+30 °С
Облачно
Әҙәби балҡыш
13 Сентября 2025, 07:55

Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Илһамды улар ҡартатаһынан ала.

Сиражетдинова  Зилә Хәмитйән ҡыҙы, 1957 йылғы, Сибай ҡалаһы. - “ Тыуған яҡ “ картинаһы бик тәрән һәм киң мәғәнәгә эйә,- ти  йәш рассәм Әлиә Сиражетдинова.-  Бында тәбиғәт бар матурлығы, камиллығы байлығы  менән һүрәтләнә: күгәреп ятҡан Ирәндек тауҙары, Урғаҙа йылғаһы, ҡылғанлы дала... Кеше өсөн иң кәрәкле булған ер, һыу, һауа - өс ҡөҙрәтле мөғжизә һынландырыла. Ә  аттар  аша  рассәм картинала кешеләрҙең ҡатмарлы яҙмыштарын  сағылдыра. Бейеклектә  олпат баҫып торған аҡһыл күк ат аша  Мөжәүир ҡартатай  образы һүрәтләнә.  Ул күпте күргән, яҡшыһын да,  яманын да үҙ башынан үткәргән, инде ил ҡартына , аҡһаҡалға әйләнеп, халҡынан ҡәҙер- хөрмәт күреп йәшәй. Ике юл сатында торған вайымһыҙ ҡолонсаҡ алға, билдәһеҙлеккә  ҡыҙыҡһынып баҡҡан.  Ҡайһы юлды һайлар ул?  Һайлаған юлы бәхеткә илтерме? Урталыҡта ерән айғыр менән һары бейә йәшел үлән утлай - үҙ хәстәрен хәстәрләй, донъя менән ҡәнәғәттәр, тыуған ерендә көн итһәләр, улар өсөн бәхет шул.

Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Илһамды улар ҡартатаһынан ала.Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Илһамды улар ҡартатаһынан ала.
Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Илһамды улар ҡартатаһынан ала.

Илһамды  улар  ҡартатаһынан  ала.

 

    - Ҡыҙҙарым Әлиә менән Зәлиә бәләкәйҙән ҡартатайын һәм уның тыуған төбәге  Манһырҙы, ауылдың тирә- яғындағы икһеҙ- сикһеҙ киң далаларҙы яратып,  үҙ күреп  үҫте. Уларҙың тәүге һүрәттәре лә ошо төбәктең тауҙарына, ялан – ҡырҙарына, сылтыр  шишмәләренә арналды,- ти рассәм ҡыҙҙарҙың  әсәһе Зилә Сиражетдинова.( Зилә - хәҙрәттең  килене. Сәүҙә ҡыҙының улы Шамилдең хәләл  ефете.)

   - Өйөбөҙҙә һаҡланған ҡартатайыбыҙҙың берҙән- бер фотоһүрәтенә оҙаҡ итеп текләп ултырабыҙ ҙа күңелгә илһам килә. Һүрәт төшөрә башлайбыҙ. Әйҙә, ат һүрәте яһайыҡ, тибеҙ ҙә  эшкә тотоноп  китәбеҙ. Ҙур  итеп ап-аҡ ат һүрәте төшөрәбеҙ ҙә быныһы ҡартатайыбыҙ, тибеҙ. Эргәһенә тағы  ала сыбар  һәм тимер күк  ат эшләп ҡуябыҙ - быныһы атайым менән әсәйем.  Йәнә ике ҡолонсаҡ яһап ҡуябыҙ. Былары беҙ -  Әлиә  менән Зәлиә.- Тәү  һүрәт төшөрә башлауҙарын рассәм ҡыҙҙар  бына ошолай ҡыҙыҡ  итеп хәтерләй.

 - Тәбиғәттән бирелгән талант, тыуған яҡҡа сикһеҙ һөйөү, хозур матурлыҡты күрә һәм тоя белеү  ҡыҙҙарыма мәшһүр ҡартатаһы Мөжәүир хәҙрәттән тапшырылған аманат,- ти  Әлиә менән Зәлиәһенең  атаһы Шамил , ҡыҙҙарының уңыштары  өсөн шатланып.

