

Китер алдынан хушлашырға ҡайтты. Әсәһе бот сапты:
– Аллаҡайым! Һуғыш күреп туймаған икән был бала! Атаһы? Ишетәһеңме? Ишетәһеңме шуны, Хоҙайым...
Атаһы ла шаңҡый биреп ҡалған.
– Күрәһеләрем бар икән һаман! Афғаныңдан саҡ көтөп алғайным бит. Бына ошо сәстәрем, ҡырҡ йәшемдә ошо сәстәрем ап-аҡ ине һинең өсөн ҡайғырып... – Сәлимә йән асыуға башынан яулығын һыпырып алды. – Хәбәрһеҙ юғалды тигәндә, ана, атайың военкомат алдында йөрәге тотоп ҡолап ятты, әле ауыҙын аса алмай ултырһа ла...
– Әсәй... Етәр инде. Хәл иткәнмен.
– Хәл итәһең шул һин, үҙең генә хәл итә лә ҡуяһың. Нишләп кенәлер беҙҙе уйламайһың. Ярай, мине лә түгел, ти, атайыңды, һеңлеләреңде лә түгел, ти. Һуң анау бармаҡ башындай ҡыҙыңды йәлләһәң ни була? Балаң менән ҡатының да тотмаймы ни һине тыныслыҡта?
Шул саҡ, ниһайәт, атаһы ла ҡушылды:
– Улым, теге мәл һин хәрби хеҙмәт үттең, унда артыҡ һайлауың да булманы, ә бында бит... һине берәү ҙә көсләмәй. Үҙебеҙҙә түгел, ҡайҙалыр ситтә барған яу.
– Унда ла беҙҙең егеттәр, атай. Беҙҙең һалдаттар баш һала. Йәштәр, яңы армияға алынғандар, бер нәмә лә аңламай барып инәләр... Ә мин тәжрибәле һалдат, ундайҙы инде күргәнмен, беләм. Өйҙә ята алмайым, уйһыҙ ғына эшкә йөрөй алмайым, йоҡлай алмайым мин...
– Улым!.. Үлтерәһең бит беҙҙе...
– Әсәй... илама, зинһар...
Чечен кампанияһының тәүгеһендә ике тапҡыр ҡаты яраланды ул. Шунда бер йәш хирург менән дуҫлашып киткәйне. Мирон исемле ине, бик уҡымышлы, белемле әҙәм.
– Ниндәй сәбәп менән бында килеп эләктең? – тигән һорауҙы бирҙе ул перевязка ваҡытында. Салауат табиптың ҡуңыр йөҙөнә, көмөрө танауына, киң ултырған үтә теремек көрән күҙҙәренә ҡарап алды:
– Сәбәпһеҙ.
– Һуғышҡа сәбәпһеҙ киләләрме ни? Бында кешене йә аҡса тарта, йә үлем. Йәки, күрәһегеҙ, кемдер сараһыҙҙан яу эсендә ҡалған.
– Мин һеҙгә уны аныҡ ҡына аңлата ла алмам. Бурыс, тиһәм... ышанмаҫһығыҙ. Тегендә, афғанда, үҙебеҙҙең ғәскәрҙең бер өлөшөнә әйләндем дә шунан сыға алманым. Хәҙер беҙҙекеләр ҡайҙа һуғышһа ла, шунда тарта. Ҡайҙалыр егеттәр минең ярҙамға, минең ҡоралға мохтаж һымаҡ. Һәм ысынлап шулай ҙа...
Ошо һөйләшеүҙән һуң, киләһе юлы, шулай уҡ яраларҙы йыуып бәйләгән саҡта, Мирон уға ҡыҙыҡ ҡына хәбәр һөйләне.
– Ә беләһеңме, кем һин? – тине ул көтмәгәндә. – Интеллигент.
– Улай булып булманы инде, – тип ыңғырашыуын еңеп «көлөмһөрәне» ир. – Әсәйем бик тә теләгәйне галстук тағып ҡына интеллигент булып эшкә йөрөүемде.
– Һеҙ интеллигентты костюм-салбарҙағы мәҙәниле кеше икән тиһегеҙме? Юҡ шул, брат, интеллигент – ул яугир. Дәүләттең иң төп хәрби көсө, кәрәк булғанда шәһит китә, кәрәктә үҙен ҡорбан итә алыр кешеләре. Бына кемдәр улар!
– Ҡайҙа инде ундай интеллигенттар?
