доцент, юғары уҡыу йортонда уҡыта, тоже ғаиләле, машиналы... Ну все, все!...Көтәләр, киттек!...
– Кит инде, Гөлниса, кеше көлдөртмә! – Бибинур һаман ҡаршылашты.
– Һине бер кем дә тотоп ашарға тормай... Ошолай өй һаҡлап ултырып, отпускың үтә бит инде.
Бибинур:
– Ну, ярай, барам. Тик саҡ ҡынаултырам да ҡайтам. Бөгөн-иртәгә улыҡайҙарымды ла көтөп торам...
– Ҡайтырһың, ҡайтырһың!
Ҡайта-нитә ҡалһалар тип, Бибинур өҫтәлгә Гөлнисаның телефон номерын яҙып ҡалдырҙы.
Бибинур – ыҡсым ғына кәүҙәле, сабыр холоҡло, оҙон һары сәсле, һөйкөмлө ҡатын. Ә әхирәте - Гөлниса – уның киреһе. Ошо йәшенә тиклем бошонмай ғына яңғыҙ ғүмер кисерә. Шулай тейеш тигән кеүек ҡабул итә быны. Хатта үҙенең ирекле булыуы менән ғорурлана. Әхмәте ҡыҫҡа ғүмерле булды. Шуғамы, ярты йыл кейәүҙә булған ваҡытын иҫәпкә лә алмай.
Юлда барышлай ҙа Гөлниса ләпелдәүенән туҡтаманы.
– Эй, ҡыҙыҡай, анау Өлфәт тигәне миңә сат йәбеште бит, әй, Германияға алып китәм, ти. Һинең кеүек ҡатынды мин ғүмерем буйы эҙләнем, ҡатыным – мәрйә, яратмайым, ти. Алып китһә, китәм дә барам, эйе бит, мине бында кем тота? Исмаһам, донъя күреп, йөрөп ҡайтырмын.
Ишекте уртаса буйлы, пеләшерәк башлы бер ир асты.
– Һаумыһығыҙ!
– Һаумы, Бибинур! – тине теге ишек асыусы.
Гөлнисаның күҙе маңлайына менде.
– Әстәғәфирулла! Әллә таныш булып сыҡтығыҙ?
Бибинур танырға тырышып, ишек асҡан иргә иғтибарлыраҡ ҡараны.
– Хәниф, әлләһининде? Шатмын был осрашыуға...
– Рәхмәт, мин дә, – тигән булып, уңайһыҙ хәлдән анһат ҡына ҡотолдо.
Хәниф:
– Донъя – ҡуласа, тимә инде. Мин распределение буйынса Сибайға киттем, ә һин аспирантурала ҡалғайның бит...
– Эйе, эйе... Ни ғүмер үтеп киткән...
Хәниф:
-Гөлниса, һин Өлфәткә ярҙам ит әле, әтеү ул унда бер нәмә лә эшләй алмай, – тип Хәниф хужабикәне аш бүлмәһенә оҙатып, үҙе Бибинур менән залға үтте. Аш бүлмәһенән алъяпҡыс бәйләгән Өлфәт килеп сыҡты.
Өлфәт:
– Әйҙәгеҙ, таныш булайыҡ, – тип Бибинурҙың ҡулынан үпте.
– Бибинур.
– Бибинур, Бибинур – буйы зифа, йөҙө нур!.. Әйҙәгеҙ таныш булайыҡ, мин Өлфәт. Һеҙҙең менән танышыуыма бик шатмын!
Өлфәт һынаулы ҡарашы менән Бибинурҙы энә күҙенән үткәрҙе. Алъяпҡысын сисеп, Хәнифкә ырғытты ла:
– Дуҫҡайым, бар әле, Гөлнисаға ярҙам ит! Беҙ Бибинур менән иркенләп һөйләшеп алайыҡ, – тип Бибинурҙы диванға ултырырға саҡырҙы.
Бибинур:
– Юҡ, юҡ! Әйҙәгеҙ, бергәләп...
– Бергәләп икән, бергәләп! – тине Өлфәт.
Өлфәт өтәләнде, Бибинурға юл бирә-бирә, аш бүлмәһенә ыңғайланылар.
