+30 °С
Болотло
Әҙәби балҡыш
21 Август 2025, 05:52

Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр. Татарстандан хат

ҒАЛИМЙӘНОВА Дания, 1941 йылғы. Татарстан республикаһы, Йәшел Үҙән районы, Осиново поселогы. Һаумыһығыҙ, Лира Миңнәхмәт ҡыҙы! Һеҙ яҙған „Мөжәүир хәҙрәт" китабын миңә Сибайҙа йәшәгән бикәсем Нажиә ебәрҙе. Заманында ҡот осҡос фажиғәнән ҡотҡарҙы мине Мөжәүир хәҙрәт. Уға ғүмерем буйы рәхмәтле буласаҡмын. Ошондай бөйөк кеше, имсе, халыҡ табибы тураһында китап сығарып изге эш эшләгәнһегеҙ. Ул минең өсөн генә түгел, бик күптәргә лә ҡәҙерле. Китап ҡулыма килеп эләккәс, уны баш ҡалҡытмай бер тынала уҡып сыҡтым. Үҙемдең уға нисек барыуым, уның күрәҙәлеге, дауаланыуым яңынан иҫемә төштө. Шулар тураһында һеҙгә яҙмай ҡалһам, яҙыҡ булыр кеүек. Адресығыҙҙы табып алдым да, хат яҙырға булдым.

Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр. Татарстандан хатМөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр. Татарстандан хат
Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр. Татарстандан хат

Мин Татарстандың Теләнә районында тыуып үҫтем. Яҙмыш тулҡындары тыуған яҡтан алыҫ тарафтарға илтеп ташланы. Башҡортостанда тыуып үҫкән Сибай егете Василға тормошҡа сыҡтым, һеҙҙең яҡтарҙа беҙ 1960-1972 йылдарҙа йәшәнек. Гөлсинә, Әлмира исемле ике ҡыҙым тыуҙы. Ирем дә, үҙем дә матур, икебеҙ ҙә уңған, булдыҡлы инек. Тормошобоҙ ҙа бәхетле башланды. Ҡайным-ҡәйнәм, иремдең бөтә туғандары беҙҙең өсөн үлеп торҙо. Кеше бәхетенә көнләшеүселәр ҙә табыла бит ул. Күрәһең, беҙҙең дә бәхетле йәшәүебеҙҙе күрә алмаусылар булғандыр. Бәлки уңғанлығымды, егәрлелегемде оҡшатмағандарҙыр.

...1964 йылдың ғинуары ине. Васил төнгө сменаға эшкә китте, яңғыҙ йоҡлағансы тип иптәшкә күрше ҡыҙын индерҙем. Иртәнсәк тороп сәй эстек тә мәктәпкә ашыҡҡан Машаны ҡапҡанан сығарып ебәрергә булдым. Ҡапҡаны асайым тип ынтылһам, аяғым менән ниндәйҙер шәреле һыуға баҫтым. Был ни хәл, нисек инде ҡыш уртаһында аяҡ аҫтында был тиклем һыу? Күренеп тора, кемдер махсус килтереп түккән. Тик ни өсөн? Ниңә кәрәк булған уға беҙҙең ҡапҡа төбөнә һыу түгергә? Күңелгә шик төштө. Беҙҙең һәйбәт йәшәүебеҙҙе күреп көнләшеүҙән юҡ-бар һөйләп йөрөгән күршем барлығы иҫкә төштө. Шуның эше түгелме икән? Йөрәгем жыу итеп ҡалды. Өҫтәмә боҙло һыу һипкән кеүек булды. Аяҡтан ингән һыуыҡ, үҙемә һиҙелеп, башта бөтә тәнгә таралды, ә бер аҙҙан түбәмә тиклем күтәрелде. Ни уйларға ла белмәй, өйгә индем.

Ирем төнгө сменанан ҡайтып ингәнсе, төрөнөп алдым да, өшөп ҡалтыраныуҙан ни эшләргә лә белмәй, шулай аптырап ултырҙым. Васил килеп инде лә:

-Ҡапҡа төбөнә ниндәй бысраҡ, ҡыйлы һыу түгелгән ул?-тип һораны. Мин нисек булғанын һөйләп бирҙем. Ул да аптырап ҡалды. Төш етеп килгәндә мин үҙемде бөтөнләй насар һиҙә башланым. Тәнем ҡалтырай башланы, башым ауыртты, йөҙөм йәмһеҙләнеп салышайҙы. Ҡәйнәмдәргә киттем. Мәрхүм ҡәйнәм, исеме Ғәйшә ине, үҙгәреп киткән йөҙөмә ҡарап:

- Берәйһе яман ниәт менән һиңә боҙом эшләгән булыр. Иртәгә үк хәҙрәт олатайға бара һалайыҡ, - тине.

- Тәүҙә балнисҡа барам,- тип үҙһүҙләнәм, - хәҙрәт был сирҙе нисек дауалай алһын ти? Ҡәйнәм, һаман үҙенекен тыҡый:

- Һиңә балнистыҡы килешмәҫ, быны хәҙрәт кенә әмәлләй алыр, - ти.