Мирон танау «убаһынан» шыуып төшөп киткән лупалы күҙлеген төҙәтә лә бөтәшә барған яраны ҡоршаған ептәрҙе яйлап ҡына һурып ала бара, үҙе салҡан ятҡан ирҙең сытырайған йөҙөнә күҙ ташлай-ташлай, аңлатма бирә:
– Боронғо Римда.
– Ана ҡайҙа икән! – хәҙер инде Салауат көлә.
– Белгегеҙ килһә, Боронғо Римда бөтөн ир-егет тә хәрби яуаплылыҡ күтәргән. Кемдәрҙер армия өсөн эшләгән, кемдәрҙер хәрби хеҙмәт алып барған. Байҙар ҙа, ярлылар ҙа, һөнәрлеләр ҙә, чиновниктар ҙа – барыһы ла. Әгәр һин армиянан баш тартаһың икән, һин Рим гражданы түгел, һинән йәмғиәт тә баш тарта. Хәтәр бит?
– Хәтә-әр... – тип кенә ҡуя ала бындай мәғлүмәткә яралы.
– Рим дәүләтенең бөтә системаһы ошо. Армия, үҙ сиратында, легиондарҙан, легиондар когорталарҙан, когорталар центурийҙарҙан, центурийҙар манипулдарҙан тора. Бына шунан сыҡҡан да инде «манипулитровать» тигән төшөнсә. Легионда, билдәле булыуынса, биш мең яугир иҫәпләнә. Бында йәш һалдаттар, тәжрибәле ветерандар һәм элита инә. Йәштәр, үҙегеҙ беләһегеҙ, өйрәнә, хәрби уйындарҙа ҡатнаша, алышҡа әҙерләнә. Унан киләһеләр – бер йәки бер-ике бәрелеште үткән, оҫтара барғандар. Унан оҙайлы походтарҙа ҡатнашҡандар, сыныҡҡандар. Ә иң төп когорта «интеллигенция» тип аталған, йәғни һуңғы «меңлек». Улар еңелеү ҙә, сигенеү ҙә, ҡурҡыу ҙа белмәгән. Улар йәки юҡ ителгән, йәки еңгән. Тап шул интеллигенция легион бөркөтөн тотҡан да инде. Интеллигенция ҡолаһа, бөтөн легион юҡҡа сыҡҡан, йәғни тотош дәүләт.
– Ҡыҙыҡ... ҡыҙыҡ... Һин тарихсы ла икән, – һалдат хирургка һоҡланыуын белдермәй булдыра алманы.
– Мин грек сығышлы, затымда гректар һәм тағы кемдәр генә юҡ ул. Әммә был мөһим түгел. Артабан тыңла. Ни өсөн был төркөм «интеллигент», йәғни «аңлаусы» кешеләр тип аталған, беләһеңме?
– Әллә... Юҡ.
– Белмәйһең, әлбиттә! Һин бит үҙең шул «понимающий», әммә үҙ-үҙеңде «не понимающий», между прочим, – Мирон яурындарын һелкетеп тауышһыҙ ғына көлөп ала. – Был кешеләргә нимәлер аңлатырға кәрәкмәгән. Улар илһөйәрлекте һәм илгә йәне-тәне менән бирелеүҙе үҙҙәре аң кимәлендә төшөнгән. Улар менән ниндәйҙер юғары, рухи көс үҙе идара иткән. Был төркөм ҡасан, ҡайҙа яуға китергә икәнде үҙе белгән, һуғыш тактикаһын, стратегияһын ныҡ яҡшы үҙләштергән. Отряд ҡасан, ни рәүешле теҙелергә, ҡалҡандарын ҡасан, ҡылысын ҡасан күтәрергә, ниндәй ваҡытта рәтте ҡыҫырға, ҡайҙа таралырға һәм ни рәүешле үлергә икәнде лә үҙе хәл иткән. Уларҙа команда булмаған. Был яугирҙәр барыһын үҙҙәре белгән, эске тойомдары менән генә эш иткән. Улар илдең берәү ҙә һындыра алмаҫ көсө һәм ҡөҙрәте булған. Бына кемдәр булған ул борон интеллигенция!
– Ғәләмәт икән! – Салауатҡа хайран ҡалып тыңлап тик ятыуҙан башҡа сара юҡ.
