

Лира Яҡшыбаеваның "Йәшлек" гәзитендә сыҡҡан "Мөжәүир хәҙрәт" повесының өҙөктәрен уҡығас, мин дә 46 йыл элек ошо бөйөк әүлиә менән осрашыуымды яҙып ебәрмәксе булдым.
1959 йылдың июнь аҙағы ине. Мине бесәнселәр звеноһына ауылдағы 50 саҡырым алыҫлыҡта ятҡан Урал тигән урынға илтеп ҡуйып, бесәнгә ебәрҙеләр. Ағайым, атайымдың ҡустыһы Нурислам Мерәсов, мине ҡуна ятып бесән сабырға китеремде белгәс: "Ҡустым, һин барып бер аҙ эшләгәс, мин арба егеп барырмын. Мөжәүир хәҙрәткә алып барып кил әле," -тип үтенесен белдерҙе.
Ул үҙе сирләй ине. Шулай итеп, күп тә үтмәй ул килеп етте. Икенсе көнө ағай менән иртәнсәк пар ат егеп юлға сыҡтыҡ. Юлда йоҡлап, тәғәйен урынға төшкә генә барып төштөк. Мөжәүир хәҙрәттең өйө йылға эргәһендә генә ине. Йортонан 300 метрҙа мәсете күренеп ултыра. Беҙ барғанда ҡарттың өйө эргәһендә халыҡ мәж килә, сиратҡа теҙелгәндәр. Беҙҙең алдан бер ҡатын инеп сыҡты. Сыҡҡас, кешеләр, нимә тип әйтте һиңә, тип һорашалар, "Һин бер эт эйәртеп килгәнһең"-тип әйтеп сығарған икән хәҙрәт тегегә. Һуңынан уның артынан бер рус егете инеп китте лә (ире булғандыр инде), күп тә үтмәй ҡулына ҡағыҙ (бетеү) тотоп сыҡты. Шунан Нурислам ағай инде. Артабан миңә лә сират етте. Солан эсендә бәләкәй генә урындыҡ, мөйөштә ашъяулыҡ йәйелгән. Ингәс тә хәҙрәт таҫтамал бирҙе лә, себен ҡыуырға ҡушты. Уларҙы ҡыуып сығарғас, ултырғысҡа ултыртты. Мин үҙемдең сиремде - битем боҙолоп йонсотоуын һөйләп бирҙем. Ҡарт ашъяулыҡ өҫтөндәге банканан үлән төнәтмәһе алып бирҙе лә: "Ҡайтҡас, битеңде күҙ һабыны менән яҡшылап йыу ҙа тиҙ генә ошо дарыуҙы һөртөрһөң", - тине.
Мин әүлиә ҡушҡанса эшләнем. Теге төнәтмәне һөрткәс, сыҙап ҡына булмай инде, бит әсетә генә. Шунан һуң ул сир мине борсоманы. Шул барғанда Мөжәүир хәҙрәт: "Беҙ өсәүбеҙ. Бер әүлиә - Стәрлетамаҡта, икенсеһе Ҡыҙыл мәсеттә (хәҙерге Мораҡ ауылы) йәшәй", - тип һөйләп ултырғайны. Тик матбуғатта улар тураһында ни эшләптер бер ҙә яҙмайҙар. Мөжәүир хәҙрәттең тылсымлы көсөнә барыһы ла инанды. Уға мин һуңынан йөрәк ауырыуынан интеккән әсәйем менән апайымды ла дауаланырға алып барҙым. Әсәйем Йәнбикә 84 йәшкә тиклем йәшәне.
Бик күптәргә шифаҺы тейҙе изге әүлиә өшкөрөүенең. Әле лә беҙ уны яҡты хәтирәләр менән иҫкә алабыҙ. Урыны ожмах түрендә булһын.