Ул көн шулай бер ҡайҙа ла бармай үтте. Икенсе көн иртән тороуға хәлем тағы ла нығыраҡ насарайҙы: битем-күҙем ен алыштырғандағы кеүек булып үҙгәрҙе, һул күҙем, эсенә быяла тыҡҡандай, йомолмай ҡатты, ауыҙым салышайып, ҡолағыма етте, ҡурҡыныс булып төҫөм ҡасты, әҙәм танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙем. Был хәлде күреп, ҡайным менән ҡәйнәмдең иҫе-аҡылы китте.

- Киноактриса кеүек киленебеҙҙе ҡайһы ҡороп ҡалғыры боҙҙо? - тип иланы ҡәйнәм. - Кеше бәхетенә көнләшеүсе әҙәмдәр була шул.

Ҡайным менән ҡәйнәм, тиҙ генә йыйындырып, минең ай-вайыма ҡуймай, олатайға алып киттеләр. Минең үҙенә килергә теләмәй тиҫкәреләнеүемде хәҙрәт белеп ултырған икән.

  • Ниңә киленеңде алып килдең, Ғәйшә? Уның бит балнисҡа барғыһы килә, - тине хәҙрәт.
  • Миңә ышанмағас, ҡарамайым, кире ҡайтып китегеҙ.

Үҙе шыпырт ҡына ҡәйнәмә күҙ ҡыҫа. Ул арала битем үҙгәргәндән-үҙгәрә, һаман йәмһеҙләнгәндән - йәмһеҙләнә бара, ахырыһы. Ҡәйнәм бер ҡасан булмағанса, олатайға ялбара башланы:

-Хәҙрәт, зинһар, баланы ҡара инде, - ти. - Киленем бигерәк һәйбәт, үҙ баламдай күреп яратам. Ошондай сибәр бала ғәрип булып ҡала күрмәһен инде.

Мин дә илап-илап олатайға ялбарып әйттем:

- Ғәфү итә күр, мине йәллә, олатай! Ике балам менән ямаҡ тип ирем ташлап ҡуйһа, ни эшләрмен? Бөтә йөрәгемдән ялбарып ғәфү үтенәм.

Олатай мыйыҡ аҫтынан ғына хәйләкәр йылмайҙы ла:

- Өшкөртөргә алып килгән нәмәләрегеҙҙе бында килтереп һалығыҙ, - тине.

Ул ыңғайлағас, үҙем менән нимә булғанын һөйләп бирергә иткәйнем, ярты һүҙҙән бүлдерҙе:

- Барыһы ла миңә мәғлүм, - тине. - Иншалла, йүнәлерһең, сарпыу яңы ғына ҡағылған. Көслөнән ҡурҡма, үсленән ҡурҡ, тигәндәр. Ул бисә һиңә йән тыныслығы бирмәҫ, иреңде, ғаиләңде ал да үҙ яғыңа ҡайтып кит, шунда тормошоғоҙ яйға һалыныр.

Башта битемде, унан алып килгән нәмәләремде өшкөрҙө. Йәшлек йүләрлеге инде, өшкөргән саҡта уйлап ултырам: "Аҡса аҙ бит әле, риза булырмы икән? Ҡәйнәмдән алып тормаһам." Ныҡ ҡына етешмәй йәшәгән сағыбыҙ ине шул, өй һала инек.

Хәҙрәт өшкөрөп бөттө лә:

  • Ҡыҙым, борсолма, саҙаҡаны күпме бирә алаһығыҙ, мин шуға риза, - тине. Үҙе абыстайына ҡарап:
  • Самауырыңды ҡуя һал, алыҫ юлдан, Грузиянан булыр, беҙгә туралап сыҡҡан юлаусылар етеп килә, - тине. - Бик бай кешеләр, һауығыу өсөн бөтә мөлкәтен бирергә әҙерҙәр.

Ул йәнә иғтибарын беҙгә йүнәлтте:

- Сибайға килгән саҡтарығыҙҙа, ул саҡта мин булмам, әлбиттә, ҡәберемә килеп китегеҙ, үҙемде күргәндәй булырһығыҙ, өшкөргәндәй шифаһы тейер, - тине.

Беҙ ҡапҡанан сығып, әҙ генә атлағайныҡ, оло юлдан Манһыр яғына бер еңел машина елдереүен күрҙек. Хәҙрәт көткән юлаусылар ошолор, тип уйланыҡ.

Ҡайтып бер-ике көн өшкөртөлгән әйберҙәрҙе ашап йөрөгәйнем, ауырыуым ҡул менән һыпырып ташлағандай, бөттө. Күҙем, ауыҙ тирәм элекке хәленә кире ҡайтты. Бындай ауырыу башҡаса ҡабатланманы. Беҙҙе тик бәхетле итеп күрергә теләгән ҡәйнәм өҙмәне лә ҡуйманы:

- Хәҙрәт үҙе ҡушҡас, китегеҙ. Минең өсөн борсолмағыҙ. Яңғыҙ түгелмен әле, - тип беҙҙе йәһәтләп Татарстанға ебәреү хәстәрен күрҙе.

Беҙ Сибайҙан күсеп киттек. Әммә ундағы туғандар, дуҫтар менән араны һыуытҡаныбыҙ юҡ. Бигерәк тә һоҡланғыс тылсым эйәһе, әүлиә Мөжәүир хәҙрәт тураһында хәтирәләр күңел түрендә һаҡлана.

Автор:
Читайте нас