– Шулай итеп, Боронғо Римда интеллигенция булып хәрби хеҙмәттә иң юғары нөктәгә – башҡалар өсөн үҙ теләгең менән ҡорбан булыр, иң ҡыйыу яугирҙәр менән иңгә-иң тороп һуғышыр, иң ғәйрәтле дошманға ла ҡаршы торор кимәлгә еткәндәр иҫәпләнгән. Интеллигенция, тимәк, империяның умыртҡа һөйәге! Интеллигенция – дәүләттең һөлдәһе! Интеллигенция – ил торған нигеҙ! Әйткәндәй, Сынғыҙхандың да шундай интеллигенцияһы булған. Үкенескә ҡаршы, боронғо донъя менән бөгөнгө көн интеллигенцияһы араһындағы айырма – ер менән күк. Шулай... Жиза, брат...
– Һммм...
Ҡайтып йәшәй генә башлағайны, Галина менән аралары йәбешмәне. Ҡатынының – уға, уның ҡатынына ҡылыҡтары оҡшаманы. Ике йыл өйҙә булмаған атайға ярайһы үҫеп киткән ҡыҙы ла ятһырап ҡарай ине. Оҙаҡ уйлап, аңлашыу талап итеп ҡатынды йонсотоп тормаҫҡа булды Салауат – афған һуғышы ветераны булараҡ бирелгән ике бүлмәле фатирын ғаиләһенә ҡалдырҙы ла сығып китте. Ере һәм бәләкәй генә йорт ишараты бар ине, йүнәтеп инде. Шулай буйҙаҡ тормош башланды. Яуҙаш дуҫтары йыйылды унда йыш ҡына. «Афғандар» ҙа, «чечендар» ҙа булды. Матур мәжлестәр ҙә, һуғыш-ыҙғыштар ҙа, ҡайғылы ултырыштар ҙа булды. Булды...
Икенсе Чечен кампанияһына ла беренсе көндән хәл итеп ҡуҙғалды ул. Завод хакимиәтендәге тынсыу кабинеттарҙан, бер төрлө төҫһөҙ оперативкаларҙан, буш ваҡыт һуҙыусы кәңәшмәләрҙән, мәғәнәһеҙ ултырыштарҙан арып, ғарҡ булып бөткәйне. Шуға ла был иғлан уның рухын уятып ебәргәндәй итте. Оран һымаҡ яңғыраны уға икенсе Чечен кампанияһы хаҡындағы хәбәр. Хатта, ышанаһығыҙмы, ҡыуанып китте...
Күпме һары суҡышлы һалдаттарҙы ғазраил ауыҙынан йолоп ҡалғанлығын, күпмеһен ут эсенән алып сыҡҡанын, ғүмерҙәрен ҡотҡарғанын, дауалағанын, йыуатҡанын, арҡалағанын үҙе һәм бер Аллаһы Тәғәлә генә белә... Ә уның контузияла ҡулға алынғанын, тәҡәтһеҙ язаланғанын һәм дүрт ай ер аҫты баҙында туңғанын махсус органдарҙан башҡа берәү ҙә белмәй. Һәм белмәүе лә хәйерле. Кемгә кәрәк ул?..
– Балам... балаҡай ғынам... Хәсрәт кенәм минең... Күҙ нурым...
Был хәтлем дә моңло, был хәтлем дә наҙлы ауаз ҡайҙан? Әсәһе? Ул бында... нисек?..
Күҙ ҡабаҡтарын ауырлыҡ менән күтәргән яугир, үҙенә төбәлгән йән әрнеткес яҡын һәм борсоулы йөҙҙө күреүҙән ҡапыл аңына килде:
– Әс-сәй?..
– Улым!.. Йөрәгем минең... алтыным...
Һулҡылдап күкрәгенә ҡолаған әсәне йыуатыр һүҙе лә, көсө лә юҡ ине ирҙең.
Заводта эшләгән, нимәләрҙер хәл иткән, ҡайҙарғалыр депутат булып һайланған, мөһим тип нарыҡланған проекттар етәкләгән, юғарыға үрләтелгән тиҫтә йылдар үтте. Салауат олпатланды, сәстәре салланды, ҡыҙы үҫте, әсәһе ҡартайҙы, атаһы вафат булып ҡалды. Тыныс тормошҡа үҙен баш-көллө арнарға тырышты ул, төштәрен, эҙәрлекләүсе уйҙарын, язалаусы иҫтәлектәрен, өйкәп тороусы хәсрәттәрен онотоп барғандай ҙа һымаҡ ине. Бер ҡатын күңелен йыуатты, унан икенсеһе... торараҡ өсөнсөһө менән өс-дүрт йылдай йәшәп алды. Тик улар Салауатҡа, Салауат уларға эҫенә алманы. Үпкәһеҙ, тартҡылашыуһыҙ ғына хушлаштылар. Һәм былар барыһы ла ялҡытты, йөрәкте нәҫ баҫты, рух мүкләнде...