Хәниф, дуҫына төрттөрөп:
– Өлфәт, аяҡ аҫтыңа ҡарабыраҡ атла, әтеү ҡоламағайың, тим...
-Бынауандай һылыу ҡыҙҙыр алдында оялмай ҡолап ятмам инде... Ээээй, дуҫҡайым, ҡыҙыҡһың да инде!
Гөлниса янына сыҡҡас, Өлфәт:
– Беләһегеҙме, Бибинур, беҙ Гөлниса менән Германияға китергә булдыҡ бит әле. Минең унда бер семестр лекция уҡыйһым бар. Әлбиттә, Гөлнисаның түҙемлеге етһә. Сөнки, мин көндәр буйы эштә буласаҡмын, – тип аш яраштырып торған Гөлнисаның биленән ҡосто.
– Борсолма, ҡуяным, күпме кәрәк, шул ҡәҙәр көтөп ултырырмын, – Гөлниса әйләнеп Өлфәттең муйынынан ҡосаҡланы.
Гөлниса:
– Өлфәт, әйҙә әле тиҙ генә магазинга барып киләйек. Бына список, - тип, тегенең кеҫәһенә ҡағыҙ киҫәге тыҡты. Тегеләр күҙҙән юғалғас, Хәниф:
– Тойоуымса, өҫтәл эше беҙгә тороп ҡалды. Һауыт-һаба, фужерҙар ҡайҙа икән инде?..
Бибинур:
- Бына, бында, буфетта.
- Әйткәндәй, Бибинур һин ниндәй музыка яратаһың?
– Әлләсе тағы...
Һөйләшер уртаҡ нәмәләре күп булғанғамы, Бибинурҙа башта булған уңайһыҙланыуҙар ҙа үтте. Бына табын әҙер.
Бибинур:
– Һине өйләнгән икән тип ишетеп ҡалған инем, инде балаларығыҙ ҙа ҙурҙыр?
– Эйе. Өс улыбыҙ бар беҙҙең. Иң төпсөгөнә алты йәш. Улар ауылда, ял итәләр.
- О-о-о! Ҡалай маладисһығыҙ! Ҡатыныңа орден бирергә кәрәк – бер үҙе дүрт ирҙе ҡарай! Мин үҙемдең ике бөртөк ир-егеттәрем менән хәлдән таям! Ә бында дүртәү, ҡатыныңа Хоҙай сабырлыҡ бирһен!
- Үҙеңдеке ауыр булмай ул! Беҙ бит бергәләп эшләйбеҙ! Так что әсәйебеҙҙе ҡулда ғына күтәреп йөрөтәбеҙ...
- Шулай ҙа, йортта ир-ат белмәгән, күрмәгән эштәр ҙә бик күп.
Хәниф:
- Эйе, уныһы дөрөҫ... Мин кисә генә Мәскәүҙән ҡайтып төштөм. Бөгөн Өлфәт дуҫым ыңғайына «буйҙаҡ» булып йөрөп ятам. Эштәрҙе ослап, ялға ҡарай, ауыл яғына юлға сығырмын тип торам. Үҙеңдең хәлдәрең нисек, Бибинур?
– Нисек тип инде, бер һүҙ менән әйткәндә, яҡшы. Уҡып бөтөп, бер аҙ эшләгәс, кейәүгә сыҡтым, улыбыҙ тыуҙы. Әле улар турбазала ял итәләр.
– Ә ниңә һин дә ял итергә барманың? – тип Бибинурҙы бүлдерҙе Хәниф.
– Дөрөҫөн генә әйткәндә, мин өйҙә бер үҙем генә булғанда ял итәм. Эшемдә лә шау-гөр, студенттар араһында булғанғамы, тауыштан арып бөткәнмен. Унан, ир кешеләрҙең икеһе генә һөйләшер һүҙҙәре лә барҙыр. Балыҡ ҡармаҡлайбыҙ, тип суҡынышалар. Унда ла яңғыҙым юҡты бушҡа ауҙарып ятыр инем, ә бында ваҡ-төйәк эш менән булам.
– Ә иптәшең ҡайҙа эшләй һуң? – тип төпсөнөүен дауам итте Хәниф.
