+30 °С
Болотло
Әҙәби балҡыш
4 Август 2025, 10:02

Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр. Енде еңгән уҙаман.

ҒӘББӘСОВ Р. Баймаҡ районы. Был саҡта Йомағужаның кәләше Йомабикәлә ауылдашы Кансурина Мәҙинә, уның улы Нәбиулла сәй эсеп ултырған була. Йомабикә эштән һуңлаған ирен көтәүәлләй, ара ла яҡын түгел, тип үҙен йыуата, әммә үҙе һуңлауына тағы борсола. Бер заман Йомағужа өйгә килеп инә. Пинжәгенең еңдәре терһәктәренәсә төрөлгән, ҡара туҙанлы битенән юлаҡлап тирҙәре ағып төшкән. Өйҙәге кешеләрҙе лә күрмәй, Йомағужа мейес башынан үрелеп тәмәкеһен ала ла кире боролоп сығырға ынтыла. Эштең тигенгә бармауын һиҙенгән Йомабикә күҙ асып йомған арала иренең ҡулынан тотоп ала, әммә Йомағужа, уны өйрөлтөп-өйрөлтеп стенаға бәрә һуға ла, сығып китә. Йомабикә ҡапҡанан сығып барған ирен кире баҫтырып етеп, тотоп ала:

Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр. Енде еңгән уҙаман.Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр. Енде еңгән уҙаман.
Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр. Енде еңгән уҙаман.

Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаһы Лира Әхмәт ҡыҙы Яҡшыбаеваның Баймаҡ районы Манһыр ауылынан билдәле хәҙрәт Мөжәүир Сиражетдинов хаҡында "Мөжәүир хәҙрәт" исемле әҙәби әҫәрен уҡығас, уҙған быуаттың уртаһында Баймырҙа ауылында булып уҙған ваҡиғалар хаҡында яҙырға булдым. Был тарихтың геройҙары әле лә иҫән-һау, Ишмөхәмәт ауылында көн күрәләр.

Баймырҙа ауылында йәшәүсе 27 йәшлек Йәрмуллин Йомағужа Йолалы ауылында колхоз өсөн ат менән бесән сабыуҙа йөрөй. Көндәлек нормаһын үтәгәс, Йомағужа, атын туғарып, уны бригадир Үлйәбаев Зәкәриәнән Баймырҙаға ҡайтыр өсөн биреп тороуҙы һорай. Рөхсәт булмағас, алыҫ ара ла түгел тип, үҙен йыуатып, ауылына йәйәү юллана.

Был саҡта Йомағужаның кәләше Йомабикәлә ауылдашы Кансурина Мәҙинә, уның улы Нәбиулла сәй эсеп ултырған була. Йомабикә эштән һуңлаған ирен көтәүәлләй, ара ла яҡын түгел, тип үҙен йыуата, әммә үҙе һуңлауына тағы борсола. Бер заман Йомағужа өйгә килеп инә. Пинжәгенең еңдәре терһәктәренәсә төрөлгән, ҡара туҙанлы битенән юлаҡлап тирҙәре ағып төшкән. Өйҙәге кешеләрҙе лә күрмәй, Йомағужа мейес башынан үрелеп тәмәкеһен ала ла кире боролоп сығырға ынтыла. Эштең тигенгә бармауын һиҙенгән Йомабикә күҙ асып йомған арала иренең ҡулынан тотоп ала, әммә Йомағужа, уны өйрөлтөп-өйрөлтеп стенаға бәрә һуға ла, сығып китә. Йомабикә ҡапҡанан сығып барған ирен кире баҫтырып етеп, тотоп ала:

  • Йомағужа, нишләүең был? "Ҡайҙа бармаҡсы булаһың төнө менән?
  • Йолалы үрендәге теге таш аҫтындағы кешене соҡоп сығарып, үлтерәм хәҙер. Ебәр мине.

Йомабикә Йолалы эргәһендәге ҡәберлек хаҡында һүҙ барғанын аңлап ҡала, иренә сат йәбешеп, уны бер ҡайҙа ла ебәрмәй. Йомағужаның әсәһе Нәсихә әбей, алмашынып ҡайтҡан улынан ҡурҡып, яҡын да бармай. Йомабикәгә 4 йәшлек улын ҡарау менән бергә, төнө буйы йоҡламай, һаман да Йолалыға барып ҡәберҙе аҡтарырға уҡталған ире менән айҡашып сығырға тура килә.

Таң һыҙылыу менән Йомағужа, ырғып тороп Йолалы яғына сығып китә лә, ауыл ситендәге йылға ярына барып ятып ала. Насар хәлде ишетеп, күршеләр хәл белергә килә, тик берәү ҙә өйгә инмәй. Нәсихә әбей улын Манһырға - Мөжәүир хәҙрәткә алып барырға була. Ат егәләр. Нәсихә әбей дилбегә тотоп алға ултыра, янына ейәне ҡунаҡлай, уларҙан һуң Йомағужа уртаға ултыра, Йомабикә арттан урын ала. Өшкөртөп алырға тоҙ булмағас, Йомабикә, Манһырҙан берәйһенән һорармын әле тип, тоҡ һалып ала.

