+30 °С
Болотло
Әҙәби балҡыш
2 Август 2025, 05:20

Мөжәүир хәҙрәт. Л.Яҡшыбаева. Хәтирәләр. Гел бойҙай урлап йөрөмә, һолоһон да ал

РЫСКУЖИНА Һәҙиә, 1922 йылғы. Баймаҡ районы, Хәсән ауылы. Бына бер-нисә көндән ауылға НКВД кешеләре килеп тә төшә. Эштән ҡайтып килеүселәрҙе туҡтатып тентеү башлана. Хәҙрәт әйткәнде тыңлағандар тауҙай бәләнән ҡотола, ә теге ҡатындың моҡсайында бер-ике килолай ғына бойҙай табыла. НКВД-сыларға шул етә ҡала. Меҫкенде, ире һуғышта тыуған ил өсөн ҡан ҡоя, ике балаһы бар, тип тә тормайынса һис бер йәлләүһеҙ, иркенән мәхрүм итәләр. Ә үкһеҙ ҡалған улы, ҡыҙы балалар йортона оҙатыла. Кеше башы бер кило бойҙай шайы ла тормаған замана ине шул. Аҙаҡ ул ҡатын бик үкенгән тиҙәр хәҙрәтте тыңламағанға. Ни хәл итәһең, эш үткәйне.  

Мөжәүир хәҙрәт. Л.Яҡшыбаева. Хәтирәләр. Гел бойҙай урлап йөрөмә, һолоһон да алМөжәүир хәҙрәт. Л.Яҡшыбаева. Хәтирәләр. Гел бойҙай урлап йөрөмә, һолоһон да ал
Мөжәүир хәҙрәт. Л.Яҡшыбаева. Хәтирәләр. Гел бойҙай урлап йөрөмә, һолоһон да ал

- Хәҙрәт олатайҙы мин белеп үҫтем, - тип һүҙен уратыбыраҡ башланы элекке тракторсы, фронтавик ҡатыны һәҙиә апай. - Әсәйемдең бер туған ағаһы Мөхәммәтғариф менән улар бала саҡтан Иҙелбайҙа, Муллаҡайҙа бергә уҡыған, йән дуҫтар булғандар. Аҙаҡ та бер-береһен ҡәҙер итеп, яҡындан ҡатнашып йәшәнеләр. Муллаҡайҙағы хәлдәр тураһында һабаҡташы Мөхәммәтғариф ошоларҙы һөйләй торған булған:

- Бергәләп ятып йоҡлайбыҙ, уянып китеп ҡараһам, Мөжәүир эргәмдә булмай. Кайҙа икән, тип тороп эҙләйем. Бәй, ҡараһам, мейес артында сытыр өҫтөндә ята. Ни эшләп бында ятаһың, тим. һине маҙаһыҙламаҫ өсөн, ти дуҫым. Уны ғәйбәрәндәр, йәғни, фәрештәләр  уҡытты, - ти  торғайны ағайым.

Тырышып донья көткән уңған Мөхәммәтғарифты, кулак тигән булып 1931 йылда ҡулға алалар, 10 йылға хөкөм итеп, төрмәгә ябалар. 1941 йылда, етмешкә етеп килгәндә генә, ауылы Кәрешкәгә әйләнеп ҡайта. Бер-нисә йылдан хәҙрәт тә тотҡонлоҡтан ҡотолоп, имен-аман ҡайтып төшә. Айырылмаҫ дуҫтар йәнә бергәләшеп ҡатнашып йәшәп китә. Әсәйемдең ағаһы  Мөхәмәтғариф дуҫынан биш йыл алда гүр эйәһе була. Дуҫын ерләшергә килгән Мөжәүир хәҙрәт  күҙҙәренә йәш алып:

- Мөхәммәтғариф үлде, Кәрешкәнең теләк ҡапҡаһы ябылды,-тип әйткән.

Һәҙиә апайҙың хәҙрәт тураһындағы хәтирәләре күп, бик күп. Бына шуларҙың береһе.

- 1941 йыл трактористар курсын тамамлап, ҡатын -ҡыҙҙар бригадаһын ойоштороп, эшләп йөрөйбөҙ. Йәшереп кенә бойҙай алып ҡайтҡылайбыҙ, - тип хәтирәләрен бәйән итә башланы инәй. - Бер көн шулай төнгө сменанан арып ҡайттым да ял итергә ятырға йөрөйөм. Әсәйем:

- Ятмай тор, ҡыҙым, хәҙер Мөжәүир олатаң килә, миңә сәй әҙерләш, -тине. Иң ҡәҙерле ризыҡты, икмәкте, өҫтәлгә телеп ҡуйҙыҡ.

Олатай, ғәҙәтенсә, сәләм биреп, йылмайып-көлөп, тракторискабыҙ өйҙәме, тимер аты сығынсыламаймы, тип мәрәкәләп килеп инде. Бергәләп сәй табынына ултырҙыҡ. Бер-ике сынаяҡ сәй эскәс, олатай мине, ялбыр баш, кил әле эргәмә, тип саҡырып алды ла ашъяулыҡтан алып ҡулыма ике һыныҡ икмәк тотторҙо.