– Элек инженер ине, әле бизнес менән мауығып китте.
– Яратышып өйләнештегеҙме һуң?
– Яратышҡанбыҙҙыр инде. Әтеү өйләнешмәҫ инек. Улыбыҙ ун алтынсы йәш менән бара. Шунан бына бөгөн Гөлниса һеҙҙең менән таныштырырға бәйләп тиерлек алып килде... Берүк әллә ни уйлай күрмә инде! Ә һин, Хәниф, үҙгәргәнһең, ҡыйыуланғанһың...
– Донъя өйрәтә, Бибинур!..
Көлөштөләр. Хәниф:
– Теге, студент йылдарында шул ҡыйыулыҡ булһасы ла... Кем белә, бәлки?..
– Белмәйем, белмәйем, – тип башлаған һүҙен әйтеп бөтә алманы Бибинур, шул ваҡыт магазиндан Гөлниса менән Өлфәт ҡайтып инде.
Өлфәт аҙыҡ-түлек тейәгән сумкаларын аш бүлмәһенә индереп, иҙәнгә ҡуйҙы:
– О-о-о!.. Аш бешкән! Мин шундай асыҡтым, – тип майлы ит киҫәген тоҙға манып ҡапты... Шунан егеттәр балконға сығып, саф һауа һулап ингәнсе, ҡыҙҙар табынды йүнәтте.
Өлфәт:
– Хәҙер, йәмәғәт, мин, Гөлнисаның фатирында булғас, хужа вазифаһын үҙ өҫтөмә алып, бөтәгеҙҙе лә өҫтәл артына саҡырам. Ҡуяным, һин ҡаршы түгелһеңдер? – тип, Гөлнисаның битенән үпте.
Гөлниса:
– Ҡаршы түгел, шулай ҙа ҡунаҡтарыма урындарын күрһәтәйем инде.
-Ярай.
- Т-ә-әк... Ҡуяным, һин – минең янда. Хәниф, һин – Бибинур эргәһенән урын ал... Үҙегеҙҙе үҙ өйөгөҙҙә кеүек хис итегеҙ, йәме! Ҡуяным, беренсе тосты үҙең генә әйт инде. Минең һеҙҙеке кеүек юғары белемем дә юҡ, йә, яңылыш һөйләп, көлкөгә ҡалырмын...
Өлфәт килешеп баш ҡаҡты, шунан бөтәһен күҙҙән үткәреп, ҡарашын, беренсе тапҡыр күргән Бибинурҙа туҡтатты:
– Беренсе тосты мин танышыу, осрашыу өсөн күтәреп ҡуяйыҡ, тим... Гөлниса, Бибинур һеҙҙең өсөн, Мәскәүҙә уңышлы йөрөп ҡайтҡан Хәниф дуҫ, һинең өсөн дә... Ҡыҫҡаһы, осрашыу, танышыу, мөхәббәт өсөн күтәреп ҡуяйыҡ. Әйҙәгеҙ, төбөнә тиклем! Гәлсәр бокалдарҙы зыңлатып, сәкәштереп, эсеп ҡуйҙылар. Гөлниса ҡыуанысынан хатта ҡулдарын сәбәкәйләп алды.
Гөлниса:
-Хөрмәтле ҡунаҡтарым, йәгеҙ әле етешеп, ашап ултырығыҙ. Быны быныһы Мәскәү күстәнәсе...
Табын гөр килде. Матур музыка, Өлфәттең ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары, ыҡсым ғына бәләкәй компания һәр кемдең күңеленә үҙ килде.
Гөлниса:
– Әйҙәгеҙ, икенсе тосты Бибинур әйтһен. Уның тураһында күп һөйләргә була. Юғары исемдәре, миҙалдары ла бар уның, юғары уҡыу йортонда уҡыта, Яҡшы әхирәт, әсә, ҡатын, просто шәп кеше ул. Бибинур, һөйлә!
Фужерҙар йәнә тулды.
