

Рәшит Солтангәрәевты мин арыу ғына беләм тип уйлайым. Бының өсөн бер-береңдән тотам да ҡалмай тотоношоп йөрөү тимәгән. Иң әүәл шуны беләм: уның таланты – яҡты, йылы, игелекле талант. Ләкин был әле уның әҫәрҙәрендә төҫтәрҙең һәм моңдарҙың бер төрлө асыҡ, күтәренке генә, уй-тойғоларҙың ел-дауылһыҙ ғына, тормоштоң хәстәр-хәсрәтһеҙ генә булыуы тигән һүҙ түгел. Уларҙа дәрт тә, борсолоу ҙа, уйланыу ҙа, икеләнеүҙәр ҙә, ахмаҡлыҡ ҡазалары ла, аҡыллылыҡ бәләләре лә бар.
Рәшиттең, минеңсә, төп сифаттары – ихласлыҡ, эскерһеҙлек, әйткән тура һүҙенә, ҡуйған принциптарына тоғролоҡ, ел ыңғайына йүгермәү. Мең әҙәмдән торған илергән ялпы майҙандарҙа үҙ оранын ярһып һөрәнләгәндә лә ундайҙар үҙ инаныуҙарынан ваз кисмәйҙәр, имандарын алмаштырмайҙар. Шул уҡ ваҡытта Рәшиттең тәбиғәтенә шик-шөбһәһеҙ ышаныу, әсенеп шикләнеү, ысын кеселеклелек, хәйләһеҙ хәйләкәрлек, мөккибән китеп ышаныу һәм бер ҡатлы һуҡырлыҡ та ят түгел. Тормошҡа, бүтән кешеләргә төбәп кенә түгел, үҙенә лә ситтән ирония менән ҡарай, төртмә һүҙ әйтә ала ул. Үҙенә үҙе сығарған көләмәстәр быны раҫлай.
Мин былар тураһында Солтангәрәевтың ҡылыҡ-ҡыланыштарын бәйнә-бәйнә тикшереп, ижадсы шәхесе хаҡында ғилми нәтижәләр сығарыу өсөн яҙманым. Ул мөмкин дә түгел. Был осраҡта яҙыусының рухи булмышы уның ижадында нисек сағылыуын ишаралау өсөн генә һүҙ ҡуҙғаттым. Рәшит Солтангәрәевтың повестары, хикәйәләрек, мәҡәләләре, хатта берҙән-бер пьесаһы ла: “Мине Солтангәрәев яҙҙы!”– тип ҡысҡырып тора. Ҡайһы бер һүҙ оҫталары: “Бер алманы бишкә бүләйек...” – тип ҡайта-ҡайта йырлай, ул алманы бишкә бүлә лә, тик бүленгән киҫәктәрҙең бишеһен дә үҙе генә ашай. Бында инде йыр үҙенекен көйләй, йырсы үҙенекен эшләй.
Миңә Рәшиттең ижади эҙләнеүҙәре, борсолоуҙары бер аҙ билдәле. Был йәһәттән дә ул үҙенең геройҙарына оҡшап ҡуя. “Шкаф” тигән хикәйәһендә Муллағәли ҡарт клуб өсөн шкаф яһай, эшләп бөткәс, шиге тыуа, эшен күңеле ҡабул ҡылмай, оҡшамай, кире һүтеп ташлай ҙа, ҡалаға барып, мебель фабрикаһында өлгөләр күреп, фәһем алып, хыялға байып ҡайта. Ике-өс ай тырышҡандан һуң ысын ижад емеше килеп сыға. Шунан, маһая төшөп, үҙ-үҙенә баһа бирә: “Ана бит, апаруҡ килеп сыҡҡан, эшләһәк, эшләйбеҙ инде беҙ уны”. Рәшит Солтнагәрәев үҙе булһа, был һүҙҙәрҙе тамаҡ төбө менәнерәк әйтер ине. Сөнки ижад ғазабынан һуң килгән рәхәтлектең тәмен, ҡәҙерен белә ул.
Бер мәл Рәшит миңә ошондай әйбер һөйләне. Һуғыш осоронда был, астан хәлһеҙләнеп, йоҡоһонан айный алмай яфалана икән. Аптырағас, апаһы быға: “Рәшит, тор! Картуф беште!” – тип ҡысҡыра. Бала һикереп тора. Торһа, бер ниндәй ҙә картуф юҡ, әлбиттә. Кисен йәнә йоҡоға киткәндә малай былай уйлай: “Бөгөн алдаҡҡа сыҡһа ла, иртәнсәк ул картуф, моғайын, булыр ҙа әле!..” – ти. Солтангәрәев әңгәмәһен әңгәмәһен ослап ҡуйҙы: “Ғүмер буйы мин шул иртәгәһен бешәсәк картуфҡа алданып, шуны көтөп йәшәнем. Юғиһә, яҙыусы булыр инемме ни?”
Әҫәрҙәре халҡыбыҙ күңелендә киң урын алып, исеме һәм хеҙмәттәре, тел кәртәләрен, ара сиктәрен аша уҙып, төрлө тарафтарға таралған оло яҙыусыбыҙҙың алтмыш йәшлек байрамында маҡтау һәм хуплау һүҙҙәремде, сағыу биҙәктәр менән нағышлап, ҡысҡырып әйтмәнем. Байрам хужаһы үҙе лә шау-шыуҙы өнәп бөтмәй. Хәйер, ундай нағышлы һүҙҙәр таушала ла төшә инде. Рәшит Солтангәрәев тураһында шымыраҡ һөйләһәң дә ишетелер тип ышанам. Беҙ бөтөнләй өндәшмәһәк тә, уның китаптары өнһөҙ ҡалмаҫтар.
1995 йыл.
Фото: Розалия Хисаева.