+30 °С
Болотло
Әҙәби балҡыш
6 Август 2025, 09:05

Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр.Хәҙрәт име

РАКАЕВ  Әҡсән 1936 йылғы. Баймаҡ районы, Байыш ауылы Был хәл 1958 йылдың ноябрь айында булды. Бер ауылға туйға барып, шунда бик ҡаты ауырып киттем. Түҙер хәл ҡалмағас, өсөнсө көнө Мөжәүир хәҙрәткә юлландым. Ул мине бик һәйбәт ҡабул итте. Мин дә уға хәйер биреп, бөтәһен дә түкмәй-сәсмәй һөйләп бирҙем. Хәҙрәт ағай миңә доғалыҡ, бетеү яҙып, тоҙ өшкөрөп бирҙе. Унан һуң былай тип әйтте:

Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр.Хәҙрәт имеМөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр.Хәҙрәт име
Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр.Хәҙрәт име

 Был хәл 1958 йылдың ноябрь айында булды. Бер ауылға туйға барып, шунда бик ҡаты ауырып киттем. Түҙер хәл ҡалмағас, өсөнсө көнө Мөжәүир хәҙрәткә юлландым. Ул мине бик һәйбәт ҡабул итте. Мин дә уға хәйер биреп, бөтәһен дә түкмәй-сәсмәй һөйләп бирҙем. Хәҙрәт ағай миңә доғалыҡ, бетеү яҙып, тоҙ өшкөрөп бирҙе. Унан һуң былай тип әйтте:

- Ҡустым, ҡунаҡтан бик насар рәнйеү алып ҡайтҡанһың. Алай ҙа миңә эҫе мәлендә килгәнһең, рәнйеүең тиҙҙән китер, ул хатта һиңә төшөңдә лә күренер. Әммә шарап әсеүеңде ҡәтғи ташла, әгәр ҙә ташламаһаң, ул зәхмәттән янып үлерһең.

Аллаға шөкөр, хәҙрәт ағайымдың доғалығы, өшкөргән тоҙо, сихри көскә эйә булған бетеүе бермә-бер килеште: дүртенсе көнө төндә бик тыныс йоҡланым, ул алдан әйткән ғибрәтле төш ошо төндә күренде, зәхмәтле ауырыуым бөтөнләйгә китте. Аллаға шөкөр, шунан һуң һауыҡтым, шарапты хәҙер өс тиҫтә йылдан ашыу ауыҙыма ла алғаным юҡ.

Тағы ла бер ваҡиға хәтеремдә ныҡ ҡалған.

...1953 йылдың бесән ваҡытында ат косилкаһында бесән саба инем. Салғы сарлағанда кинәт бысраҡ һыу сәсрәп, күҙем ауырып китте. Мөжәүир хәҙрәткә барҙым. Ул миңә тоҙ өшкөрөп бирҙе. „Ауырып китһәм, ауылда берәй кеше минең эшемде алып ҡуйыр," -тип уйланып ултыра инем, хәҙрәт: „Уйланма, ҡустым, эшендә эшлә лә йөрө," - тип ҡапыл ғына әйтте лә һалды. Мин аптырауҙан телһеҙ ҡалдым, бер нәмә лә әйтә алманым. Хәҙрәттең алдан күрә белеүе, кешеләрҙең уйын, хатта уларҙың күргән төштәрен дә уҡый белеүе хайран ҡалырлыҡ ине.

Атайым мәрхүм хәҙрәт ағай менән аралашып йәшәне. Мин хәҙрәтте мәңге онотмам. Хәҙер мәсеткә йөрөйөм, уға бағышлап аяттар уҡытам, хәйер бирәм. Сөнки уның изге рухы һәр ваҡыт ғаиләмә лә ыңғай йоғонто яһай.

Автор:
Читайте нас