Бибинур:
– Бер бейек тау башында яңғыҙ ғына өй ултыра, ти. Көн дә ишек алдын ҡар күмеп китә икән. Әйҙәгеҙ, шул өйҙә йәшәүсе көн дә ҡар көрәп йонсомаһын, ә дуҫ-иштәре күп булып, тапап, таҡырлап торһондар өсөн күтәрәйек! Дуҫлыҡ өсөн, Гөлниса, һинең өсөн...
– Уф, әхирәтем, рәхмәт инде, – Гөлнисаның күҙҙәре йәшләнде.
Тост артынан тост, анекдот артынан анекдот, төрлө ҡыҙыҡ-мыҙыҡтар сурытып, күңелләнеп алдылар. Бибинур артығын эсмәй, ризыҡ ҡабып ҡына ултырһа ла, кәйефе күтәрелде.
Гөлниса:
– Әйҙәгеҙ , хәҙер бейешеп алһаҡ та була! – тип, бейеү көйө ҡуйып ебәрҙе.
Бер аҙ бейешеп алғас, кәйефтәре тағы ла күтәрелеп китте. Ҡатын-ҡыҙҙар өҫтәлде яңыртҡансы, ир-егеттәр саф һауа һуларға балконға сыҡты.
Йәйге төн, һорап алған кеүек, йылы, сихри. Күктәге тулған ай, емелдәшкән йондоҙҙар был илаһи төнгә тағы ла серлелек өҫтәй. Ҡариҙелдән һирәк-мирәк йөҙөп үткән аҡ пароходтар, көтмәгәндә төнгө тынлыҡты ярып гөрөлдәгән моторлы кәмәләр, йылға аръяғында, алыҫта янған усаҡ та бөгөнгө тылсымлы, илаһи кискә матурлыҡ өҫтәй. Өлфәт, көтмәгәндә моңһоуланып китеп:
– Хәниф, беләһеңме, мин ваҡыт үткән һайын, яҙмышым менән ҡәнәғәт түгеллегемде тоям. Эстә әллә ниндәй икеләнеү, шик... Уйлап ҡараһаң, был тормошта насарлыҡтан яҡшылыҡты күберәк күрҙем, ә шулай ҙа, күңелем киттек.
Хәниф:
– Кит, һин дә шулай һөйләп торғас. Бынамын тигән ғаиләң – ҡатының, ҡыҙың!
– Эйе, бынамын тигән мәрйә! Ә ниңә үҙ милләтем ҡыҙына өйләнмәгәнмен икән?! Бына бит, бынамын тигән Бибинур, Гөлнисалар... Әҙ булдымы ни улар миндә? Ә өйләнергә мәрйәгә тартҡан, – тип үҙен-үҙе әрләп алды Өлфәт. – Таҙ, заманында мәрйәгә өйләнгәнемә ғорурланып йөрөй торғайным бит әле. Әсәйемдәрҙең ҡаршылашҡанын күрһәң, малай! Мөхәббәт, йәнәһе, – тип әсенеп, бер яҡ ситкә төкөрөп ҡуйҙы Өлфәт.
Хәниф:
– Ярай, үткән ғүмер үтте инде, башты ташҡа ороп булмай...
– Эх, дуҫҡайым, йәш барған һайын ғына аңлайһың икән... Ҡыҙым бит «атай» тигән һүҙҙең мәғәнәһен дә аңламай, «пап» тип йөрөтә.
– Элегерәк уйларға кәрәк ине, ә хәҙер «терһәкте тешләп булмай», – тине Хәниф, башҡа тынысландырыр һүҙ тапмағас.
Балкондан ингәс, Өлфәт, бер ни өндәшмәй, бокалын тултырып араҡы эсеп ҡуйҙы. Яныуын баҫырға уйланымы, әллә?.. Быны унан башҡа бер кем дә белмәй. Ҡыҙҙар өҫтәлгә аш ташый башланылар. Гөлниса:
– Ҡуяным, әйҙә, аш алдына ҡойоп ебәрсе! – тине.
Өлфәт мөлдөрәмә бокалын күтәреп, тороп уҡ баҫты. Ул, аяҡ быуынының йомшарыуын тойоп, кире урынына ултырҙы:
– Йәмәғәт, мин ҡарап ултырҙым-ултырҙым да Германияға Бибинурҙы алып китергә булдым. Асыуланма, Гөлниса, ул сибәрерәк, юғары белемле, ә сит илдә был бик мөһим. Хәниф дуҫ, һин нисек уйлайһың? – тине, фекерен тупларға тырышып. Хәниф ҡысҡырып көлдө:
– Һин дуҫ, Бибинурҙы ғына түгел, ҡушып, ирен, малайын да алып китә алаһың.
