+24 °С
Ямғыр
Әҙәби балҡыш
8 Август 2025, 10:52

Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр. Атайың -Ҡужахмәт йырау ине

АЛЛАБИРҘИНА Фәрзәнә, 1941 йылғы. Сибай ҡалаһы. Ниһайәт, миңә лә инергә ваҡыт етте. Хәҙрәт йылы ҡаршыланы. Бер ҡарау менән: - Һиндә боҙом бар, әмәлләп нәмә эсергәндәр, - тине. - Ярай әле ҡоҫоп өлгөргәнһең, ауырыу төпкә төшә алмаған. Үҙ ғүмереңдә бындай хәлдәр тағы осорар. Дин юлына баҫып, доғалар уҡып йөрөһәң, бер яуыз көс тә һиңә зыян итә алмаҫ. Аллаһы Тәғәләгә һыйын, ул һине һаҡлар. - Шулай тине лә тоҙ өшкөрөп бирҙе, йәнә ҡул сәғәтемде, яулығымды өшкөрҙө. "Ҡаралып бөткәс, кеҫәмдән алып теге биш тәңкәлекте хәҙрәттең алдына һалдым.

Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр. Атайың -Ҡужахмәт йырау инеМөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр. Атайың -Ҡужахмәт йырау ине
Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр. Атайың -Ҡужахмәт йырау ине

1962 йыл. Миңә 21 генә йәш. Кейәүҙәмен. Атайың вәлидовсы булған, кулак балаһы, тип мине аяуһыҙ ситләтәләр. Әллә шуға, ниңәлер, һыҙып сирләп, ыңғыр-шыңғыр итеп йөрөүҙән башым сыҡмай. Эстән генә, Манһырға барып Мөжәүир хәҙрәткә күренеп ҡарарға ине, тип тә уйлайым. Хәйергә тип йәшерен төпкө кеҫәмә биш тәңкәлек аҡса ла һалып ҡуйғанмын. (Ул саҡтағы биш тәңкәлек хәҙерге биш йөҙ һумға торошло). Ә бер көндө күҙ асҡыһыҙ булып сәсрәп ауырып киттем: ҡоҫам, баштан сыҙап булмай. Ирем быны күреп ни эшләргә белмәй.

- Тиҙерәк хәҙрәт олатайға алып бар. Тик ул ғына минең хәлемде еңеләйтә алыр, - тим. Алай ҙа хәләлем үтенесемде кире ҡаҡманы. Тиҙ генә атын егә һалды ла Манһырға алып та китте. Хәҙрәткә күренергә сират торғандар, мин дә баҫтым. Әллә ҡайҙан йыраҡтан килеүселәр ҙә бар икән, бер нисәүһе русса һөйләшә. Ауырыу бала менән килеүсенең береһе Себер яғынан булды кәрәк.

Ниһайәт, миңә лә инергә ваҡыт етте. Хәҙрәт йылы ҡаршыланы. Бер ҡарау менән:

- Һиндә боҙом бар, әмәлләп нәмә эсергәндәр, - тине. - Ярай әле ҡоҫоп өлгөргәнһең, ауырыу төпкә төшә алмаған. Үҙ ғүмереңдә бындай хәлдәр тағы осорар. Дин юлына баҫып, доғалар уҡып йөрөһәң, бер яуыз көс тә һиңә зыян итә алмаҫ. Аллаһы Тәғәләгә һыйын, ул һине һаҡлар. - Шулай тине лә тоҙ өшкөрөп бирҙе, йәнә ҡул сәғәтемде, яулығымды өшкөрҙө. "Ҡаралып бөткәс, кеҫәмдән алып теге биш тәңкәлекте хәҙрәттең алдына һалдым.

- Ай-һай, ҡыҙым, йыйнаҡсылһың. Ҡасанан бирле һаҡлап алып йөрөттөң бит ошоно.

Хәҙрәт көлөп ебәрҙе лә, оҙаҡ йөрөтөүҙән бөкләнеп, таушалған аҡсаны ҡәҙерләп кенә түш кеҫәһенә һалып ҡуйҙы, шунан ҡайһы ауылданһың, кем ҡыҙы булаһың, тип һораштыра башланы.

