+30 °С
Облачно
Әҙәби балҡыш
19 Сентября 2025, 05:54

Яңылышыуҙан бармы дауалар?! Пьеса. Зилә Ғәлләмова.

Күптән түгел һәләтле йәш шағирә Зилә Ғәлләмованың пьесалар яҙа башлауы хаҡында яҙғайныҡ. Был йәш драматургтың икенсе сәхнә әҫәре. Рәхим итеп уҡығыҙ.

Яңылышыуҙан бармы дауалар?! Пьеса. Зилә Ғәлләмова.Яңылышыуҙан бармы дауалар?! Пьеса. Зилә Ғәлләмова.
Яңылышыуҙан бармы дауалар?! Пьеса. Зилә Ғәлләмова.

Ҡатнашалар:

 

Гүзәл – 26 йәш

АрыҫланТимерхан улы – 32 йәш

Ринат Тимерхан улы – 39 йәш

Алина – 28 йәш

Вадим – 29 йәш

Алмас – 36 йәш

Сиған – 35 йәштәр тирәһе, тик олораҡ күренә

Сиғандың бер нисә ай тирәһендәге балаһы –ҡурсаҡ

Ирина – офис эшсеһе, 30 йәш

Зөлфиә ханым – Ринат менән Арыҫландың әсәһе – 58-60 йәш

 

Беренсе күренеш

 

Бөгөнгө көн. Йәй. Күренештә автовокзал(эскәмйәләр,халыҡ, автобустар, рейстар иғлан ителә.)

 

– Хөрмәтле пассажирҙар, сәғәт беренсе яртыла ҡуҙғалыусы Силәбе–Миәс автобусына ултырыу башлана. Автобус өсөнсө юлда тора.

 

Эскәмйәлә төп планда сиған ҡатыны бала тотоп ултыра. Шул күренештә юл сумкаһы күтәргән,заманса кейенгән 26 йәштәрҙәге ҡыҙ күренә. Ул кеҫә телефонынанәхирәте менән һөйләшә.

 

Гүзәл. Алина,сәләм. Мин килеп еттем. Былай һәйбәт кенә. Эйе. Юҡ, асыҡманым. Рәхмәт. Алма һалып алғайным,кимереп килдем. (Йылмая.)

Һуңғараҡ килермен. Аңланым. Эйе. Асҡыс күршелә. Рәхмәт,Алина, осрашҡанға тиклем.

 

Шунда уҡ кеҫә телефонынан икенсе номерҙы йыя. Сиған ҡатыны уның янына килеп ултыра.

 

Алло. Иҫәнмеһегеҙ. Мин, Башҡортостандан, Гүзәл Зарипова булам. Һеҙҙең менән етәксегеҙ Мирас Харрас улы,һөйләштем,тине. Эйе. Бөгөн осрашыу мөмкинме? (Сумкаһынан ҡағыҙ сығара,ниҙер яҙа. Һөйләшеүенән бушап,тирә-яғына ҡарап ала. Сиғанҡатынына күҙһалаһәм телефонын алып Алинаға шылтырата.)Алина, ҡәҙерлем, мин әле генә килә алмайым. Бараһы ереңә бар әйҙә. Теге ағай көндөҙгө сәғәт икегә дауаханаға килергә ҡушты.Процедураламын, тине. Ишек алдында көтөгөҙ, өлгөрмәһәгеҙ, бер нисә сәғәт көтөргә тура киләсәк, тине.

Белмәйем. Алина, бер нисә сәғәт эшләнә торған массаж бармы икәнен белмәйем. Миңә, главное, икегә хәтлем өлгөрөргә кәрәк. Иртәгә ҡалала булмайым, тине.

 

Гүзәл телефондан һөйләшә-һөйләшә сиған ҡатыны янына килеп тора.

Сиған ҡатыны уға ҡулдарын һуҙып һүҙ ҡуша.

 

Сиған. Туғаным, күпме йәл түгел бир, бала хаҡына бир.

Гүзәл. Эй, апаҡай, бала хаҡының күпме торғанын беләһегеҙме икән? Әгәр белһәгеҙ, улай йонсотоп йөрөтмәҫ инегеҙ. (Йәлләүсеҡараш менән яҡынлаша.) Ирегеҙ бармы?

Сиған(көлөмһөрәп).Был баланы ирһеҙ ҡайҙан алған тиһең?

Гүзәл(балаға йылмайып,яратып ҡарай). Тормош иптәшегеҙ тип әйтергә уйлағайным. Әтеү, ни эшләп урамда ултыртып ҡуйҙы һуң һеҙҙе? (Балаға ишара яһап.) Нисә ай? Күҙҙәре бик матур, диңгеҙ төҫө. Һеҙгә оҡшамаған.

Сиған. Балалар яратаһыңмы?Үҙеңә нисә йәш һуң?

Гүзәл. Яратам. Һәм ошолай балаларын ҡулланып, урамда теләнселәп, аҡса эшләп йөрөүсе ата-әсәне күрһәм, йөрәгем әрней. Асыуымҡабара...

Сиған.Яҙмыш шулай ҡоролған, кем нимә күрергә тыуа, шуны күрә.

Гүзәл. Минеңсә, яҙмышты үҙгәртеп була. Һәм сабыйҙың яҙмышы күбеһенсә ата-әсә ҡулында.Һеҙҙең йәшәргә урынығыҙ бармы?

Сиған.Бар, әлбиттә.

Гүзәл.Аҙаҡ, үҫеп еткәс, һеҙҙең арҡала килеп тыуған «хәйерсе» мөһөрөнән балағыҙ арына алмаһа, теләгәненә ирешә алмаһа? Йәшәйеше өсөн балағыҙ һеҙгә рәнйемәҫме? Мәгеҙ!(Аҡса бирә. Баланы һөйә.)

Сиған. Беҙҙең яҙмыш шулай, туғаным. Бир ҡулыңды, һинең яҙмышыңды әйтәм.

Гүзәл. Мин күрәҙәселәргә ышанмайым. Үҙенең яҙмышына баш була алмаған кешенисек икенсе берәүгә ярҙам итә алһын? Һәм яҙмышыңды белеп тә, уны үҙгәртә алмайһың икән, ниңә уны белергә?

Сиған. Шулай ҙа тыңла. Ошо арала ғашиҡ буласаҡһың, ул да һине яратасаҡ, тик ҡаршылыҡтар тыуасаҡ...Яратаһың икән, икеләнмә, әҙерәк ҡыйыуыраҡ бул.

Гүзәл. Ой, бутанығыҙ. Былай ҙа ул темаға бик сетерекле ҡарайым. (Көлөмһөрәй.) Алла нисек ҡуша,шулай булыр.

Сиған. Ҡыҙыҡ һин. Яҙмышҡа ышанмайһың, ә Алла ҡушыуына ышанаһың.

Гүзәл. Мин Аллаға ышанам, тик үҙ яҙмышын кеше холҡо, ҡылығы,тырышлығы менән генә үҙгәртә алалыр, тип уйлайым.

Сиған.Йәшһең әле,туғаным. Бәхетле булырға тыуғанһың һин... Бирешмә!

Гүзәл (йылмайып). Ярай, һау булығыҙ. (Артабан китә, сиған ҡатыны үҙ алдына һәм балаһына һөйләнә.)

Сиған (балаһына ҡарап). Һин кем булырға хыялланаһың икән? (Көлә.) Теләнсе булғым килмәй ине,әлбиттә,тик шулай кәрәк. Беҙҙә булған йорт,байлыҡ был «аҡыллы» апайҙа юҡ, балам.

 

Сиған ултыра бирә, кешеләр үтеп-һүтеп тора. Шаршау ябыла. Яйлап ут һүнә.

 

Икенсе күренеш

 

Дауахана коридоры. Гүзәл йүгереп килеп инә, тирә-яғына ҡарап ала. Кемделер ҡарашы менән эҙләй,әммә таба алмай. Үҙ-үҙенә һөйләнә.

 

Гүзәл.Өлгөрмәнем. (Сәғәтенә ҡарап ала.) Биш минутҡа һуңланым, эх, бигерәк пунктуаль кеше икән, киткән.

 

Гүзәл кабинет эргәһенә килеп ултыра, кабинеттың ишегенә «Гемодиализ.Без приглашения не входить»тип яҙылған, Гүзәл сиратта ултырған бер ҡатынға мөрәжәғәт итә.

 

Ғәфү итегеҙ,ошо кабинетта процедура ныҡ оҙаҡ барамы? Бер кеше менән осрашырға тейеш инем,телефоны һүнгән.

Ҡатын.Эйе. Алты сәғәт тирәһе лә булып китә. Телефондарҙы һүндерәбеҙ. Исеме кем һуң?

Гүзәл.Беләһегеҙме икән? Ринат Тимерхан улы.

Ҡатын.Ринатиктымы? Беҙ бер-беребеҙҙе ятлап бөттөк инде. Әллә нисә йыл ошонда бергә йөрөйбөҙ. (Күңелһеҙләнә. Артабан күтәренке кәйеф күрһәтергә тырыша.) Ой,Ринатик,свиданиеға саҡырырға урын тапҡан бит әле. (Шаярыу ҡатыш.) Йәш ҡыҙҙы беҙҙең һымаҡ ағарып бөткән кешеләр араһына саҡырған. Һай,егет. (Гүзәлгә ҡарап.) Хәҙер, һылыуым, алты-ете сәғәт һағынып көтөп ултыраһың инде.

Гүзәл(йылмайып, шул уҡ ваҡытта борсолоуын күрһәтеп). Рәхмәт. Мин уның йөрөгән ҡыҙы түгел. Мин эш буйынса ғына. Улай оҙаҡ көтөргә кәрәктер тип уйламағайным. Кәрәк булғас, көтәм инде.

 

Өҫтәлдәге журналдарға үрелә. Стеналағы сәғәткә ҡарай. Икене күрһәтә. Ут яйлап һүнә, яңынан ҡабына, стеналағы сәғәттә киске етенсе яртыны күрһәтә.

Гүзәл журналдар ҡараштыра, кешеләр инә. Шул уҡ ишектән аҡ футболка кейгән 39 йәштәр тирәһендәге матур,тик ябыҡ ир күренә. Ринат йылмайып Гүзәлгә ҡарай атлай. Шул саҡ ҡыҙ уны таный. Аптырауынан ни эшләргә белмәй йылмая.

 

Хәйерле көн. Ооо, һеҙме ни был? Мин һеҙҙе ҡабат күрермен тип уйламағайным. Исемегеҙҙе генә белгәс, отчествоғыҙҙан ғына аңламаным. Ғәфү итегеҙ,телефон аша таныманым.

Ринат. Ә мин һеҙҙең тауышығыҙҙы шунда уҡ таныным, тик һыр бирмәнем. Хәлдәрегеҙ нисек? Кире Силәбегә килергә ҡарар иттегеҙме?

Гүзәл. Эйе. Яҡшы идея килеп сыҡты. Редактор бик ҡыуанып риза булды. Мин дә Силәбене,дуҫтарымды һағындым. Шулай. (Ҡаушабыраҡ һөйләшә.)

Ринат.Һин, Гүзәл, оялма, теге ваҡыт саранан ҡайтып китеп аптыраттың,әлбиттә. Тик мин һине аңлайым. 19 йәшлек студент ҡыҙҙы 29 йәшлек бизнесмен менән ҡауыштырырға итһәләр, мин дә ҡасыр инем.Әммәбашҡалар ҡасманы бит.(Шаярыуға бороп Гүзәлгә ҡарай. Үҙе пинжәген кейеп,барсеткаһынан автомобиль асҡысын сығара. Ҡулында система (капельница) эҙҙәре. Пульт менән машина ишеген аса).

Гүзәл. Мин һеҙгә теге мәл аңлатып торорға уңайһыҙландым. Ғәфү итегеҙ. Һуңынан, күрешкәс, аңлатырмын тип уйлағайным. Һеҙ ҙә күренмәнегеҙ, мин дә үҙем осрашыу эҙләмәнем. Уңайһыҙландым тигәндәй. (Аҡланыуын теҙеп алып китә.)Һеҙ – юғары дәрәжәле ағай, мин – студентка.

Ринат(шаярыуға бороп).10 йыл уҙғас осрашыу ҡыҙыҡ, әлбиттә,әммәһеҙ, Гүзәл, һаман шул килеш ҡалғанһығыҙ.Тик был юлы ҡасма инде, әйҙә үҙем алып барып ҡуяйым. Һиңә ҡайҙа барырға кәрәк?

Гүзәл.Мин хәҙер ҡыйыу ғына ул. Тик ундай темаға һөйләшкәндә ҡаушайым. (Бирешмәҫкә, Ринаттың кәйефенә ҡарап һөйләшергә тырыша.)Миңә студенттар ҡаласығына барырға кәрәк,әхирәтемдә туҡтаным. Һеҙҙең дә офисығыҙ шул тирәләрәк бит. Эшкә йөрөүе еңелерәк булыр тип уйлап,шул районда төпләнергә ҡарар иттем.

Ринат. Эйе. Һеҙ иртәгә иртәнсәк офисҡа килегеҙ. Унда минең урынбаҫарым булыр, кабинет, компьютер,интернет һәм башҡа мәсьәләләрҙе уның менән хәл итегеҙ. Мин иртәгә Екатеринбургка китәм. (Автомобиле яғына өндәй.)Әйҙә, ултырығыҙ, улайһа, шул тирәлә төшөрөп ҡалдырырмын.

(Улар икеһе дуҫтарса кәйефтә больницанан сыға.)

 

Өсөнсө күренеш

 

Офис кабинеты. Секретарь телефондан һөйләшә, пинжәк һәм салбар кейгән Гүзәл килеп инә.

 

Гүзәл.Һаумыһығыҙ, Ринат Тимерхан улының урынбаҫары Арыҫлан Тимерхан улына килгәйнем. Үҙендәме?

Ирина. Юҡ, әле килеп етмәгән. Ул ҡасан килерен беҙгә әйтеп йөрөмәй. Әҙерәк көтөргә тура килер, сәғәт унға килеп етә торған.

