+24 °С
Дождь
Әҙәби балҡыш
12 Августа 2025, 08:56

Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр. Тағы ла тылсымлы олатай хаҡында

Әминев Ѓәлимйән Баймаҡ ҡалаһы. Бер ваҡыт атайымдың ағаһы Әминев Әхмәтшәриф ҡаты ауырып китә. Ҡартатайым йәһәтләп йәш атын егә лә атайыма: - Улым, һин тиҙ генә Манһырға барып, Мөжәүир олатайыңды алып кил инде, шунһыҙ ағайың йүнәлә алмаҫ, ахыры, - тип әйтә. Атҡа ултырып, дилбегәне ҡағыуы була, ат буран туҙҙырып сабып сығып та китә. - Ҡурҡышымдан нишләргә лә белмәнем, - тип үҙенең хәтирәләрен һүтә башланы атай мәрхүм. - Манһырға нисек барып еткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Хәҙрәт олатай ҡапҡаһының тышында мине көтөп торған. Ҡайтырға юлланғанда, ат тағы ла сабып сығырға самалағас, Мөжәүир олатайҙың: "Шаярма!", - тиеүе була, ат шунда уҡ яйлап юрта башлай.

Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр. Тағы ла тылсымлы олатай хаҡындаМөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр. Тағы ла тылсымлы олатай хаҡында
Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр. Тағы ла тылсымлы олатай хаҡында

Мөжәүир олатай беҙҙең Иҙелбай ауылында (Баймаҡ районы, хәҙер ул ауыл юҡ) Сырлыбаев Ғатаулла хәҙрәттә мәҙрәсәлә уҡыған. Ошо осорҙа 2 йыл буйына ҡартатайым Заһретдин Сырлыбаевтарҙа фатирҙа торған. Уның менән булған бер хәл тураһында атайым Әминев Әхмәтхәләф мәрхүм һөйләгәйне.

Бер ваҡыт атайымдың ағаһы Әминев Әхмәтшәриф ҡаты ауырып китә. Ҡартатайым йәһәтләп йәш атын егә лә атайыма:

- Улым, һин тиҙ генә Манһырға барып, Мөжәүир олатайыңды алып кил инде, шунһыҙ ағайың йүнәлә алмаҫ, ахыры, - тип әйтә.

Атҡа ултырып, дилбегәне ҡағыуы була, ат буран туҙҙырып сабып сығып та китә.

- Ҡурҡышымдан нишләргә лә белмәнем, - тип үҙенең хәтирәләрен һүтә башланы атай мәрхүм. - Манһырға нисек барып еткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Хәҙрәт олатай ҡапҡаһының тышында мине көтөп торған. Ҡайтырға юлланғанда, ат тағы ла сабып сығырға самалағас, Мөжәүир олатайҙың: "Шаярма!", - тиеүе була, ат шунда уҡ яйлап юрта башлай. Иҙелбайға килеп еткәс тә хәҙрәт, аттан төшә һалып толобон санаға ҡалдырҙы ла,  өйгә шәп атлап инеп китте. Әхмәтшәриф олатайыбыҙҙы тотоп: "Ниңә бала менән булышаһың?" - тип өс мәртәбә сикәһенә һуҡты. Ағайым шунан һуң шыбыр тиргә батты. Хәҙрәт, өс көн беҙҙә торғас, бетеү яҙып биреп, ҡайтып китте. Ошонан һуң, ағай ҙа һаташып ауырыуынан йүнәлде.

Атайым иҫән саҡта Мөжәүир хәҙрәт беҙгә йыш ҡына килгеләп йөрөнө. 1951 йылда мин шоферлыҡҡа уҡып сығып, эшләй башланым. Беҙҙе "Йылайыр" совхозына командировкаға ебәрә торғайнылар, мин күберәген Байыш бүлексәһенә эләгә инем. Шунда эшләгәндә мин һәр ваҡыт Мөжәүир олатайҙарға хәл белешергә инеп йөрөнөм. Үҙемдең дә тылсымлы олатайға ҡағылышлы иҫтәлектәрем бар, шуларҙы ла яҙып үтәйем әле.

1963 йылда Рыҫкилдин Бохарбай исемле егет менән начальнигыбыҙ Нурбаев Рәшит ағайға һәм диспетчер Георгий Кодаковҡа Коммунар участкаһынан бүрәнә алып ҡайтырға барҙыҡ. Барһаҡ, бүрәнә юҡ, тинеләр. Шул саҡ участка начальнигы беҙгә: "Буш ҡайтҡансы хәҙрәт олатайҙың бураһын тейәп ҡайтығыҙ, ҡайтҡас машина өсөн олатай үҙе түләр", - тине. Киске сәғәт бишкә бураны тейәп бөтөп, Манһырға юл тоттоҡ. Унда килеп еткәндә, сәғәт төнгө бер тирәһе булғандыр. Мин, төнгә ҡаршы олатайҙы бимазаламайыҡ, тип, Ғәбделварис ағайҙарға барып ишек шаҡыным. Ул: "Атайым һеҙҙе көттө", - тигәс, бер аҙ аптырап ҡалдым. Йөгөбөҙҙө бушатып, аш ашап, ҡайтырға сыҡҡанда сәғәт төнгө 2 -не уҙған ине инде. Юлға сыҡҡас ҡолаҡҡа "Туҡтап ял ит" тигән ниндәйҙер тауыш сағылды кеүек. 30 метр самаһындай юлдан ситкә сығып, машиналарҙы һүндереп, сәғәт көндөҙгө 12-гә хәтлем йоҡлағанбыҙ. 1965 йылда тағы ла бер хәл булды. Минең улым ауырып китте, врачтарға күрһәтеүҙең файҙаһы теймәне. Шул саҡта мин уны Мөжәүир олатайға алып киттем. Беҙ барғанда олатайға килеүселәр байтаҡ ҡына ине. Хатта Куйбышев өлкәһенән, Ҡаҙағстандан да кешеләр булды. Олатайға инһәм, ул: "Бар улыңды индер!"-тип мине сығарып ебәрҙе. Сығып малайҙы индерәйем тиһәм, улым, инмәйем, тип ҡарышып илаулай башланы. Кире инеп олатайға был хәлде әйткәс: "Ярай, йөрөһөн",-тине лә тоҙ өшкөрөп бирҙе. Шунан һуң ғына малайым йүнәлде.

Автор:
Читайте нас