Ауылымдың яҙылышы - Ғөбәйҙулла, әйтелеше -Ҡуштүбә икәнен, атайымдың Ҡужахмәт исемле булыуын әйтеп бирҙем.

Хәҙрәттең тыныс ҡараған күҙҙәре, арып талсыҡҡан аҡһыл сырайы үҙгәреп, яҡтырып китте, йөҙөмә диҡҡәт менән ҡарап алды:

- Атайыңды, «йырау Ҡужай» тип йөрөттөләрме? Ә - ә- ә, беләм, беләм! Муллаҡайҙа Ғабдулла Сәиди ишан мәҙрәсәһендә уның менән бер осорҙа уҡыныҡ. Ул минән биш-алты йәшкә өлкән булыр.

Атайым тураһында бик һорашҡым, белешкем килһә лә хәҙрәттең ваҡытын алыуҙы йәпһеҙ һанап, урынымдан торорға итәм. Әммә ул миңә ҡул ымы менән ултырырға ҡушты ла һүҙен йомшаҡ ҡына тағы дауам иттерҙе:

- Атаң үлгәндә һин имсәк кенә булып ҡалдың. Уның ниндәй кеше, кем булыуын асыҡ ҡына белеп тә етмәйһеңдер, ҡыҙым. Нужа ҡаласын күп ашаны ул. 1931 йылда бынамы тигән өйөнән ҡыуып сығарҙылар, һарай тулы малын тартып алдылар, шунан халҡым тип, Зәки Вәлидиҙәр менән бергәләп көрәшеп йөрөгәне µсµн бинахаҡҡа төрмәгә ябып ҡуйҙылар. Йәнәһе, йыры менән халыҡты советтарға ҡаршы өгә була. Халыҡ дошманы, кулак тигән ялған ярлыҡ таҡтылар.

Әсәйемдең өйҙән-өйгә йөрөнөк, теләнселәп тамаҡ туйҙырҙыҡ, землянкала йәшәнек, тип һөйләүҙәре, мине кулак балаһы тип мәктәптән ҡыуып ҡайтарыуҙары иҫемдә ине, әммә гел ҡурҡып-өркөп йәшәгәнлектән, тел ҡалҡытып ниҙер әйтергә ҡыймайым. Ул арала олатай һүҙен тағы дауам иттерҙе:

- Аллаһы Тәғәләнән торор өй, көтөр донъя бирһен ине, тип һорап йөрөйһөң икән. Бөтәһе лә үҙең теләгәнсә булыр, иншалла. Үлән бит ул үҫкән еренә үҫә. Даланың бар, ҡыҙым!

Мөжәүир хәҙрәттең данлыҡлы Ҡужахмәт йырсы ҡыҙын болоҡһоған күңел менән сығарып ебәргеһе килмәнеме, әллә ул хәтирәләр үҙенә лә ҡәҙерле инеме, тағы йәш сағындағы иҫтәлектәргә төшөп китте:

- Һай, йырлай ҙа ине Ҡужахмәт ағай! Унан арттырһа, Буранбай сәсән генә арттыра алғандыр! Эй "Урал"ды бирелеп йырлауҙары! "Тәфтиләү", "Ҡаһым түрә", "Бейеш", "Буранбай" йырҙарының башта тарихын һөйләп бирә, шунан күкрәгенән урғылып сыҡҡан моң менән гөрләтеп һуҙып ебәрә, нисәмә йылдар үтһә лә, тауышы һаман да ҡолағым төбөндә! Әйтерһең, Ирәндек буйының бөтә моңон үҙ йөрәгенә йыйып туплаған да, хәҙер шуны халҡына ҡайтара. Бына шундай йырсы ине атайың! Уны ауылдаштары яратып Ҡужай йырау тип йөрөттө!

