+30 °С
Болотло
Әҙәби балҡыш
11 Сентябрь 2025, 05:29

Халыҡ йырсыһы. Юмористик хикәйә. Харис Шәрипов.

Ғатуф, иртәнән алып көмөшкә ҡыуып булаша ине, күршеһе Сәғит килеп керҙе. Табын ҡорҙолар. - Ғатуф ағай! Һин үҙең арыу ғына йырлайһың бит, әйҙә, йырлағаныңды төшөрөп алып интернетҡа һалайыҡ, - тип кеҫәһенән телефон сығарҙы күңелләнеп алған Сәғит. - Һин кемдән кәм, тауышың да нишауа ғына. Ана интернетта нимә генә юҡ. Ашап — эскәндәрен, йырлағандарын да һалалар. Хатта китеп барған машина капотында ла бейейҙәәр. Халыҡ шаша ғына! Интернет булғас, барыһы ла ҡарай. Ә һин — настоящий талант! Халыҡ йырсыһы!

Халыҡ йырсыһы. Юмористик хикәйә. Харис Шәрипов.Халыҡ йырсыһы. Юмористик хикәйә. Харис Шәрипов.
Халыҡ йырсыһы. Юмористик хикәйә. Харис Шәрипов.
- Әлләсе, минең шул әҙерәк һалып алһам бер йырым бар  инде. Уныһын да бер куплет ҡына беләм.  Ғатуф, шкаф башынан иҫке гармунын алды ла, уйнап, йырлап  та ебәрҙе:
Гәйҙем, гәйҙем, гәйҙем, гәйҙем
Гәйҙем тип йырламағыҙ шул.
Гәйҙем тип йырламағыҙ. 
Мин дә бит ата балаһы
Мине лә хурламағыҙ.
Әллә иҫереүе етте, Сәғит күңеле тулып, илап ебәрҙе: «Иҫ киткес моң бит һиндә, Ғатуф ағай! Әллә ҡасан ҙур сәхнәләргә сығырға ине, әрәм генә булып ауылда ятаһың.  Сәғиттең маҡтауына ҡупайып киткән Ғатуфтың күңеле булды: 
- Шулай тиһеңме, ҡустым, заманында миңә бәлки әртис булырға кәрәк булғандыр?
Сәғит күп уйлап тормай телефонын алды ла, Ғатуфтың йырлағанын төшөрөп, интернет сайттарына ебәрҙе. Интернетта ултырған кешеләр, Ғатуфҡа илле йәш саҡ тулып килһә лә, ҡойолған сәсе, тештәренә, күп эсеүҙән шешенеп, бәшегән бәрәңге кеүек бөршәйгән битенә ҡарап, етмеште үткән бабай йырлай тип уйланылар.  Ғатуфтың тамаҡ төбө менән ауылса итеп йырлауы бик күп кешеләрҙең зауығына тура килде, буғай. Кемуҙарҙан күктәргә күтәреп, маҡтарға тотондолар. «Бына исмаһам моң, иҫ киткес тауыш!», «Бик халыҡсан йырлай, әртистәрең ары торһон!», «Бвға тиклем ҡайҙа йөрөнө икән был бабай, непременно халыҡ артисы исемен бирергә кәрәк!», «Телевизорҙан күрергә ине!», «Мәҙәниәт әһелдәре нимә ҡарай икән, шундай талантты күптән сәхнәгә сығармай», - тигән маҡтау һүҙҙәре яуҙы төрлө тарафтарҙан. Төпкөлдәге ауылда тыныс ҡына йәшәп иятҡан Ғатуфтың «йырсы» тигән даны таралды.
«Шундай шәп халыҡ таланты булғас, концерттарға алайыҡ үҙен», - тине райондың мәҙәниәт бүлеге  етәксеһе Рәйсә Ғәйфуллина. — Тиҙҙән уңыш байрамы була, шунда йырлаһын әйҙә!» Концерт булаһы көндө Ғатуфты ауылынан барып алдылар, ашханала бушҡа һыйланылар, матур сәхнә костюмы табып бирҙеләр. Район мәҙәниәт йорто баянсыһы Радик Сәғиҙуллин менән репетиция эшләнеләр. Радик, йырҙың бер куплетын уйнаны ла: «Ағай, тональносын билдәләйек, өс куплеттыр моғайын?», - тип башҡа коллективтар янына китеп бароҙы. 
Ғүмерҙә лә сәхнәгә сығып ҡарамаған Ғатуф, ҡаушамаҫ өсөн, үҙе менән алып килгән көмөшкәне кешенән йәшереп кенә ике стакан тултырып эсеп ҡуйҙы.  Уға ҡыйыулыҡ өҫтәлде. Хәҙер инде ул үҙен филармония сәхнәһенә сығып йырларлыҡ итеп тойҙо.  Ғатуфтың сәхнәгә сығырға сираты етте. Алып барыусы ҡыҙ: «Башҡорт халыҡ йыры «Гәйҙем, гәйҙем», Ҡарамалы ауылынан Ғатуф Хәйбушин йырлай», - тип иғлан итте. Ғатуфты интернет аша белеп өлгөргән тамашасылар алҡышлап ҡаршы алды. Йырсы микрофон алдына сыҡты ла, ҡысҡырып йырлап та ебәрҙе:
 Гәйҙем, гәйҙем, гәйҙем, гәйҙем
Гәйҙем тип йырламағыҙ шул.
Гәйҙем тип йырламағыҙ. 
Мин дә бит ата балаһы
Мине лә хурламағыҙ.
Ғатуф, йырҙың башҡа куплеттарын белмәгәс, тағы ла бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатланы. Уға өс куплет ҡына йырлау аҙ тойолдо, буғай, дүртенсе тапҡыр йырлап ҡуйҙы. Баянсы Радик Сәғиҙуллин аптырап ҡалһа ла, йырсы туҡтарға уйламағас, уйнап торорға мәжбүр булды. Зал тулы халыҡ шаулай, көлә башланы. Ғатуф бишенсе тапҡыр «Гәйҙем, гәйҙем», - тип башлағайны, шаршауҙы яптылар ҙа, бейеү ансамбле егеттәре уны күтәреп алып сығып киттеләр. Ғатуфтың бер ҙә сәхнәнән сыҡҡыһы килмәй ине: «Пошли вы все на! Йырлайым тағы!», - тип ҡысҡырҙы. Ул тамам иҫергәйне. Ғатуфты, тауыш ҡуптарып йөрөмәһен тип, тиҙ генә ауылына оҙаттылар. Был ваҡиғанан һуң уға «Әртис Ғатуф» тигән ҡушамат йәбешеп ҡалды. 
Харис Шәрипов.
Автор:Регина Камалова
Читайте нас