+30 °С
Болотло
Әҙәби балҡыш
28 Август 2025, 04:00

Абдулхаҡ Игебаев Йәнгүзәлем (Лирик поэманан өҙөк)

Башҡортостандың халыҡ шағиры, мөхәббәт һәм тыуған яҡ йырсыһы Абдулхаҡ Игебаевтың тыуыуына йәмле июль айында 95 йыл тула. Шағирҙың шиғриәт музаһы алтмыш алты йыл ғүмер һуҡмағынан бергә атлаған һөйөклө хәләл ефете Маһиҙә апай була. Уның «Йәнгүзәл» поэмаһы ла мәңгелек  һөйөүенә – ҡатынына бағышланған.

Абдулхаҡ Игебаев Йәнгүзәлем (Лирик поэманан өҙөк)Абдулхаҡ Игебаев Йәнгүзәлем (Лирик поэманан өҙөк)
Абдулхаҡ Игебаев Йәнгүзәлем (Лирик поэманан өҙөк)

Башҡортостандың халыҡ шағиры, мөхәббәт һәм тыуған яҡ йырсыһы Абдулхаҡ Игебаевтың тыуыуына йәмле июль айында 95 йыл тула. Шағирҙың шиғриәт музаһы алтмыш алты йыл ғүмер һуҡмағынан бергә атлаған һөйөклө хәләл ефете Маһиҙә апай була. Уның «Йәнгүзәл» поэмаһы ла мәңгелек  һөйөүенә – ҡатынына бағышланған.

 

Йән яратҡан йәрем —

                                               Йәнгүзәлем,

Һине күргән һайын,

Күңелемдең көмбәҙендә ҡапыл

Балҡып китә айым.

Наҙлы ҡарашыңды күрмәй торһам,

Йырым ҡала етем,

Һинең менән бергә булһам ғына

Донъям минең бөтөн!

               

* * *

Зарығып та көткән минуттарҙа

Һин килмәһәң оҙаҡ,

Иң ҡәҙерле хыялдарым менән

Хушлашырмын һымаҡ.

Йәнгүзәлем, һине яҙмыш юлы

Алып китһә йыраҡ,

Сарсап һағыныуҙан йөрәгемә

Ҡандар һауыр һымаҡ!

 

* * *

Нисә йылдар миңә хистәреңдән

Аҫыл таждар үрҙең,

Ғүмерем шәме һүнер саҡтарҙа

Йәнемә нур бирҙең.

Ә үҙемдең изгелегем әгәр

Наҡыҫ булһа һиңә,

Зинһар өсөн, кисер,

Йәнгүзәлем,

Үпкәләмә миңә.

 

* * *

Мин үҙеңде эҙләп, юлдар гиҙеп,

Мең күҙҙәргә баҡтым,

Мең күҙҙәргә бағып, йәшлегемдә

Һине килеп таптым.

Күңел ҡылдарыма ҡағылырға

Тик һин генә хаҡлы.

Бүләк иткән һағышың да һинең,

Ғазабың да татлы.

 

***

Ғәжәп сихриәтле мәл булғандыр

Беҙ ҡауышҡан таңда,

Йәшлек дәрте, йәшлек дармандары

Осҡонланды ҡанда.

Беҙ ҡуш йөрәк,

Ҡуш йән булып шул саҡ

Ергә ғорур баҫтыҡ.

Хыял донъяһының ҡыңғыраулы

Ҡапҡаларын астыҡ!

 

***

Һөйөү китабымды тәүге тапҡыр

Мин асҡандан бирле

Уның һәр бер бите, һәр хәрефе

Булды ғәжәп серле.

Йәнгүзәлем, миңә һин үҙең дә

Һаман серле һымаҡ,

Берсә күңелең алсаҡ, берсә унда

Тора кеүек йоҙаҡ!

 

* * *

Ғүмер офоғомдо аңғармаҫтан

Болот ҡаплап алды.

Хәүеф болоттарын айҡай торғас,

Йөрәк итем талды.

Шул саҡ, Йәнгүзәлем,

Ҡыйғыр ҡоштай

Килдең дә һин осоп,

Ауыр хафаларға тарығанда,

Һаҡлап ҡалдың ҡурсып!

 

* * *

Зауыҡланып, иҫкә алмаҡ булып

Иң-иң изге хисте,

Йәшлегемдең ҡуҙын ҡуҙғыткайным,

Бәғер итем беште!

Йәнгүзәлем, йәшлек ҡуҙҙарыбыҙ

Мәңге яныр баҙлап,

Саҡ ҡағылһаң уға, ялҡындары

Уйҙы алыр ялмап.

* * *

Ҡара һыуыҡ ҡарҙан яман икән,

Електәргә үтә,

Ә ҡайҙалыр, бахыр, ғишыҡ ҡошо

Моң ҡылдарын сиртә.

Йәнгүзәлем,

Шул хыялый ҡошҡа

Оҡшашмын бит, аңла,

Эс-бауырҡайҙарым өҙөлгәндә

Һин битараф ҡалма.

 

* * *

Яңғыҙ кәкүк үкһеп саҡырғанда

Һыҡтап ҡуя тирәк.

Кәкүк моңланғанда нисек әле

Түҙә минең йөрәк?

Түҙемлектең дә шул сиге була,

Йәнем түгел таштан!

Йәнгүзәлем, белсе, хафаларым

Башҡайымдан ашҡан!

 

* * *

Бәхет балыҡ түгел,

Ҡармаҡ менән

Булмай уны тотоп,

Һәр кем үҙ бәхетен үҙе яулай,

Күп ғазаптар йотоп.

Йәнгүзәлем,

Ошо хәҡиҡәтте

Онотмаһаҡ бер ҙә,

Гелән беҙ бәхетле пар булырбыҙ

Тыуып үҫкән ерҙә.

 

* * *

Йәнгүзәлем, йәнең кинәнерлек

Иҫ китмәле матур,

Йыр яҙам тип, ҡулға ҡәләм алдым

Мин нисәмә тапҡыр!

Күкрәп үтеп бара ғүмеремдең

Гөл-сәскәле мәле;

Әммә һиңә иң-иң аҫыл йырым

Яҙылмаған әле!

Автор:
Читайте нас