Хәҙрәт бер аҙ уйланып ултырҙы ла тағы һөйләй башланы:

- Ҡужахмәт ағайҙың йырын тыңлар өсөн генә йәйҙәрен Ҡуштүбәгә бара торғайным. Ул күбеһенсә мал ҡарап йәйләүҙә йөрөнө. Бушыраҡ сағы булһа, тирмә эсенә инеп ултырабыҙ ҙа, эй, һөйләй Ҡужахмәт ағай! Башҡорттоң тарихын, уның көрәш юлын, арҙаҡлы кешеләрен - береһен ҡалдырмай, ул тиклемде ҡайҙан белеп бөткәндер! Башҡортом, халҡым, тип йәшәгән ир уҙаман ине атаң мәрхүм. Шуны белеп йөрө, балам, рухың күтәрелер.

Ошоларҙы һөйләгәс, олатай ултырған еренән то­роп, ҡағыҙҙары араһынан миңә бер бит яҙыу алып һуҙҙы.

  • Мә, ҡыҙым, ал! Ҡужахмәт уҙамандың йәш саҡта үҙ ҡулы менән яҙып биргән аманаты - "Урал" йыры. Минең ҡартлыҡ етте, әйҙә, бынан ары йәш кеше һиндә һаҡланһын.
  • Рәхмәт, - тип саҡ-саҡ әйттем дә ғәрәп хәрефле яҙыуҙы ҡуйыныма тыҡтым.

Хәҙрәт олатай эргәһенән атайым эргәһендә булып ҡайтҡандай шатланып, ат менгәндәй булып килеп сыҡтым. Баш ауырыуым да, ҡул менән һыпырып алғандай, юҡҡа сыҡты.

Нисәмә йылдар кәмһенеп йәшәгән күңелемә ғорурлыҡ хисе тулды. Тимәк, минең атайым Аллабирҙин Ҡужахмәт халыҡ дошманы ла, бандитта түгел! Ул йырсы булған, йыры менән кешеләр араһында дан ҡаҙанған! Быны әле генә миңә Мөжәүир олатай үҙе әйтте! Йылы һүҙҙән имләнгән күңелем ҡоштай талпынды. Рәхмәт, олатай, мең рәхмәт!

Мөжәүир хәҙрәт тураһында яҙыуымды белгәс, Фәрзәнә апай ошо хәтирәләрен мотлаҡ китапҡа индереүемде үтенде. Хәҙрәтебеҙ яратып тыңлаған, һаҡлап алып йөрөткән мәшһүр йырҙы үҙгәртмәй, Ҡужай йырау яҙып ҡалдырғанса, бирергә булдыҡ. Ҡужахмәт йырау, ғәҙәтенсә, башта" Урал" йырының тарихына туҡталып китә.

- Башҡорттар бынан мең йылдар элек үк сал Уралды үҙ төйәге иткән, унда улар ырыу-ырыу булып йәшәгән һәм Уралға дошман аяғын баҫтырмаған. Уралдың байлығы Башҡорт иленән ситтә йәшәгән башҡа халыҡтарҙың күҙҙәрен ҡыҙҙыра. Баҫып алыу һәм алдау юлдары менән улар башҡорт еренә үтеп инәләр, ауылдар һалып, завод-шахталар теҙәләр. Шулай итеп, килмешәктәр бай башҡорт ерҙәрен талайҙар, ерле халыҡты йәшәгән урындарынан ҡыҫырыҡлайҙар. Бындай хәлгә башҡорт халҡының түҙемлеге бөтә. Үҙ Уралын ҡурсалау маҡсатында һәм азатлығы өсөн һуңғы дүрт быуатта улар унарлаған тапҡыр яу күтәрә, яуға саба. Әммә халҡыбыҙҙың изге көрәше аяуһыҙ рәүештә баҫтырыла. Ҡан йылға булып аға. Ир затын вәхшиҙәрсә ҡыралар. Ҡатын-ҡыҙын, бала-сағаһын әсир итәләр һәм Рәсәй буйлап байҙарға ҡол итеп һаталар, ә ауылдарҙы үртәп, ер йөҙөнән юҡ итәләр, көлөн күккә осоралар. Тик барыбер баҫылмаған башҡорт яу-дауҙары. Ана, шулай итеп матур Урал буйҙарын киләсәк быуындарға һаҡлап алып ҡалған улар.

