- Ошо һалып алған нәмәләребеҙ Мөжәүир хәҙрәттеке түгелме икән? - тип әйтеп һала. - Әйҙә урынына кире илтеп ҡарайыҡ.
- Ысынлап та, - тип бот саба бесәнселәр, - нисек бая уҡ башҡа килмәгән. Олатайҙың сабынлығы ошо тирәлә бит. Кәнишнә, уныҡы!
һәнәк, тырма, беләүҙе урынына алып барып һалыуҙары була, бесәнселәр арбаға саҡ-саҡ ултырып өлгөрә, күк бейә саптырып сығып та китә. Меҫкен хайуан Татлыбайға ҡайтып еткәнсе саба.
- Беҙҙең олатай бына шулай! - ти бесәнселәр көлә-көлә.
Шунан китә уның төрлө ҡыҙыҡ-мәҙәктәрен һөйләү. Берәүҙәре, кемдеңдер бында килгәндә ағас ҡыуышына араҡыһын йәшереп китеүе, хәҙрәттең теге йәшергән нәмәңде онотоп ҡуйма, тип иҫкәртеүе, ҡайтышлай алайым тиһә, шешәһе ҡулынан ыуалып төшөп китеүе, араҡының, түгелеүе тураһында һөйләй, икенселәре тотлоҡҡан баланың телмәре рәтләнеүенә хайран ҡала, өсөнсөләренең нимә уйлап килеүҙе белеүенә иҫе-аҡылы китә.
Бөтә балалыҡ хисе менән эй күргеһе килә бит илаһи хикмәт эйәһен Гөлсирәнең, эй, күргеһе килә! Ихлас теләһәң теләк ҡабул була, тиҙәр, ҡыҙыҡайға ла бер яйы сыға. Бер ваҡыт күршеләре Хәтирә инәй Манһырға хәҙрәткә күренергә барырға була. Беҙҙе лә үҙең менән ал, хәҙрәтте күргебеҙ килә, тип ялбарабыҙ Хәтирә инәйгә әхирәтем Флүрә менән.
- Сибайҙан йәйәүләп Манһыр 35 саҡрымда, арымаҫһығыҙмы? - ти ул.
- Юҡ, юҡ! - Әхирәтем менән бер тауыштан ҡыуанып ҡысҡырып ебәрәбеҙ.
Сибайҙан Йәнйегет, Йәнйегеттән Татлыбай сығып уңға боролдоҡ. Манһырға юл ялтырап ята. Дәртләнеп атлағас, ауылға барып еткәнебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ.
... Беҙ барып ингәндә, Мөжәүир хәҙрәт әбейе менән әүеҫлектә сәй эсеп ултыра ине. Мин уға ҡарағанмын да, шаҡ ҡатып тик торам, икән. Башында ап-аҡ сәллә, аҡ ыштан, аҡ күлдәктән. Ике сикәһе алланып, аҡ йөҙө нурланып, матур булып ултырған кешенең мин күрергә теләгәндең нәҡ үҙе икәнен шунда уҡ аңланым. Уңарсы булмай Хәтирә инәйем:
Беҙҙе лә табынға ултырттылар. Миндә сәй ҡайғыһы юҡ. Хайран ҡалып тирә-яҡҡа ҡарайым. Әүеҫлектән алыҫ түгел ерҙә ихатаны ҡап уртаға бүлеп, сылтырап ҡына шишмә ағып ята. Аръяғында урманлыҡ китә. Ағастар эргәһендә усаҡлыҡ күренә. Унан ауалап ҡына төтөн сыға ла, шунда үҫкән ҡайындарға һырылып, бейеккә, зәңгәр күккә күтәрелә. Усаҡҡа ҡаҙан аҫылған, унда ит бешә, ахырыһы, тәмле еҫе хатта әүеҫлеккә лә килеп еткән, ҡаҙандан алыҫ түгел самауыр ҡайнап ултыра. Мин: "Береһенән сәй эсәләр, икенсеһе ҡайнап ултыра, ҡайһылай ҡыҙыҡ",- тип уйлап та өлгөрмәнем:
- Ҡыҙым, аптырама,- тип көлдө хәҙрәт, мин ауыҙ асып бер һүҙ әйтмәһәм дә уйымды әллә ҡайҙан белеп,- Хәҙер алыҫтан, Бөрйән яғынан булыр, килеп етергә тейештәр, улар йыраҡ юлдан асығып-талсығып килә,- тине. - Хәтирә еңгәмде ҡарап бөтөүгә килеп тә инер ул мосафирҙар, иншалла.
Хәҙрәт олатайҙы беренсе күреүем бына ошолай булды. Бынан тыш уны тағы өс тапҡыр күреү насип булды.
1953 йыл ине. Тик торғанда ун алты йәшлек дөм ҡара күҙле, оҙонсараҡ аҡ йөҙлө, зифа буйлы сибәр апайым һуҡырайып ҡуйҙы. Әсәйемдәр хәҙрәтте саҡырып өшкөртөп ҡарарға булдылар. Ҡарап тора, күҙе һап-һау һымаҡ, ә үҙе күрмәй. Уны ҡайҙа ғына йөрөтмәнеләр: Магнит балнисына ла, ¤фөгә лә алып барып ҡаранылар, файҙаһы теймәне. Хәҙрәт апайымды оҙаҡ ҡына итеп өшкөрҙө. Ҡайтып китер сағында:
- Мин сығыу менән минең урыныма ултыртығыҙ,- тип әйтте.