 

Шул арала, кабинет ишеген асып, һомғол, зәп-зәңгәр күҙле, күҙлек кейгән,офис кейеменә оҡшамаған иркен кейемдә берегет килеп инә. Барыһына ла йылмайыулы ҡараш ташлай. Елкәһенәаҫҡан модалыкүн сумкаһынан шоколад сығарып, секретарға ҡарай.

 

Арыҫлан. Салют, барыһына ла. Ирина, мә сәй эсегеҙ. (Шоколадты бирә.)Бөгөн Ринат булмай, мине боросомаһындар, йәме.(Артабан атлай,әммә Гүзәлде күрә.)

 

Гүзәл урынынан тора.

 

Гүзәл. Мин Гүзәл булам, Ринат Тимерхан улы эшкә урынлашырға бар документтар менән һеҙгә мөрәжәғәт итергә ҡушты. (Папкаһынан ҡағыҙҙарын сығара һәм Арыҫланға бирә.)

Арыҫлан. Мин – Арыҫлан Тимерхан улы, тик һеҙ миңә просто Арыҫлан тип өндәшә алаһығыҙ. Һеҙ минең йәштәр тирәһендә йә иһә берәй биш йәшкә кеселер, моғайын.(Ябай һәм заманса һөйләшергә тырыша.)Мин һеҙҙең килерҙе беләм,Ринат Тимерхан улы аңлатты. Бына ошо өҫтәл артына ултырып эш көнөгөҙҙө башлай алаһығыҙ. Нимәлер кәрәк булһа, Иринанан һорағыҙ, оялмағыҙ,ул да Башҡортостан ҡыҙы. Аҙағыраҡ миңә инеп сығырһығыҙ. (Арыҫлан кабинетына инеп китә.)

Ирина(йылмайып риза була һәм шул мәлдә үк урынынан тороп сәй ҡуя башлай.) Ринат Тимерхан улының бер туған ҡустыһы ул Арыҫлан Тимерхан улы, аңлағанһыңдыр инде. Тик икеһе ике төрлө холоҡло. (Арыҫландың кабинеты яғына ҡарап ала ла, һүҙҙе икенсегә бора.) Һеҙ ҙә Башҡортостанданмы ни? Ҡайһылай яҡшы булды. Мин, белеүеңсә, Ирина булам.

 

Шул саҡ Арыҫлан кабинетынанкилеп сыға.

 

Арыҫлан. Ҡыҙҙар, мин дә һеҙҙең менән сәй эсеп алайым әле. Ирина, давай тәмле бал һәм матур сынаяҡтарға сәй яһап ебәрегеҙ әле.

 

Ирина тағы бер сынаяҡ һәмбал килтереп ҡуя ла сәй яһай.

Арыҫлан бик ихлас йылмайып Гүзәлгә ҡарай, уның эргәһенә үк килеп ултыра.

 

Гүзәл, һеҙ ни эшләп Силәбегә килергәбулдығыҙ? Өфөлә һеҙҙең кеүек һылыу ҡыҙҙарға эш бөткәнме әллә?

Гүзәл. Мин бында уҡыным һәм эшемде корреспондент булараҡ ошонда башланым. Дуҫтарым да бында. Хыялым – һеҙҙә корпункт булдырыу.

Арыҫлан.Мин,әлбиттә,милләтем тип янып йөрөүселәрҙе ихтирам итәм, тик аңлап бөтмәйем. Йәш саҡта ҡыҙҙарға икенсе хыялдар менән йәшәргә кәрәктер, тип уйлайым. Сит ил, матур авто, фатир, кейәүгә сығыу. Мин һине аңламайым, Гүзәл, әммә шул уҡ ваҡытта һоҡланам һәм аңлағым килә.(Һөйләшеүенең тәнҡиткә әйләнеүен тойоп, һүҙҙе икенсегә бора.)

Юҡ. Беҙ һеҙҙе ҡыуабыҙ, тип уйламағыҙ. Барыһы ла яҡшы булыр. (Күтәренке кәйеф менән дауам итергә тырыша.)

Ошо арала беҙҙә телевидение ла эшләй башлаясаҡ. Әммә Мирас Харрас улы был эштерайондарҙан башлау юлын һайланы.

Минең иһә, һеҙҙең ижади процесығыҙға бик ҡағылышым булмаясаҡ. Бары тик һеҙгә эш хаҡы түләйәсәкмен. Сараларға, әлбиттә, йөрөргә тура киләсәк. Сөнки төп эштән тыш беҙҙең елкәлә һеҙҙең кеүек халҡым тип янып йөрөүселәргәярҙам итеү бурыс булып тора.

Ирина. Оһооо, Арыҫлан Тимерханович, кисә генә беҙҙе минфин менән бутайҙар, тип мыжып ултыра инегеҙ. Бөгөн ниндәй ҡорт тешләне һеҙҙе,хатта төп бурыс булып китте?

 

Арыҫлан мут йылмайып ҡыҙҙарға дуҫтарса ҡараш ташлай.

 

Арыҫлан. Һабантуйҙа ҡояш аҫтында, башҡорт бүреге кейеп, урам буйлап барған йөк машинаһы өҫтөндә янып-бешеп торғайным бит, бәлки, башыма эҫе ҡапҡандыр. (Хихылдап көлөп ҡуя. Сәғәтенә ҡарап ала ла, етди ҡиәфәттә.) Минең хәҙер подрядчиктар менән осрашыу була. Ҡунаҡханаға тәҙрә ҡуйыу буйынса, яраймы,Ирина. (Арыҫлан сығып китә. Ҡыҙҙар бер-береһенә ҡарашып алалар. Ирина йылмайып, Гүзәлгә яҡыныраҡ уҡ килеп ултыра.)

Ирина.Һин аптырама, Гүзәл. Арыҫлан бик рухлы түгел. Мирас Харрас улы әйткәнде үтәмәй ҡалмаҫ, борсолма. Ул бында бер нимә лә хәл итмәй.

Әле был төҙөүселек эшен дә бик теләп эшләмәй. Ул Германияла лингвист һөнәренә уҡыған һәм шунда йәшәгән. Тик ағаһы, ауырый башлағас, саҡыртып алған һәм үҙенең замы итеп ҡуйған. Холдингтың төрлө подрядчиктары менән аралаша.Офисҡа бик һирәк килә.

Гүзәл.Аңлашылды.

Ирина. Ул төҙөлөш процесына ҡағылышлы темаларға ғына аралаша ине, ҡарайым, нисектер милли сараларҙа ла була башланы. Быйыл һабантуйға ике йырсыға күлдәк тектерҙе, хатта үҙе лә ҡатнашты. Рухлана башланы, күрәһең. Ринат Тимерхан улы инде ысынында рухлы һәм барыһына ла ярҙам итергә генә тора. (Һоҡланып, яратыуын белдереп.)Ринат Тимерхан улы, әлбитттә, гений. Ныҡ аҡыллы, ныҡ тыйнаҡ һәм буйҙаҡ.

 

Гүзәл ни эшләптер шаңҡып ултыра бирә. Эш өҫтәленә кәрәк-ярағын һалып, арлы-бирле ниҙер эшләй,тик уйынан Арыҫлан сыҡмай.

 

Гүзәл(үҙе лә аңғармаҫтан). Ә Арыҫлан беҙҙең тиңдәш тирәһе, шикелле, кәләше бармы?

Ирина.Дөрөҫөн әйткәндә,белмәйем.Былай эштә дуҫтарса аралашам. Ҡайһы саҡта тел биҫтәһекеүек тойола. Миңә иһә олораҡ, аҡыллыраҡ кешеләр оҡшай. (Ҡарашын Ринаттың кабинеты яғына йүнәлтә һәм йылмая.)Ә бына ул һаман өйләнмәгән. Әсәһе менән йәшәй һәм хеҙмәтсе ярҙам итә тип ишеттем.

 

Гүзәлдең телефоны шылтырай.

 

Гүзәл.Хәҙер. (Телефонына ҡарай ҙааптырабыраҡ ҡала. Телефонын алып Иринаға күрһәтә.) Ринат Тимерхан улы шылтырата. (Эшлекле тауыш менән трубканы ала.) Эйе.Хәйерле иртә, Ринат Тимерхан улы. Эйе. Таныштым. Барыһы ла яҡшы. Документтарҙы төп офисҡа кадрҙар бүлегенә ебәрҙек. Эйе,барыһы ла яҡшы. Рәхмәт! Һеҙгә лә изге юл.

Ирина.Ҡара һин уны,Ринат Тимерхан улы һиңә үҙе шылтыратамы? Ҡайһылай һин текә, әй. (Шаяртып.)Тиҙҙән минең менән сәй эсмәй башларһың инде. (Һуңынан моңһоулана.)

Гүзәл.Ирина, улай тип әйтмә инде, ысынында, бары тик формальность.

Ирина. Ринат Тимерхан улы формальность өсөн генә кеше менән аралашмай. Белһәң ине ул нисек эре. Арыҫлан,әлбиттә, етәксе булараҡ ҡына түгел, кеше булараҡ та ябай, асыҡ кеше. Ә бына Ринат Тимерхан улы... Яҡын барырға хатта ҡаушап ҡалам ҡайһы саҡ.

Гүзәл.Ирина, һин бары тик ғашиҡ булғанһың, күрәһең. Шуға ул һиңә гений һәм йәшерәк булып күренә. Хатта һин уның тураһында һөйләгән саҡта ғашиҡ икәнең һиҙелә.(Шаяртып.) Туйыңа тамада итеп саҡырырға онотма, яраймы.

Ирина.Тамада?!

Гүзәл. Эйе. Мин ҡайһы саҡ туғандарҙың, әхирәттәремдең туйын үткәрәм. Телефонын сығарып, фотолар күрһәтә.

Ирина.Супер. Минең әхирәтемдең дә тиҙҙән туйы була. Уларҙың тамадаһы бар, әлбиттә.Ооо, күлдәгең иҫ киткес. Миңә биреп торорһоң әле.

 

Аралашып ултырған ҡыҙҙар,шулай уҡ ҡала,яйлап ҡараңғылыҡ һәм сәхнәләкүренеш үҙгәрә.

 

Дүртенсекүренеш

 

Гүзәл Алинаныңөйөндә ултыра. Карауатта бала йоҡлай,шуға күрә улар үҙ-ара шымыраҡ һөйләшә.

 

Алина. Һин килепетмәйенсә әллә өйөңдө һағынып өлгөрҙөңмө? Эштән ҡайтҡаны бирле уйсанһың. Мин һине беләм. Ни булды,һөйлә әйҙә.Кисә лә һөйләшергә ваҡыт булманы.

Гүзәл. Дөрөҫөн генә әйткәндә, үҙем дә бик аңлап етмәйем әле. Бәлки,ысынлап та, Өфөлә ҡалып,артабан телевидениела эшләргә кәрәк булғандыр. Ниндәйҙер бер бушлыҡ, күңелһеҙ тойғо. Ҡурҡам. (Алинаның янына уҡ килеп ултыра.)

Һиңә һөйләнемме икән,10 йыл элек мин Ринат Тимерхан улы менән танышҡайным. Ул саҡтаЯңы йылды һеҙҙең менән ҡаршылағайным. Минең эштә Яңы йылға сара ойошторҙолар. Редакциялағы апайҙар бик тулҡынланып әҙерләнде, йырсы,бейеүсе ҡыҙҙар булды. Ҙур сәхнәле залдыарендаға алып, концерт ойошторҙоҡ. Мин дә йырланым.

Теге татар йырсыһы Морат ағай мине үҙенең өҫтәленә саҡырҙы. Уның ҡатыны тиҙҙән Ринат Тимерхан улын һәм Фәнил исемле депутат ағайҙы беҙҙең өҫтәлгә саҡырҙы. Фәнил ағай мине бейергәалып төштө лә,туғаным, һинең һымаҡ талантлы ҡыҙға аҡыллы, бай, үҙебеҙҙең кеше кәрәк, тине. Мин йылмайып риза булдым. Үҙем барыһын да аңлайым бит инде. Кем белә инде. Юғалып ҡалмаһын, яңғыҙ булмаһын,яҡлаусыһы булһын да тигәндер.

Алина.Ой, Гүзәл һин юғалып ҡала торған ҡыҙ түгел. Ул бары тик һине ихтирам итеп, яҡшылыҡ теләп әйткәндер.(Һорауына тиҙ генә яуап көткәндәй ҡарай.)Шунан?

Гүзәл. Шунан, Фәнил ағай мине морально танышыуға әҙерләп, Ринат Тимерхан улы эргәһенә үк килтереп ултыртты. Барыһы ла күңел аса,шампан эсә. Мин һут эсеп ултырам, ул газһыҙ минералка эсә. Тауышты еңергә тырышып нимәлер һөйләй, мин баш ҡағып йылмаям. Ултыра торғас, Сажиҙә апай теккән шикарный күлдәгем бәләкәсләнә башланы кеүек тойолдо.(Йылмая.)Аҙаҡ, саф һауа һуларға тип тышҡа сыҡтыҡ. Шул мәлдәул миңә нисектер яҡын, ағайҙарса өндәште, ҡайҙа йәшәйһегеҙ, мин һеҙҙе, сара бөткәс, алып барам тине. Мин инде, студгородокта, унда трамвайҙар йыш йөрөй, борсолмағыҙ, тинем.

Алина. Эх, һин гел шулай берәйһе һиңә иғтибар бирһә, йә ағай, йә ҡустыға әйләндерәһең. Гүзәл, миңә шундай Германиянан ҡайтҡан эшҡыуар иғтибар итһә, риза булыр инем.(Шаярып,етдибулып ҡылана.) Мин һеҙҙең өсөн генә үҫкән ал сәскә , йә иһә мин Золушка, тип әйтер инем.

Гүзәл. Шул Золушкалай булдым инде. Был минең иңемә пальтоһын һалды, шундай тәмле парфюмы, тик ниңәлер шул парофюмдан ҡоҫҡом килде. Ныҡ көслө ине. (Көлә.)

