

Минең әсәйем Әбсәләмова (хәҙер Ғәлиәкбәрова) Зөлхизә Хөсәйен ҡыҙы Иҙелбай ауылында тыуып үҫкән. Был ауылда Мөжәүир хәҙрәт ҡасандыр уҡып, белем алған. Күрәһең, Хөсәйен ҡартатайым менән шул йылдарҙа танышып дуҫлашҡандар. Дуҫлыҡ, яҡындан аралашыу 1939 йылға, хәҙрәтте төрмәгә япҡанға тиклем, дауам иткән. Хөсәйен ҡартатайым, ике өлкән улдарының ҡара ҡағыҙын алып, 1942 йылда вафат булған.
Әсәйем хәтерләүенсә, Мөжәүир хәҙрәт 1943 йылдың көҙөндә уларҙа, йәғни Райхан өләсәйемдәрҙә, бер аҙна тирәһе йәшәп китә. Арыған, йонсоған, өҫ-башы туҙып бөткән Мөжәүир хәҙрәт, Хөсәйен ҡартатайымдың бынан 1 йыл элек гүр эйәһе булыуына бик ҡайғыра, уның рухына бағышлап аят уҡый һәм өләсәйемә:
- Килен, төрмәнән мине сығарҙылар, бына 10 көн инде йәйәүләп, ауылдан-ауылға йөрөп ауырыу балаларҙы тамаҡ хаҡына өшкөрөп, һеҙгә килеп йығылдым. Бындай ҡурҡыныс ҡиәфәттә өйгә ҡайтып инһәм, еңгәң дә, балалар ҙа танымаҫ, бер-ике көн ҡатыҡ эсеп, хәл алырға рөхсәт ит, - тигән.
Әлбиттә, оҙон аҙаплы юлда аслы-туҡлы ыҙалап килгән, өс йыл буйы төрмә камераһының еүеш һауаһын һулап, һаулығы ҡаҡшаған хәҙрәтте кеше ҡиәфәтенә индереү өсөн бер-ике көн аҙ ваҡыт. Хәлле генә йәшәгән, изге күңелле, йорт эштәренә талымһыҙ, уңған өләсәйем көн дә мунса яғып Мөжәүир хәҙрәтте тәрбиәләгән. Бер аҙна үткәс, хәҙрәт:
- Килен, Баймаҡҡа баҙарға килеүселәргә әйтеп ебәр, килеп алһындар, - тигән.
Икенсе көн үк Мөжәүир хәҙрәттең улы Ғәбделварис ат егеп килеп етә. Өләсәйем мәрхүм Хөсәйен ҡартатайымдың ситек-галушын, күлдәк-ыштанын, кәзәкейен Мөжәүир хәҙрәткә хәйер итеп бирә. Хәҙрәт доғалар уҡып, өләсәйемдең етем (атаһыҙ) ҡалған ейәндәренең арҡаларынан һөйөп, уның изгелегенә риза булып, хушлашып ҡайтып китә.
60-сы йылдарҙа йылы сентябрь айҙарының береһендә, атайымдың күҙ ҡараһындай күреп, ҡурсалап ҡына үҫтереп килгән биш йәшлек берҙән-бер малайы, Рәшит ҡустым, йәнтәслим ауырып китә. Әсәй врачтарға алып бара. Улар, кисекмәҫтән, больницаға ятырға ҡушалар. Әсәйем илап, ҡайтып инә. Рәшит ҡустымдың йөҙө ап-аҡ, һушһыҙ, саҡ ҡына тын алып, урындыҡта ята. Беҙ, ҡурҡышып, дүрт ҡыҙ, ситтә баҫып торабыҙ. Атайым: "Машина... Маклаковҡа барам. Манһырға, Мөжәүир хәҙрәткә барырға кәрәк", - тигән һүҙҙәр менән сығып йүгерҙе. Беҙҙең Хоҙайбирҙин урамының машинаһы булған берҙән-бер кешеһе, аэродром хужаһы Маклаков, күп тә үтмәй шыжлап ҡапҡа төбөнә килеп туҡтаны. Рәшитте ҡулдарына һалып, атайым машинаға инеп ултырҙы.
Артабан әсәйем ошолай тип һөйләй:
- Рамаҙан балам да ошолай күҙ менән ҡаш араһында ғына үлде лә ҡуйҙы. Быныһы ла үлә инде, тип илайым, атайың мине әрләй. Ауылға етәрәк, Рәшит күҙҙәрен асты.
- Атай, кайҙа китеп барабыҙ? - тип, тороп ултырҙы.
Манһырға эңер төшөп етеп килгәндә килеп индек. Хәҙрәт ошо йортта йәшәй, тип күрһәттеләр. Атайың машинала Рәшит менән ултырып ҡалды, мин өйгә инеп киттем. Инһәм, бер ауырлы йәш ҡатын мейес буйында һөйәлеп баҫып тора.
- Эңерҙә кешеләрҙе ҡабул итмәй ул, - тине ҡоро ғына бышылдап.
Шул саҡ төпкө яҡтан хәҙрәттең тауышы ишетелде:
- Миңә килделәр, килен. Әйт, үтһендәр.
Килен кеше өндәшмәй торһа ла, йәһәт кенә төпкө яҡҡа үттем, һаулыҡ һорашып, хәлемде һөйләйем генә тигәйнем:
- Беләм, беләм, бар, баланы алып ин,-тине.
