

Вахтаһы тыныс ҡына башланғайны Искәндәрҙең. Газ станцияһының яуаплы үҙенең яуаплылығындағы бүлектәрен ҡабул итеп алып, сменаларҙы теркәп сыҡты. Егеттәр һәр көн иртәле-кисле алмашынып хеҙмәт көнөн һуҡты, ул иһә, инженер булараҡ, үҙ бурыстарын башҡарҙы, ҡайһы бер хеҙмәттәр менән идаралыҡ итте. Беренсе аҙна ҡапыл ғына үтеп киткәйне, икенсе аҙнала бер нөктәлә техник тотҡарлыҡтар сығып, шул ҡасабаға йыш йөрөргә тура килде. Юлы юлмы ла, яҡын арамы һуң әле? Бер яҡтан ҡарағанда, бында, себер ерлегендә, йөҙ саҡрым ара түгел дә. Ҡалалар ҙа, станциялар ҙа бер-ереһенән шаҡтай алыҫ урынлашҡан. Күрше торлаҡҡа барып ҡайтыу ҙа тотош көндө ала. Икенсе аҙнаны шул мәшәҡәттәр менән үткәреп килә инеләр, көтөлмәгән хәл булды – үҙҙәрендә газ торбаһы шартлап, ике эшсе ағыуланып, саҡ ҡотҡарып ҡалдылар. Ярай әле тоҡанып китмәне, торбаларҙы ябып, эшселәрҙе сығарып, базаны елләтеп өлгөрҙөләр.
Искәндәр юлда саҡта булған был авария, урынына ҡалдырған йәш белгестең тәжрибәһеҙлеге арҡаһында килеп тыуҙы. Әммә был ғына хәлде еңеләйтмәй ҙә, уны аҡламай ҙа ине. Ҡайтып етеүенә яралыларҙы медик оҙатыуында үҙәк дауаханаға алып киткәйнеләр. Станцияға инеп тә тормай, арттарынан елдерҙеләр. Дауаханаға ла бер-ер артлы барып инделәр.
...Ярты төн үтте.Егеттәрҙең хәле буйынса бер ни билдәле түгел. Уларҙың көтөп ултырғанын оноттолармы әллә? Сыҡҡан, хәбәр иткән әҙәм юҡ. Сабырлығы һынып, табиптарҙы эҙләп китте Искәндәр. Әммә уны беренсе поста уҡ туҡтаттылар:
--Был яҡҡа ярамай!
--Миңә врачты күрергә генә...
--Ярамай. Унда операция зонаһы.
Юлына арҡыры уҡ төшөп баҫҡан был нескә генә аҡ һынға ҡатыраҡ өндәшмәксе булып тура ҡараны ла, бер аҙ баҙап ҡалды ир. Маска менән чепчик араһынан хайран булырҙай йәм-йәшел күҙҙәр текәлгән ине уға. Талапсан һәм ҡыйыу булырға тырышып ҡарайҙар, әммә үҙҙәренән йылы ғына нур бөркөлөп торғандай. Ярһыуы һыпырып алынғандай булды, улай ғына ла түгел, ирекһеҙҙән йылмайҙымы хатта:
--Ғәфү итегеҙ... күптән көтәбеҙ... врач...
--Мин – врач. Ниндәй һорау?
--Беҙ... мин газ станцияһынан алып киленгән егеттәрҙең етәксеһе. Хәлдәрен белергә ине...
--Әйҙәгеҙ, -- табип уны асыҡ торған кабинетҡа әйҙәне. Үҙе инеп өҫтәл артына ултырҙы, Искәндәргә тапчандан урын күрһәтте.
--Шунан? – ир һорауын яңынан башланы, -- Беҙҙең егеттәр нисек унда?
--Ағыуланыусыларҙың береһенең хәле сағыштырмаса ауырыраҡ, шулай ҙа иртәнсәккә тиклем иҫенә килеренә өмөт бар. Икенсеһен уртаса тип баһаланы комиссия, иҫендә, әле система аҫтында ята. Икеһе лә реанимация бүлегендә. Әлегә - шул.
Бындай яңылыҡтарҙан аҙыраҡ эсенә йылы йүгерҙе ирҙең. Ҡаушауҙан бер генә һүҙҙе ҡабатланы:
--Рәхмәт... рәхмәт...
Врач урынынан ҡалҡынды:
--Һеҙҙең бында көтөп ултырыуығыҙ файҙаһыҙ. Бөгөн-иртәгә генә артыҡ үҙгәреш булмаҫ әле.
