– Енес-ара бәйләнеште төрлө юҫыҡта өйрәнеү. Мәҫәлән, көнсығыш фәлсәфәһе, тай фәне, медицина, халыҡ аҡылы, йолалар, биоэнергетика, психология, дини тәғлимәттәр һәм башҡа күҙлектәр аша ҡарау. Баҫмаларҙың маҡсаты – йәштәрҙе гармониялы ғаилә тормошона әҙерләү, никахта булғандарҙы ир менән ҡатын араһындағы бәйләнеште йылы һәм татлы итеп һаҡлау серҙәренә, йәғни бер-береңде аңларға, тыңларға, ишетергә өйрәтеү. Инструкция түгел, ә интим мәсьәләләрҙә рухи үҫештең уйнаған роле тураһында һөйләү. Әҙәмдең әхлаҡи тәрбиәһе һәм шул матур тәрбиәлә енси мөнәсәбәттәрҙе ғаилә тормошоноң мөһим бер өлөшө итеп ҡарай белеү хаҡында.
– Ни өсөн һеҙ тап ошо теманы һайланығыҙ?
– Мин – ҡарағалпаҡ ҡыҙы, БДМУ-ға эшкә килеп, ошонда тороп ҡалдым, хәләл ефетем башҡорт булды, хәҙер мәрхүм инде, улым, ейәндәрем бар. Күрәһегеҙ – ғүмер юлының күп өлөшөн үткән, тормош тәжрибәһе туплаған һәм ҡатынлыҡтың бөтә тупһаларын да ашатлаған кешемен. Беҙҙең халыҡта ла, бына мин әле йәшәгән йәмғиәттә лә, балаларға енси тәрбиә бирелмәй. Был мәсьәләлә беҙ күҙ йомабыҙ. Тәрбиә юҡ, ә бит тәбиғи мохтажлыҡтар бар. Балалар балиғ була ла, ҡырағай кейек кеүек, кеме ниндәй юлды таба, шулай үҙ ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереп көн күреп ала ла китә. Осраҡлы бәйләнештәр, ғашиҡ булып алданыуҙар, көсләүҙәр, партнерҙарҙы алмаштырыу, йәшәп ҡарау кеүек күренештәр ҙә инде бының һөҙөмтәһе. Хатта ғаилә ҡороп, бергә ғүмер итеүсе ир менән ҡатын араһында ла интимдың шатлыҡ килтермәгән осраҡтары күп. Тәжрибәмдән сығып әйтә алам, ҡатын-ҡыҙҙарҙың физиологик һәм психологик проблемаларға дусар булыуының сәбәбе күп осраҡта ирҙәре менән уңышлы енси мөнәсәбәт ҡора алмауға бәйле. Былар барыһы ла оялыуҙан, асыҡтан-асыҡ һөйләшә белмәүҙән, белемһеҙлектән, аңһыҙлыҡтан һәм наҙанлыҡтан. Аллаһы Тәғәлә ике енес мөнәсәбәтен үрсеү өсөн генә түгел, ә бер-береһен ер һәм күк, һыу һәм ут кеүек тулыландырһын өсөн дә булдырған.
– Һеҙ, халыҡтар борон-борондан түшәктәге һөйөү темаһын әкиәттәрҙә, риүәйәттәрҙә, мифтарҙа төрлө образдар аша биргән, тип яҙаһығыҙ. Һәм ҡатын-ҡыҙға организмын, теләктәрен, булмышын аңларға ярҙам итеүсе ир-егетте лә халыҡ ижадында күрһәтәһегеҙ. Беҙҙең уҡыусыларға ла мәғлүмәт бирегеҙ әле?
– Мәҫәлән, барыһына ла билдәле булған әкиәттән генә башлайыҡ. Аждаһа саф ҡыҙҙы тотҡонлоҡта тота. Ҡыҙ өҙөлөп ҡотҡарыусыһын көтә. Тик аждаһа килеүселәрҙең барыһын да һәләк итеп тора. Унан бер батыр пәйҙә була. Ул бында еткәнсе үк ниндәйҙер геройҙар ярҙамында белем эстәп килә, аждаһаны еңеүҙең төрлө мөмкинлектәрен белә. Ошо егет барыһын еңеп, хатта аждаһаны үҙенә буйһондороп, ҡыҙҙы бәхетле итеп, байлыҡҡа күмелеп ҡала. Был – әкиәт, әммә уның эсендә йәшерен символдар бар һәм уны «уҡый» белеү шарт. Аждаһа – енси теләк көсө. Тотҡонлоҡ, зиндан, башня – кешенең тәне. Аждаһа менән идара итеүе ауыр, ул күп осраҡта әҙәмдең үҙенән дә көслөрәк. Батыр, рыцарь – эго, рух һәм ул, белем, әҙәп, ихтыярҙы ҡулланып, был тотанаҡһыҙ теләктәрҙе ауыҙлыҡлай, уның менән дөрөҫ идара итергә өйрәнә. Был бер миҫал ғына, китапта улар төрлө халыҡ ауыҙ-тел ижады аша сиселә.