Алина(тағы ла нығыраҡ шаярып). Ғәфү итегеҙ, һеҙҙең парфюмдан минең ҡоҫҡом килә, алыштырығыҙ, тип һелтәр инең пальтоһын.

Гүзәл. Уф, Алина, был юлы мин бер нимә лә әйтеп тормай ғына кире өҫтәл артына килеп ултырҙым, шул мәл, бокалдарын тотоп, Оксана менән Флүзә килде беҙҙең эргәгә. Оксана миңәбаштан-аяҡ ҡараны ла:«Башҡа күлдәк тапмыныңмы әллә, был күлдәк һинең ябыҡлығыңды ныҡ күрһәтә», – тип ҡолағыма шыбырланы.

Флүзә миңә шул тиклем үпкәләп ҡараны. Шундай матур зәп-зәңгәр күҙҙәрен ҙур асып миңә:«Гүзәл туғаным, һин әле бала, был ир, һинең менән уйнап, ташлауы бар, аккуратно бул. Беләһеңме ул кем, шарап заводы директорының замы. Ә һин кем? Һин бары тик студентка. Ул кәләш итеп алыр өсөн үҙенә тиңде эҙләр инде,һинең кеүек ябай ҡыҙҙы түгел», –тине.

Алина.Үәт әй, һунарсылар. Һин шуға ышандың даҡасып ҡайтып киттең инде. Мин һине яҡынса беләм. (Башына ҡулдарын һала, эмоцияһын күрһәтә.) Ҡыуанып ҡына әҙерәк аҡыл өйрәтеп ебәрһәләр, нимә була икән?Ә һин ауыҙ асып, шуларҙың әкәмәтен тыңланың инде.

Гүзәл. Мин, Алина, ныҡ арығайным. Кире инеп тормай, гардеробтан әйберемде алдым да трамвайға ултырып ҡайтып киттем.

Алина. Ана бит ул.Шунан? Ул һине эҙләп йөрөмәне инде? Золушка әкиәтендәгеләй.Әлбиттә,уның кеүек ир банкетҡаетди уй-теләктәрменән, һеҙҙең осрашыуғаалдан әҙерләнепкилгән. Ә бер студентка, уны кешегә һанамай, ҡасып ҡайтып киткән. Тотоп ашамаҫ ине бит...

Гүзәл.Уф, Алина, һиңә хәбәр һөйләһәң, әбейҙәр һымаҡ мыжып алаһың да китәһең. (Әхирәтенә яратыуын күрһәтеп, арҡаһынан ҡосаҡлай.)

Алина. Юҡ инде, әхирәт, ҡыҙыҡһындырғас, һөйлә.

Гүзәл.Икенсе көнөнә дәрестәр бөткәс, эшкә килгәйнем, Вилә апай яныма уҡ килеп, ниңә кисә хушлашмай ҡайтып киттең, Ринат Тимерханович ныҡ аптыраны, әллә егете бармы ҡыҙҙың, тип һораны. Ул үҙе шулай ҡырағайырыҡ, тинем инде аптырап, тине.

Алина(Гүзәл үткәнгә әйләнеп ҡайтҡыһы килмәй генә һөйләгәнен аңлап, тиҙ генә һүҙен бүлде). Бына бит яҙмыш тағы осраштырҙы. Өйләнгәнме? Хотя,уның кеүек ирҙе күптән берәйһе арҡанланы инде.

Гүзәл. Ой, Алина, унда уға ғашиҡ бер кандидатура бар инде. Зәңгәр күҙле һылыу бер ҡыҙ уны ныҡ оҡшата. (Серен әйтергә уйлап, Алинаға шыбырлай.) Миңә икенсе кеше оҡшаны, шуға ҡурҡам.

Алина. Гүзәл, эй яратаһың инде кешене маҡтарға, һинүҙеңдең яҡшы яҡтарыңды күрһәтә бел. Һин бит ҡатын-ҡыҙ,бәпес түгел бит. Бар ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бер-береһенә көндәш. Шул Иринаңа тағы һөйләй күрмә, алдан белә инем, ҡастым тип. Башың менән уйла, әхирәткәй, мөхәббәт менән туҡ булып булмай. Матур, матур... Барыһын да матур булғаны өсөн генә кейәүгә алһалар, ер йөҙөндәге бар матур ҡыҙҙар кейәүҙә булыр ине. Һаман шул Гүзәл. (Алина әхирәтенең күҙҙәренә ҡарай, башынан һыйпай.) Гүзәл,атайыңа оҡшаған ир-егетте барыбер тапмайһың. Һөйләүең буйынса, һин атайыңды ла яҡшы белмәгәнһең.

Гүзәл.Алина,алтыным, мин һинең әйткәндәреңдең барыһын да аңлайым. Тик ярата белмәйем. Минең бер тапҡыр ғына яратып кейәүгә сыҡҡым килә.

 

Шул арала Вадим килеп инә, ҡыҙҙар һөйләшеүҙән туҡтап ҡала.

 

Вадим.Гүзәл,привет. Ҡайтыуың менән ҡотлайым. Бөгөн генә Рөстәм һине һорап ултыра ине.

 

Алина иренә ҡаршы сыға, үбә.

 

Алина.Ой,Вадим, ҡайтты тип һөйләшә инде ул. Килде тиң. Килде һәм Аллаға шөкөр, эш тапты. Әйҙәгеҙ сәй эсеп алайыҡ. Арыныңмы? Гүзәл, һин дә оҙаҡлама, кил кухняға.

 

Сығып китәләр. Гүзәл бүлмәлә ҡала. Балаға ҡарап ала. Юрғанын ипләй.

 

Гүзәл(үҙ алдына).Минең дә балам шулай матур булырмы икән? Бигерәк матур бала, күҙ теймәһен.

 

Ручка менән ҡағыҙ алып диванға ултыра. Хыялға бирелеп яҙа.

 

Диңгеҙ төҫөн, эй, яратам инде...
Бына шулай, иркәм.
Һинең күҙҙәр – тәрән диңгеҙ миңә,
Һөйөүгенәм – елкән....

 

Бишенсе күренеш

 

Офис. Гүзәл бер үҙе компьютерҙа нимәлер яҙа. Ринат Тимерхан улы, Арыҫлан Тимерхан улы килеп инәләр. Арыҫлан Гүзәлгә йылмайып сәләм бирә. Ринат Тимерхан улы Гүзәлгә етди өндәшә.

 

Ринат.Гүзәл, Ирина бөгөндән беҙҙә эшләмәй. Һин бында хужабикә, секретарь уҡ булмаһаң да, ҡайһы саҡ һиңә ниндәйҙер документтар менән ярҙам итеп, беҙҙең эштә лә ҡатнашырға тура киләсәк. (Кабинетына инеп китә.)

Гүзәл. Аңланым. (Арыҫланға ҡарап) Ирина икенсе эш таптымы әллә, бер ни өндәшмәне бит?

Арыҫлан. Мин үҙем дә белмәйем, Ринат шундай ҡарарға килгән. Комментировать итмәне. Бер үҙеңә күңелһеҙ булһа, мине саҡыр (шаяртыуға бороп йылмая.)Бында беҙҙең иҙән йыуыусы бар. Ҡарауылсы бар. Ҙур бер бинаның хужабикәһе булаһың. Шатлан. Хатта бында йәшәргә мөмкин.

Әйткәндәй, һин йәшәргә урын таптыңмы? Әгәр тапмаһаң, минең трамвай юлы аша ғына бер бүлмәле фатирым тора. Шунда күс.

Гүзәл.Арыҫлан, ҙур рәхмәт. Мин әхирәтемдең фатирына яҡын торлаҡ таптым. Бөгөн әйберҙәремде күсерәбеҙ.

Арыҫлан. Кем менән?

Гүзәл. Әхирәтемдең ире кискә ташырмын тине.

Арыҫлан. Ни эшләп кеше иренең эштән ҡайтҡанын көтөп ултырырға?Кискә ҡалдырма. Бөгөн төштән һуң Ринат Тимерхан улынан һора. Мин үҙем күсерешәм.

Гүзәл (ҡыуаныуын йәшермәй).О, Арыҫлан Тимерхан, улы рәхмәт. Әлбиттә, шулай уңайлыраҡ булыр. Вадим эштән арып ҡайтасаҡ, хәҙер ҡараңғы ла тиҙ төшә. Һеҙгә ҙур рәхмәт.

Арыҫлан.Икебеҙ генә һөйләшкәндә, миңә Арыҫлан тип кенә өндәш. Әтеү нисектер официально. Яратмайым шулай өндәшһәләр.

Гүзәл (йылмайып). Ярай, аңланым, Арыҫлан батыр.

Арыҫлан(һөйләшеү килеп сығыуына ҡыуанып). Мин икенсе аҙнала һинең матур ҡалаңа командировкаға барам. Һине ултыртып алып бара алам.

Гүзәл. Ринат Тимерхан улы ебәрһә, ҡайтып килгәндә насар булмаҫ ине, әлбиттә.

Арыҫлан. Әсәйеңдең тәмле бәлештәре менән сәй эсерәһеңме? Йә иһә һеҙҙең яҡтың тәмле ҡайнатмаһы менән.

Гүзәл. Ҡайнатмаларбеҙҙең еләктәрҙән, әлбиттә, тәмле сыға. Ә бәлеште һатып алырға тура килер. Әсәйем йыраҡта.

 

Артабан ни әйтергә белмәй торған Гүзәлде Ринаттың тауышы һиҫкәндерҙе.

 

Ринат. Гүзәл, һеҙҙең отчество нисек әле?

 

Шул арала Арыҫлан сығып китә.

 

Гүзәл. Мин Мирас ҡыҙы,тик миңә былай ғына, отчествоһыҙ ғына өндәшергә була.

Ринат. Һеҙ ҙә, Арыҫлан кеүек, дуҫтарса эшләргә уйлайһығыҙмы? Улай ярамай. Бына ул да кешеләр менән ябай, дуҫтарса аңлашып, һәр кешелә компаньон күреп эш итергә тырыша. Ә төҙөүселәр, мастерҙар, подрядчиктар – улар бит ундай кешене тыңламай. Профессионализм, Гүзәл Мирас ҡыҙы, эште яҡшы башҡарыуҙан ғына түгел, үҙеңде етәксе итеп тота белеүҙән дә килә. (Әҙерәк йомшарып.)Мине,моғайын,һиңә уҫал тип һөйләп өлгөргәндәрҙер әле.

Гүзәл.Юҡ. Миңә һеҙҙең турала бер кем дә бер нимә лә һөйләмәне.

Ринат(һүҙҙе икенсегә бороп). Бына әле Арыҫлан сығып китте, ә папкаһы һинең өҫтәлеңдә ҡалды. Мин уға бөгөн иртәнсәк осрашыуҙа булырға тинем, ул мине ҡаршылап йөрөй. Әле кабинеттан сыҡмаһам, һиңә әкиәтен һөйләп, тағы бер сәғәт ултырыр ине. Детсад. Йә Хоҙай. Бына кәрәкле документтарын онотоп сығып китте.

Гүзәл. Мин уны ҡыуып етеп бирә алам.(Ырғып тороп документтарҙы тотоп сығырға итә, тик Ринат уны туҡтата.)

Ринат.Юҡ, үҙенең тырмаларына үҙе баҫып өйрәнһен. Бала-саға түгел, һәр ваҡыт мин йәки һеҙ эргәһендәбулмауыбыҙ бар.

Гүзәл. Миңә Арыҫлан, ысынында, бик ышаныслы һәм кешелекле булып тойолдо. Бары тик иғтибарын нимәлер бүлгәндер.

Ринат. Эйе. Беләм мин уның иғтибарын нимә бүлгәнен. Мөхәббәт уйнап йөрөй ҡыҙыу эш барышында. Ҡунаҡханалағы тәҙрәләрҙе ипләп тикшермәй ҡабул иткән, бына һыуыҡтар башланды, тәҙрә тирләй, стеналар сатнай башланы.

Бөгөн кинотеатрға көҙгөлө һайғау ҡуйыу тураһында килешеү төҙөргә тейеш, һайғау ҡарап йөрөп, документтарһыҙ сығып китте.

Гүзәл(Ринат Тимерхан улының кәйефен күтәрергә маташа).Ринат Тимерхан улы, минең аңлауымса, һеҙгә сәй эсеп алырға, тынысланырға кәрәк. Әйҙәгеҙ баллап сәй әҙерләйем.

Ринат. Һеҙҙең ҡулдан ағыу эсергә лә риза. Тик мин офиста сәй эсмәйем. Шулай кәрәк. (Гүзәлдең эргәһенә үк килеп.) Беҙҙең алдан таныш булғанды ла эштә бер кем белмәһен. Иртәгә коллектив менән йыйылып, һеҙҙе таныштырырбыҙ. Һеҙ үҙегеҙҙең вазифағыҙҙы аңланығыҙмы? Официально һеҙ минең секретарь. Башҡортса секретарь нисек була әле?

Гүзәл.Сәркәтип.

Ринат.Юҡ. Ниндәйҙер Кәтип. Юҡ. Һеҙгә улай тип өндәшһәләр, тупаҫ була, ярҙамсым тип таныштырырмын. (Тәҙрәгә ҡарап ала.) Ана, Арыҫлан килә. Шылтыратып электрон почтаһына һалыуыңды һорарға башы етмәне инде уның.

Гүзәл. Ул бит һеҙҙең ҡустығыҙ, ҡаты ҡағылмағыҙ инде. (Яҡшы кәйефкә күсергә теләгәнен белдереп, Ринаттың алдына килеп баҫа, һүҙҙе икенсегә бора.)Ринат Тимерхан улы, тағы ла минең бер һорау бар ине. Мин бөгөн әйберҙәремдефатирға күсерәйем тигәйнем. Төштән һуң мине эштән ебәрмәҫһегеҙме икән? Арыҫлан Тимерхан улы, ярҙам итәм, тине.