Ауылдан ярты саҡырымдай ҙа ҡуҙғалып өлгөрмәйҙәр, ике ҡатын, бер бала һәм бер ир ултырған арбаны һөйрәй алмай, ат аҡ күбеккә бата. Көс-хәл менән йылғаға етәләр, кисеүҙе сығалар. Ат еңеләйеп, тилбер генә сығып китә. Юлда Йомағужа кемдәрҙелер тыңлай, нимәлер күргән кеүек ҡарап, көлөп бара, ырғып төшөп ҡалырға уҡтала. Йомабикә уны биленән ҡыҫып тотоп, ебәрмәй, тыныслана төшһә, арбанан төшөп арттарынан йәйәү бара.

Урғаҙа йылғаһы кисеүенә еткәс, туҡтап, ҡатындар йылға һыуында йыуынып ала. Йомағужа ла арбанан килеп төшә, аңына килеп, өҫ-башын йыуып алырға теләк белдерә.

Мөжәүир хәҙрәт Манһырҙа булмай сыға. Уны ауылдан ситтә, бесәнлектән барып табалар. Хәҙрәт килеүселәрҙе тыңлап та тормай, алдан бөтә хәлде белеп-күреп торған була. Йомағужаны шунда уҡ өшкөрә башлай, Манһырҙан тоҙ алырға башы еткән Йомабикәне маҡтай.

- Улым, ҡеүәтлеһең дә инде! - Мөжәүир хәҙрәт ихлас йылмайып Йомағужаның арҡаһынан һөйә.— Быға тиклем берәү ҙә енде күтәрә һуҡҡаны юҡ ине. Ярай, яныңда этең булған, былайынса үле кәүҙәңде лә тапмаҫтар ине.

Өшкөрөп, бер арауыҡ ваҡыт үткәндән һуң, баймырҙалар ҡайтырға сыға. Уларҙы оҙатҡан саҡта ла Мөжәүир хәҙрәт енгә бирешмәгән Йомағужаны маҡтай.

- Бүтән һиңә ҡағылмаҫтар, бетеүеңде юғалтма. Ҡурҡһаң, юл алмаштырып ҡайтығыҙ...

- Шул барыуҙан бүтән ауырыманы Йомағужа, -ти Йомабикә инәй Йәрмуллина. -Хәҙрәттең әйткәнен тотоп, Байыш аша ҡайттыҡ. Аҙаҡтан, һил булғас, Йомағужа Йолалы үрендә ни булғанын һөйләп бирҙе.

Йәйәүләп бәләкәй Байсура битенән, ҡәберлек буйынан төшөп килгәндә, ҡапыл юл ситенән һыбайлы кеше пәйҙә була. Бейек атта боронғо кейемдә оҙон сәстәре ялбырап китеп, зәһәр ҡарашлы әҙәм ултыра, албырғап ҡалған Йомағужаға өндәшә:

-Ҡайҙа юл тоттоң?

-Ҡайтып барам...

-Бынан ҡайтыу юҡ һиңә!

Ошо һүҙ менән әҙәми зат атынан һикереп төшә, Йомағужаға табан атлай башлай. Ендең аты, үрәпсеп ер сапсып кешнәй ҙә, юҡҡа сыға. Йомағужа менән ен аунап китеп алыша башлайҙар. Берсә ен өҫкә сыға, берсә Йомағужа. Шул саҡта сысҡан баҫтырып китеп олаҡҡан һорлан, Йомағужаның эте, сабып килеп етә һәм ялбыр башҡа ташлана: уны тешләп артҡа һөйрәй, өйрөлтеп абалай. Ни ҡөҙрәт менәндер Йомағужа енде ситкә быраҡтыра ла ауыл яғына йүгерә, һорлан да уның янынан китмәй, йәйәүле ен дә улар артынан эйәрә. Шулай итеп, ҡото осҡан Йомағужа, һорлан һәм юҡтан бар булып, ерҙә аунап һуғышҡан, аҫта ҡалған ендән торған сәйер төркөм, Баймырҙаға тиклем киләләр.

- Ауыл күренгәс кенә теге юҡҡа сыҡты, - тип һөйләй һуңынан ҡатынына Йомағужа.

Әлеге ваҡытта йәш сағында параллель донъя вәкиле менән яғалашҡан, үлемдән саҡ ҡалған Йомағужа олатайға 80 йәш. Элекке йылда ғына ла һыбай сабып йөрөгән ҡарт быйыл, эҙләп алыуы ҡыйын тип, ат көтөүҙән баш тартты. Ҡолаҡҡа ҡатылығын иҫәпкә алмағанда, Йомағужа олатай әле лә иҫән-һау. Енде һелтәй һуҡҡас, бабайҙың ҡеүәте ҡайтмағанына аптырау урынһыҙҙыр, моғайын. Бәлки, ярты быуат элек Мөжәүир хәҙрәт яҙып биргән бетеүҙе әле лә йөрөтөүе килешәлер.

Автор:
Читайте нас