– Һеҙҙең китапта телегония хаҡында ла һүҙ бар. Ҡатын-ҡыҙ организмы тәүге тапҡыр енси бәйләнешкә ингән ир-егет хаҡындағы генетик мәғлүмәтте һаҡлай һәм ул, икенсе кешенән бала тапһа ла, сабый тәүге партнерына оҡшарға мөмкин, тигәнде билдәләйһегеҙ. Ә асылда, классик генетика һәм уның эпигенетика тигән яңы йүнәлеше телегонияны инҡар итә. Әммә был уйланырлыҡ тема...
– Телегония «яралыу», «тоҡом» тигән мәғәнәне аңлата. Бына ошонан башлайыҡ: ни өсөн борон-борондан күп халыҡтарҙа ғиффәтле ҡыҙҙарға ғына өйләнгәндәр. Батшалар, хандар һәм замоктар тотҡан кенәздәр, юғары титулдарға эйә тархандар был мәсьәләгә бигерәк тә оло яуаплылыҡ менән ҡараған. Нимә өсөн мөһим булған уларға ҡыҙҙың сафлығы? Намыҫ, ғорурлыҡ, таҙалыҡ кеүек эмоциональ торошҡа ғына ҡайтып ҡалғанмы талаптары? Ә бит, юҡ! Ҡатын-ҡыҙ организмында тәүге енси бәйләнешкә ингән ирҙән «хәтер» ҡала һәм ул ҡатындың беренсе балаһына йоғонто яһай. Тимәк, ҡыҙ организмы – шундай мөғжизәле Аллаһ ҡөҙрәте, ул үҙ биобиләмәһенә үтеп ингән беренсе ир енесенең энерго-мәғлүмәти ҡылыҡһырламаһын «яҙып ала» һәм әлеге «имза» унда беренсе балаға тапшырылғансы юйылмай. Бына шуға ла һаҡлағандар ҡыҙҙарҙы. Һәр ир ҡатынында үҙенең генә «эҙе», балаһында үҙ гендарының «хәтере» булыуын теләгән. Европа илдәрендәге юғары ҡатлам вәкилдәре быға айырыуса иғтибар иткән, сөнки икенсе ир «хәтере» ҡушылған бала уға ылыҡмаҫҡа, хатта дошман булып китергә мөмкин тип ҡурҡҡандар. Ғәҙәттә, нәҫелдәге байлыҡ, хакимлыҡ, исем-титулдар ана шул тәүге балаға (әгәр ул ир затынан булһа) күскән. Шуға атайҙарға беренсе балаһының «таҙа ҡанлы» булыуы үтә мөһим булған.
Был боронғо тәртип кенә түгел, әхлаҡи һәм физик сафлыҡты, нәҫел сәләмәтлеген һаҡлауҙы маҡсат итеп ҡуя белгән аңлылар бөгөн дә ошо факторға иғтибар итә. Аллаһы Тәғәлә кешене яралтҡанда иң беренсе уға аҡыл биргән, шул аң уны төрлө теләктәренән һаҡларға һәм яҡларға тейеш. Йәштәрҙе аңдары менән эш итергә өйрәтеү фарыз...
– Мөхәббәт, һөйөү, яратыу тигән синонимдарҙы этаптарға бүлеп аңлатаһығыҙ баҫмала. Ысын яратыуҙы альтруизм, йәғни үҙеңде биреү, ҡорбан итеү, тип тә әйтәһегеҙ кеүек. Был нисек ул?