Искәндәр ҙә торҙо:
--Ә һеҙ?..
--Мин сменаның дежур врачы – Анна Семеновна Белокурова.
Ир автоматик рәүештә ҡулын һуҙҙы:
--Станция инженеры Искәндәр Усман улы Зарипов.
Анна Семеновна уның исемен эстән ҡабатлап ҡараны шикелле, ирендәре ҡыбырланы, әммә хатаһыҙ ғына әйтә алырына ышанманымы - әйтмәне.
--Бик яҡшы. Ҡайтығыҙ... бер-бер хәл булғанда хәбәр итербеҙ.
--Рәхмәт... – Искәндәр кабинеттан сығып коридор буйлап атлай башланы ла, туҡтап тора биргәс, кире әйләнеп килде. – Анна Семеновна, һеҙҙең номерҙы һорарға мөмкинме? Егеттәрҙең хәлен кемдән тура ғына итеп белешеп торорға була тағы?
Табип ҡатын саҡ ҡына икеләнде лә, өҫтәленән ҡағыҙ киҫәге алып һандар сыймаҡланы:
--Ошондағы стационар телефоны. Мин булмаһам да кемдер аласаҡ.
--Ярар-ярар... рәхмәт.
Ҡайтыу юлында машиналағы ир-егеттәрҙең барыһы ла өнһөҙ булды. Һәр кем дауаханала ҡалғандар өсөн борсолдо, хәҙер буласаҡ күңелһеҙ хәлдәрҙе уйланы, аварияға алып килгән хаталар буйынса фараздар тупланы. Трассалағы оло йөк машиналарын уҙа барҙылар, уҙа барҙылар, уларға ҡаршы йыбанып ҡына ҡояш күтәрелде, ойотто. Тик Искәндәрҙә йоҡо ҡайғыһы юҡ, водителенә тура станцияға алып барырға ҡушып, торлаҡ комутаторына шылтыратты:
--Хәүефһеҙлек инспекторын саҡырығыҙ. Барлыҡ сменаларҙың да бригадирҙарын йыйығыҙ. Авария хеҙмәтенең отчеттарын алып килһендәр. Ярты сәғәттән барыһын да көтәм.
***
Самолеттан төшкәс тә, иң беренсе таксины эләктереп, ҡалаға елдерҙе Камил. Ҡар баҫҡан Уренгойҙың көрткә сумып ултырған бейек йорттары араһынан бата-бата йән көскә барып етте машина. Вертолетта эш урынына осоуға тиклем әле ике көн бар, шул ваҡытын бында булғанда килеп йөрөгән ҡатыны янында үткәрмәксе. Вахтанан һуң, ғәҙәттә, аҡса алғас туҡтай ул бында. Альбина ла көтөп тора. Кәрәк әйберҙәренә теҙмә яҙып ҡуйып, муйынын ҡайырып магазиндар буйлап йөрөтһә лә, тамағын төрлөләп бешереп, һылап-һыйпап ҡына ял иттереп ебәрә. Ауырығанда үҙе ҡойоп эсерә, сығып алып килә, кәйефен боҙоп шул араҡы өсөн әрләшеп ултырмай. Уйлап ҡарағанда, ни эшләп шул Альбинаға өйләнеп кенә ҡуймаҫҡа әле уға? Ире юҡ, балаһы юҡ –ирекле ҡош. Ҡасандыр, ҡайҙалыр кемелер булған былай. Ҡайҙалыр тип, Башҡортостанда инде, Альбина уның яҡташы бит. Бер поезда килгәндә танышып алғайнылар. Элекке йыл микән? Ай-һай, өс йылға яҡын күрешәләр икәндә. Ике айға бер булһа ни... Бына бөгөн йылы ҡосағына инеп, күңелен күреп алһа, матур ғына итеп әйтеп тә ҡуяр әле. Өйләнешәйек үк, тимәҫ, бергә йәшәп ҡарайыҡ, тиер. Альбина, моғайын, риза булыр. Күпме ваҡыт ҡабул иткәнен, үпкәнен-ҡосҡанын ни... Аҡсаһын да ярата бит инде ул Камилдың. Яҡты ҡарашы, тәмле ашы ла, ҡайнар ҡуйыны булһа, эш хаҡында тулыһынса тоттороп ҡуйырға риза ул. Әсәһе лә елкәһенән төшөр, исмаһам. Юғиһә, шул бер һүҙҙе тызый ҙа тызый – өйлән. Башҡортса белмәһә лә, башҡорт ҡыҙы бит әле был ҡатын, уныһы ла ярар. Үҙенең дә инде йәше утыҙ биштән уҙҙы... туҡта, ҡырҡҡа етеп бара түгелме? Яңғыҙ арыған, йонсоған. Бына, хәҙер, хәл итер яҙмышын.