Әсәйем Көнһылыу апайымды хәҙрәт ултырған ергә алып барып ултыртты. Табибыбыҙ ҡапҡанан сығып әллә ни йыраҡ китеп тә өлгөрмәгәндер, апайым ҡысҡырып та ебәрҙе:
- Әсәй, мин күрәм! Күрәм? Күрәм! Ана, ҡояш! Урындыҡта ятҡан балаҫтың юлаҡтарын күрәм! Аҡ, йәшел, көрән! Күрәм, күрәм!
Инде ҡыҙым тома һуҡыр булып ҡалыр тип ҡурҡҡан әсәйем, йүгереп килеп апайымдың ауыҙын ҡапланы:
- Өндәшмә, балам, күҙ тейеп ҡуйыр!
Ә апайым уның һайын алҡышлана, илай-илай:
Был мөғжизәгә иҫе-аҡылы киткән күрше-тирәһе, ауылдаштар барып рәхмәт әйтеп ҡайтығыҙ, тип кәңәш бирҙе. Бер көндө йыйындыҡ-төйөндөк тә киттек Манһырға. Мин дә, исмаһам тағы бер күреп ҡалайым тип, уларға эйәрҙем. Хәҙрәт әсәиемде күңелһеҙ генә ҡаршы алған:
- Юҡҡа килгәнһегеҙ, - тигән. - Теге саҡ әйтмәгәйнем, ҡыҙығыҙ оҙаҡ йәшәмәҫ, һәр яңы тыуған кешегә Аллаһы Тәғәлә үҙенең өлөш япрағын таратып бирә. Унда күпме йәшәре, ниҙәр күрәһе яҙылып ҡуйылған була. Был балаға тыумыштан юғарынан ғүмер бик самалап бирелгән, ғүмер япрағы һарғайған, өҙөлөп төшөргә генә тора, - тигән олатай.
Ысынлап та, Көнһылыу апайым оҙаҡҡа барманы, гүр эйәһе булды.
Өсөнсө күреүем былай булды: тимер юлында эшләп йөрөйөм, вагондан цемент бушатабыҙ. Күҙемә цемент төштө лә ҡуйҙы. Шунда уҡ балнисҡа алып киттеләр, өс ай яттым, күҙ рәтләнмәй. Шунда ҡайным мәрхүм әйтте:
- Киленемде хәҙрәткә алып барам.
Ҡара атын егеп алды. Ун ике йәшлек Рәүилә исемле бикәсем менән арбаға менеп ултырҙыҡ, киттек Манһырға. Ҡайным егеп килгән атын тышаулап Урғаҙа буйындағы күк үләнгә ебәрҙе лә беҙҙе баҫма аша сығарып, хәҙрәт йәшәгән йортҡа табан алып китте. Инергә сират ине, беҙ ҙә баҫтыҡ. Сиратыбыҙ еткәс, ҡайным миңә:
- Бар, килен, һин алдан ин,- тине.
Олатай мине, ниңәлер, мәрәкәләберәк ҡаршы алды.
- Ай- һай, ҡыҙым, алыҫтан килгәнһегеҙ икән, хатта киң Сибай шәһәренең үҙенән - тине. - Шәпле ҡара айғырығыҙ бар икән, ҡайның бик тә һәйбәт кеше икән.- Үҙе тағы мут йылмайҙы.
Олатай мине ихласлап оҙаҡ ҡына өшкөрҙө, күҙең йүнәлер, башҡаса күҙ менән йонсомаҫһың, - тине, бетеү яҙып бирҙе.
„Их, тоҙ алып килергә онотҡанмын," - тип уйлайым,Үҙемде-үҙем, иҫһеҙ, тип әрләп алам. Уңарсы олатай:
- Бошонма, ҡыҙым,- ти, үҙе шуҡ йылмая. - Ҡайның алып килгән тоҙ бөтәгеҙгә лә етер.
Ысынлап та, хәстәрлекле ҡайным бөтәбеҙгә лә етерлек итеп күп итеп тоҙ алып килгән булған икән. Ҡайтып барғанда юл буйынса, ҡайҙан белгән беҙҙең ҡара айғыр менән килгәнде, ҡайнымда тоҙ барлығын, тип уйлап барҙым. Ҡайтып бер нисә көн торғас, күҙем һауыҡты. Хәҙрәт әйткәнсә, ошо йәшкә тиклем, башҡаса күҙ менән ыҙаламаным.
Дүртенсе күреүем 1962 йылда булды. Ни эшләптер, ғаиләбеҙҙә татыулыҡ китеп торҙо. Был юлы ла олатай бетеү яҙып бирҙе," Арағыҙ татыуланыр, йәшәрһегеҙ",-тине. Ирем гүр эйәһе булғансы, ҡырҡ биш йылға яҡын, бергә-бергә ғүмер иттек.
Хәҙрәт һуҡырайған күҙҙәребеҙҙе асҡан, шулай тейеш кеүек ҡабул иткәнбеҙ. Рәхмәт хистәребеҙҙе лә үҙенә әйтеп бармағанбыҙ. Тик йылдар үткәс кенә шуны аңланым, беҙгә ниндәй бөйөк шәхес менән йәнәшә йәшәү бәхете насип булған! һуңлап булһа ла, һис юғы ошо хәтирәләр аша, юғарыла осоп йөрөгән йәне, бәлки, ишетеп ҡыуаныр тип, күңел түрендә йөрөткән изге хистәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ярай әле ҡәҙерле хәҙрәтебеҙ тураһында яҙыусыһы табылды, шуға ҡыуанабыҙ. Рәхмәт уға!