– Беҙ яратыу тураһында күп һөйләйбеҙ, яҙабыҙ, уҡыйбыҙ. Аллаһтың барлыҡҡа килтергәндәрен, ижадын, унан Үҙен яратмай тороп, уға килеп, яҡынлап булмай. Тик мөхәббәт йә яратыу бер мәғәнәлә әйтелһә лә, ул йөҙ төрлө сатҡыла кисерелә. Мәҫәлән, Аллаһҡа ҡарата һөйөү – рухи, балаңа – рухи һәм эмоциональ, ир менән ҡатын араһындағы физик һәм шулай уҡ физик-эмоциональ дә була ала. Рухи һөйөү булмаған ерҙә башҡа бер төрлө яратыу ҙа кешене үҫтермәй. Бына, балаңды һушһыҙ булып яратаһың, ныҡ иркәләтәһең, тыймайһың, уны бер нәмәлә лә ыҙалатҡың килмәй икән – бала боҙола. Һин уны эмоциональ рәүештә генә яратаһың. Рухи мөхәббәт ҡушылғанда балаңды әхлаҡ сиктәренә лә ултыртаһың. Быны һин матур мөғәмәләләр аша башҡараһың, шулай уҡ яратып, тик дөрөҫ ыҙанды тота белеп. Һөҙөмтә иһә уңышлы сыға.
Ғаилә хаҡында һөйләгәндә, яратышып өйләнешкәндәр ҙә, үҙ-ара мөнәсәбәт ҡороуҙың һәм ошо юлда һыналған юғары һөйөү өлгөһөнә еткәнсе, утты-һыуҙы кисә. Бер-береңә, бергә йәшәргә өйрәнеү, көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеүгә күнеү, алға ынтылыу, характерҙарҙы күтәреү, ҡабул итеү, талаш-тартышты үткәрә белеү, түҙеү, кисереү, күҙ йомоуҙан башлап, дуҫ итеп ышаныу, һөйәркә ролендә бер-береңә ярау һәм бер-береңде ҡәнәғәтләндереү, хөрмәт итеү, иң һуңғы сиктә үҙеңдең бер бөтөнөң итеп яратыу. Ҡыҫҡаһы, ысын һөйөү осһоҙ әйбер түгел, уға ғүмер буйына бараһың, төрлө тормош һикәлтәләре аша туҡтауһыҙ һыналып, эстәге мин-минлектән арына барып, үҙеңде тулыһынса аса, бүләк итә алғансы етлегәләр. Мин был яратыу өлгөһөн «үҙеңде ҡорбан итеү» тимәҫ инем, ә мөхәббәттең иң юғары нөктәһен табыу, рухи ләззәткә ирешеү ул.
Һәр яңы тыуған сабый – ул һөйөүгә тулышырға тейешле буш һауыт. Әгәр был һауыт тулышмай башлаһа, бала күңелендә проблемалар барлыҡҡа килә. Ул шул яратыуҙы эҙләйәсәк ҡайҙалыр, кемдәрҙәлер... Асылда, яратыуға беҙ бөтә йәштә лә мохтаж: һөйөп бағыуға, һоҡланып ҡарауға, һүҙ менән иркәләүгә, маҡтауға, һыйпауға, үбеүгә, ҡосаҡлауға, ир менән ҡатын араһында инде түшәк һөйөүенә. Шунлыҡтан һәр кешегә уны яратыусы йәки яратыуын ҡабул итә белеүсе йән кәрәк. Оҙаҡ яңғыҙлыҡ әҙәм психикаһын тарҡалыуға алып бара. Был бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙарҙа һиҙелә, ул ҡатыраҡ, уҫалыраҡ, мыжығыраҡ, талапсаныраҡ була башлай. Тормош ауырлығын яңғыҙ күтәргәнгә, тип аңлата быны күптәр, әммә ысын сәбәбе – яратыу етмәүҙә. Рухи, эмоциональ һәм физик. Сәләмәт ҡатын өсөн быларҙың барыһы ла мөһим.
Беҙ әле китапта яҙылғандарҙың аҙы, бик аҙы хаҡында ғына һөйләштек. Унда әле исламдағы ир-ҡатын мөнәсәбәттәре, тыйылғандар тураһында, енси бәйләнеш гармонияһы, никахҡа йәр һайлау, ғиффәт хаҡында, аң менән яратыу, физик тартылыу кеүек донъяуи төшөнсәләргә төрлө күҙлектәрҙән ҡараған аналитика, тәфсирле аңлатыуҙар, фәлсәфәүи фекерләүҙәр бар. Нимәләре менәндер килешергә лә, ҡайһылыр урында килешмәҫкә лә мөмкин. Һәр хәлдә уйландыра...
С. Ғарипова әңгәмәләште.