Ринат.Ә,бына ни өсөн ул һеҙҙең өсөн ярҙамсыл кеше. Ярай, күсенегеҙ. Тағы ла, иртәгә беҙ Миәс ҡалаһына юлланабыҙ, һеҙ ҙә бараһығыҙ. Һеҙҙең тыуған яғығыҙға ла һуғылабыҙ бер сараға, ҡайтып килергә теләгегеҙ булһа, водителгә адресығыҙҙы әйтеп ҡуйығыҙ.

Гүзәл. Рәхмәт, Ринат Тимерхан улы. Ҙур рәхмәт. Ҡайтып килеү хаҡында беҙ Арыҫлан менән килештек. Ул, мине алып барам, тине. Аңлауымса, ул шул сара хаҡында әйтте.

Ринат.Аңлышылды. Ярай, улайһа, Арыҫлан менән барырһығыҙ.

 

Алтынсы күренеш

 

Гүзәл күсенгән фатир. Арыҫлан, Алина, Гүзәл пакеттар, коробкалар күтәреп килеп инәләр.

 

Арыҫлан. Был тиклем ауыр китаптарҙы нимә тип үҙең менән йөкләп йөрөргә кәрәк булғандыр. Китап буйынса ғына йәшәйһең шунан. Улай булмай. Эх, Гүзәл, һин киноға, дискотекаға йөрөйһөңмөул вообще?

 

Гүзәл Арыҫланға ҡарап йылмая ла пакеттар тотоп инеп китә. Алина Арыҫлан менән ҡала.

 

Алина.Ошо аралабер ҡайҙа ла барғаны юҡ. Мин уға хатта Яңы йылда беҙҙең менән бала ҡарап ултырма, күңел ас, тинем.Арыҫлан, сер итеп әйтәм, Гүзәл бер ҡайҙа ла йөрөмәй. Ул шундай кеше, яңғыҙлыҡтан ҡурҡмай, әммә ләкин туғандарына ныҡ бәйле.Туған йәнле кеше. Бөгөн уға берәй апаһы шылтырып күгәрсен һөтө һораһа, шуны эҙләп сығып китәсәк.

Арыҫлан.Аңланым. Тимәк, әсәһенә бик бәйле йорт ҡыҙы ул. Нисек итеп уны Силәбегә ебәргәндәр әле ул. (Йылмая.)

Алина.Тимәк, һиңә үҙе әйтмәне, улайһа мин әйтәм,тик белгәнеңде һиҙҙертмә. Гүзәлдең әсәһе ул сабый сағында үлгән, атаһы уға 11 йәш булғанда вафат. Гүзәл балалар йортонда тәрбиәләнгән.

Арыҫлан. Ул миңә әсәйем йыраҡта тине.

Алина.Ул үҙенең етемлегенән ояла һәм тағы ла, йәлләһәләр, яратмай. Тимәк, шуға шулай тип әйткән. Тик, зинһар,мине һатма, белгәнеңде белдермә.

 

Алина ҡарашы менән Гүзәл килгән яҡҡа ишаралай һәм Арыҫлан менән тиҙ уртаҡ тел тапҡаны өсөн ҡыуанып ҡуя. Гүзәл кухнянан сыға.

 

Гүзәл.Арыҫлан Тимерханович, һеҙгә ҙур рәхмәт, шул тиклем ауыр коробкаларҙы ташынығыҙ.

Арыҫлан. Һинән коньяк.

Гүзәл. Ярай, Яңы йылға бүләк итермен.

 

Арыҫлан ҡыҙҙар менән хушлашып, сығып китә.

 

Етенсе күренеш

 

Офис. Офисҡа документтар тотоп инеп барған Арыҫланға Ринат шылтырата.

 

Арыҫлан.Эйе, Ринат. Кабинетҡа инеп барам. Сейф асҡысы миндә юҡ инде, нисек итеп алайым ул эскиздарҙы. (Кәйефе юҡ икәнен күрһәтә.) Ринат, мин һинең урынбаҫарың икән, бир һуң миңә доверенность. Или кем һуң мин һиңә?Аңлайым. Ладно, йыраҡ булмағас,көтөрмөн.

 

Ринат офисҡа инә. Гүзәл юҡ. Ринат, сейфты асып, ниндәйҙер ҡағыҙҙарҙы Арыҫланға тоттора. Арыҫлан үсеккәнен күрһәтеп, документтарҙы ала.

 

Ринат. Һинең ниңә кәйефең юҡ?

Арыҫлан.Әлбиттә юҡ, оҙон юлға һин үҙең автомобиль йөрөтә алмайһың, аңлайым, тик минең пландар бар ине. Мин һинең водителең булып барырға түгел, үҙемдең машинала Гүзәлде алып барып, уны яҡыныраҡ белергә тигән уй бар ине. Ә һин ҡыҙыҡайҙың алдында миңәкоманда бирәһең.

Ринат. Арыҫлан, мин һинең Дон Жуан икәнеңде яҡшы беләм. Һин бөгөн уның менән яҡындан танышырға теләрһең, ә аҙаҡ нимә? Гүзәл һинең менән коньяк эсеп йөрөүсе сметщица түгел, ул һинең элекке секретарҙарың түгел. Гүзәл нескә күңелле ҡыҙ.Хатта һинең аҙғын уйҙарыңды яҡшы кеше ҡылығы тип уйлай. Аңламай ул ундай уйындарҙы.

Арыҫлан.Ниндәй уйын?Бер ниндәй ҙә уйын юҡ. Ринат, мин уны ысынлап та оҡшатам. Әллә минең етем ҡыҙға өйләнеүем һинең планға инмәйме? Пландарығыҙ менән таныштырығыҙ әле, зинһар. Былай ҙа һин нисек теләйһең, шулай йәшәйем, бөтөнләй үҙемәүҙем хужа түгел.

Юл буйына шымып килде. Мин бит күрәм, ул мине оҡшата. Мөлдөрәмә күҙҙәре менән ҡарап ултыра. Уф...(Йылмая.)

Мин уға,һинән коньяк, типбергә эсергәишара эшләнем. Ә ул коньяк һатып алып, пакетҡа һалып, минең өҫтәлгә ҡуйған, бала-саға.

Ринат(ҡырыҫ ҡына).Һин ни эшләп ҡыҙ кешенән коньяк һорап ултыраһың һәм ни башың менән ул коньяк эсә тип уйланың? Мин беләм, ул эсмәй. Уның башына барып етерлек ишара эшләмәгәнһең.

Арыҫлан. Тәәәк,ошо урындан тулыраҡ!Һин, улат кеүек керпектәрен тырпайтып,эре генә атлап йөрөгән ҡыҙыҡайҙың эсмәгәнен ҡайҙан беләһең? (Үҙенәнүҙе яуап табып.)Ой, һин бит уның дуҫы, ағаһы, атаһы,тағы кеме әле?(Ирония менән ҡыҙҙың күңелендә Ринатҡа ҡарата тик ихтирам һәм йәлләү тойғоһо ғына бар икәнен күрһәтергә тырыша.)

Ринат. Юҡ. Гүзәлде ун йыл элек белә инем,тик һиңә әйтергә кәрәк тип тапмаған инем. Ә психотипҡа килгәндә, Гүзәл ат түгел, ул терпе. Үҙ яйына йөрөгән ҡырағай терпе. Ул үҙенең тормошо, үҙенең эске донъяһы менән йәшәй. Атаһы-әсәһе юҡ икәнен тоже беләм. Шуға ҡарамаҫтан, ул үҙен һаҡлап ҡалған, принциптары бар, юғары белем алған. Ә һине этеп-төртөп мин уҡыттым. (Интонацияһын мораль уҡыу тонына күсерә.) Арыҫлан, Гүзәл, ысынлап та, уйнап ташлай торған ҡыҙ түгел. Мин һинең холҡоңдо яҡшы беләм. Уйнап, һуңынан ташлаясаҡһың. Ҡағылаһы булма!

Арыҫлан.Ринат, һин мине тәнҡитләмә. Мин үҙем уҡыным. Йөрөй инем сит илдә телде белмәй урам буйлап, ошонда ятып үлһәм, кешеләр мине кем икәнемде лә белмәҫтәр, Рәсәйгә ҡайтарып ҡуймаҫтар, тип. (Ағаһына талапсан ҡараш ташлай.) Бәлки, минең үҙебеҙҙә уҡығым килгәндер. Сит илдә мин кем булдым? Бер кем дә түгел, буш урын. Бәлки,мин дуҫтарым менән бында дискотекаларға йөрөгөм килгәндер. Гүзәл кеүек ябай, эскерһеҙ ҡыҙҙар менән аралашҡым килгәндер, бәлки. Мин хатта уға көнләшеп китәм, үҙе һайлаған юлдан бара. Уға бер кем дә көсләп фекерен таҡмай. Үҙенәүҙе хужа. Ул хатта серҙәрен бер кемгә лә һөйләмәй. Нимә һораһаң да, йылмая ла ниндәйҙер дөйөм фразалар менән яуап бирә.(Күп һөйләп үҙе буталып китә.)Әллә ул һиңә серҙәрен һөйләйме? (Ринатҡа борола, ниҙер аңлаған кеүек һығымта яһап ҡуя.)

Ринат.Киреһенсә, ул ныҡ асыҡ,бер ҡатлы.Кешеләргә тиҙ ышаныусан. Мин Гүзәлдең кем менән кәңәшләшкәнен беләм. Хатта нимә уйлағанын, кемде яратҡанын беләм. Ана, ҡара, шкаф артында видеокамера.(Арыҫлан шкаф артына яҡыныраҡ килеп өҫкә ҡарай, камераны күрә, ағаһына аптырап борола.)

Арыҫлан.Ринат, һин әллә маньяк булдыңмы?Ни эшләп уның эш урынын күҙәтәһең, шәхси тормошона ҡағылаһың?

Ринат(тыныс).Юҡ,камера Гүзәл килгәнгә тиклем ҡуйылған ине. Бында сейф тора, Арыҫлан. Кабинеттарҙың барыһында ла тиерлек камералар бар, һин бары тик иғтибарһыҙ. Ирина ла, һин дә камера торғанын белмәнегеҙ.Иринаның Гүзәлгә нимә һөйләгәнен ишеттем. Гүзәл сығып киткәс, шылтыратып апаһына нимә һөйләгәнен ишетһәң, аптырарһың. Гүзәл уға әхирәтенең туйына кейергә күлдәген биреп торҙо. Ә ул шул күлдәкте офиста шырпыменән яндырҙы ла Гүзәлгә, үтекменән яндырҙым, тине.Һинең турала, минең турала әллә ниҙәр һөйләп, Гүзәлдең башын бутап маташты. Шуға мин Иринаныңэштән китеүен һораным. Баштарында этлек булған кешеләр беҙҙең офиста булмаҫҡа тейеш. Камераның булыуы бер яҡтан яҡшы булды. Гүзәлгә әйтмә.

Арыҫлан (аптырай, тәнҡитләп).Мда, һинән дә таҙа кеше юҡ икән. Әгәр Гүзәл һинең шундай ҡылығыңды белһә... Шулай итепҡыҙҙы барыһынан да һаҡлайым, тип уйланыңмы? Һин минән дә аҡылһыҙыраҡ. Мда. (Йылмая.)

Ринат.Бынаһин уны, оҡшатам, тиһең. Ә үҙең уның йөрәгендә ниндәй хыялдар бар икәнен белмәйһең. Һора үҙенән, ошо эҫелә янып торғанына ул зарланамы?! Юҡ!Сөнки ул үҙенең шөғөлөн ярата. Әбейҙәр менән театрға йөрөүенең сәбәбен дә беләм. Уның әсәһенең тиңдәштәре бит улар. Һинең өсөн улар әбейҙәр, сөнки һинең әсәйең аҙнаһына бер килеп, хәбәрен һөйләп,арҡаңдан һөйөп китә. Ә Гүзәл был таш ҡалала бер үҙе. Уға оло кешеләр менән аралашыу етмәй. (Арыҫлан ағаһын ихласлыҡ менән тыңлай.)

Һин беләһеңме, ул Яңы йылды нисек һәм ҡайҙа ҡаршы алды? Һораныңмы үҙенән? Юҡ, сөнки һин эгоист. Ул һине ҡотланы, һин уға шылтыраттыңмы?

Арыҫлан.Белмәйем нисек ҡаршы алғанын. Шылтыратманым. Сөнки,Яңы йылда берәй егет менән булһа,миңә ҡыйын булыр, тип уйланым.

Ринат.Күрәһеңме? Һин һаман үҙеңә нисек ҡыйын булырын уйлағанһың. Ә ул офисҡа килеп Яңы йыл ҡаршы алды. Сәбәбен белмәйем. Тик ул төнө буйы әсәһе менән һөйләште. Арыҫлан, уға ла еңел түгел был хәлдә.(Ҡустыһына ҡәтғи рәүештә.)Ҡалдыр ул ҡыҙҙы, онот! Екатеринбургта офисты тәртипкә килтер, эште рәткә һал. Күҙҙәреңдән юғалһа, йөрәгеңдән дә сығыр.

Арыҫлан(ағаһына асыулы ҡараш ташлай).Әгәр Гүзәлдән баш тартмаһам,нимә эшләйһең? Һин мине буйһондороп йәшәтергә күнеккәнһең. Мин бит һинең өсөн ҡусты түгел, ә бары тик һинең эштәреңде башҡарыусы. (Ул ауырыу ағаһына киҙәнергә итә, әммә өҫтәлгә һуға ла сығып китә.)

 

Һигеҙенсе күренеш

 

Офис. Гүзәл тәҙрәнән ҡарап тора.

 

Гүзәл.Бына өс ай инде Арыҫлан офисҡа инмәй. Эй, Аллам,Арыҫлан да мине шулай уҡ яратһа ине.

 

Шул мәл офисҡа хәле насарайған Ринат Тимерхан улы инә.

 

Ринат. Хәйерле көн, Гүзәл Мирас ҡыҙы. Хәлдәрегеҙ нисек? Нисек йөрөп ҡайттығыҙ тереһыу шишмәһенән?

