+30 °С
Болотло
Әҙәби балҡыш
2 Октябрь 2025, 08:05

РОЗКА Миләүшә Ғәйфуллина.Башы.

Шулай, йыл ярым тигәндә, бәләкәс, йомроҡас быҙауыбыҙ ҙур, тоҡомло һыйырға әйләнде. Ауыл көтөүендә ул иң ҙур һыйыр ине. Һыны тура, мөгөҙҙәре ярым ай кеүек, ҡарашы аҡыллы... Һәр көн иртән ауыл көтөүөн үҙ артынан эйәртеп ҡырға алып сыҡты, ә кисен эйәртеп алып ҡайтты. Көтөүселәр уны ихтирам итте, сөнки ул көтөү эсендәге тәртипте лә һаҡлай ине. Беҙҙең бер ваҡытта ла уны ҡырҙан эҙләп йөрөгәнде хәтерләмәйем. Исемен ишетеү менән тауыш биреп, ҡайтыу яғына ыңғайлар ине.   Бер ваҡыт, көпә-көндөҙ, һәүкәшебеҙҙең игеҙәктәре юғалды.

РОЗКА Миләүшә Ғәйфуллина.Башы.РОЗКА Миләүшә Ғәйфуллина.Башы.
РОЗКА Миләүшә Ғәйфуллина.Башы.

Тере йәнгә ваҡыт үлсәме бер. Кешеме ул, йә хайуанмы... Һыйырыбыҙ күҙгә күренеп биреште. Тын алышы ла тәрәнәйҙе. Атлауының да рәте китте. Йыл да ике игеҙәк быҙау табып, биҙрә ярым һөт һауҙырып торған һәүкәшебеҙ ҡартайҙы.
Һуйырға ҡул бармай... Күп йыл беҙгә тоғро хеҙмәт иткән, ғаилә ағзаһы булып бөткән, әйткән һәр һүҙҙе аңлап тыңлаған малдың муйынына нисек бысаҡ һалаһың?..
-Күҙҙе йомабыҙ ҙа тереләй сдавать итәбеҙ, - тине атайым, башҡа сара күрмәйем.
Һүҙ уның тураһында барғанын аңлай ул. Атайыма иркәләнеп, яурырына йомшаҡ ҡына итеп башын терәй... Ул да уны муйынынан ҡосаҡлап, һыртынан тупылдатып һөйөп:
-Ваҡыт, аҡыллым, хушлашыр мәл етте. Һине нисек тә кешесә матур итеп урынлаштырырға ине. Тик нисек икәнен генә белмәйем... Берәй ереңде ауырттырып, рәнйетеп ҡуймаһаҡ ярар ине, тим.
Розка менән бергә беҙҙең дә күҙҙән йәш бөртөктәре йылға булып аға.

 

***
Розка беҙҙең һарайыбыҙға ҡайҙан, ҡасан килеп ингәнен йүнләп хәтерләмәйем дә инде. Яңлышмаһам, атайым уны колхозға бүрәнәләр ташығанда, Инйәр яғынан, быҙау килеш алып ҡайтты. Ҡарағусҡыл ҡыҙыл төҫтә. Йөндәре плюш уйынсыҡтыҡы кеүек йомшаҡ, бер аҙ бөҙрә. Күҙҙәре ҙур, ҡара төҫтә, керфектәре оҙон, һыны тура, тояҡтары туҡылдап тора... Бик шаян. Шаяра башлаһа, хәтфә үләндә арт һынын һикертә-һикертә сабып, хатта башы менән ергә һөрлөгөп йығылып китәр ине. Шунан тора ла йәнә саба башлай. Хәс тә беҙҙең сабый малайбыҙ кеүек, әсәйем тотоп алып тынысландырмайынса туҡтамай. Арттан ҡалмай эйәреп, мороно менән төрткөләп ашарға һорай. Әсәйемдең кеҫәһендә һәр ваҡыт икмәк киҫәге ятҡанын белә шул ул. Шуны талап алмайынса ҡуймай. Атайымдың машинаһын әллә ҡайҙан танып ҡаршыһына сабып бара. Баштараҡ, әлбиттә, бойоҡто, һағышланды, тик был оҙаҡҡа һуҙылманы.