Украинала махсус хәрби операция иғлан ителеүе бөтөн илде ҡуҙғытты. Ҡайһылары беренсе көндәрҙән үк шунда ынтылды. Ҡайһылары, Салауат кеүек, уйлана биреп ҡалды, кемдәрҙер шомланды, өсөнсөләре, белгән-белмәгәнен ҡушып һөйләп, баяғы ҡурҡҡандарҙың йәненә тағы ла ҙурыраҡ ҡотҡо һалды. Әммә үҙеңде оҙаҡ әүрәтеп йә алдап буламы икән? Өс ай тигәндә Салауат тиҫтәләгән «афған» һәм «чечен»дары менән Луганск өлкәһендә ине инде. Уларҙы тағы ла Һуғыш Аллаһы йыйып алды.
***
Башҡортостандан делегация килгән, тип хәбәр иткәйнеләр, полк командиры яҡташтарын ҡаршы алыуҙы һәм урынлаштырыуҙы батальон командирына тапшырҙы. Салауат Ямалов был эш менән беренсе тапҡыр ғына шөғөлләнмәй. Йәш яугирҙәрҙе хәрби операцияға әҙерләүҙән тыш, уға йыш ҡына ошо бурысты ла йөкмәтәләр. Хәҙер төрлө ярҙам, мәғлүмәт сараларының ныҡ үҫешкән заманы, бер хәрби операция ла уларҙың иғтибарынан аша китә алмай, бер пуля ла ҡырын осмай. Быныһы шул «ярҙамсылар» күҙлегенән инде. Ә, асылда, улар белмәгән күп нәмә бар хәрби донъяла. Шулай ҙа үҙбаһаһы артыҡ юғары булған был хеҙмәт әһелдәренә тейешле иғтибарҙы һәм ваҡытты ғына бүлеү мөһим. Быны командир Ямалов та яҡшы белә һәм үҙ бурысын улар алдында теүәл генә үтәй.
Штабҡа барып ингәс тә өҫтәл артында төрлө ранг командирҙары араһында әңгәмә ҡороп маташҡан ҡунаҡтарҙы күҙҙән үткәрҙе Ямалов. Шул команданың бер дүрт-бишен уға урынлаштырырға, йәшәү-ашау шарттары булдырырға һәм лагерь буйлап йөрөтөргә кәрәк. Киләһе аҙнағаса ошо «ҡойроҡтарға» түҙергә, һәр хәлдә.
Шулай барын барлап тора торғас, ҡапыл ҡарашы бер ҡатынға төштө. Ул да, ҡайҙан төбәлгәндәрен һиҙгәндәй, иғтибарын йүнәлтте: күҙҙәр осрашты. Салауат бер мәлгә юғалып, ҡаушап ҡалды. Бындай үткен, талапсан һәм яндырыусы тура ҡараш... Шул уҡ ваҡытта йомшаҡ һәм наҙлы... Һынаулы һәм талапсан... Йөҙөндә иһә мөләйемлек, ихласлыҡ кеүек...
Ер аҫтындағы блиндажда бар хәленсә ҡаршыланы үҙенә бүленгән төркөмдө полк етәкселеге. Ябыуһыҙ ағас өҫтәлдәге ҡоро паек янына кемдәндер табылған өйрәк ите, аҙыраҡ ҡатҡаныраҡ булһа ла пицца, еләк-емеш ҡайнатмаһы, тәм-том ҡуйылды. Сығышы билдәле булмаған шарап та, араҡы ла табылды. Йәнле генә ултырыш булып алды, берәүҙәрҙең теле асылды, икенселәрҙең – күңеле.
Салауат яйын тура килтереп теге ҡатынға һүҙ ҡушты:
– Һеҙ ҡайҙан?
– Өфөнән.
– Мин дә Өфөнән.
– Беләм. Һеҙҙең башҡорт икәнде лә беләм.
Салауат бер нисә секундҡа телһеҙ ҡалды.
– Ҡыҙыҡ. Миндә ундай мәғлүмәт булманы.
Ҡатын көлдө генә:
– Ой, һеҙ, хәрбиҙәр, күктән төшкән мәғлүмәтте генә доға итеп күрәһегеҙ инде. Бына мәғлүмәт юҡ, ә мин бар. Нимә эшләйһегеҙ хәҙер?
