+30 °С
Болотло
Әҙәби балҡыш
31 Июль 2025, 07:54

Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр. Хәҙрәтте беҙгә Аллаһ үҙе ебәргән

ИБРАҺИМОВА Нәзифә, 1932 йылғы. Сибай калаһы. Бер ваҡыт кесе һеңлебеҙ Ғәлиәнең битенә шешек сыҡты. Битенең ныҡлап боҙолоп китеүенән ҡурҡҡан атайым атын йәһәтләп егеп Манһырға юлланды. Табип, ғәҙәтенсә, уларҙың килерен алдан белеп көтөп торған, һәйбәтләп тоҙ өшкөрөп биргән. - Борсолмағыҙ, йүнәлер, иншалла, - тип оҙатып ҡалған. Манһырҙы сығып Фәйзуллаға ла етеп өлгөрмәйҙәр, шеш башта һурыға, бер аҙҙан яра бөтөнләй уңала. Был хәлгә хәҙрәттең өшкөрөү һәләте тураһында күпте белгән атайым хатта хайран ҡала. Ә бер-ике көндән биттәге шешектең эҙе лә ҡалмай.

Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр. Хәҙрәтте беҙгә Аллаһ үҙе ебәргәнМөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр. Хәҙрәтте беҙгә Аллаһ үҙе ебәргән
Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр. Хәҙрәтте беҙгә Аллаһ үҙе ебәргән

Беҙҙең ғаилә, туған-тыумаса Мөжәүир хәҙрәтте белеп, күҙ күрешеп йәшәне, уны сикһеҙ ихтирам итте. Атайым, әсәйем, күрше-тирә, килгән таныштар гел уның мөғжизә-кирәмәттәрен һөйләп табынырҙай була, хайран ҡала ине,- тип башланы һүҙен Нәзифә апай.

  • Атайым, Ибраһимов Саттар Әҙелмырҙа улы, Сибайҙың Рудник поселогы силовая станцияһында (электр биреүсе сығанаҡ) оҙаҡ йылдар кочегар булып эшләне. Тырыш хеҙмәте өсөн Ленин ордены менән наградланды. Әсәйем Орҡоя, 8 бала әсәһе, тәрбиәле, ипле, кешелекле, ярҙамсыл ҡатын булды. Атайымдың хәҙрәт менән дуҫ икәнен белгәнлектән, уға күренергә теләүселәр, таныш-белештәр беҙгә килә торғайны.
  • Ғәбделсаттар, тиҙ генә атыңды ексе әле, беҙҙе Манһырға алып бар, әллә нимә булды, баштан сыҙамайым, - тиҙәр, йәки, башҡа төрлө рәнйеүҙең исемен атайҙар.

Йомшаҡ күңелле, кеше йәнле атайым көн тимәй, төн тимәй алып китә.

Бер ваҡыт кесе һеңлебеҙ Ғәлиәнең битенә шешек сыҡты. Битенең ныҡлап боҙолоп китеүенән ҡурҡҡан атайым атын йәһәтләп егеп Манһырға юлланды. Табип, ғәҙәтенсә, уларҙың килерен алдан белеп көтөп торған, һәйбәтләп тоҙ өшкөрөп биргән.

- Борсолмағыҙ, йүнәлер, иншалла, - тип оҙатып ҡалған.

Манһырҙы сығып Фәйзуллаға ла етеп өлгөрмәйҙәр, шеш башта һурыға, бер аҙҙан яра бөтөнләй уңала. Был хәлгә хәҙрәттең өшкөрөү һәләте тураһында күпте белгән атайым хатта хайран ҡала. Ә бер-ике көндән биттәге шешектең эҙе лә ҡалмай.

Иҫемдә, атайым менән әсәйем ингән берәүгә Ғәлиә менән булған хәлде һөйләп:

- Хәҙрәтте беҙгә Аллаһы Тәғәлә үҙе ебәргән ул! - тип ҡыуанырҙар ине.

Нәзифә апайҙың хәтирәләре байтаҡ булып сыҡты. Бына тағы бер ҡыҙыҡлыһы.

- Бер апай тейешлебеҙҙең ире эсергә, ҡатын-ҡыҙ менән шаярырға яратты. Апайым: „Хәҙрәт олатай мөхәббәтле итеүгә тоҙ өшкөрөп бирә икән," - тигәнде ишетеп, нисек кәрәк еҙнәмде юхалап, Манһырға алып китә. Яртылыҡ юлда тоҙ алмауҙары иҫенә төшә. Боролоп инеп Кәрешкә ауылынан тоҙ алып сығалар, еҙнәм ике ярты ла һалып ала.

Хәҙрәт быларҙы мәрәкәләп ҡаршылай:

- Сибайҙа тоҙ менән араҡы бөттөмө әллә? Кәрешкәнән килеп алдығыҙ түгелме? - ти.