Шундай ҡанатлы уйҙар менән баҫҡыстарҙан йүгереп тигәндәй менде егет. Альбина йәшәгән фатирҙың ишек төбөнә еткәс башлығын сисеп ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырҙы ла, тирләп һылашҡан ҡыҫҡа сәсен һыпырҙы, устарын ышҡып алды. Ҡыңғырауға баҫҡайны,өс бүлмәле фатирының ике бүлмәһенә ҡатын-ҡыҙҙар индергән ҡарсыҡ килеп ишекте асты. Асты ла Камилды күреп бот сапты:
--Господи! Тебя только не хватало...
--Здравствуйте, Варвара Петровна. А Альбина дома?
--Ты, милок, лучше уходи. Христом-богом молю...
Шулай тип ялынды ла, үҙе йәһәтләп Альбина йәшәгән бүлмә ишегенә ҡарап алды. Ул арала егет тупһаны ашатлап, ҡарсыҡты ипле генә итеп ситкә этәргәс, аяҡ кейемен дә һалмайынса үтеп китеп, әхирәтенең ишеген төртөп асты. Асты ла, ҡорған артында торған килеш ынтылып утты ҡабыҙҙы. Бында нимәнең ҡайҙа торғанын ятлап бөткән бит ул. Унан ҡорғандарҙы уртаға йырып эскә күҙ һалды. Альбина йоҡлап ятҡан еренән һикереп тороп ултырған. Йоҡлағандыр шул, иртә бит әле, етмәһә ял көнө. Тик яңғыҙ түгел икән шул...
--Камил?!! Какого черта?..
Йәнәшәһендәге ир ҙә башын ҡалҡытты. Нимәлер тип мығырларға тип ауыҙын асты ла, эргәләренә килеп үк текәлеп торған икенсе ирҙе күреп күҙҙәре түңәрәкләнде.
--Ваҡытты бушҡа үткәрмәйһең икән. Хуп... хуп... – Камил һаман бүлмә буйлап йөрөп ята, ни эшләп улай иткәнен үҙе лә аңламай.
--Камил... бар әле кухняга... хәҙер сығам, һөйләшәйек, -- тип өҙгөләнә түше тәңгәлендә юрған осон бөрөп тотҡан Альбина.
Ысынлап та әле, нимә күрмәгән ул бында, тип ишеккә атлағайны ғына, теге ятҡан әҙәм телгә килмәһенме:
--Давай-давай и дорогу сюда забудь!
Ошо ғына етмәй торған икән Камилға, уның күңел төбөндә, бик тәрәндә йәшенеп ултырған һәм бик һирәк осраҡтарҙа ғына ҡалҡып сыға торған енен ҡуҙғатыуға әлеге һүҙҙәр генә етмәгән. Бер һикереүҙә диван эргәһендә булды ла, ҡаршылашыуға ҡулдарын күтәреп маташҡан иргә уңлы-һуллы һелтәп тә ебәрҙе. Ятты ла ҡуйҙы теге. Әллә кисә артыҡ тейәгән булған, әллә ҡурҡыуы шул самамы – торманы. Сарылдап аралап маташҡан ҡатынға ла берҙе тамыҙҙы егет. Уныһы оторо шарылданы:
-- Полиция саҡырам! Бар сығып кит! Хайуан!
Былайҙа ишек төбөндә ине инде Камил. Бүлмәлә уның теш араһынан ҡыҫылып сыҡҡан әшәке һүҙҙәре генә ятып ҡалды:
--Фәхишә! Кәнтәй...
Кухня яғынан ҡобараһы осҡан хужабикәнең бәләкәй генә сирыш йөҙө күҙенә салынып ҡалды ла, иҫенә килгәндә, яланбаш көйө яңы яҡтыра башлаған урамда тора ине. Ҡайһы яҡҡа күҙ һалһа ла ҡар тауҙары, унда-бында көрт йырып ауырлыҡ менән хәрәкәт иткән машиналарфары ялпылдай. Саҡ ҡына ҡатып торғас, аяҡ аҫтына сыртылдатып төрөкөрҙө лә, дәү юл сумкаһын ипләберәк аҫып алып, ҡыҙыу атлап китте. Йәйәүләп таныш егеттәренә барып еткәндә арыуыҡ бышлыҡҡайны. Инде лә, өҫтөн һалып түргә уҙғас, иртәнге сәй ултыртып йөрөгәндәрҙең өҫтәленә әле юлда алған бер яртыһын ҡуйҙы.
