+30 °С
Болотло
Әҙәби балҡыш
18 Август 2025, 09:24

Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр. Ул кәзә бит Бохар баҙарында

ЙӘРМУЛЛИНА Орҡоя, 1936 йылғы. Баймаҡ районы. 1953 йылдың февраль айы ине. Бригаданан Хат алып, сана менән хәҙрәт олатайға юлландым. Бер яңғыҙымын. Байыш ауылы аша Манһырға тартырға булдым. Ниңәлер, аҙашып Улаҡ тауының башына барып сыҡҡанмын. Ә көн һәйбәт ҡояшлы ине, ап- аҡ ҡар сана аҫтында күңелле шығырҙай. „Әлдә буран түгел."- тип уйлайым.

Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр. Ул кәзә бит Бохар баҙарындаМөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр. Ул кәзә бит Бохар баҙарында
Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр. Ул кәзә бит Бохар баҙарында

1953 йылдың февраль айы ине. Бригаданан Хат алып, сана менән хәҙрәт олатайға юлландым. Бер яңғыҙымын. Байыш ауылы аша Манһырға тартырға булдым. Ниңәлер, аҙашып Улаҡ тауының башына барып сыҡҡанмын. Ә көн һәйбәт ҡояшлы ине, ап- аҡ ҡар сана аҫтында күңелле шығырҙай. „Әлдә буран түгел."- тип уйлайым.

Монасипты күргәс, кире боролоп Манһырға барып индем. Ғәбделварис ҡустыла сәй эскәс, хәҙрәт олатайға күренергә булдым. Мине ҡарағандан һуң олатай: «Сәхрәләрҙә йөрөп, ер-һыу күреп килдеңме?— тип шаяртты. - Йә,Манһыр тирәһе матурмы? Бураны ла юҡ, эйеме?» Ни әйтергә белмәйем: «Эйе, олатай, юл юҡ ине, мин аҙаштым,» - тип яуапланым. Хәҙрәт: „Ни µсµн ауылығыҙҙан теге эре аҡсалы кешене эҙләнең? Ул һиңә барыбер арыу иптәш була алмаҫ ине. һинең эргәңдә бер ярҙамсың - аллаң, ике иңеңдә ике фәрештәң, ҡулыңда ҡамсың, егелгән атың бар, - тип мине иҫкәртте. Шул тиклем оялдым, нимә эшләргә лә белмәнем, ғәфү үтендем. Хәҙрәт минең ауылда бер ҡатын менән бергә барырға һөйләшеп тә, уның юлға сығыр алдынан:„Аҡсам эре,хәйер итеп вис бирһәм, йә кире ҡайтарып бирмәҫ" - тип әйтеүенә ишаралай ине. Ҡайҙан белә, тип тағы хайран ҡалдым.

1962 йылдың мартында Салауат ҡустым менән Мөжәүир хәҙрәткә барҙым. Сәләм биреп өйгә индек һәм сәй эстек. Сәйгә хуш иткәс, ҡулымды кеҫәмә тыҡһам, хәйерлек аҡсам үҙемә аҙ тойолдо. Ә хәҙрәт олатай:

- Ярай, хәйереңде бир, ыуалап туҙҙырып бөттөң, -тигәс шаҡ ҡаттым.

Аҡсаны тубығына һалғас, хәҙрәт  мине ҡараны.

Шунан һуң мин:

-Хәҙрәт олатай, әсәйем һеҙгә: „Ураҙа бөтөп килә, фытыр саҙаҡаһына хәйергә кәзә бирермен, хәҙергә былай ғына уҡып торһон әле, тип әйтте",- тинем.

Хәҙрәт олатай кеткелдәп көлөп ебәрҙе:

-Ярай улайһа, уҡырмын,-тине. - Ә һеҙҙең кәзәгеҙ бармы һуң? Ул кәзә Бохар баҙарында бит. Иншалла, шулай ҙа доға ҡылайыҡ әле, - тине.

Ысынлап та, беҙҙең кәзә юҡ ине, әсәйем баҙарҙан алырбыҙ, тигәйне. Хушлашып, икебеҙ ҙә ҡыуанып ҡайтып киттек.

Ә май айында баҙарҙан тыу кәзә һатып алып, тағы ла Салауат менән бергәләп барып, хәҙрәткә тапшырҙыҡ. Ул шул ыңғайы Бәхтийәр олатайҙан кәзәне һуйҙыртып, бер ботон әсәйемә хәйер итеп кире ҡайтартты. Әсәйем был итте үҙе генә ашаманы: ауыл әбейҙәрен ҡунаҡҡа саҡырып алды. Бөтәһе лә хәҙрәт олатайҙың һаулығына доға ҡылды, уға хәйерле оҙон ғүмер теләне, фатиха бирҙе. Бына ниндәй изге күңелле, абруйлы кеше булған икән Мөжәүир хәҙрәт!

...1954 йылдың йәй айы ине. Хәҙрәт олатайға, аллаға шөкөр, тағы ла юлландым.

Хәҙрәт йорто эргәһендә күренергә сират көтәбеҙ.

Ҡапҡа янында сират көтөп бер ҡатын ултыра ине. Минең ҡулымдағы төйөнсөктө күрҙе лә, тоҡ-томалдан юҡ-бар хәбәр, ғәйбәт һөйләй башланы. Мин аптыраным да: „Кеше хәҙрәткә лә тел тейҙерер икән",-тип уйланым.Әлеге ғәйбәтсе ҡатын хәҙрәт олатайға инеүе булды, ҡаралмайынса ҡыуылып та сыҡты. Минең дә сират етте. Индем. Хәҙрәт һәйбәт итеп ҡараны: „Әгәр ҙә яңы ғына сығып тайған ғәйбәтсе ҡатынға ҡушылып ултырған булһаң, һине лә ҡыуып сығарған булыр инем,"- тине лә ҡуйҙы. Шулай ҙа теге ҡатын өсөн булһын тип, бик ғибрәтләндем, тәүбә ҡылдым. Бер нисә йылдар буйы мәсеткә йөрөйөм, хәйер-саҙаҡалар бирәм, Мөжәүир хәҙрәттең изге рухына тап төшөрмәҫкә тырышам.

Йомғаҡлап шуны әйткем килә: эй, мөъмин мосолмандар! Диндең, шәриғәттең яуыз дошмандары булған ғәйбәткә, көнсөллөккә, хәрәм мал артынан ҡыуыусыларға, кешене күрә алмаусанлыҡҡа, иманһыҙлыҡҡа һәм эскелеккә дин ҡанундары буйынса бергәләп көрәшәйек!

 

Автор:
Читайте нас