 

Шулай, йыл ярым тигәндә, бәләкәс, йомроҡас быҙауыбыҙ ҙур, тоҡомло һыйырға әйләнде. Ауыл көтөүендә ул иң ҙур һыйыр ине. Һыны тура, мөгөҙҙәре ярым ай кеүек, ҡарашы аҡыллы... Һәр көн иртән ауыл көтөүөн үҙ артынан эйәртеп ҡырға алып сыҡты, ә кисен эйәртеп алып ҡайтты. Көтөүселәр уны ихтирам итте, сөнки ул көтөү эсендәге тәртипте лә һаҡлай ине.
Беҙҙең бер ваҡытта ла уны ҡырҙан эҙләп йөрөгәнде хәтерләмәйем. Исемен ишетеү менән тауыш биреп, ҡайтыу яғына ыңғайлар ине.

 

Бер ваҡыт, көпә-көндөҙ, һәүкәшебеҙҙең игеҙәктәре юғалды. Ауыл тирәһен, һыу буйҙарын, һәр тыҡрыҡты, яҡындағы урман эстәренән эҙләнек, тик “бәпес”тәр һыуға төшкән кеүек юҡ булды ла ҡуйҙы.
-Мин уларға таҙа һыу алып сығайым тип, өйгә ингән инем, - тим, әсәйемә аҡланып, сыҡһам юҡ булғандар...
Әсәйем:
-Бер нисә минут эсендә улар йыраҡ китә алмай...
-Тағы тиҙ генә сәй эсеп алдым, - тинем мин.
- Нисек тиҙ сәй эскәнегеҙҙе беләм инде... Кесерткән араларын ҡаранығыҙмы?
-Хәҙер, - тип эҙләүебеҙе дауам иттек.

 

Кис етте. Атайым эштән, Розка көтөүҙән ҡайтты.
Атайым:
-Ни булды? Нимә, балтаһы һыуға төшкән кеше кеүек ултыраһығыҙ?- ти, борсоулы йөҙөбөҙгә ҡарап.
Әсәйем хәлде аңлатып бирҙе.
Күңеле тойған кеүек, һәүкәшебеҙ ҙә бөгөн көтөүҙән өйгә ҡайтып еткәнсе, быҙауҙарын саҡырып мөңрөне. Балаларының бында юҡ икәнлеген тойоп, ялан албарға ла инмәй, тегеләй һуғылды, былай һуғылды ла, ҡаты баҡырып урман яғына илткән юлға төшөп саба-атлай китте.
-Ҡайҙа юлланды был? – тип әсәйем алдына төшөп, борорға уйлаған ине, атайым туҡтатты.
-Тороп тор, ул белә быҙауҙарын ҡайҙан эҙләргә, тине һәм Розка артынан йәйәү төштө. Һыйыр бер ҡайҙа боролманы, оло юл буйлап күрше ауыл яғына атланы. Әле һаман һауылмаған елененән һөтө аҡты. Розка ауылға килеп ингәс бер-нисә мәртәбә ҡаты итеп баҡырып ебәрҙе. Шунан ситтән өсөнсө өй ҡапҡаһы алдына туҡтап, мөгөҙө менән ҡапҡаны һөҙҙө. Һарай эсенән бәләкәй быҙауҙарҙың әсәләрен саҡырып мөңрөгәне ишетелә ине. Асыҡҡан быҙауҙар әсәләренең тауышын ишетеп, тағы ла нығыраҡ баҡырышты. Өйҙән йорт хужаһы йүгереп килеп сыҡты...

 

Был хәл нисек тамамланғанын хәҙер аныҡ ҡына әйтә лә алмайым. Ике бәләкәстең әсәләре елененә йәбешеп һөт имеүҙәре бөгөнгөләй хәтеремдә.

 

Үҙемде күпме иҫләйем, ғүмерем Розка ҡушаматла һыйырыбыҙ менән йәнәшә аҡты...

 

Дауамы бар


Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА

 

Фото: Динар Калимуллин.

Автор:
Читайте нас