

Ҡабатлауҙан доға иҫкермәй, тигән кеүек, мин дә билдәле Мөжәүир хәҙрәт тураһында ата-әсәйемдән ишеткәнемде яҙып ебәрергә булдым. Беҙҙең ғаиләлә уның тураһында яҡты хәтирәләр генә һаҡлана.
Уҡытыусы, яҙыусы Лира Яҡшыбаеваның матбуғат биттәрендә хәҙрәт тураһында баҫылып сыҡҡан бик ентекле һәм ҡыҙыҡлы яҙмаларын йотлоғоп уҡып барҙым.
Уның тураһында уҡығандан-уҡығы, ишеткәндән ишетке, күберәк белге килә. Мөжәүир хәҙрәтте күптәр алтынға тиңләй. Был юҡҡа ғына түгел! Ысынлап та, алтынға бәрәбәр бит ул! Уның үтә һиҙгерлегенә, зирәклегенә, уҡымышлығына иҫ китерлек! Алтын үҙенең төҫөн, баҙыҡлығын юғалтмаған кеүек, уның был фани донъяла ҡалдырып киткән изге эштәре, яҡты рухы юҡҡа сыҡмаясаҡ, халыҡ үҙенең әүлиәһен онотмаясаҡ! Ваҡытында күпме кешеләрҙе үҙенең тылсымлы ҡарашы, шифалы ҡулдары, ипле һүҙҙәре менән дауалаған, имләгән бит бөйөк хәҙрәт!
Мөжәүир олатай минең тыуған ауылым Йүкәгә (рәсми телдә - Ишмырҙа) йыш ҡына килеп йөрөгән. Атайымдың әсәһе Ғәйникамал ҡартәсәйҙәргә фатирға туҡтаған, улар менән аралашып йәшәгән. "Кайһы саҡ әбейе Гөлйемеш инәй менән дә, улы Мөхәммәт менән дә килгән. Ҡартәсәйем үҙе лә өлкән апайым Сәрүәрҙе эйәртеп, Сибай юлынан Фәйзулла ауылына төшөп, йылға аша Манһырға йәйәү йөрөгән. Хәҙрәт олатай ҙа, әбейе лә мөһабәт, дәү кәүҙәле, бик алсаҡ, йомарт, изге күңелле кешеләр булған. Килгән кешенең береһен дә кире бороп сығармағандар. Төбәп килгән кешенең килерен алдан уҡ белеп-һиҙеп, ҡапҡаларын шар асып ҡуйыр булғандар.
Бер ваҡыт әсәйем, ул Фәхерниса исемле ине, күрше Ғәйзә инәйҙәрҙә сәй эсеп ултыра, ҡулында имсәк бала була. Еңгәһе Маһикамал инәй: „Әбейһаҙҙың магазинынан бына ошо яулыҡты 40 һумға һатып алдым",-тип яҙып һелкеп күрһәтә. Инәйҙең шуны эшләүе була, әсәйемдең ҡулында имсәк имеп ятҡан Тәлғәткә әллә ни була. Әллә шул яулыҡтың елпеүе ҡағыла, бала тын ала алмай сәсәп быуыла. Ғәйзә инәй йәһәт кенә тороп, урҙала элеүле торған ашъяулыҡты алып: „Өндәшмәгеҙ," - ти ҙә, бисмилла әйтеп, баланың өҫтөнә яба. Бер аҙ ятҡас, сабый илап ебәрә.
Был хәл тураһында әсәйем икенсе күршеһе Шәрифъямал инәйҙең килене Сәмиға апайға һөйләй. ,,Улай булғас, ҡәйнәм менән Мөжәүир олатайға барып килегеҙ, беҙҙең Рәшиҙә лә аяҡтан яҙҙы," - ти әхирәте.
Иртәгеһенә әсәйемдең һыйлымы - Әбүбәкиров Ханнан олатай 8 йәшлек ҡыҙын күтәреп, арбаға сығарып ултырта. Шәрифъямал инәй Манһыр ҡыҙы булғанға күрә, юлды бик яҡшы белә. Монасип ауылынан Ирәндек һырты аша тура тарталар. Бейек ерҙән, тәгәрмәсте арҡан менән бәйләп, һыҙып төшәләр.
Барып еткәс, Шәрифъямал инәй: „Фәхерниса, бынау ейәнсәремде үҙең күтәреп индермәһәң, минең көс етмәҫ", - тиеүе була, Рәшиҙә: „ Юҡ, ҡартәсәй, мин үҙем инәм,"-ти ҙә, арбанан төшөп, һин дә мин атлап, әбейҙең артынан инеп китә. Мөжәүир олатай уны яман ергә, көлгә баҫҡан, тип әйтеп, өшкөрә. Әсәйемде күргәс: „Э-э-э, Ғәйникамалдың килене килгән бит. Инәң өйҙә юҡ бит әле, баҙарға китте, сәй эсер инегеҙ", - ти.