- Мә әле, ошоно минең атыма ҡаптырып ин, - тине.

Олатай ҡушҡанды тыңламай булмай. Үҙем сығып барам, эстән уйлап барам:

- Әсәйемдең ыҙалап ҡул тирмәне менән тартып ҡына бешергән икмәген ниңә әрһеҙләп атына ашаттыра икән?-тим.

Кушҡанын үтәп өйгә ингәйнем, олатай мине йәнә эргәһенә саҡырып алды:

- Гел бойҙай ғына урлап йөрөмә, икенселәй, олатамдың дуҫы килһә тип, һолоһонан да алып ҡайтып ҡуй, - тип көлдө. Мин оялып ҡыҙарындым.

- Оялма, ҡыҙым, - тине хәҙрәт. - Ул һеҙҙең ҡул көсөгөҙ. Эшләгән кеше тешләргә лә тейеш. Ана, атҡа ла ҡамыт кейҙерер алдынан башта ашатып алалар. Тик ошо көндәрҙә һеҙгә һаҡ булырға кәрәк.

Ул ике бармаҡҡа ике бармағын һалып элмәк яһап күрһәтте, ҡапҡанға эләгеп ҡуймағыҙ, тигәнде аңлатты.

- Иптәштәреңә лә әйтеп ҡуй, теге НКВД-ның ҡоторған эттәре шашты, ошо арала беҙҙең яҡтарға килеп сығыр. Бер ус та нәмә һалып алмағыҙ, - тип ҡат-ҡат киҫәтеп әйтте.

Иртәгәһенә эшкә барғас, һәҙиә әхирәттәренә быны аңғартырға ашыҡты. Араларынан берәү генә ышанманы:

- Чушь, - тигән булды . - Әкиәт для дураков. - Үҙе мыҫҡыллы йылмайып ауыҙын салышайтты. - Бигерәк белемсе булып китә ул бабай.

Бына бер-нисә көндән ауылға НКВД кешеләре килеп тә төшә. Эштән ҡайтып килеүселәрҙе туҡтатып тентеү башлана. Хәҙрәт әйткәнде тыңлағандар тауҙай бәләнән ҡотола, ә теге ҡатындың моҡсайында бер-ике килолай ғына бойҙай табыла. НКВД-сыларға шул етә ҡала. Меҫкенде, ире һуғышта тыуған ил өсөн ҡан ҡоя, ике балаһы бар, тип тә тормайынса һис бер йәлләүһеҙ, иркенән мәхрүм итәләр. Ә үкһеҙ ҡалған улы, ҡыҙы балалар йортона оҙатыла. Кеше башы бер кило бойҙай шайы ла тормаған замана ине шул. Аҙаҡ ул ҡатын бик үкенгән тиҙәр хәҙрәтте тыңламағанға. Ни хәл итәһең, эш үткәйне. Ул тракторсы ҡатындың, иренең, балаларының яҙмышы ла ауыл халҡы өсөн билдәһеҙ көйө ҡалды. Беҙ, бәләнән ҡотолоп ҡалғандар, хәҙрәткә ниндәй рәхмәттәр әйтергә лә белмәнек, эй ҡыуандыҡ, эй ҡыуандыҡ. Изгелеген мәңге онотмаҫҡа үҙебеҙгә Һүҙ бирҙек

Бына ошондай хикмәтле хәлде һөйләп бирҙе һәҙиә апай. Үҙе хәҙрәттең бынан 50-60 йылдар элек яҙып биргән бетеүен, өшкөртөлгән тоҙон ҡәҙерләп һаҡлай икән.

Баштан, йөрәктән ауырыным, аяҡ-ҡулым һыҙлап йонсотто, бирешмәнем. Хәҙрәт өшкөрөп биргән тоҙ, яҙып биргән бетеү, доғалар арҡаһында ошоғаса йәшәнем. Мөжәүир хәҙрәт әйтеп ҡалдырған васыятты тотоп  йәшәүе  менән  дә  ғорур һәҙиә инәй.

- Аслан Хәсән ауылынан тайпылмағыҙ, - тигәйне хәҙрәт олатай. - Был ауыл бер ҡасан да бөтмәйәсәк, мәсете ҡалҡып сығып, ҡабаттан тереләсәк, тигәйне. Ҡыҙым, әсәй, киттек Сибайға, бер үҙеңә ҡыйын бит, ти. Хәҙрәт ауылығыҙҙы ташламағыҙ, тип васыят әйтте, бер ҡайҙа ла китмәйем, үлгәнсә ошонда торам, тим.

Хәҙрәт әйткән һәр һүҙҙең хаҡлығына инанып йәшәгән, инде тукһанды ҡыуған, күңеле тулы хазина һәҙиә апай менән осорашыу күңелдә һоҡланыу хисе ҡалдырҙы.

Автор:
Читайте нас