  Мөжәүир хәҙрәт тураһындағы хәтирәләр  китабының тышлығына  “ Мөжәүир хәҙрәт  йәшәгән  йорт”, эске  биттә “ Манһыр  мәсете”, артҡы биттә “Тыуған яҡ”(Хәҙрәттең тыуған ауылы Манһыр тирәһендәге  күренеш), эстә         

   “ Әүлиә шишмәһе” исемле картиналарҙан репродукциялар  бирелде. Йәшәгән өйө, мәсете,  һыу  алып эскән шишмәһе бөгөнгө көндә нисек һаҡланған, ейәнсәрҙәре тарафынан  картиналарҙа шулай үҙгәртеүһеҙ яҙылған.

- “ Тыуған яҡ “ картинаһы бик тәрән һәм киң мәғәнәгә эйә,- ти  йәш рассәм Әлиә Сиражетдинова.-  Бында тәбиғәт бар матурлығы, камиллығы байлығы  менән һүрәтләнә: күгәреп ятҡан Ирәндек тауҙары, Урғаҙа йылғаһы, ҡылғанлы дала...

Кеше өсөн иң кәрәкле булған ер, һыу, һауа - өс ҡөҙрәтле мөғжизә һынландырыла. Ә  аттар  аша  рассәм картинала кешеләрҙең ҡатмарлы яҙмыштарын  сағылдыра. Бейеклектә  олпат баҫып торған аҡһыл күк ат аша  Мөжәүир ҡартатай  образы һүрәтләнә.  Ул күпте күргән, яҡшыһын да,  яманын да үҙ башынан үткәргән, инде ил ҡартына , аҡһаҡалға әйләнеп, халҡынан ҡәҙер- хөрмәт күреп йәшәй. Ике юл сатында торған вайымһыҙ ҡолонсаҡ алға, билдәһеҙлеккә  ҡыҙыҡһынып баҡҡан.  Ҡайһы юлды һайлар ул?  Һайлаған юлы бәхеткә илтерме? Урталыҡта ерән айғыр менән һары бейә йәшел үлән утлай - үҙ хәстәрен хәстәрләй, донъя менән ҡәнәғәттәр, тыуған ерендә көн итһәләр, улар өсөн бәхет шул.

 “ Мөжәүир хәҙрәт  йәшәгән йорт” картинаһын бөтә күңел йылымды биреп яҙҙым,- ти  Зәлиә Сиражетдинова.-  Ап- аҡ нигеҙ ташы, емеш ағастарында  аҡ сәскәләр, бүрәнә өйҙөң аҡ түбәһе, күктән һуҙылған аҡ юлаҡ ...  Изге ҡартатайым йәшәгән  йорт  бөтә донъяға  бәхет нуры сәсә. Юғарынан да өйгә  нур   һибелә, әйтерһең, Хоҙай Тәғәлә ҡартатайым йәшәп киткән  изге  ергә юғарынан үҙенең  рәхмәтен ебәрә.

Хәтирәләрҙе туплап, китап итеп сығарыусы  яҙыусы Лира Яҡшыбаева ла ҡыҙҙарымдың эштәренә яҡшы баһа бирҙе:

- Картиналарҙа Әлиә менән Зәлиәнең ҡартатаһына  булған тәрән ихтирамы сағыла. Был  китапҡа  йәш рассәм  Әлиә менән Зәлиәнең йөрәк йылыһы һеңде, күңел наҙы бөркөлдө, шунлыҡтан уны ҡулға  тотҡандан йән рәхәтләнә, күҙ  шатлана.

 Аллама шөкөр, ниһайәт, бөйөк шәхесебеҙ тураһында  хәтирәләр китабы  сыға. Шатлығыбыҙҙың сиге юҡ,сөнки  бар хәленсә  минең  ҡолонсаҡтарым да китапҡа  үҙ өлөшөн индереп, ҡартаталарының рухын шат ҡылды.    

Ҡыҙҙарымдың нескә күңелле, изге холоҡло булып үҫеүенә ҡыуанам. Йөрәктәренә Аллаһы Тәғәлә миһырбанлыҡ һалған, күңелдәренә дәрт биргән, ижади  һәләтен дә  йәлләмәгән. Балаҡайҙарымды әҙәм кәмләһә  лә  Аллаһы Тәғәлә кәмләмәһен. Ҡартатайҙары рухы Хызыр Ильяс булып  һәр ерҙә үҙе һаҡлап, яҡлап, ҡурсалап алып йөрөтһөн, иншалла!  

 

 

 

 

           

 

Автор:
Читайте нас