

Яғымлы, итәғәтле, ысын мөслимә Ишбикә апай менән һүҙҙәребеҙ килешеп, байтаҡ серләштек. Аҙаҡ ул алдыма ҙур бер фотоальбом килтереп һалды.
- Минең бөтә тормошом ошонда сағыла ,- тине.
Тәүге биттән миңә иҫ киткес сибәр ҡыҙ йылмайып ҡарай. Нур сәсеп торған ҙур ҡара күҙҙәр, һыҙылып киткән ҡыйғас ҡара ҡаш, ап-аҡ түңәрәк йөҙ, ынйылай теҙелеп киткән тештәр, ике ҡалын толом үреп төшөрөлгән, ҡупшы буй-һын.
- Балам, эргәмә кил әле,- тип мине саҡырып алды.- Теге саҡта яҙып биргән бетеүҙе юғалттың инде, ә?- тине. - Мин һиңә уны мунсаға тағып бармаҫҡа ҡуштым, ниңә әйткәнде тыңламаның?
Оялдым, ҡыҙарындым, бетеүен юғалтҡанды ҡайҙан белде икән тип аптыраным.
- Һиңә, ҡыҙым, бетеүһеҙ йөрөргә ярамай, Манһырға килеп сыҡ, һаҡлап йөрөтөр булһаң, тағы яҙып бирермен, - тине.
Тиҙ генә барып булманы, йылдар үтеп китте. Йәшлек менән хәҙрәттең ниндәй илаһи зат икәнлеген дә аңлап етемәгәнмендер, ахырыһы.
1963 йыл. Хәҙрәт ҡартайған, туҡһанға яҡынлап килгән сағы. Шулай ҙа бер-ике генә күрһә лә ул мине таныны.
Ишбикә апай, был осрашыуға 43 йыллап ваҡыт үтһә лә, шул саҡтағы хәҙрәттең әйткән һәр бер һүҙен онотмайынса, йөрәк түрендә һаҡлай икән. Ул дауам итте:
- Яҙмыш һиңә һынауҙарҙы күп ебәрер. Яратҡан ҡолон ул шулай һынай. Сабыр ит, түҙ! Хоҙай һиңә маңлай бәхете бирһен! Маңлай бәхете... Был һүҙҙең мәғәнәһен дә мин яңы аңланым.
- Апай бетеүҙе ҡулына алып күрһәтте, - Ҡырҡ өс йыл тағам. Ул мине, ысынлап та, һаҡлай. Хәҙрәт мине ауыр яҙмыш көткәнен алдан белгән, күрәһең. Бетеүен биреп тәҡдиремде еңеләйтергә иткән ул. Бер-бер артлы дүрт баламды ерләнем, ирем дә иртә китте. Япа-яңғыҙ ҡалдым. Минең аяныслы хәлемде бер әҙәм аңламаҫ.
Ишбикә апай шулайтып үҙ хәлен һөйләп биргәс, уйланым: ысынлап та, олатай уның маңлайына яҙылған тәҡдирен белеп, нисек тә булһа яҙмышын еңеләйтергә тырышҡан.
- Һин көслө рухлыһың! - Һаман да бирешмәҫкә тырышҡан ҡатынға ихтирам менән ҡарайым. - Ауырлыҡтар алдында ҡаушап ҡалмағанһың, дин юлына баҫҡанһың, кешеләрҙең изгелеген күңел түреңдә һаҡлайһың, әйләнә-тирәләге яҡындарыңа йөрәк йылыңды таратып йәшәйһең.