Командир бирешмәҫкә тырышты:
– Тейешенсә ҡунаҡ итәм, талаптарға ярашлы хеҙмәтләндерәм, бер һорау ҙа булмаясаҡ.
– Ышанам, ышанам. Улайһа, танышайыҡ әйҙә, мин – Резеда Ғиләжева.
– Әһә... Һеҙ – билдәле тележурналист. Ғәфү үтенәм... Мин йәмәғәт вәкилдәрен белеп етмәйем... ғүмер һуғыш араһында үтеп бара.
– Мин һеҙҙе беләм. Әсәйегеҙ тураһында ла, ғаиләгеҙҙе лә. Һеҙ бит – легенда.
– Дә-ә... – тип кенә ҡуя алды Салауат. «Был ҡатын менән һөйләшеү ҙә хәүефле, ана бит «барыһын беләм» тип үк ебәрә», – ошо уйынан үҙенә күңелле булып китте командирҙың, ауыҙы йырылды.
Тағы ла бер йылдан ғына осрашты улар. Салауат килеп эҙләп тапты.
– О! Салауат Ямалов! – тип сәләмләне уны Резеда. – Ялғамы? Әллә бөтөнләй?
– Ялға. Һаумы, Резеда?
– Һаумыһығыҙ.
Ҡатын иргә һораулы төбәлде. Ниндәйҙер йомошо бармы уның? Әллә?.. Әллә ул да...
– Резеда, әйҙә, берәй ергә инеп сәй эсеп алайыҡ.
– Әйҙә...
Оҙаҡ, бик оҙаҡ ултырҙы улар ҙур тәҙрә тәңгәлендәге өҫтәл артында. Официант сәйнүктәрен әллә нисә алмаштырҙы. Берсә сәсәй-сәсәй көлдөләр, берсә шаярыу ҡатыш бәхәсләштеләр, һөйләштеләр, һөйләштеләр... Ә күҙҙәр бер-береһен күҙәтте, иркәләне, наҙланы...
– Һин бит тулыһынса ҡайта ла алаһың. Баштан йөрөйһөң, ваҡыттыр инде?
Юлға аҙыҡ төйнәгән Резеда, эшен ҡуйып, ванна ишеге төбөнә килеп баҫа. Унан ҡырынып торған Салауаттың биленән ҡосаҡлай, киң арҡаһына сикәһен терәй. – Ишетәһеңме?
Ир эшен тамамлап һөртөнгәс кенә яуаплай:
– Ишетәм.
– Шунан? Беҙ хәҙер икебеҙ ҙә йәш түгел. Күпме ғүмер ҡалғандыр....
– Матурым... Минең дә һинең яныңда ғына ултырғым килә. Ҡултыҡлашып театрға, ҡунаҡтарға йөрөгөм... Һине әсәй менән таныштырһам... Килешер инегеҙ. Һәм былар барыһы ла булыр. Ышанаһыңмы?
– Эйе. Ә ҡасан?
– Һуғыштар бөткәс.
Резеда ишек яңағына һөйәлеп иргә ҡарап ҡалды. Һәм аҙыраҡ торғас ҡына телгә килде:
– Һине бер нәмә лә тота алмай, эйе бит?
– Резеда... Һин мине хисһеҙ бер әҙәм тип уйлайһыңдыр, бәлки... Тик мин барыһын да тоям, аңлайым. Мин дә һөйә беләм. Әсәйемде яратам. Ҡыҙымды... үлеп яратам. Һине... Бына, һиңә ғашиҡмын. Әммә мин – яугир, һуғышсы. Мин – илемдең һалдаты. Был бурысты башҡа берәүгә лә һала алмайым. Ундай хоҡуғым юҡ. Һин мине бына ошо килеш ҡабул итә алаһыңмы?
Ҡатын яуап бирмәне, бында һүҙ кәрәкмәй ине. Шым ғына килеп ирҙең күкрәгенә һырынды. Ҡосаҡлашҡан килеш кескәй бүлмә уртаһында баҫып ҡалдылар. Ә унда, ҡайҙалыр, пулялар һыҙғырҙы, бомбалар ярылды, төтөн һәм саң ҡойоно ер менән күкте тоташтырҙы...
Салауат көслө беләктәрен һаҡ ҡына бушатты ла һөйгәненең маңлайынан үпте:
– Миңә ваҡыт. Унда егеттәр көтә...