Гүзәл.Һаумыһығыҙ, Ринат Тимерханович.Эйе, яҡшы йөрөп ҡайттыҡ.Һеҙгә лә Әүлиә шишмәһенән һыу килтерҙем. Бына(пакеттан шешә сығара һәм Ринатҡа һона).

Ринат (шаярыу ҡатыш).Һеҙ, ысынлап та, ошо һыуҙың шифалы булыуына ышанаһығыҙмы? Фән яғынан дәлилләнгәнме, кешеләргә ярҙам итәме?

Гүзәл. Ринат Тимерхан улы, ә һеҙ эсеп ҡарағыҙ. Мин һеҙҙе шул тауға менергә саҡырғанда барыһын да һөйләнем бит. Ваҡытығыҙҙы алып, ҡабатлап тормайым. Был һыуҙы шикләнеп эсһәгеҙ, файҙаһы булмаҫ, тик мин беләм,һеҙгә ярҙам итәсәк.

 

Ринат Гүзәлдең янына уҡ килә. Ҡулы менән уның сәсен һыйпай. Гүзәл аптырап ҡатып ҡала. Ҡыҙҙың реакцияһын күреп, Ринат тиҙ генә әҙерәк артҡа сигенә.

 

Ринат.Мин хатта крандан һыу эсмәйем. Дарыуҙы ла фильтр аша үткән минералка менән генә эсәм. Әллә ҡайҙа тау битләүендә ағып төшкән яҙ һыуын эсеп нығыраҡ ауырып китһәм? Хәлем насарайһа?

Гүзәл.Зыяны теймәйәсәк.Мин һеҙҙең өсөн күп доға ҡылдым. Элек ошо һыуҙы эскәс, хатта һуҡырҙар күрә башлаған.

Ринат(йылмая, ҡыҙҙың ышанысына аптырай, тик ҡулын һуҙа).Бирегеҙ, һеҙҙең ҡулдан ағыу булһа ла эсәм.

 

Гүзәл тиҙ генә шешәнән һыу ҡойоп, Ринатҡа һуҙа.

 

Гүзәл. Зинһар, ышанып эсегеҙ. Файҙаһы тейһен, миңә донор килеп сыҡһын, тип теләгеҙ.

 

Ринат һыуҙы эсеп бөтә лә Гүзәлдең янына уҡ килеп баҫа.

 

Ринат. Эх, белһәң ине, Гүзәл. Мин 4 миллион бирергә әҙер инем, теләһә кемдең бөйөрө миңә тура килмәй шул. Атайым да, әсәйем дә, Арыҫлан да анализдар биреп ҡараны. Һәр органдың үҙенең коды була, бер генә цифры тура килмәһә лә, организм ҡабул итмәй, ситкә ҡаға.

Гүзәл. Ринат Тимерхан улы, мин һеҙҙе, ысынлап та, аңлайым. Минеңсә, һеҙгә өйләнеп, балалар үҫтереп, икенсе уйҙар менән йәшәргә кәрәк. Һеҙҙе бит ҡыҙҙар ярата. Әйҙәгеҙ, өйләнегеҙ. Мин интернеттан уҡып сыҡтым. Ундай диагноз менән хатта ҡатын-ҡыҙҙар бала таба ала бит. Бәлки, ысынлап та, яңғыҙлыҡтан арынырға кәрәктер. Ауырыуҙы яңғыҙлыҡта еңеп булмай. Балалар көс бирәсәк.

Ринат.Эх, Гүзәл һеҙ бит беләһегеҙ, мин ошо диагноз менән оҙаҡ йәшәй алмаясаҡмын. Ә ни өсөн үлереңде белеп тә, был тормошҡа бала тыуҙырырға? Етемлекте арттырырғамы? Бына һин үҙең ҡайһы саҡта әсәйеңә, үлереңде белгәс, ниңә мине тыуҙырҙың инде, тип өндәшәһең.

Гүзәл(аптырап китә).Һеҙ ҡайҙан беләһегеҙ?(Урынына уҡ барып ултыра.)

Ринат.Ғәфү ит, Гүзәл, мин һинең тураңда бөтәһен дә беләм. Һәм мин генә аңлайымдыр. Бына,әйт әле, һиңә был тормошта етем булып, кемгәлер нимәлер дәлилләргә тырышыпйәшәүе оҡшаймы? Бына һинән ата-әсәһенең аҡсаһына типтереп йәшәгән Лариса нимәһе менән артыҡ?Шулай уҡ һин ололарҙы ныҡ ихтирам итәһең. Ниңә һин оло кешенең күңелен күрәм тип, ул Рәшиҙә ханымдың баҡсаһында эшләп йөрөйһөң?

Гүзәл. Ярҙам иткем килә.

Ринат.Сөнки яңғыҙлыҡ тойғоһо һинең йөрәгеңә инеп оялаған. Һин шул яңғыҙлыҡтан ҡасып, кемгәлер кәрәк булғың килә. Һин бит хатта Яңы йылды офиста яңғыҙ ҡаршыланың.

Гүзәл. Ринат Тимерхан улы, һеҙ барыһын да ҡайҙан беләһегеҙ? Ғәфү итегеҙ, мин, ысынлап та,вәғәҙә иткәс, егете менән әхирәтемде борсорға теләмәнем.Офиста ут яндырып ултырманым бит.

Ринат.Гүзәл, мин һине хәҙер шелтәләмәйем.Был офис һинең өсөн гел асыҡ. Тик ниңә аҡсаң етмәҫен белә тороп, яҙыусыларға бирҙең?

Гүзәл. Миңә квартиранттарым аҡса ебәрергә тейеш ине. Шуға өмөт иткәйнем. Уф. Уңайһыҙ. Зинһар, бер кемгә лә әйтмәгеҙ инде.

Ринат. Гүзәл, һин үҙенсәлекле. Тикниңә һин яҙмышыңдан оялаһың?Был һинең комплекс. Һиңә үҙгәрергә кәрәк. Хатта әсәйем теге донъянан мине күрә, минең өсөн көйә тип уйлап, үҙеңдең тормошоңменән йәшәмәйһең бит. Был етемлектең һөҙөмтәһелер.Шуға күрә лә мин балалар тыуҙырып, уларҙың етем булыуын теләмәйем. Бәлки, мин тиҙҙән үлермен.

 

Гүзәл Ринаттың янына уҡ килә.

 

Гүзәл. Һеҙ, зинһар, үлмәгеҙ инде. Һеҙҙең был тормошта эшләйһе эштәрегеҙ күп. Алла бирһә, барыһы ла яҡшы буласаҡ. (Күҙҙәренә ҡарап, Ринаттың ҡулдарына ҡулын бирә.) Мин һеҙгә ныҡ өйрәндем. Ағайым кеүек яратам.

Ринат.Гүзәл, мин һине кәләш итеп алдым, ти, мин үлеү менән байлыҡбүлешеп, һинең башыңды ашаясаҡтар. Һине ике тапҡыр яңғыҙ итергәме?

Гүзәл. Ринат Тимерхан улы, (аптырауынан һүҙ тапмай,әҙерәк шымып ҡала)мин бит, миңә өйләнегеҙ, тимәнем. Ни эшләп һеҙ шулай аңланығыҙ?

Ринат.Ә мин был вариантты үҙем уйланым. Күптән уйлаған инем. Һин миңә еңел тип уйлайһыңмы?Яратып та, оҙаҡ йәшәй алмауыңды белеү.

Гүзәл. Мин һеҙҙе ағайым кеүек яҡын күрәм. Мин бит... мин бит һеҙҙе Арыҫландың ағаһы булараҡ яратам. Сөнки мин Арыҫланды яратам.(Ни әйткәнен үҙе аңламай ҡала.)

Ринат.Арыҫланды яратҡаныңды ла беләм. Ҡайҙахәҙер һинең яратҡан Арыҫланың? Ул февралдән алып Екатеринбургта, бер тапҡыр шылтыраттымы? Мин уның машинаһын тартып алдым, йәйәү һинең янға килергә аяҡтары ауырта, күрәһең.Килдеме? Шулмы ул яратыу, ҡаршылыҡтар менән көрәшә лә алмағас. Мөхәббәт уйыны уйнай.

Гүзәл.Ул да мине яратамы?

Ринат. Арыҫлан барыһына ла, яратам, тип әйтеүе мөмкин. Бөгөн – берәүҙе, иртәгә икенсене ярата. Әле уның икенсе ҡыҙы бар. Иң беренсе үҙ-үҙен аңлаһын,һинең башыңды ҡатырмаһын.

Гүзәл.Белмәнем уның ҡыҙы бар икәнен...Әйҙәгеҙ был теманы ябайыҡ, зинһар.

 

Ринат үҙенең ҡаты бәрелгәненә үҙе үкенеп ҡуйғандай итә. Гүзәлдең сәстәрен һыйпарға итә лә туҡтап ҡала.

 

Ринат.Ул һине яратһа, әле бында булыр ине. Йыһаз, байлыҡ, тән рәхәте – Арыҫландың йәшәү рәүеше. Гүзәл,борсолма. Мин һине йәберләргә юл ҡуймаҫмын.Әсәйең менән һөйләшкәнеңде, Яңы йылда бында булғаныңды кабинеттағы камеранан ҡараным. Ғәфү ит.

Гүзәл.Ниндәй камера?

Ринат.Шәхси тормош күҙәтергә түгел,бары тик эш өсөн.

 

Гүзәлаптырап бер нимә лә өндәшмәйенсә ултырып ҡала. Ринат кабинетына инеп китә.

 

Туғыҙынсыкүренеш

 

Гүзәлдең йәшәгән урыны. Алина Гүзәлдең эргәһендә ултыра. Походҡа барырға әҙерләнгәндәр. Спорт кейеме, рюкзактар һәм башҡа кәрәк-яраҡ.

 

Гүзәл. Алла бирһә,ошо ике көндө ял итергә барам да, аҙаҡ Өфө яғына ҡайтып килергә кәрәк. Командировочныйҙарҙы тапшырырға, яңы эш эҙләргә.

Алина.Уй, Гүзәл, һине нисә йыл беләм һәм шунса йыл белмәйем. Нимә булды һиңә? Арыҫлан Екатеринбургтан ҡайтты. Хаттабөгөн ял йортонда беҙҙең менән буласаҡ. Ринат хәҙер һиңә тулыһынса ышана. Ҡара әле, хатта Арыҫланға бирмәгән сейфының асҡысын һиңә биреп ҡуйған. Хәҙер дуҫлаштылар ҙа кеүек.

Гүзәл. Улар икеһе ике төрлө ваҡытта эшкә килә, шуғалырРинат Тимерхан улы,миндә булһын тип,асҡысты бирҙе, Арыҫланға берәй документ кәрәк булһа, асып алырға.

Алина.Һин бер нимә лә аңламайһың. Ринат үҙенең хәлен белә. Арыҫланға ла яҡшы кәләш кәрәк икәне көн кеүек асыҡ. Һин бит уларҙың икеһенә лә яҡын кеше. Ана бит, Ринат Тимерхановичтың атаһы һине дауаханаға уның эргәһенә алып барам тип килгән көндө бар донъяңды онотоп шунда йүгерҙең.

Гүзәл. Алина,эйе барҙым. Оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ. Ул ысынында бик яҡшы кеше. Ауырыған кешегә еңелдән түгел, кәйефе төрлөсә булып китә. Янына барҙым, күңелем тынысланды. Әсәһе менән таныштым. Матур ғына, яҡшы ғына ханым.

Алина. Ой, Гүзәл, һине тыңлаһаң, барыһы ла матур ҙа, барыһы ла яҡшы. Бына бөгөн, Алла бирһә, Арыҫлан алдында,зинһар,бар матурлығыңды күрһәт. Янында күберәк бул.

 

Шул мәлдә Гүзәлдең телефоны шылтырай. Гүзәл ҡарай.

 

Гүзәл. Арыҫлан шылтырата. Килде, күрәһең. Әйҙә йыйынайыҡ.

Алина.Әйҙә, яуап бир инде. (Телефонының тауышын аса.)

Арыҫлан (телефон аша). Гүзәл, мин бөгөн бер ҡайҙа ла бармайым. Тик бошоноп китмә, һин водитель менән барырһың. Ҡыҫҡаһы, Ринатҡа донор табылды, беҙ хәҙер Екатеринбургка осабыҙ.

Гүзәл(ҡыуанып).Ана бит, ҡайһылай яҡшы хәбәр! Ринат Тимерхан улының хәле нисек?

Арыҫлан.Бына ул һиңә рәхмәттәр уҡып ултыра. Һин уға әллә ниндәй мөғжизәле һыу эсергәнһең икән. Шул ярҙам итте, ти.Гүзәл, был яңылыҡ беҙҙең арала ғына ҡалһын. Хатта әсәйем дә белмәй.

 

Унынсы күренеш

 

Дауахана. Ринат дауаханала ноутбуктан видео аша Арыҫлан менән һөйләшә. Ринаттың янында әсәһе ултыра.

 

Ринат.Үҙең ҡара, ҡустым. Һин ул ялтырбаштарҙан ҡурҡып китмә. Ҡурҡҡаныңды ла күрһәтмә. Үҙеңде ышаныслы тот. Ҡул ҡуйыр алдынан миңә тикшерергә ебәрерһең. Ярай, һау бул.

 

Зөлфиә ханым.Ой, Ринатик,һинең өсөн бик шатмын, Аллаға шөкөр.

Ринат.Уй, әсәй, һин Аллаға ышана башланыңмы? Һин бит күрәҙәселәргә йөрөй инең.

Зөлфиә ханым.Аллаға ла ышанам, улым. Бына Гүзәл ошо фотоларҙы бирҙе, доға ебәрҙе. Ҡайһылай аҡыллы ҡыҙыҡай икән. Ринат Тимерхан улына ҡорбан салырға кәрәк, ти. Бик яҡшы идея.

 

Ринат,әсәһенә ҡулдарын биреп, башын уның иңенә һала.