Өлфәт күҙен тупайтты:
– Ә ниңә, ул яңғыҙ ҡатын түгелме ни?
Гөлниса:
– Түгел шул, түгел, минең бәхеттән.
– Уйланым да-а-а шул!.. – тип һуҙҙы Өлфәт. – Был ниндәй ашау ҙа ашау ул, әйҙәгеҙ, бейешеп алайыҡ, – тип залға ыңғайланы. Залға барып етмәне, йоҡо бүлмәһенә боролдо.
Гөлниса ултырған еренән, Хәнифтең яурын башына ҡулын һалды:
– Хәниф, беләһеңме, бөгөнгө өҫтәл артында һин иң шәп кеше.
– Беләм, беләм, тап өҫтөнә баҫтың.
– Әйҙә, Хәниф, икәү вальс бейейек. Өлфәт Бибинурҙан күҙен ала алмай, мине күрмәй ҙә. Ә үҙе, алып китәм, тигән ине. Дөрөҫөн генә әйткәндә, ул Бибинурға һуҡыр бер тингә лә кәрәкмәй. Симпатичный әхирәттәр иметь итмәм, тигән һүҙем бар ине, булмай бит, ә?!. Ахыры, үҙем симпатичный булғас, улар ҙа шулай була ла ҡуя, ҡоромағырҙар... Әстә-ә-ә... уның менән китмәһәм, һине бисәңдән тартып алам да ҡуям...
– Алһаң, өс малайым менән бергә алаһың инде. – Көлөштөләр.
– Үҙеңде лә, өс малайыңды ла, бисәңде лә... Ни эшләп бер-берегеҙҙән айырыла алмайһығыҙҙыр – аңламайым. Ну, ярай, бейейек.
Хәниф менән Бибинур вальс бейей башлағас, Гөлниса ла Өлфәт артынан инеп юғалды.
Күпмелер тынлыҡтан һуң, Хәниф:
– Бибинур, мин һине тәүге тапҡыр студенттар ашханаһында күрҙем. Әле булһа хәтеремдә: ҡыҫҡа ғына юбкаң... Яңылышмаһам, һин дә миңә иғтибар иттең. Шул көндән һуң һине һәр ваҡыт күҙәтеп йөрөнөм. Башта исемеңде, нисәнсе курстан икәнеңде, факультетыңды белештем. Әле ғәжәп итәм, ни өсөн эргәңә бармағаныма.
Бибинур:
– Ҡыҙыҡ, мин был турала белмәнем дә... Ҡыйыуһыҙ була торғайның шул. Ашхананы хәтерләмәйем, ә бына ҡыҙыл мөйөштәге дискотекалар ваҡытында бейемәй, тәҙрә төбөнә ултырып кемделер күҙәтеүеңде иҫләйем. Хатта: «Был һөйкөмлө, оялсан егет кем тип янып ултыра икән, ниңә мине бейергә саҡырмай икән?» – тигән уй ҙа килде башыма, – тип, Хәнифтең хәтирәләренә Бибинур ҙа ҡушылғас, әңгәмәләре тағы ла йәнләнеп китте.
– Ә мин һине күҙәтә инем, Бибинур. Их, шул ваҡыттарҙы кире ҡайтараһы ине... Мин һине бер һүҙһеҙ бейергә саҡырыр инем.
– Әле лә һуң түгел, саҡыр! Хәйер, бейеп йөрөйбөҙ түгелме һуң?!. – тип йәнә көлөштөләр.
Хәниф:
– Ул ваҡытта һинең арттан минең группалаш егет - Назар йөрөй ине.
– Эйе, йөрөй ине шул. Тик ул миңә бер генә лә оҡшамай торғайны. Дегәнәк кеүек йәбешкәк, бәйләнсек, маҡтансыҡ... Бейеүгә лә минең партнерым булыр өсөн генә йөрөнө. Былай үҙе яҡшы ғына бейей ине ул...