- Хәҙрәт урындыҡта, яҫтыҡ өҫтөндә, яҡшы кейенеп, башына сәллә урап, күбәләй булып ултыра ине, - тип хәтерләй әсәйем.
Мөжәүир олатай Тәлғәткә күҙ һалыу менән:
- Үткенсе булған, ярай ҙа, ваҡытында килтереп еткергәнһегеҙ, ҡыҙым, һеҙҙә сысҡан да, ҡомаҡ та юҡтыр инде. - Үҙе кеткелдәп көлгән була. - Шуның ҡойроғон кәпәсенең түбәһенә, ҡара бесәйҙең йөнөн күлдәгенең түшенә тағып ҡуй, - тип, тоҙ, һабынды өшкөрөп, бетеү яҙып бирә.
Урындыҡ аҫтында торған оло табаҡтан өймәләмә итеп услап, баланың ҡалпағына печенье-кәнфит һала. Үҙе һаман борсолоп: - Бына инәң өйҙә булманы бит әле, сәй эсә алманығыҙ, - тип ҡабатлай.
- Һин Шәрифъямал, Сәбилә әбейҙе беләһең бит, уға барып, сәй эсеп ҡайтығыҙ, ҡоро ҡайтмағыҙ. Уның өйө элекке һеҙҙең өй урынында ултыра,- ти.
Үҙе сығып, аттарын бороп, оҙатып тороп ҡала.
Ҡайтышлай, хәҙрәт өйрәткән баяғы Сәбилә әбейҙәргә туҡталып, сәй эсеп ҡайталар.
- Тәлғәт башҡаса быуылып ауырыманы, бетеүен һаман кейеменә тағып йөрөттөк, әле лә костюмында тора, - ти әсәйем.
Беҙ бала саҡта шифоньерҙең тартмаһында, сепрәк тоҡсай эсендә, бер киҫәк бәләкәй генә күк төҫлө күҙ һабыны ята торғайны. „Теймәгеҙ, ул өшкөртөлгән һабын,"- тип беҙҙе тыялар ине. Бына ошо һабындың да кәрәге тейә: өлкән ағайымдың 3-4 йәшлек ҡыҙы Гөлфирәнең бер мәл күҙе ауыртып, битенә сабыртма сыға. Шул һабын менән баланың битен өс тапҡыр йыуыу бик килешә: күҙе лә юнәлә, сабыртма ла бөтә, башҡаса сығып ыҙалатмай.
Бер мәл хәҙрәттең Баймаҡта йәшәгән бер туған ҡустыһына ҡунаҡҡа килгәнен ишеткәс, әсәйем менән Гөлзәминә инәй юлға сыға. Юлда инәй:
- Фәхерниса, ошо 10 һумды ваҡлатып бир әле, -ти.
Баймаҡҡа барғас, күрешеп хәл-әхүәл һорашып, һөйләшеп, сәй эсеп ултырғанда, һүҙ араһында Мөжәүир олатай мәрәкәләй:
- Миндә лә ваҡ бар ине, Гөлзәминә, - ти.
Кешенең ни уйлағанына тиклем белеп, үтәнән-үтә күреп ултырыу һәләтенә хайран ҡалырлыҡ бит?! Атайым, Ғәйникамал ҡартәсәй үлеп ҡалғас, гүр саҙаҡаһына тип хәҙрәткә һарыҡ алып бара. Сабира инәй ҙә, хәйергә тип кәзә ебәрә. Пригородный бүлексәһе янында кәзә ысҡынып төшөп ҡала. Атайым атын туҡтатып, кәзәне эҙләп ҡарай, таба алмай. Манһырға барғас, атай ошо хәлде һөйләп бирә.
- Хәҙер һарығыңды һуй, инәң аш һалыр. Аш бешкәнсе, Нурислам, һин иҙәнде йүнәтеп һалып кит. (Өйҙәрендә ремонт яһап ятҡан саҡтары). Колхоз кешеһе эшкә шәп була ул. Ә бына кәзәңде ҡайтышлай Пригородныйҙа йәшәгән Вәлиулланан инеп алып ҡайтырһың, - ти хәҙрәт.
Атайым, хәҙрәт ҡушҡанса, ҡайтышлай Вәлиулла тигән кешеләрҙән баяғы ҡасҡалаҡ кәзәне алып, ҡайтып, эйәһенә кире тапшыра.
һай, бик шәп кеше булды инде хәҙрәт олатай! Уның тәсбихе бар ине, ҡояшҡа ҡараһаң, мәсет күренә торғайны. Әгәр үлерен белһәк, әллә күпме нәмәне өшкөртөп алып ҡалған булыр инек, - тип үкенес белдерә әсәйем.
Бер нәмә лә мәңгелек түгел шул. Ләкин бөйөк хәҙрәттең исеме үлемһеҙ. Иманым камил: киләсәк быуын да уның менән ҡыҙыҡһыныр, ғорурланыр, хәҙрәттең яҡты рухына тап төшөрмәҫ. Изгелек ерҙә ятып ҡалмай.