+30 °С
Болотло
Әҙәби балҡыш
7 Август 2025, 11:45

Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр. Шафиҡ мулла ейәнеме?

ӘЗЕЛҒУЖИН Миһран. Күгәрсен районы. ...1966 йылдың йәйе булһа кәрәк, партияның район комитетында инструктор булып эшләп йөрөйөм. Берҙән-бер көндө "Йылайыр" совхозына юл төштө. Йөрөп эште бөтөргәс, туҡта әле, мин әйтәм, Мөжәүир хәҙрәт халыҡ теленән төшмәй, уның хаҡында бик ышанмаҫтай имеш-мимештәр ҙә йөрөй, олоғайған да бит инде, һау сағында үҙ күҙем менән күреп, хәҙрәт олатай .менән һөйләшеп ҡайтайым әле, тип Манһыр ауылына йүнәлдем. Хәҙрәт өйҙә ине. Мин ҡыйыуһыҙ ғына: Әссәләмәғәләйкүм, - тип барып индем,

Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр. Шафиҡ мулла ейәнеме?Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр. Шафиҡ мулла ейәнеме?
Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр. Шафиҡ мулла ейәнеме?

1961 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, Мәғариф министрлығы мине Баймаҡ районына эшкә тәғәйенләне.

...1966 йылдың йәйе булһа кәрәк, партияның район комитетында инструктор булып эшләп йөрөйөм. Берҙән-бер көндө "Йылайыр" совхозына юл төштө. Йөрөп эште бөтөргәс, туҡта әле, мин әйтәм, Мөжәүир хәҙрәт халыҡ теленән төшмәй, уның хаҡында бик ышанмаҫтай имеш-мимештәр ҙә йөрөй, олоғайған да бит инде, һау сағында үҙ күҙем менән күреп, хәҙрәт олатай .менән һөйләшеп ҡайтайым әле, тип Манһыр ауылына йүнәлдем. Хәҙрәт өйҙә ине. Мин ҡыйыуһыҙ ғына:

  • Әссәләмәғәләйкүм, - тип барып индем,
  • Вәғәләйкүмәссәләм! - тип олатай ҡаршы алды. Унан ниндәйҙер йәнлелек килгәнен һиҙҙем мин. Уның ошо ихласлылығы минең ҡурҡыуымды ла, шикләнеү аша икеләнеүемде лә еңеләйтеп ебәргәндәй булды.

-Олатай, һеҙ мине ғәфү итегеҙ. Мин хәл-әхүәл белеп кенә сығырға тип ингәйнем, - тинем ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына.

Ошо мәл бер-ике бала йүгереп килеп инде. Хәҙрәт олатай:

- Барығыҙ, балалар әйтегеҙ. Ҡымыҙ, ит килтерһендәр, самауыр ҡуйһындар, - тип, балаларҙы (ейәндәре икән) сығарып ебәрҙе лә, миңә ҡарап:

- Хәл белеү изге ниәт, улым. Кем нәҫеленән булаһың?-тип һораны.

- Мин, олатай, Күгәрсен районынан.

-Ҡыҙыл Мәсеттән әләйһә?

- Эйе.

- Шафиҡ мулланы беләһеңме?

- Ул минең ҡартатайым була, әгәр ҙә Суҡбаев Шафиҡ булһа.

-Йә, Хоҙай! Оҡшашлыҡ бар шул. Ул бик арҙаҡлы кеше ине. Минән байтаҡҡа оло ине. Беҙ уның менән Зәйнулла ишанда осраша торғайныҡ. Хажға барып ҡайтҡан, тип тә ишеткәйнем. Нисегерәк донъя ҡуйҙы икән?

  • Ишетеүемсә, олатай, үҙ өйөндә, үҙ түшәгендә тәрбиәле генә ятып әхирәткә киткән. Аҡтар ҙа, ҡыҙылдар ҙа уға теймәгән, йәберләмәгән.
  • Шөкөр, ауыр тупрағы еңел булһын. Йәнем тынысланды. Шулай булырға тейеш ине шул. һинең ҡартатайың менән минең яҙмыш оҡшаш, улым. Беҙ юҡтан, хәйерселектән кеше булдыҡ бит. Уны Аллаһы Тәғәлә үҙе генә белә...

... Мин, өркә-ҡурҡа килгән кеше, хәҙрәт олатайҙың ошо тиклем йылы ҡаршы алып, минең менән ябай ғына итеп ихлас әңгәмәләшеүенә хайран ҡалып ултырам. Етмәһә, партиялымын, партия аппаратында эшләйем бит инде. Халыҡ араһында: "Мөжәүир хәҙрәт Баймаҡ яғына барһам, юлда (ауылға инер алдынан) бер ҙур начальниктың машинаһын туҡтатып ултыртҡан икән, үҙе йәйәү бара башлағас, үҙен дә кире атларға мәжбүр иткән, имеш", - һымаҡ хәбәрҙәр күп йөрөй торғайны ул саҡта.

Беҙ хәҙрәт олатай менән ҡымыҙ эстек, ит ашаныҡ, йылы хушлаштыҡ. Хушлашҡанда хәҙрәт олатай, көлөмһөрәп:

  • Дин әһелдәре менән осрашырға ҡурҡмайһыңмы һуң, улым, һин бит партия хеҙмәткәре. Ауырымаған яғыңа ятырға тырыш, улым, замана ла шулай ҡуша бит, - тип, ихлас кәңәш бирҙе.
  • Олатай, мин бит дин әһелдәренә түгел, оло кеше менән осрашырға, уның хәлен белергә генә килдем. Ул беҙҙең, йәштәрҙең, бурысы,-тинем.

Хәҙрәт, минең арҡамдан һөйөп:

- Рәхмәт, улым. Үҙеңдә заманауи фәлсәфәүи сифаттар бар, уларҙы артабан үҫтерергә тырыш,-тип оҙатып ҡалғайны.

Икенсе йылына, Мөжәүир хәҙрәт донъя ҡуйған икән, тигән хәбәр ишетелде. Оҙаҡламай юл төшөп, хәҙрәт ауылына тағы ла һуғылырға булдым. Оло улы (исемен онотҡанмын, Мирза йәки Риза ине шикелле - ғәфү үтенәм) ҡаршы алды. Ишек алдында өр-яңы еңел машина ултыра. Ул саҡта һирәк кешелә "Волга" тигән еңел машина була торғайны.Ул совхоздың ошо Манһыр тигән бүлексәһендә һарыҡ көтөүен көтә ине, буғай. Беҙ килеп төшөп, иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡандан һуң өҫтәл артына саҡырҙы. Хәҙрәт олатай йолаһы буйынса, ҡымыҙ, ит килтереп ултыртты.

Беҙ:

- Мәшәҡәтләнмәгеҙ, - тигәс:

-Атайым мәрхүм, изге ҡунаҡтарҙы буш сығарма, улар Аллаһы Тәғәләнең мосафирҙары, тип әйтеп ҡалдырҙы. Әле һау саҡта, атайымдың васыяттарын үтәүҙе үҙемдең бурысым һанайым, - тип ул беҙҙе ихлас һыйланы.

Ҡыҫҡаһы, кешелеклелек сифаты хәҙрәт олатайҙа әйтеп бөтөргөһөҙ бай ине. Шул сифаттарҙың улына ла күсеүе шатландырҙы.

Автор:
Читайте нас