 

Ринатик, бына нисә йылдар көттөк шул донорҙо? Барыбер һыуҙың берәй шифаһы тейгәндер тип уйлайым (Янына уҡ килеп ултырып, һүҙҙе икенсегә бора.) Ринатик, ҡара әле, һинең менән тағы бертемаға һөйләшеп алырға уйлағайным. Операция алдынан мин бер күрәҙәсегә барҙым. Ул миңә улыңдың янында бер ҡыҙ йөрөй һәм улығыҙ уны ярата тине. Ринат, әйт әле, һин берәйһен яратаһыңмы ул?

Ринат.Әсәй, һин бит Аллаға ышанам тинең. Ни эшләп тағы күрәҙәселәргә йөрөйһөң? Бер тапҡыр яратҡан ҡыҙымды ташлаттың бит шул күрәҙәселәреңдең әкиәтенә ышанып. Эйе, яратам, тик минең яратҡан ҡыҙымды Арыҫлан ярата. Миңә, ауырыу кешегә, ни эшләп йәштәрҙең юлында торорға? Мөхәббәт ҡайғыһымы ни, ҡара әле (үҙенең буй-һынын күрһәтә.)

Зөлфиә ханым(фото килтереп сығара).Бына ҡара әле, һеҙ ниндәй матур пар. Ул һинең эргәңдә хатта матурланып киткән кеүек. Мин бит әсә кеше, тоям, уның һиңә ниндәйҙер тойғоһо бар. Эйе, һин бай кеше. Йәш ҡыҙҙарға ҡалын кеҫәле егет кәрәк инде ул.

Ринат (фотоны ҡулына ала).Һин был фотоны ҡайҙан алдың? Эйе, уға сағыу күлдәктәр килешә, матур. Тик Гүзәлде минең аҡсам точно ҡыҙыҡһындырмай.

Зөлфиә ханым. Матур тормоштан иҫәр генә баш тарталыр.

Ринат. Мин үҙем руль артына ултырып, Гүзәлде театрҙарға, концерттарға йөрөткөм, диңгеҙгә ял итергә алып барғым килә, әлбиттә. (Әсәһенә йылмайып ҡарап, ниндәйҙер өмөткә бирелеп.) Алла бирһә, әсәй, күмәкләшеп осорбоҙ. Гүзәл диңгеҙ төҫөн ныҡ ярата һәм Арыҫланды ла ярата, шуны онотмаҫҡа кәрәк.

Зөлфиә ханым.Арыҫлан әле йәш бит. Башында ел уйнай, ниндәй мөхәббәт? Табыр әле үҙенә тиңен. Ә һиңә өйләнергә кәрәк.

Ринат. Арыҫлан ошо еле менән барыбыҙҙың да башын ашаясаҡ, үҙенең тойғоларына баш була алмай, Гүзәлгә яратыуын да әйткән. Кисә минең менән бәхәсләште.

Зөлфиә ханым. Нимә? Ниндәйҙер бер ауыл ҡыҙы өсөн бер туған ҡустың менән ирештеңме? Юҡ, мин был хәлде былай ғына ҡалдырмайым. Үҙ ҡулыма алам. Бына ошо фотоны күрәҙәсегә күрһәттем. Ринат ошо ҡыҙҙы ярата, ҡыҙыҡай ҙа уны ярата, тип әйтте. Яратмаһа, кейәүгә сыҡҡас яратыр.

Ринат. Һин, әлбиттә, бик талантлы был яҡтан. Атайымды ла, беҙҙе лә ҡанатландырып, бер епкә бәйләп тотаһың, тик Арыҫлан һине лә, мине лә тыңлап тормаясаҡ.

Зөлфиә ханым. Минең ысулдарым күп балам, иң мөһиме һиңә хәҙер тыңлаусан холоҡло ҡыҙҙы кәләш итеп алырға кәрәк. Тормошта төрлө хәлдәр була, һиңә терәк булырҙай кәләш кәрәк.

Ринат. Әсәй, мин һинең ысулдарыңды беләм. Зинһар өсөн, Гүзәлгә әллә ниндәй ысулдарыңды эшләп ҡуйма.

 

Шаршау ябыла. Гүзәлдең шиғыры яңғырай.

 

Дингеҙ төҫөн эй яратам инде...
Бына шулай, иркәм.
Һинең күҙҙәр – тәрән диңгеҙ миңә,
Һөйөүгенәм – елкән...


Аҙашмаҫҡа, алданмаҫҡа ине,
Диңгеҙ холҡон беләм...
Тыныс ҡына, ихлас булып китәң,
Йә,бик ярһыу елкән.

Диңгеҙ төҫө... Эх, яратам үҙем,
Күҙәтергә йәшәйешен һыуҙың,
Ғүмеремдең карабына
Алһыу елкән һуҙҙым.
Алданмаҫҡа, яңылышмаҫҡа ине...

 

Ун беренсе күренеш

 

Офис, Гүзәл телефондан һөйләшә.

 

Гүзәл. Эйе.Сәләм! Иҫләйем, әлбиттә. Алина, бик яҡшы. Әлбиттә килермен. Тик бөгөн сәғәт бишкә Ринат Тимерхан улы офисҡа килә, иртәрәк китә алмайым. Эйе. Ышанаһыңмы, май айында ғына эшләнгән операция, әле август, Аллаға шөкөр уже руль артында үҙе йөрөй.

 

Шул мәлдә офисҡа Ринат Тимерхан улы килеп инә.

 

Ринат.Хәйерле көн, Гүзәл. Хәлдәр нисек?

Гүзәл. Яҡшы, Ринат Тимерханович. Һеҙ нисек?

Ринат. Гүзәл, миңә дарыуҙарҙы эсергә кәрәк, һыу бирегеҙ әле. (Дарыуҙар өсөн контейнер сығара, унда төрлө төҫтәге дарыуҙар туп-тулы.)

 

Гүзәл һыу килтерә, стаканға һалып Ринатҡа бирә.

 

Гүзәл (дуҫтарса). Ринат Тимерхан улы, ошо дарыуҙарҙы тағы күпме эсергә кәрәк инде һеҙгә?

Ринат.Бөйөрҙәр тулыһынса йәшәп киткәнсе инде.

Гүзәл. Барыһы ла яҡшы булыр, Алла бирһә. Иң мөһиме,ағза табылды, операция уҙҙы. Артабан йәшәргә кәрәк.

Ринат.Берәй 10 йыл тағы йәшәргә ине инде. Эштәрҙе еренә еткереп ҡуйырға. Диңгеҙгә барып ял итергә.

 

Шул мәл офисҡа Арыҫлан килеп инә.

 

Арыҫлан.Барыһына ла сәләм!(Яҡшы кәйеф менән Гүзәлгә театрға билет тоттора.) Был билеттыәсәйем һиңә бирергә ҡушты. Татарстандан ниндәйҙер театр килгән, барып килегеҙ. Һин ҡарсыҡтар менән театрға йөрөргә яратаһың бит (көлөмһөрәй, шаяртып.) Үҙеңә тағы бер ҡарсыҡ әхирәт табырһың.

 

Ринат Арыҫланға янап шаяртып  ҡарай.

 

Ринат.Әгәр әсәй һинең ҡарсыҡ тигәнеңде ишетһә, бөттө баш.

 

Гүзәл билетты ала, датаһын ҡарай.

 

Гүзәл. Эх, бөгөнмө ни ? Эх,минең әхирәтемдең улының тыуған көнө бит әле бөгөн.

Арыҫлан.Спектаклгә бар, аҙаҡ үҙем тыуған көнгә алып барып ҡуйырмын.

Ринат.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Арыҫлан, һин Гүзәлде алып бара алмайһың. Сөнки беҙ мөһим осрашыуға китәбеҙ һәм бик һуң ҡайтасаҡбыҙ.

 

Арыҫландың кәйефе һаман яҡшы, сөнки ул ағаһының төҙәлеүенә эскерһеҙ ҡыуана.

Ринат менән Арыҫлан сығып китәләр, офисҡа Алина килеп инә.

 

Алина.Привет. (Гүзәлде ҡосаҡлай.)Ҡара әле, Гүзәл, бынауындай ҙур коробканы өйгә алып ҡайтып тормайым,улым алдан күрһә, сюрприз булмай. (Ҡулындағы коробканы өҫтәләгә килтереп ҡуя.) Һин бөгөн барыбер беҙгә киләһең, бәлки, һин алып килерһең?

Гүзәл. Алина, ҡара әле, шундай хәл килеп сыҡты, әле генә Арыҫлан миңә әсәһе менән бергә театрға барырға билет бирҙе. Үҙе шул тиклем яҡшы кәйефтә ине. Уйлауымса, ул мине әсәһе менән яҡшы танышыуымды теләй. Әгәр спектакль сәғәт ярым барһа,мин киске туғыҙға ғына килеп етәм. Бармайыммы икән әллә?

Алина(билетты ала, ҡарай.)Юҡ, үпкәләмәҫмен, әлбиттә,һуңлабыраҡ килерһең.

Гүзәл.Баш тартһаң, уңайһыҙ.

Алина.Гүзәл, мин әйтте тиерһең, был саҡырыу бары тик ниндәйҙер һөйләшеүгә сәбәп. Бар, уларҙың әсәһе һинең менән күҙгә-күҙ ҡарашып нимәлер һөйләшергә теләй. (Уйлана.)

Гүзәл.Шулайҙыр. Күңелем тартмай,әлбиттә, тиколо кешенең һүҙен йыҡҡым килмәй.

Алина.Минең кәңәшем шул:матур күлдәгеңде кей, яҡшы кәйеф менән бар.(Шаярыуға һалышып.) Буласаҡ ҡәйнәңдең һүҙен йығып тормайһың инде.

Гүзәл. Ярай улайһа, әйҙә бергә сығайыҡ.

 

Икәүләшеп сығып китәләр.

 

Ун икенсе күренеш

 

Театрҙан сыҡҡан Зөлфиә ханым менән Гүзәл, кемдәр менәндер хушлашып, икеһе ҡала.

 

Зөлфиә ханым.Ай, тамағым кибеп китте. Гүзәл, берәй ергә туҡтап сәй эсеп алабыҙмы?

Гүзәл. Бик яҡшы идея. Мин бик оҙаҡҡа ҡала алмайым, әхирәтемдең улына 5 йәш тула.

Зөлфиә ханым.Бик яҡшы. Балалар – тормош биҙәге. Минең улдарым да шул тиклем тиҙ үҫте. Ә мин уларҙы һаман балалар кеүек күрәм. Бер нимәне лә минһеҙ хәл итә алмайҙар.(Һөйләшә-һөйләшә бер кафеға инәләр.)

Ринат –беҙҙең ғаиләнең тотҡаһы бит ул. (Һөйләшеү темаһын Гүзәлгә бора.)

Ярай әле һин килеп сыҡтың,шул шишмә һыуын эсереп, ҡорбан салырға кәңәш бирҙең. Беҙ уйлап та бирмәгәнбеҙ, әбейҙәргә күпме йөрөнөм, береһе-бер кәңәш бирмәне. Аллаға шөкөр, улым терелеп китте. Йә, Хоҙай.

Гүзәл. Эйе, Зөлфиә апай, һеҙ улдарығыҙға яҡшы тәрбиә биргәнһегеҙ. Арыҫлан дабик яҡшы кеше. Ринат Тимерханович, ысынлап та, гений.

Зөлфиә ханым.Ринатигым шул тиклем тормошто ярата. Ауырымаһа, әллә ниндәй хыялдарын тормошҡа ашырыр ине.(Гүзәлдең күҙҙәренә тура ҡарай, ҡулдарын ҡыҙҙың иңенә һала бирә.) Гүзәл, мин уратып-суратып тормайым. Мин бер күрәҙәселә булдым. Һине Ринатҡа кейәүгә сығырға тейеш, тине. Шулай барыһына ла яҡшы буласаҡ. Иң тәү сиратта, һиңә.

 

Гүзәл бер килке аптырап ҡала. Әҙерәк һүҙһеҙ тора биргәс, тыны ҡыҫылып, дауам итә.

 

Гүзәл. Зөлфиә апай, һеҙ мине ғәфү итегеҙ, һеҙ асыҡтан-асыҡ шулай әйткәс, миңә лә әйтергә мөмкиндер. (Нисек әйтергә белмәй тора бирә.) Мин бит Арыҫланды яратам. Нисек итеп уның ағаһына кейәүгә сығайым?

Зөлфиә ханым. Гүзәл, беләм. Арыҫлан да һине ярата. Тик мин ҡатын-ҡыҙ күҙлегенән түгел, әсәй булараҡ әйтәм. Ринат менән Арыҫландың, нисәмә йылдар йәшәп, ирешкәндәрен күргәнем юҡ ине. Кисә улар бик ныҡ бәхәсләште. Кем өсөн? Һинең өсөн. Мин Арыҫландың ағаһына ҡаршы өндәшкәнен ишеткәнем юҡ ине.

Гүзәл. Арыҫланға бит тиҙҙән 30 йәш тула. Бәлки, үҙ фекерен белдергеһе килеп ҡаршы әйткәндер.

Зөлфиә ханым. Теләйһеңме, мин һиңә Грециянан шәшке тун алып ҡайтам? Үҙемә лә, һиңә лә алам, Ринат барыһын да түләйәсәк. Һине яратҡас, йәшәйем тип тормошҡа йәбешеп ята, ә Арыҫлан табыр, ҡыҙҙар аҙмы ни. Әгәр киреләнеп һиңә өйләнһә, Ринат уны мираҫһыҙ ҡалдырасаҡ. Һин шуны аңла, кемгә кәрәк бындай драма. Ә былай һин Ринатҡа кейәүгә сығаһың да, матур, тыныс тормош дауам итәһең. Минең әхирәтем Арыҫланға башҡорт ҡыҙын табып бирә ул, ике киленем дә бынамын тигән булыр.

 

Зөлфиә ханым,әйтәһе һүҙҙәрен бер юлы әйтә алғанына ҡыуанып, йылмайып ҡуйҙы. Шоколад сығарып, Гүзәлгә һондо. Гүзәл шаҡ ҡатып тора бирҙе.