Машина тәҙрәнән күренмәй, ҡайҙан белде икән тип аптыраным. Рәшитте алып ингәс:
- Юлда булғанығыҙҙа уҡ мин уны өшкөрә башланым, шуға хәл инеп, тороп ултырҙы, балаңа ҡаты күҙ тейгән. Бына бетеү яҙып бирәм, балам төҙәлде, тип, ҡайтҡас та ташлап ҡуйма, өсмөйөшләп күнгә төрөп тек тә, муйынына тағып ебәр. Ир еткәнгә тиклем 3 тапҡыр ошолай ҡаты ауырыр, минең доға яҙған бетеүем аяҡҡа баҫтырыр, онотма, муйынына тағып йөрөт. Кемегеҙ ауырыһа ла шифаһы тейер, -тигән хәҙрәт олатай.
Мәктәпкә барғанға тиклем Рәшит ҡустым был бетеүҙе тағып йөрөнө.
Унынсы класта уҡығанда ҡустым тағы ла сәсрәп ауырып китте. Был ваҡытта мин институтта уҡый инем, каникулдамын. Атай-әсәй өйҙә юҡ. Рәшиттең ҡапыл температураһы күтәрелде, ҡоҫа, эсе китә, һаташа, ваҡыт-ваҡыт һушын юғалта. Ҡараңғы төндә, сәғәт 2-лә, бик ҡурҡһам да берҙән-бер яҡын телефонлы милицияға барып, "Тиҙ ярҙам" саҡырттым. Ә улар килмәй ҙә килмәй. Дарыуҙар эсерәм, тәьҫире юҡ. 3-4 сәғәт үтеп китте, таң беленде. Керпек тә ҡаҡмайым, берҙән-бер ҡустым үлеп ҡуймаһын тип, ипләп кенә илап та алам. Шул саҡ ҡапыл Мөжәүир хәҙрәттең бетеүе иҫкә төштө. (Хәҙер уйлайым, уның рухы миңә ярҙам иткәндер). Эҙләй торғас, әсәйемдең тотонолмаған сәйнүге эсенән таптым.
- Нимә ул?-тине Рәшит көс-хәлгә.
- Мөжәүир хәҙрәттең һиңә тип биргән бетеүе, - тинем.
Ул ваҡытта, Аллаға ышанмаған, коммунизм рухында тәрбиәләнгән, ике комсомолецтың был ҡыланышы, ситтән ҡарағанда, бик сәйер тойолғандыр инде.
Ун-ун биш минут та үтмәне, Рәшит тынысланды, температураһы төштө, бер аҙ ваҡыттан һалҡын итеп тирләп, тәрән йоҡоға талды. Сәғәт таңғы 7-лә генә, саҡыртҡандан һуң 5 сәғәт үткәс, "Тиҙ ярҙам" килеп етте." Где больной?" - тигәс, "Вот спит", - тигән булам. Рәшитте уята алмайбыҙ, рәхәтләнеп йоҡлай. Врач ҡарағандан һуң: "Он у вас совершенно здоров", - тип сығып китте.
Хәҙрәт олатайҙың яҙып биргән доғаһының тылсымлы көсөнә тағы бер инандыҡ.
Ҡустымды армияға оҙатҡанда, бетеүҙе ҡалайтабыҙ инде тип, аптырандыҡ. Биреп ебәрһәк, юғалтыуы көн кеүек асыҡ. Бетеүһеҙ китте. Әсәйемдең йөрәге һиҙгән икән. Ҡустым армияла ауырып, ун көн госпиталдә ятып, һуҡыр эсәген ҡырҡтырып ҡайтты. Ярай әле, ахыры һәйбәт бөткән.
Хәҙрәт олатайҙың өшкөрөп биргән тоҙо ла беҙгә күп тапҡыр ярҙам итте.
...Райхан өләсәйем беҙгә ҡунаҡҡа килгәйне, һәр ваҡыттағыса күстәнәскә тәм-том алып килгән, Кәнфитте ҡабып, ҡыуанып, урындыҡта аунап уйнайбыҙ. "Ҡапыл ныҡ итеп ауырттырып тешем һыҙлай башланы. Ипләп кенә өләсәйемдең тубығына ятып, мыш-мыш танау тартам.
- Ни булды, балам? -ти өләсәй.
- Тешем һыҙлай...-Мин аҡырып илап ебәрҙем.
- Бына Мөжәүир хәҙрәттең өшкөргән тоҙо бар, -тип өләсәйем, түшелдерегенән ҡулъяулыҡҡа төрөлгән тоҙҙо алып, семтеп ҡабып минең ауыҙҙы астырып өрә башланы, үҙе доғалар уҡый. Өләсәйем Ҡөрьәнде лә шатырлатып уҡый ине. Тешем нисек тиҙ һыҙлай башланы, шулай тиҙ туҡтаны ла.
Хәҙер хәҙрәт олатайҙың бетеүе әсәйемдә. Күҙ ҡараһылай һаҡлап, тағып йөрөй.
Ҡай саҡта шул серле көскә эйә тылсымлы бетеүҙе асып, яҙыуын ҡарағым килә, тик әүлиә Мөжәүир хәҙрәттең үҙе кеүек буй буйламаҫлыҡ, аҡыл етмәҫлек сер булып ҡалһын тигән уй туҡтата.