+30 °С
Болотло
Әҙәби балҡыш
1 Октябрь 2025, 11:23

Әхирәттәр. Юмористик хикәйә. Харис Шәрипов.

Ҡуян ҡалҡыулығын төшкән саҡта, велосипед алғы тәгәрмәсе менән бер соҡорға төштө лә, ике өлөшкә бүленде лә ҡуйҙы. Ҡыҙҙар, юлдың ике яғына барып төштөләр. Үҙҙәренә әллә ни зыян булманы ла, йыйылған муйылдары яртылаш түгелде. Сәпит ватылды.

Әхирәттәр. Юмористик хикәйә. Харис Шәрипов.Әхирәттәр. Юмористик хикәйә. Харис Шәрипов.
Әхирәттәр. Юмористик хикәйә. Харис Шәрипов.

Әлфирә менән Гөлфирә мәктәп йылдарынан бирле әхирәттәр. Уларҙың әхирәт булышыуҙары, йола буйынса бер-береһенә бүләк бирешеүҙән башланманы. Алтынсы тамамлаған Гөлфирә, сәпитенә атланып, туғайға муйылға барғайны. Шунда, ауылдың икенсе осонда йәшәгән класташы Әлфирәне осратты. Икәүһенә бергә күңелле ине, әлбиттә. Һөйләшер һүҙҙәре лә күп ине һабаҡташтарҙың. Муйыл тиргән бәләкәс биҙрәләрен рүлдең ике яғына элеп, икеһе бер сәпиткә ултырып, алмашлап ишә-ишә ҡайтырға сыҡтылар. Ҡуян ҡалҡыулығын төшкән саҡта, велосипед алғы тәгәрмәсе менән бер соҡорға төштө лә, ике өлөшкә бүленде лә ҡуйҙы. Ҡыҙҙар, юлдың ике яғына барып төштөләр. Үҙҙәренә әллә ни зыян булманы ла, йыйылған муйылдары яртылаш түгелде. Сәпит ватылды. Әмәлгә ҡалғандай, Ғәйзулла ҡарт ат менән күрше ауылдан туғай яҡлап ҡайтып килә икән, ҡыҙҙарҙы ултыртып алды. Ватылған велосипедты Гөлфирәнең атаһы тимерлектә йәбештереп алып ҡайтты. Шул ваҡиғанан һуң, әхирәттәр ғүмер буйы аралашып йәшәй. Мәктәпте тамамлағас, икеһе лә фермаға һауынсы булып эшкә барҙы. Кейәүгә лә ауылдаш егеттәргә сыҡтылар. Бөгөнгө көндө инде улар етмеште ҡыуалаған, үҙҙәре әйтмешләй "дастуйын" ҡатындар әле. Ирҙәре генә пенсияға сығып оҙаҡ торламаны, бер-бер артлы вафат булып ҡалды. Әбейҙәрҙең бар йыуанысы - һирәкләп ҡайтып йөрөгән балалары ла, үҙешмәкәрлектә шөғөлләнеү. Ауыл мәҙәниәт йортоноң иң әүҙем артистары улар. Әлфирә бәләкәй сағында ағайҙарынан тәүҙә гармунда, шунан баянда уйнарға өйрәнде. "Этюд" тигән өс рәтле, еңел баянда уйнап, йырлай. Гөлсирәне лә йырлата.
Ауылда, районда үткән бер саранан да ситтә ҡалмайҙар. Һабантуйҙан да бүләкһеҙ ҡайтҡандары юҡ. Килен төшөрөү кеүек йолаларҙы ла боронғоса итеп улар атҡара. "Һеҙ һыу башлатҡан килендәр ауылға таш булып бата, уңған була", - тип уларҙы гелән туйҙарҙан ҡалдырмайҙар.
Хаҡына тормай, затлы туҡымаларҙан милли кейемдәр тектереп алдылар. Төрлө сараларҙа, конкурс-концерттарҙа ҡатнашып йөрөй торғас, тамам оҫтарып бөттөләр. Шулай әүҙем тормош менән йәшәп ятҡан көндәре.
"Беҙҙең райондың үҙешмәкәр артистары Мәскәүҙә, республикабыҙҙың күргәҙмәһендә сығыш яһарға бара, әбейҙәрегеҙҙе әҙерләгеҙ", - тип шылтыраттылар райондан ауыл хакимиәтенә. "Беҙҙең ауыл биләмәһенән һеҙҙе генә саҡыралар, матур сығыш яһап ҡайтығыҙ баш ҡалала", - тине ауыл хакимиәте башлығы Венер Сәйетҡолов. "Мәскәүҙе лә күрәбеҙ икән", - тип шатланды әхирәттәр. Уларҙы көн һайын район мәҙәниәт йортона репетицияларға йөрөттөләр. "Харап икән берәүҙәр! Ҡартайған да тыртайған, йөрөйҙәр инде шунда, кеше ышандырып, өйҙәрендә генә ултырмай", - тиеүселәр булды булыуын. Әммә уларҙың кеше һүҙенә иҫе китмәне.
Бына Мәскәү! Тәүге көндө, әлбиттә, Ҡыҙыл майҙанды барып күрҙеләр. "Ҡарале, әхирәт! Мәскәүҙә йөрөүе Өфөгә ҡарағанда ла еңелерәк икән дә ул", - тине Әлфирә. Ҡайҙа нисек барырға вис күрһәтелгән. Ҡыҙым менән Өфөлә театр ҡарап сыҡҡайныҡ, бер автобус та йөрөмәй. Аптырағас, уның өйөнә тиклем такси юлланыҡ. Таксист әллә Өфөнө белмәй, навигаторын ҡуйған да, ярты ҡаланы уратып алып ҡайтты.
- Ҡуй инде, -тип йөпләне Гөлфирә, - Өфөлә ғүмер баҡый шул булды. Барһаң, транспортта этеш тә төртөш!