Күңел асырға яратҡан еҙнәмә тағы төрттөрә:

- Теге саҡта, ураҙа ваҡытында, Урғаҙы буйында ни эшләп йөрөгәйнең әле, ҡустым?

Еҙнәм, ысынлап та, әшнәләре менән ураҙа ваҡытында Урғаҙы буйында эске табыны ҡорорға булалар. Уңарсы булмай, көслө ел сығып китеп, артынса ҡойоп ямғыр яуа башлай. Быларҙа араҡы ҡайғыһы китә.

Тиҙ генә машиналарына тейәләләр ҙә ҡайтырға булалар. Йөҙ метр ҙа бармайҙар ямғыр туҡтай. Былар йәнә төшә - йәнә ямғыр ҡоя башлай. Еҙнәмдәр эштең ниҙә икәнен аҙак ҡына аңлап алалар ҙа тиҙерәк һыпыртыу яғын ҡарайҙар.

Әле шулар иҫенә төшкәс, еҙнәмдең тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китә, оялмайынса килеүенә үкенә. Тағы берәй ҡырын эшен һөйләп ҡатыны алдында ҡыйын хәлгә ҡалдырып ҡуймаһа ярар ине, тип тартына.

- Ҡурҡма, ҡурҡма, сереңде сисмәм, - тип һаман уны мәрәкәләй хәҙрәт. - Тик шуны бел, бәйеле аҙмай, ир- атҡа бәлә килмәй, шашҡын хистәрҙе ауыҙлыҡламай донъя көтөп булмай.

,,Ҡайҙан бөтәһен белеп тора?,,- тип хайран ҡала еҙнәм.

Бына улар өшкөрөлөп, тоҙ өшкөртөп алып, Урғаҙының аръяғында ҡалған машинаһы яғына йүнәлә. Еҙнәмдең ишекте асырға тип тотҡаға үрелеүе була, унда эленеп торған теп-тере йыланды күреп, ҡото оса. Ишекте икенсе яғынан асырға итә, унда ла йылан аҫылынып тора. Инде ни эшләргә тигәндәй, артына боролһа, ҡапҡа төбөндә хәҙрәт рәхәтләнеп көлөп тора, ти.

- Кабиналағы теге ике шешәң ике ҡара йыланға әүрелгән бит, әйтәгүр. Инде ни ҡылырһың икән, шәп ир? Йыландарҙы кире индереп һалырһыңмы, әллә анау һаҙға шыуышһындармы?- ти икән.

Ҡото осҡан еҙнәм шешәләрен сумкаһынан алып бырғай ҙа был хикмәтле ерҙән тиҙерәк ҡасырға ашыға.

Еҙнәгә им-том бик тә килешә: эсеүен дә, һулға йөрөүен дә ҡуйып, өлгөлө ғаилә башлығы булып китә.

Мөжәүир хәҙрәт тураһында бик күп белгән Нәзифә Ибраһим ҡыҙы үҙе менән булған  бер ғәжәп хәлде һөйләп, йәнә һушты алды.

- 1963 йылдар, миңә 31 йәштәр тирәһе, - тип башланы ул хәтирәһен. - Аяғымдың баш бармағы шешеп китте. Дауаханаға барғайным, бармағыңды ҡыркырға кәрәк, тинеләр. Их, Мөжәүир хәҙрәткә күренгәндә? Барыбер яйын табып йүнәлтер ине, тим. Тик мине унда кем генә алып барһын? Атайым күптән гүр эйәһе. Автобус менән Фәйзулла ауылына тиклем барып төшөп ҡалыр инем, аръяғына ете-һигеҙ саҡрым йәйәү атларға. Ауыртҡан аяҡ менән был мөмкин түгел. Көнө-төнө, их, ҡайһылайтып ҡына хәҙрәт олатайға барырға, тип уйлап йөрөй торғас, бер көнө төш күрәм. Имеш, олатай ап-аҡтан ғына кейенгән дә урындыҡта минең ауыртҡан аяҡты өшкөрөп ултыра. Ап-асыҡ күрәм, имеш, шешкән бармаҡтың эсенән ике ҡарыш оҙонлоғондай йылан сығып китте. Өндәге кеүек олатайҙың тауышын асыҡ итеп ишетәм:

Йоҡоңдан тороуға бармағың төҙәлер, иншалла,-ти ул.

- Мин уянып киттем дә тора һалып аяғыма ҡарайым: бармаҡтағы шеш уңала яҙған, һыҙлауы баҫылған. Аяғыма туфли кейеп урам буйлап китеп барам, ә шатлығым эсемә һыймай. Бөтә донъяны яңғыратып һөрән һалғы килә:

- Рәхмәт, хәҙрәт олатай! Мең-мең йәшә! һинең һымаҡ кеше донъяла бүтән юҡ!

 

Автор:
Читайте нас