+30 °С
Болотло
Әҙәби балҡыш
30 Сентябрь 2025, 09:08

Лариса АБДУЛЛИНА «Ете ҡыҙҙың мин береһе инем...»

Башҡортостандың халыҡ шағиры, танылған журналист, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Аҡбуҙат» балалар  журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина йәмле июль айында алтын юбилейын билдәләне. Лариса Хашим ҡыҙының күңел доғалары,  йөрәк һыҙланыуҙары, уй-хистәре – барыһы ла шиғриәтендә асыҡ сағылыш таба. Ижадында Салауат, Бабич  рухын йөрөткән, кескәйҙәр күңеленә туған телгә, тыуған ергә һөйөү орлоғо сәскән  шағирәгә киләсәктә лә илһамлы ҡомар теләйбеҙ.

Лариса АБДУЛЛИНА «Ете ҡыҙҙың мин                     береһе инем...»Лариса АБДУЛЛИНА «Ете ҡыҙҙың мин                     береһе инем...»
Лариса АБДУЛЛИНА «Ете ҡыҙҙың мин береһе инем...»

Яратҡандар баш тартмай ул,

Улар ғәйеп эҙләмәй.

Үткәндәргә ҡат-ҡат бағып,

Шик-шөбһәләр күҙләмәй.

 

Һөйгәндәр ғәфү итәләр,

Һөйгәндәр мәрхәмәтле.

Яра бәйләй, үҙ йәндәре

Булһа ла йәрәхәтле.

 

Һөйгәндәр оло йөрәкле,

Һөйгәндәр ваҡсыл түгел.

Уларҙа — хыял, ышаныс,

Уларҙа — яҡты күңел.

 

Яратҡандар бәхет таба

Һөйгәне ҡосағында.

Мөхәббәт — бөйөк!

Ҡалғаны —

йәһәннәм усағында.

 

                ЕТЕ ҠЫҘҘЫҢ МИН

                    БЕРЕҺЕ ИНЕМ

 

Ете ҡыҙҙың мин береһе инем,

Һөйгәнемде яуға оҙаттым.

Үҙем әҙерләнем ризығын да,

Үҙем әҙерләнем юл атын.

 

Айырым-айырым төрөп һалдым уға

Кипкән ҡорот, күмәс һәм үлән.

Тыштан ныҡмын.

Илап ҡуймайым, тип,

Йөрәгемә һыҡтап түгеләм.

 

Был әйтмәне, тимәҫ өсөн түгел,

Аяғына ятып һораным.

Мин аңламай тиһегеҙме әллә

Ил ҡәҙерен?

Ватан оранын?

 

– Кемгә ҡалдыраһың балаларҙы?

Кемгә ҡалдыраһың һин мине?

Һинең менән бергә аҡтарылыр

Донъябыҙҙың яңы күгәне.

Мин барыһын бына тойоп торам!

Мин барыһын күптән аңланым.

Тик яуҙарҙың ғүмер ҡырыуҙарын

Ҡабул итә алмай был аңым...

 

Ә ул тыныс.

Бына шундай тыныс,

Әйтерһең дә, ялға йыйына.

– Көйәләнмә! – тиеп бер йылмая,

Ишек яңағына һыйына.

 

– Нисек шулай тыныс булып була?

Донъябыҙға беҙҙең ут ҡапҡан!

– Мулла саҡыртып бер Ҡөрьән сығар...

Төшкә инде бөгөн олатам...

 

...Бына шулай.

Үҙенекен һөйләп,

Ил ниәтен ҡуйып алдына,

– Ҡайтам! – тиеп китте һөйгән йәрем,

Балаларым илап ҡалдылар...

 

Шулай көткән икән өләсәйҙәр....

Әй, көтәләр ине яҙ һайын.

Бына мин дә көтәм.

Булһын ҡулһыҙ!

Булһын аяҡһыҙ ул!

Ҡайтып ҡына төшөр, моғайын.

 

Берәй ерҙә һис ни хәтерләмәй

Яраланған килеш яталыр.

«Хәбәрһеҙ...» ул тигәндәре хатта

Төптө буштыр,

Хәрби хаталыр...

 

Ете ҡыҙҙың мин береһе инем,

Яуға китте минең батырым!

Тойоп торам. Күп тә ҡалмағандыр

Еңеү булып уның ҡайтырын!

 

Автор:
Читайте нас