Һүҙҙәр бөттө. Хәниф Бибинурҙы үҙенә нығыраҡ ҡыҫты...
Бибинурҙың тәне буйлап татып ҡарамаған рәхәтлек йүгерҙе. Хәнифтең ҡосағына бер ҡаршылыҡһыҙ сумды. Мөғжизә!.. Ниндәй илаһи мәл!.. Әйтерһең дә, ул ошо минуттарҙы ғүмере буйы көткән. Ә бөгөн – көтмәгәндә!.. Эстә үҙенә ҡарата бер ниндәй намыҫ ғазабы ла юҡ. Киреһенсә, күңеле төбөндәге бушлыҡ кинәт юҡҡа сығып, үҙ-үҙенә лә әйтергә ҡыймаған эске тойғолары, әлеге ысынбарлыҡ менән тулы гармонияла булып, күңел тыныслығы бирә. Хәнифтең көслө ҡулдарында, ҡайнар тыны тулҡынында бер ҡаршылыҡһыҙ иреп юҡҡа сығыр ине ул...
Ә Хәниф Бибинурҙың сәстәренә яңағы менән ҡағылып иркәләнде. Был, моғайын да, төштөр, сөнки өндәр былай сихри булмай?.. Нисә йылдан һуң да төҫ ташламаған йәш ҡатын, уның ҡосағында бер ҡаршылыҡһыҙ, уртаҡ хис тулҡындарында йөҙә. Бибинур!.. Хәниф үҙен ҡыҙыл мөйөштәге дискотекала итеп хис итте... Йәш саҡтары, ҡыйыуһыҙ, үҙ-үҙенә ышанмаған саҡтары!.. Нурияһы ҡыйыу булмаһа, моғайын, әле булһа буйҙаҡ йөрөр ине . Уйҙарын Бибинур бүлде.
Бибинур:
– Ҡыҙыҡ был донъя!.. Кем уйлаған, ун биш йылдан һуң ошолай осрашып, аңлашып, вальс бейеп йөрөрбөҙ тип?!.Һин нисек уйлайһың, Хәниф?
– Минең бөгөн бер нәмә тураһында ла уйлайһым килмәй. Сөнки бөгөн минән дә бәхетле кеше юҡ!.. Бына ошолай һиңә ҡағыла алыуым өсөн генә лә әллә ниҙәр бирер инем, теге ғашиҡ булып янып йөрөгән сағымда. Ә бөгөн! – Бибинурҙы йөрәкһеп ҡосаҡланы. Бүлмә уртаһында ике һын бер булды.
Хәнифтең ҡайнар ирендәре Бибинур ҙа күптән кисермәгән наҙ тойғоларын уятты. Хәниф наҙлауынан туҡтай алмай:
– Бибинур, яратам, үлеп яратам! – тип шыбырҙаны. – Ғәфү ит, үҙемде, тойғоларымды йүгәнләй алмағаныма, – тип Бибинурҙы күтәреп үк алды... Диванға ултырҙылар. Бибинур үрһәләнде:
– Етте, туҡта, саманан сығып барабыҙ түгелме?
– Асыулана күрмә инде, зинһар, ғәфү ит! – тине Хәниф уңайһыҙланып.
– Мин үҙем дә ғәйепле, йәш-елкенсәк кеүек, – тине Бибинур.- Хәтерләмәйем, һөйөү тулҡындарында бөгөнгөләй йөҙгәнде. Бала, донъя ығы-зығылары, эш...
Хәниф:
– Мин дә... Нуриям мине «оялсан ул, оялсан» ти торғас, ҡыйыу булырға ла уңайһыҙландым. Әллә нисек булыр, ҡатын аңламаҫ тинем.
Хәниф асылып китте.
– Бөгөн мин үҙемдә күпме көс, ғәйрәт, һөйөү, наҙ ойоп ятҡанын аңланым. Бибинур, һин уяттың уларҙы... Хәҙер миңә нишләргә?
Бибинур үҙен ҡулға алып:
– Хәниф, әйҙә, тынысланайыҡ! Мин һиңә хәҙер лимон менән сәй эсерәм, – тине. Сөнки был һорауға яуапты ул да белмәй ине.