Райондың үҙешмәкәр артистарын күргәҙмәнең Башҡортостан павильонында алып барҙылар. Республиканың мәҙәниәт министрлығынан Сайранова тигән ҡатын ни эшләптер әхирәттәрҙең номерын оҡшатманы: "Миңә бында колхоз әбейҙәре кәрәкмәй, программанан алып ташлағыҙ. Республика етәкселеге киләсәк, йөҙ ҡыҙарырлыҡ булмаһын, убрать немедленно!" - тип туҙынды сәрелдәк тауыш менән. Райондың мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Ғарипов та әхирәттәрҙе яҡлап бер һүҙ ҙә әйтә алманы. Әлфирә, аптырап торманы, Сайрановаға барҙы ла:

  • Беҙ башҡорт фольклорын күрһәтәбеҙ. Үҙең ҡарама ҡыуышынан төштөң мәллә. Шул тиклем аҡырма әле. Беҙ, белһәң, икебеҙ ҙә орденлы һауынсылар. Үҙең дә бер ауыл балаһылыр әле, моғайын. Әллә кем булып тораһың.
    - Юҡ, тигәс, юҡ! Миңә бейеү коллективы, вокаль ансамбль кәрәк, - тип ныҡышты Сайранова.
    - Әхирәт, әйҙә! Мин башымды алам да, сығайыҡ, урамда булһа ла йырлап ҡайтырбыҙ!
    Башҡорт милли кейемендә уйнап, йырлап торған ҡатындарҙың сығышын ҡарарға халыҡ йыйылып китте.

Әхирәттәр, башта ҡыйыуһыҙ ғына башлағайны, халыҡтың ҡул сабып, дәртләндереп торғанын күреп, уғата ҡыҙып киттеләр. Уларҙы телекамераларға, телефондарға төшөрөүҙәрен лә иғтибар итмәнеләр.
- Здравствуйте, милые женщины! Вами интересуется первый канал центрального телевидения. Очень понравилось ваше выступление. Кто вы? Откуда приехали? - тип һораны мөләйем йөҙлө бер ханым.
- Мы из деревни Габбас Мелеузовского района Республики Башкортостан. Заслуженные пенсионеры. Вместе выступаем со школьных лет, - тип шартлатып яуап бирҙе Гөлфирә. Әйтерһең, көн һайын Мәскәү телевидениеһына интервью бирә инде.
- Спасибо! В субботу ваше выступление будет в утренней программе первого канала.
- Нимә булды был? Аңлап та өлгөрмәнем, - тине Әлфирә.
- Нимә булһын? Беҙҙе Алла теләһә, телевизорҙан күрһәтәсәктәр, аңра!
Әхирәттәр күстәнәстәр тейәп, ауылдарына ҡайтып төштө.
Шәмбе иртән Гөлфирәнең кеҫә телефоны шылтыраны, Сургуттан улы Хәниф икән:
- Әсәй, ҡарайһыңмы? Һеҙҙе Мәскәүҙән күрһәтеп яталар ҙа баһа! Ҡасан барып өлгөрҙөгөҙ ул?
Был мәлдә уларҙың сығышын Ғәббәс ауылы ғына түгел, барлыҡ Башҡортостан халҡы ҡыҙыҡһынып ҡарай ине.
Әлбиттә, кәйефләнеп, иртәнге ҡәһүәһен эсеп ултырған Сайранова ла күрҙе.

Фото: Александр Королев.

 

Фото: Александр Королев.

Автор:
Читайте нас