Бына шуларҙың барыһы тураһында ла халҡыбыҙ, ата-бабаларыбыҙ зарлы "Урал" көйө сығарған һәм шуның аша күк Уралын маҡтап йырлаған, үҙҙәренең аһ-зарын һөйләгән. Ошо хәлдәр бөтәһе лә түбәндәге куплеттарҙа сағылыш таба.

Ҡиблаларҙан иҫкән елдәр менән

Шау-шыу итә Урал ҡайыны.

Махы ла бирмәй хас дошмандарға

Һаҡлағандар Уралҡайымды.

Талдарын да ҡырҡһам,

Ҡаны  ла  тама,

Ата-олатайҙарҙың ҡандары. 

Үкһеп тә генә үкһеп, үкһеп илап,

Ҡол ителде ата-бабалары.

Күгәрепкәй ятҡан Урал тауы

Ата-олатайҙарҙың да төйәге.

Ерен-һыуын һаҡлап ҡорбан булған,

Шунда ята батырҙар һөйәге.

Уралдан да бейек, ай, тау булмаҫ,

Уралҡайҙы һөймәҫ тә йән булмаҫ.

Үҙ илкәйе µсµн ҡорбан булған

Ир-егеттәр ғүмере йәл булмаҫ.

Урал буйҡайҙары, ай, ҡылғанлыҡ,

Йәйрәп ята уның далаһы,

Һине дошмандарҙан тапатырмы,

Һиндә үҫкән башҡорт балаһы.

Уралҡайым, һинән ҡырҡып алһам,

Ат ҡыуырҙай яңғыҙ талдарың.

Тамып та ғына ҡала ҡырҡҡан саҡта

Яуҙа үлгән батырҙар ҡандары.

Күңелкәйем уҡый тарихтарҙы,

Уралҡайым һине күргәндә.

Аятым һин, Урал, тәсбихем һин,

"Урал!" тиермен гүргә кергәндә.

Ә хас дошмандар Урал хаҡында ошолай тип йырлай торған булғандар:

"Уралҡайым" ти ҙә ҡалаһығыҙ,

Уралығыҙ ҡыҙырым сауҡа икән.

Күрмәгәнгә Урал, ай, зауыҡлы икән,

Күрҙе ниһәң зауҡың ҡайта икән.

Фәрзәнә апай Ҡужахмәт ҡыҙы менән осорашып һөйләшеү, беренсенән, 1931 йылғы репрессияларҙың кешеләр µсµн ни тиклем фажиғә, төҙәтә алмаҫлыҡ афәт икәненә тағы бер дәлил булһа, икенсенән, Мөжәүир хәҙрәттең дә яңы сифаттарын, уның халҡыбыҙ йырына мөкиббән булыуын асты.

Хәҙрәт олатай фатихаһына тоғро күпте күргән был ҡатын хәҙер Сибайҙа йәшәй, уны ололоҡлап Фәрзәнә хажийә тип йөрөтәләр. Биш ваҡыт намаҙын ҡалдырмай, динебеҙгә, иманыбыҙға тоғролоҡ һаҡлаған мөслимә 2006 йылда хажға барыу бәхетенә өлгәште. Тырышлығы, егәрлелеге арҡаһында матур, мул тормошта йәшәй.

- Бөтәһе лә хәҙрәт олатай фатихаһынан,- ти бәхетле диндәшебеҙ. - Әгәр теге саҡта уға күренеп йәнемде имләтмәһәм, рухым күтәрелмәһә, өмөтһөҙлөк мине ниндәй упҡынға һөйрәр ине, билдәһеҙ. Кешене йәшәткән - өмөт! Олатай һәр килеүсе күңеленә өмөт орлоҡтары сәсте. Шул орлоҡтары күпме йылдар үткәс тә шытып сыға, иншалла!

 

Автор:
Читайте нас