+30 °С
Болотло
Әҙәби балҡыш
2 Октябрь 2025, 09:49

Студент саҡта иң яратып тыңлаған шиғырҙарҙың береһе

Студент саҡта бер-беребеҙгә иҫтәлектәр яҙғанда, клубта концерт ҡуйған ваҡыттарҙа иң яратып  башҡарылған һәм халыҡ тарафынан иң яратып тыңланылған шиғырҙарҙың береһе ине ул. Әле лә ул шиғыр күҙгә салынһа, күңелгә рәхәт булып китә. Шиғырҙы уҡып, йәш саҡтарҙы иҫкә төшөрөп алығыҙ.

Студент саҡта иң яратып тыңлаған шиғырҙарҙың береһеСтудент саҡта иң яратып тыңлаған шиғырҙарҙың береһе
Студент саҡта иң яратып тыңлаған шиғырҙарҙың береһе

ҠАПҠА ТӨБӨНДӘ

 

Ауыл өҫтөн тынлыҡ ҡаплағас,
Ҡарт-ҡоролар ятып йоҡлағас,
Йөрөүселәр бөткәс күҙ атып,
Егет килде ҡыҙын оҙатып.

 

Туҡтанылар ҡапҡа төбөндә,
Ҡыҙ ашыҡҡан булды өйөнә;
Егет уны ҡыҫтап туҡтатты,
Йылы һүҙҙәр әйтеп йыуатты.

 

Тотоп алды уның биленән...
Ҡайнар һүҙҙәр, ҡайнар ирендәр...
"Абау, мөхәббәтһеҙ, кит бынан!"-
Тигән булды ҡыҙый, тик һаман
Егетенә нығыраҡ һыйынды.
Ай нурына донъя ҡойондо.
һүҙҙәр бөтмәй йөрәк түрендә,
Улар һаман ҡапҡа төбөндә.

 

Ҡыҙы тағы китте үҙгәреп -
Хәтерләне әсә һүҙҙәрен.
Инәм, тиеп тағы уҡталды,
"Аҙға ғына" тағы туҡталды;
Улар һүҙҙе тағы яңыртты,
Ул арала инде таң атты.

 

Ҡабатлана шулай көн һайын.
Йәшлек тигән нәмә, моғайын,
Йоҡоһоҙ һәм айлы төн менән,
Башланалыр ҡапҡа төбөнән.

 

Ә.Атнабаев

 

Фото: А. Данилов.

Автор:
Читайте нас