

Мин дә атайым һөйләгәндәрҙе иҫкә төшөрөп, уның хәҙрәткә бәйле хәтирәләре менән таныштырғым килә. (Атайым - Сәлимов Һибәтулла Ҡаһарман улы - 1912 йылда Баймаҡ районының Баймырҙа ауылында тыуған, бөгөнгө көндә Ҡарамалы ауылында йәшәй. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, Башҡорт атлы дивизияһында булған).
Атайым менән 30-сы йылдарға тиклем үк бер ғибрәтле хәл була. Бесәндә эшләп йөрөгән сағында атайым һәм уның бер иптәше ағаслыҡҡа барып һыу әсәләр. Күп тә үтмәй, атайым ҡапыл телдән яҙа. Иптәшенә ҡайтыу яғына ымлап ҡына күрһәтә. Ҡыуышҡа ҡайтһалар - береһе лә ышанмай икән.
Ул саҡта атайымдың Шәрифулла исемле бер ағаһы Йолалыла эшләп йөрөгән була. Ошо хәлдән һуң, өс көн үткәс, ул атайымды Манһыр ауылына - Мөжәүир хәҙрәткә алып барған. Хәҙрәт йорто янында ғәҙәтенсә халыҡ бик күп. Сират атайыма килеп етә.
-Ә-ә-ә, ҡоҙаға матур ҡыҙҙар эйәләгән икән! -тип шаярта хәҙрәт һәм өшкөрөп, доға яҙып бирә.
Бер сәғәттән ашыуыраҡ ваҡыт уҙғас, атайым телгә килгән. Ул өс көн ашамай йөрөгәндән һуң ағаһынан һорап ҡымыҙ эсә.
Бер нисә көн үткәс, атайым тағы ла күҙһенеп (күҙ тейеп) ауырып китә, сөнки бесәндә халыҡ бик күп була һәм, күрәһең, улар һибәтулла һауығып ҡайтҡан, тип артығыраҡ һөйләнгәндәрҙер. Атайым Мөжәүир хәҙрәт биргән доғаны һыуға һалып сайҡап эсеп, бер аҙ ваҡыт кеше күҙенә күренмәй һаҡланып йөрөй һәм һауығып китә. Бына ҡайҙа ул хәҙрәттең көсө!
Мөжәүир хәҙрәтте Баймырҙа ауылына Ғәлимйән исемле кеше йыш ҡына ҡунаҡҡа саҡыра торған була (Ғәлимйән ҡарт хәҙрәткә бажа булған). Бер шундай мәжлестә атайым да ҡатнаша.
Ҡунаҡта булғанда Мөжәүир хәҙрәт атайыма: "һибәтулла! Минең сәсемде алсы", - тип өндәшә. Атайым ҡурҡыңҡырап, шикләнеп ҡуя. Шулай ҙа "Бисмиллаһир - рахманир - рахим" ды уҡып, эстән: "Ал яғын алһам, батырайыр инем", - тип уйлап ҡуя. Сәстең алғы өлөшөн алып бөткәс, Мөжәүир хәҙрәт: "Хәҙер батырайҙың инде, һибәтулла ",-тип, атайымды аптырауға һала.
Был хәлдән һуң да хәҙрәт бер нисә тапҡыр атайымдан сәсен алдырған. Бөгөнгө көндә лә атайым Мөжәүир хәҙрәттең бер өлөш сәсен ҡомартҡы итеп һаҡлай.
1948 йылда Мөжәүир хәҙрәт Баймаҡта Бәхтигәрәй исемле ҡустыһында ҡунаҡта ултырғанда, ашап-эсеп бөтмәҫтән элек уҡып, доға ҡылған. Хәҙрәттән ни өсөн улай эшләүен һорағандар. Ә ул: "Әле генә Баймырҙа ауылынан Фазлетдин мулла донъя ҡуйҙы, мәрхүм булып ҡалды",-тип яуап биргән.
Мөжәүир хәҙрәт менән был мәжлестә Баймырҙа ауылы кешеләре лә булған һәм улар Фазлетдин мулланың үлеме тураһында хәҙрәттән ишеткәс тә ҡайтырға ашыҡҡандар.
Был миҫал да Мөжәүир хәҙрәттең алыҫ араларҙан күрә белеү (телепатия) һәләте тураһында һөйләй.
Бер кеше хәҙрәтте ҡунаҡҡа саҡырам, тип атайым менән һарығын алыштырған. Мәжлескә атайымды ла саҡырған. Ит ашап ултырғанда Мөжәүир хәҙрәт: "һибәтулла! Һинең биргән һарығың әле йөрөй, уны ла бергәләп ашарбыҙ әле", - ти икән. Ә эш былай булып сыға: баяғы кеше атайым биргән һарыҡты түгел, ә ферма һарығын һуя.
Бер ваҡыт Баймырҙа ауылының бер ҡарты хәҙрәтте ҡунаҡҡа саҡырған. Хәҙрәт ул ҡартҡа: "Саҡырыуын саҡыраһың да ул, балаларыңа ҡушып саҡырмаһаң ни була? Намаҙ уҡый алмайым бит", -ти икән. Теге ҡарт аптырай, хәҙрәт шулай тип әйтте тип өйөнөң алғы бүлмәһендә ултырған балаһына өндәшә икән. Ә теге балаһының иҫенә төшөп ҡалған - "балаларың" тип хәҙрәт урындыҡ аҫтында ултырған бер йәшник араҡыны әйтмәй микән? Ысынында ла шулай була: урындыҡ аҫтында ултырған араҡыны һиҙеп, Мөжәүир хәҙрәт намаҙын уҡый алмаған икән.
Сибай ҡалаһынан Камилә инәйем (юғарыла яҙып үтелгән Шәрифулла олатайымдың әбейе) Фәйзулла ауылында машинанан төшөп ҡалып, Манһыр аша Байышҡа туғандарына барырға бер үҙе юлға сыға (был хәл көҙгә табан, кис мәлендә була). Иптәш тә булмағас ҡурҡа, "һис юғында бүреһе лә осрамай", - тип уйлап бара икән. Бына шул саҡ инәйҙең ҡаршыһына ете бүре килеп сыҡмаһынмы?! Бүреләр уның алдына сығып та, ҡушлап та, арттан да эйәргәндәр - әйтерһең дә Манһырға хәтлем оҙатыу өсөн килгәндәр
Шулай итеп, Камилә инәй Манһырға барып етеп, таныштарына инеп, сәй эсеп ултыра икән. Шул саҡ Мөжәүир хәҙрәт үҙе лә килеп инә. Ҡунаҡтар менән һаулыҡ һорашып сыға ла:
- Камилә, иптәштәреңде ҡайҙа ҡалдырып киттең? -тип һораған.
Камилә инәй ниндәй иптәш тураһында әйтә икән был тип аптырағас, Мөхәүир хәҙрәт:
- Баяғы һиңә эйәреп килгән ете бүрене әйтәм: үҙең һорап алдың бит, һорамаҫ кәрәк ине, - тигән. (Был хәтирәне инәйемдең ҡыҙы - Маһира апайҙан яҙып алдым).