 

Гүзәл.Зөлфиә ханым, мин бындай һүҙҙәр ишетергә әҙер түгел инем. Ғәфү итегеҙ, тик минең фекерем шулай. Арыҫлан бит шәхес. Уның үҙенең тормошо булырға тейеш, минең аңлауымса. Ағаһы ауырыған саҡта Арыҫлан ихлас ярҙам итте, операциянан һуң Ринат Тимерхан улынан нығыраҡ ул ҡыуанғандыр әле. (Аптырап Зөлфиә ханыма ҡарай.) Зөлфиә апай, ул да бит һеҙҙең улығыҙ. Ул бәхетһеҙ булһа, һеҙгә ҡыйын булмаҫмы?

Зөлфиә ханым.Ниндәй бәхет тураһында әкиәт һөйләйһең һин, ҡыҙыҡай!? Арыҫлан менән һеҙ тап килмәйһегеҙ. (Үҙенең әйткәненә үҙе аптырап ҡала. Гүзәлдең янына уҡ килә.) Ринат менән һин, бәлки, әсәлек бәхете кисермәҫһең, тик ҡатын-ҡыҙ булараҡ йәнең теләгәнсә йәшәрһең. Ул бай һәм һине ярата.

Гүзәл.Ә Арыҫлан?.. Ул да бит һеҙҙең улығыҙ. Ниндәйҙермөлкәт улығыҙҙан мөһимерәкме? Ул да бит кеше һәм үҙенең тормошона үҙе хужа.

Зөлфиә ханым. Гүзәл,был тормошта бер кем дә үҙенең яҙмышына хужа түгел. Күптәр яраҡлашып йәшәй. Был тормош, Гүзәлкәй. Әҙерәк һығылмалы бул.Минең улдарым һинең кеүек мөхәббәт уйлап ултырһа, кем аҡса эшләйәсәк. Улар бер-береһен аңлаясаҡ, Арыҫлан кәләш алып,балалары тыуһа, һине онотор, ә Ринат һинең менән бәхетле булыр. (Гүзәл аптыраған килеш тора бирә.)

Гүзәл. Барыбер төбөнә төшөнмәнем, Зөлфиә ханым. Ринатҡа бәхет теләйһегеҙ, тик үҙегеҙ уның аҡсаһын уйлайһығыҙ. Әгәр ул аҡса эшләй алмаҫлыҡ хәлгә ҡалһа, һеҙ ҡайһы улығыҙға ставка эшләр инегеҙ? Бәлки, ҡаты күренәмдер. Тик аҡса өҫтөнлөк һөргән ғаиләгә аяғымды ла баҫмаясаҡмын. Аҡса бөгөн бар, иртәгә – юҡ. Һеҙ мине, зинһар, ғәфү итегеҙ.

 

Ун өсөнсө күренеш

 

Алина менән Гүзәл әхирәтенең өйөндә. Алина асыулы, Гүзәл әхирәтенә ишеткәнен һөйләп бөтөп һайғауға төбәлгән.

 

Алина. Ул ҡатын ни йөрәге менән һиңә тун тәҡдим итеп ултырҙы? Ул һине Ринаттың хеҙмәтсеһе итеп күргеһе киләлер. Әлбиттә, һинең елкәңә Ринатты йөкмәтеп, үҙе Грецияға юлланырға иҫәп тотамы?

Гүзәл. Улай уҡ түгелдер ул. Ул әллә нисә йылдар улын ҡараны,ярҙам итеп тора. Ысынында, Ринат Тимерхановичтың янында ышаныслы кеше кәрәк, ярҙам ит тиһә, мин риза булыр инем. Тик, ул бит миңә ниндәйҙер күрәҙәсе әйтә, һин уға кейәүгә сығырға тейешһең, тине. Һәм тун алһа, риза булырмын, тип уйлаған төҫлө, шундай ғәрлекле тәҡдим яһаны. Ысынында, барлыҡ ҡыҙҙар ҙа, аҡса өсөн яратҡан кешеһенән баш тартып, ошолай уның ағаһына кейәүгә сығып,бер нимә лә булмағандай, бер ғаиләбулып йәшәп китә ала тип уйлай, күрәһең. Мин, ысынлап та,аптыраштамын.

Алина.Гүзәл, даже мин аптырайым.Эх,үҙем булмағанмын. Ултырҙың инде интеллигент яғың сығып, шул ғәрлекте йотоп. (Асыулана. Ниндәйҙер фекергә килеп.)

Һин иртәгә эшкә бараһыңмы? Икеһенең күҙ алдында әсәләренең нимә тәҡдим иткәнен әйт. Белһендәр әсәләренең кем икәнен.

Гүзәл. Юҡ. Әлбиттә, юҡ. Эш менән шәхси тормошто бутамайым. Әлбиттә, миңә әсәйем тураһында  насар әйтһәләр, ҡыйын булыр ине. Ринат менән Арыҫланға әсәләре тураһында фекеремде лә әйтмәйем. Тикэштә башҡа ҡалмайым. Минһеҙ хәл итһендәр. Кемде алырға,кемде яратырға минһеҙ хәл итһендәр. (Алинаға ҡарап ала, уйҙарына сума.)

Ысынлап та, Ринат аяҡҡа баҫып, кеше булып алды ла Арыҫланға ныҡ баҫым яһай. Минең алдымда уны ҡайһы саҡ бөтөнләй бөтөрөп ташлай. Улай ярамай ҙа инде,Алина. Ир ҡорона инеп бөткән кешене аҡсаһы менән еңеп алған. Арыҫлан йомшаҡ, ихлас кеше, ағаһын ярата.

Алина. Шунан, һин нимә, Арыҫланға яратыуыңды әйтмәйһеңме?

Гүзәл.Белә бит инде. Иҫәр түгел. Үҙе лә тоя. (Бер аҙ уйланып ултыра торғас, икенсе темаға күсә.)

Алина.И? Гүзәл, егеттең күңеленә шикләнеү ҡорто инеп ултырһа, ул хатта үҙ-үҙендә шикләнә башлай. Ә һин шундай мөһим теманы унан йәшерәһең. Уффф.

Гүзәл.Насар уйлай икән, тимәк,уйлай инде. Мин икенсе ҡалаға китермен тип уйлайым.

Алина. Ҡайҙа китәһең? Ә Арыҫлан?..

Гүзәл. Арыҫлан, әсәһе әйтмешләй, һә тигәнсе икенсенең ҡосағына ташланасаҡ. Ирҙәр шулай. Ринат Тимерхановичҡа ла икенсе кешенең бөйөрҙәре менән ауыр. Эшендә ярҙам кәрәк. Ул Арыҫланды минең артымдан ебәрмәйәсәк.

 

Шул мәл Алинаның улы икенсе бүлмәнән әсәһен саҡыра. Гүзәл бүлмәлә бер үҙе ҡала.

Шиғыр юлдары яңғырай.

 

Диңгеҙ төҫөн эй яратам инде...
Бына шулай, иркәм.
Һинең күҙҙәр – тәрән диңгеҙ миңә,
Һөйөүгенәм – елкән...

Гүзәл. Һөйөү генәм елкән түгел, бығауға әйләнә башланы. Их, әсәй, белһәң ине ошо минуттарҙа нисек һинһеҙ ҡыйын икәнен. Әгәр тере булһаң,ҡатын-ҡыҙ булараҡ,берәй кәңәш бирер инең дә. Белмәйем, был осраҡта нимә эшләргә? Их,әсәй.

 

Ун дүртенсе күренеш

 

Офис. Арыҫлан һәм ике ҡатыншарап эсеп ултыра. Өҫтәлдә сәскәләр, Арыҫлан яҡшы кәйефтә. Шул арала офисҡа Гүзәл килеп инә һәм көтөлмәгән хәлдән ҡаушап ҡала. Арыҫлан да был күренешкә шат түгел.

 

Арыҫлан. О, Гүзәл,һин бит бөгөнгә көн һорағайның түгелме? Ни эшләп килеп еттең?

Гүзәл.Миңә Ринат Тимерхан улы хәҙер үк офисҡа килеп документтарҙың копияһын әҙерләп ҡуйырға ҡушты. (Ҡатын-ҡыҙҙарҙан уңайһыҙлана, тик ҡыйыулыҡ таба.) Арыҫлан Тимерханович, миңә һеҙҙең менән һөйләшеп алырға ине.

Арыҫлан(ҡыҙҙар алдында үҙен икенсе төрлөрәк тотоп).Ринат белде бит беҙҙең бында байрам иткәнде. Ниңә ул һине ебәрҙе?

Гүзәл.Мин һеҙҙең күңелле тормошоғоҙҙо күреп, үҙемдең яңылышыуымды аңлаһын өсөн ебәргәндер.

Арыҫлан.Әлбиттә. Шундай идеаль кеше бит һин. Һин миңә нисек ҡыйын икәнен күрһен өсөн түгел, ә киреһенсә, минең ниндәй насар икәнемде күрһен өсөн ебәрҙе ул һине. (Асыуланғандай итеп Гүзәлгә яҡынлаша.)Матурҡай, һин идеаль кеше булып ҡыланып йөрөмәгәнһеңдер ул? Нисек итеп һин минең алдымда яҡшы булып, үҙеңә ғашиҡ итеп алғас, икенсе иргә яратам тип әйттең?

 

Әрнеп Гүзәл эргәһенә килә, ҡыҙҙар тиҙ арала сығып китә. Шул арала Ринат Тимерхан улы килеп инә, өҫтәлендә ятҡан документтарҙы Арыҫландың алдына һала. Гүзәл тунын кейә башлай Арыҫлан эмоцияға бирелә.

 

Бөттөмө ни эштәрең? 8 Мартты беҙҙең менән байрам итмәйһеңме ни?

Гүзәл(яратҡан кешеһенең шундай ҡиәфәтенә аптырай һәм нимә тип әйтергә белмәй торғандан һуң).Арыҫлан Тимерханович, ҙур рәхмәт тәҡдимегеҙ өсөн.

Арыҫлан.Гүзәл, зинһар, әйт әле, һин ниндәй артистар курсы тамамланың? Мин бит иҫәр түгел, тоя инем яратыуыңды. Тимәк, яратмағанһың.

Гүзәл.Арыҫлан, ниндәй иргә мин, яратам, тип әйттем? Мин күптән инде һиңә әйтергә йөрөй инем... Тик хәҙер әйтеүҙең кәрәге юҡтыр, күрәһең.

 

Гүзәл кеҫәһенән офистың асҡысын сығарып өҫтәлгә һала. Йөрәге сығып бара, Арыҫланды нимә тип алдағандарын аңлай, Ринаттың һәм уның әсәһенең планын боҙа. Ринат Тимерхан улына ҡарай.

 

Гүзәл.Хөрмәтле Ринат Тимерхан улы һәм Арыҫлан Тимерхан улы, мин һеҙгә сикһеҙ рәхмәтлемен. Тик миңә, ысынлап та, һеҙҙән китергә кәрәк. Мине Өфөгә телевидениеға саҡырҙылар. (Арыҫлан яғына ҡарай,барлыҡ кисерештәрен әйткеһе килә,тик тыйыла.)

Һәм тағы ла бер яңылыҡ – мин Өфөлә кейәүгә сығам.

 

Арыҫлан Ринатҡа ҡарай, Ринат тын ғына ултырғысҡа ултыра.

 

Арыҫлан.Тимәк, ул һине лә алдаған булып сыҡтымы? Аңлап бөтмәйем.Һин бит, Гүзәл,әсәйемә, Ринатты яратам, тип әйткәнһең.

 

Ағалы-ҡустылы ошо килеш ҡала. Гүзәл бер нимә лә әйтмәйенсә сығып китә. Күренеш үҙгәрә.

 

Ун бишенсе күренеш

 

Ҡала йорто. Гүзәл телефондан һөйләшә.

 

Гүзәл. Эйе, Алина. Һин минең тапшырыуҙы бөгөн ҡарай алдыңмы? Ҡабатлау ҡуйҙылар. Ярай инде, Алина, улай уҡ ҡайғырма. Тормош дауам итә, күрешеп һөйләшмәһәк тә 8 йыл көндә тигәндәй видео аша һөйләшәбеҙ.Әйҙә видеоға күсәйек.(Видеоһөйләшеү башлана.)

Алина. Ҡасан беҙгә киләһегеҙ?Тәки шул Алмасыңды килтереп күрһәтмәнең.

Гүзәл. Күрҙегеҙ бит фотоларын. Юҡ инде, Силәбегә аяғымды ла баҫмаясаҡмын.

Алина. Тегене осратһаң, яңылыш барып муйынына һырылырмын, тип ҡурҡаһыңмы?

Гүзәл.Эйе, Алина, ҡурҡам. Яратмаған кеше менән йәшәй башлаһаң, яратҡан кешеңде күрмәү яҡшыраҡ.

Алина.Эх, ҡыҙыҡай, яңылыштың һин. Шунан, һин киткәс Ринат менән Арыҫлан бар донъяларын онотоп, ҡосаҡлашып йәшәп китте тип уйлайһыңмы?

Гүзәл. Ярай. 8 йыл эсендә әллә кемде тапҡандыр әле. Теманы асҡым килмәй. Алмас тағы китә өс айға бер үҙем ҡалам бала менән.

Алина.Шулай булғас, Арыҫланды ал да кил. Декретта ни, ирең өйҙә булмағас. Эх, Гүзәл, әйттем шунда, ашыҡма, тип. Бер минут эсендә шундай ҡарарға килеп,телефонды һүндереп сығып китәме инде кеше. Ул һинең турала нимә уйланы ла, үҙенең мин-минлеген еңеп, беренсе булып килергә хәленән килмәне инде. Уф, ҡурҡаҡ. Мин уның һөйөүенә ныҡ ышанғайным. Ул бит әсәһе менән Ринат Тимерхановичтың һүҙенән сыҡманы.