– Сәй эскән бар ҙа ул, шулай ҙа, әйҙә, – тип Хәниф Бибинурҙы етәкләп аш бүлмәһенә ыңғайланылар.
Йоҡо бүлмәһенән Гөлниса күренде:
– Хәниф, был йоҡо сүлмәгеңде нимәгә алып килдең? – тине ул, эргәһенә ултырып.
– Нисек, нимәгә? Үҙең саҡырҙың бит... Күреүемсә, бөтәһе лә яҡшы!
Гөлниса:
– Бибинур, беләһеңме, һуңғы ваҡытта бер нормальный ир осрағаны юҡ. Прямо ҡайғы... Яталар ҙа йоҡлап китәләр, яталар ҙа йоҡлап китәләр... Ә минең Әхмәтем – йөрәккәйем, вәт шәп булды!.. Өлфәт белә ул уны. Йөрәккәйем, үҙе лә йоҡламаны, мине лә йоҡлатманы. Тик ғүмеркәйе генә булманы... Бындай эшкинмәгәндәрҙе башҡа йөрөтмә! К черту их! Булһа ир булһын, булмаһа булмаһын... – Гөлниса буталып һөйләнде: – Э-эх, Әхмәткәйем – йөрәккәйем, иҫән саҡтарында ҡәҙерҙәреңде белмәгәнмен икән!... – тип һөйләнә-һөйләнә, эсә башлаған сәйен дә эсеп бөтмәй, диванға сығып ятты. Күпмелер ваҡыттан йоҡлай ине инде.
Бибинур әхирәтенең өҫтөнә плед япты. Хәниф музыканы туҡтатты. Өй эсе тып-тын булып ҡалды. Улар балконға сығып баҫтылар. Ел, Ҡариҙелдән йылға еҫе алып килеп, танауҙарҙы ҡытыҡлай.
Бибинур:
– Хәниф, әйҙә, һыу буйында йөрөп киләбеҙ! – тине.
– Әйҙә, тик һалҡынса, өшөрһөң.
– Юҡ, өшөмәм...
– Улай булһа, әйҙә! – Хәнифтең күҙҙәре янып китте.
... Улар сығырға әҙерләнеп, ишек асырға ғына торғанда, телефон шылтыраны. Ҡапыл туҡтап ҡалдылар. Осҡонланған күҙҙәре бер-береһенә төбәлде. Бибинур трубканы күтәрҙе. Трубкала:
– Алло, әсәй, беҙ ҡайттыҡ! Һаумы! – тигән улының шатлыҡлы тауышы Бибинурҙы ысынбарлыҡҡа ҡайтарҙы.
– Ғәфү ит, Хәниф, мине өйҙә көтәләр, – тип хушлашып, ашыҡмай ғына, ишекте йомшаҡ ҡына ябып, ҡайтып китте.
Хәниф, ҡапыл да нимә эшләргә белмәй, аптырап ҡалды. Әйтерһең, тыңлап ултырған илаһи матур пластинкаһы иҙәнгә төшөп китеп, селпәрәмә килде. Туҡталды моң!..
Ул яңынан балконға сыҡты.
Хәниф:
– Бына юҡ, тип әйтеп ҡара һин Алланы! Яҙмыш, яҙмыш! Ҡалай үгәй әсәһең һин! Ниңә тормошомда бындай текә боролош яһаның? Үткәнеңә үкен! – тип әйтеүең булдымы?.. Ә мин үкенмәйем, сөнки йәшлегем менән йәнә осраштырыуыңа рәхмәт!
Бөгөнгө ваҡиғаның ошо урында өҙөлөүенә Хәниф ҡыуанып та ҡуйҙы. Сөнки матур йәшлек хәтирәләре күңелен нурланы. Ул уны тоннель осондағы яҡты ут кеүек үҙенә саҡырып, ҡанатландырып, көс биреп торор...
Хәниф телефондан шылтыратып, ауыл яғына бара торған автобустың иң беренсе рейсын белеште лә, хушлашмай ҙа ҡайтып китте...
Фото: Айрат Нурмухаметов.