Гүзәл. Алина,ул теманы туҡтатайыҡ инде. Күңел тыныс түгел бөгөн. Һәм Арыҫлан тураһында башҡа яҙышмайыҡ. Теге мәл Алмас былай ҙа компьютерҙың паролен һораны. Инеп бар почтаны һәм ВК-ны ҡараны.Тиктән-тиккә ҡыҙғана. Ирешеп китмәһен тип, бер кем менән дә аралашмай торҙом.Ә Арыҫлан улым, эйе, үҫә, Аллаға шөкөр. 40 көн бөгөн беҙгә. Сәсен ҡырҡырға тип планлаштырғайныҡ. Алмас һуңға ҡалды. Шылтыратам, трубкаһын алмай.

Алина.Үҙең ҡырҡ һуң. Ой, һин ҡурҡаҡ бит әле(шаяра).Беренсе тапҡыр йыуындырғанда ла ҡалтырана инең.Рисковать итмә.(Йылмая, әммә күңелендәге борсоуы күренә. Әхирәтенә бар күңел йылыһын күрһәтеп ҡарай.)

Былай хәлдәрең нисек һуң, Гүзәл? Тик, зинһар, дөрөҫөн генә әйт, күҙҙәрең үтә һағышлы.

Гүзәл.Барыһы ла түҙерлек, Алина. Тик, йоҡо туйманы. Кесарево менән тыуған балалар барыһы ла шулай. Арыҫлан бөгөн сәпсим йоҡламаны. (Шул мәл Гүзәлдең икенсе телефоны шылтырай.)Ой, Алина, кемдер шылтырата, таныш түгел номер. Бәлки, Алмас икенсе телефондан шылтыраталыр. Һау булып тор. Шылтыратырмын.(Йүгереп килеп телефонын ала.)

Гүзәл. Эйе. Эйе, Гүзәл. Эйе, Зөлфиә ханым. Хәйерле кис. Таныным. Хәлдәрегеҙ нисек? (Йөҙө үҙгәреп китә.) Ултыра. Ауыр ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам,Зөлфиә ханым. Йәне йәннәттә булһын.(Башҡа әйтер һүҙ таба алмай шымып ҡала. Күпмелер ваҡыт башын һелкеп тыңлай биргәс, һаубуллашып,трубканы һала. Шул мәл, ишекте шарасып Алмасинә. Иҫерек. Эргәһендә ниндәйҙер дуҫы.)

Алмас.Сәләм, матурым. Был минең йыраҡ ҡына туған ағайым. Бильярд клубында осраштыҡ. Ни хәлдәһегеҙ, Арыҫлан йоҡлаймы?

Гүзәл.Яҡшы. Сәсен алырға планлаштырғайныҡ. Бөгөн һин һуңға ҡалдың. Арыҫлан йоҡламай. (Гүзәл һаман аптырауынан арына алмай һөйләшә. Алмастың дуҫы Гүзәлгә текәлеп ҡарай.)

Алмас.Ой, Салауат һөйләгәйнем инде, был минең йөрәккәйем Гүзәл. Хатта тырыш, хатта матур, бик ныҡ серьезный,телевидениела эшләгән кеше. (Гүзәлгә яҡыныраҡ килеп.)Ни эшләп беҙгә шат түгелһең?

Гүзәл.Алмас, төнгө бер, нисек итеп мин йылмайып торайым инде, алтыным. Йоҡом килә ине. Арыҫлан һаман йоҡлай алмай. Тағы ла Силәбенән шылтыраттылар, Ринат Тимерхан улы вафат булған.

Азмас.Ә кем ул Ринат Тимерхан улы?

Гүзәл(үҙе лә аңғармаҫтан әйтеп һала).Ул Арыҫландың бер туған ағаһы.

Алмаз(айнығандай, бер килке һиҫкәнеп китә. Дуҫына ҡарай).Беләһеңме, Салауат, минең улымдың бер туған ағаһы бар. Белмәһәң, бел булды инде был.

Салауат. Ой, хәҙерге ҡатындарға ышаныс бармы, ысын булһа,аптырамайым. Матур ғына ҡатындың һиңә тиклем дә, бәлки, ире булғандыр. Бына әле һиңә ҡарап торам да, ни эшләп һинең ҡатының һиңә кейәүгә сыҡты икән, тип уйлап ҡуям. Һин уның тырнағындай ҙа тормайһың. (Хихылдап көлә.)

Гүзәл. Салауат, зинһар өсөн,иртәгә килерһегеҙ.Эсәкәнһегеҙ бит.  МинАрыҫлан тураһында әйткән инем.

Алмас. Тәк, Салауат, һин ярты аҡыл. Нисек инде мин не достоин?! Ҡара әле, ҡайһылай йәтеш кенә итеп  һине ҡыуып сығарырға итә. (Мыҫҡыллы йылмая.)

Миңә әле генә шул барып етте. (Өй буйлап ярһып йөрөй башлай.)Ә һин, Салауат, беләһеңме ни эшләп райондан килгән ҡыҙҙар Өфө егеттәренә кейәүгә сыға? Һин иҫәр, ә улар иҫәр түгел. Улар ошо Өфөгә киләләр ҙә, тиҙерәк фатирлы егет эҙләйҙәр. Гүзәл дә миңә тиҙ генә кейәүгә сыҡты. Әллә кем артынан баҫтырып килә инеме ни. Бер тапҡыр ғына тәҡдим яһаным, риза булды. Вәт. Хәҙер генә миңә аңлашылды, ни эшләп минең улым Арыҫлан. (Үҙенең иҫерек хәбәренән үҙе ҡыҙа бара, дуҫын ҡыуып сығара.)

Бар әле һин, ҡайт. Миңә ҡатыным менән һөйләшеп алырға кәрәк.

(Гүзәл ҡурҡыбыраҡкитә, тик Алмастың ҡул күтәреүен көтмәй. Әммә шул мәлдә ире Гүзәлдең сәстәренән тотоп, стенаға ҡуша һуға. Гүзәл, иламаҫҡа тырышып, һаҡланып ҡулдарын ҡуя.)

Алмас.Тимәк, минең балама һин исемде үҙеңдең коллегаңдыҡын ҡуштыңмы?Һин ауырлы саҡта төшөңдә Арыҫлан тип нимәлер һөйләнең, мин буласаҡ бала менән һөйләшә тип уйланым. Тимәк, һин ниндәйҙер бер коллегаңды төшөңдә күрепятҡанһың?

 

Алмастың ҡысҡырғанына бала илай башлай. Гүзәл йүгереп килеп баланы ҡулына ала ла тынысландырып маташа.

Иҫерек Алмас ни ҡылғанын үҙе аңламай, балкон ишеген асып, бала тотоп торған Гүзәлде балконға этеп сығара.

 

Һин мине яратып йәшәмәйһең. Бәлки, беҙҙең улыбыҙ ҙа шул Арыҫландан тыуғандыр ә?

 

Гүзәл ҡурҡышынан бер нимә лә өндәшәалмай тик тора. Шул мәл ҡобараһы осҡан Алмас балкон ишеген бикләй.

 

Гүзәл. Алмас ни эшләйһең, тышта ҡар яуа, һыуыҡ, туңып үләбеҙ бит. (Ишекте ныҡ итеп шаҡый. Сәбәләнә.)Алмас, Арыҫлан ауырыясаҡ. Ас, зинһар. Бала һинеке, мин һиңә фатир өсөн кейәүгә сыҡманым. Оҡшатып сыҡтым, яратырға тырыштым, яйлап өйрәнермен тип уйланым.

 

Алмас бер һүҙһеҙ бала менән Гүзәлде балконда ҡалдырып тышҡа сығып китә. Балконда бала менән ҡалған Гүзәл улын йылытырға тырышып, балконда торған әйберҙәрҙе ҡарай. Бер ҡыҫҡаҡ тун таба һәм шуға баланы урай. Ныҡ өшөгән баланың тауышы кәмей. Гүзәл унда-бында шаҡып ҡарай. Сәғәтенә күҙ һала.

 

Уй, таңғы сәғәт өс, кешеләрҙең йоҡлаған мәле. Нисек кенә итеп был ишекте асырға, нисек итеп сығырға. (Күккә күҙ йәштәре менән баға.)

Эй, Раббым, һин генә күрәһең, һин генә беләһең. Эй, Аллам, ҡотҡар беҙҙе. (Туңа башлай һәм, балаһын нығыраҡ ҡосаҡлап, иҙәнгә ултыра. Шул арала эргәһендә Ринат Тимерхановичтың һыны пәйҙә була.Гүзәл үҙен үлде тип уйлай.)

Ринат Тимерханович, мин дә үлдемме ни? Һеҙ ҡайһылай тиҙ килеп еттегеҙ? (Үҙенүҙе ҡапшап ҡарай.)

Ринат. Юҡ,Гүзәл, һин үлмәнеңһәм үлмәйәсәкһең. Тик мин, һинең бәхетһеҙ тормошоңдо күреп, ун тапҡыр үлдем. Яҙмышығыҙға ҡыҫылып,ике кешене бәхетһеҙ иттем. Ә һин хәҙер ошо балаң хаҡына тере ҡалырға тейеш. Һин бит беләһеңетемдәр тормошон.  Тор! Аңыңа кил, зинһар!

Гүзәл(һаман аңламай, туңыуҙан үҙ аҡылында түгел).Ринат Тимерхан улы, һеҙгә мең рәхмәт. Һеҙ гел мине яҡланығыҙ, хатта үлгәс тә яҡлайғыҙ. Мең рәхмәт.

Ринат.Гүзәл, һин үлмәнең. Тик, хәҙер ошо балконда ҡалһаң,икегеҙ ҙә туңып үләсәкһегеҙ. Зинһар, тор. Арыҫлан һине яратты, тик беҙ әсәйем менән уны алданыҡ. Һин миңә яратам тип әйттең, тип алданыҡ.Мин – ҡәбәхәт. Кейәүгә сыҡҡаныңды ишеткәс тә ул ныҡ көйҙө. Ә мин инде яйлап ҡына үҙемде күрә алмай башланым, дөрөҫөн һөйләй алмауым да мине ашаны. Был ауырыу мине еңде, үлем хәленә ҡалдым. Эх, Гүзәлдең бала табып,бәхетле әсәй булыуын күрергә ине, тип уйлап яттым дауаханала.

Гүзәл. Ниңә саҡыртманығыҙ һуң? Мин килер инем. Социаль селтәрҙәрҙә яҙыр инегеҙ. Арыҫлан мине барлыҡ селтәрҙәрҙә лә блокировать итеп бөткән. Күпме йылдар үтте,һаман миңә асыу һаҡлай.

Ринат.Һинең мине һуңғы көндәрҙә күрмәүең хәйерле. Мин ныҡ үҙгәрҙем һәм ҡыйын итеп киттем. (Гүзәлде ҡосаҡлай, сәстәренән һыйпай, шул мәл Гүзәл уға ҡулдарын бирә, күҙҙәренә ихласлыҡ менән баға.)

Гүзәл. Ринат Тимерхан улы, ә Арыҫлан нисек? Ул бәхетлеме?

Ринат.Гүзәл, һин әле генә балаң менән бергә үлептерелдең. Почти үлдең. Тик,һаман шул Арыҫланды һорайһың. Юҡ, өйләнмәне. Ҡыҙҙарҙы алыштырып, һайлап ҡараны. Тик өйләнергә уйламай. Ул бит һине ысынлап та яратты һәм, һин уны алданың, тип уйлай. Ул бит һинең минең әсәйем менән ни турала һөйләшеүеңде лә белмәй. Белмәһен дә. Тиҙҙән атайым үләсәк, әсәйем яңғыҙ ҡаласаҡ. Ә Арыҫлан үсекһә, үҙең беләһең. Ана һине һаман ғәфү итә алмай. Әсәйемә ундай эмоциональ ҡыйынлыҡ кәрәкмәй.

Гүзәл.Ярай, белмәйәсәк. Ә һеҙҙе мин ғәфү итәм.

 

Ринат Гүзәлде ҡосаҡлай.Гүзәл яйлап иҫен юғалта башлай, Ринат уны елтерәтә, аңына килтерә.

 

Ринат(Үкенес менән).Бындай хәлдә ҡалыуыңды алдан белгән булһам... Иң яҡын кешеләремде бәхетһеҙ иттем бит.Мин һине күктәргә күтәрә алырлыҡ кешене осратыр, тип уйлағайным. Ашыҡтың, матурҡайым. Яңғыҙлыҡтанмы әллә Арыҫланға үс итеп сыҡтыңмы кейәүгә? Их, балаҡай, ни һаҡлай алманым үҙеңде, ни яҡлай алманым.

 

Гүзәл яуап бирерлек хәлдә түгел.Балаһын үҙенә ҡыҫып,яйлап ҡына ултырған еренән ауа. Яйлап ҡына күҙҙәрен йома. Ринаттың йәне сәбәләнә.

 

Ринат. Гүзәл, тор! Гүзәл, иҫеңә кил! Гүзәл, балаң хаҡына бирешмә. Һин бәхетле буласаҡһың, ысынлап та, мөхәббәтеңде осратасаҡһың.

 

Гүзәлдең сәстәренән һыйпай,ҡосағына ала. Балконды асып, Гүзәл менән баланы фатирға индерә. Ут янып-һүнә, Ринат юҡ була. Шул мәл ишектә ҡыңғырау. Иҙәндә ятҡан Гүзәл саҡ-саҡ шыуышып тороп,ишекте аса.

 

Тауыш. Скорую вызывали!?

 

Шәфҡәт туташтары, йүгерешеп инеп, Гүзәлде ҡарай башлайҙар.

 

Гүзәл(хәлһеҙ килеш). Минең балам...Теге бүлмәлә минең балам, ул туңды. Зинһар өсөн, минең Арыҫланымды ҡотҡарығыҙ, зинһар.

 

Ут һүнә.

 

Тауыш.Ир кеше тиҙ ярҙам саҡырҙы. Ҡайҙа ул үҙе? Ярай ваҡытында саҡырҙы.

 

Пьеса аҙағында Гүзәлдең һәм балаһының тере ҡалыуына ишара яһала.

 

Шаршау

 

Фото авторҙыҡы.

 

Автор:
Читайте нас