--Иртә түгелме? – тине уға өйҙәгеләрҙең береһе.
--Шешә менән бисәләргә махсус ваҡыт кәрәкмәй, -- тигән булды ҡунаҡ.
--Ниндәй сәбәп? – тинеләр.
--Сәбәп тә кәрәкмәй. Былай...осрашыу хөрмәтенә, -- тип яртыны өс бокалға бүлеп һалды. Ас ҡарынға эсеп ебәрҙеләр. Унан сыжлап ҡыҙҙырылған картуф килеп ултырҙы. Эре-торо итеп колбаса теленде, сумканан ауыл күстәнәстәре сыҡты. Шешә артынан шешә асылды, телдәр сиселде, бисәләрҙең тәү инәһенән башлап төшөп һүгелде. Төш еткәнен дә, кис еткәнен дә белмәнеләр. Иҫерҙе Камил, иҫерҙе... Ике көндән аңҡы-тиңке итеп, саҡҡа айнығып, яҙа-йоҙа душ ҡойондо ла ла, ғолҡолдатып һыу эсә-эсә вертолетҡа сыҡты. Артабан уны поляр һыҙығы аръяғындағы ике айлыҡ ауыр хеҙмәт көтә. Унда ҡатындар юҡ, араҡы юҡ, бәйләнеш юҡ... һәм тағы ла әллә күпме нәмәләр юҡ.
***
Эсе боша Айраттың. Бер генә нәмәгә лә күңеле төшмәй. Робот хәлендә сменаға бара, йөрөй, ҡайта. Арығанын да, асыҡҡанын да тоймай. Был төшөнкөлөгөнөң сәбәбе – ҡатыны һөйләшмәй. Айға яҡын инде шылтыратыуҙарын алмай, смс-тарына яуап бирмәй. Ҡыҙҙары ла этеп-төртөп кенә аралаша. Әсәйҙәренә фекерҙәш булып йөрөүҙәрелер инде. Ғәйепләмәй ҙә инде уларҙы Айрат. Был бутҡаны ул бешерҙе. Оҙағыраҡҡа һуҙып ташланы шул эскелекте. Их, әгәр шуны контролдә тота, туҡтата алһа икән... Бер-ике көн тамаҡ сылатыр ҙа... юҡ, бөтөнләй башламаҫ та ине. Гөлмираһын ҡултыҡлап әсәһенә барыр, туған-тумасаны туп-туп итеп ҡунаҡҡа алырҙар, парлашып мунса инерҙәр, йылы түшәктәрендә шыбырлашып серләшеп ятырҙар ине... Их, тап шулай булыр ине, әгәр... әгәр Айрат ауыҙына хужа була алһа.
Һағышын да, намыҫ талауын да күтәрә алмай, тағы әсәһенә шылтырата:
--Әсәй, ни хәлдәр?
--Именлек әле, -- тип яуаплай теге яҡтан Орҡоя. Унан өҫтәп ҡуя, -- Килендәр ҙә арыу ята. Иртәнсәк ҡыҙҙар килеп китте әле.
--Ә-ә... – тип һуҙып тора ир.
--Газың һүнеп аптырата икән, әпәт йүнәтеүсе саҡыртҡандар. Шуны ҡарап кит, тип күпме әйттем – ишетмәнең. Бына килен ыҙалай тағын.
Айрат быларын да шым ғына тыңлап тора. Хәленән килһә хәҙер осоп барып ярҙам итер ине лә, булмай, йүгереп ҡайтыр ара түгел. Вахтаны тамамламай ҡуҙғала ла алмай.
--Әсәй... Ҡайтҡас әллә кодировкаға барып ҡараһам тигәйнем...
Әсәһе лә аҙыраҡ өндәшмәй ҡала. Унан тәрән итеп бер уфтана ла яуаплай:
--Әллә, балам... Инде ҡайҙа барһаң да бараһың инде, юғиһә килендән ҡалаһың. Инде арағыҙҙы яйлайым тип барыр әмәлем дә ҡалманы. Кеше балаһын күрәләтә бәхетһеҙ итеп йәшәтеп булмай. Уйла үҙең...
--Аңлайым, әсәй, аңлайым... Мин үҙем ғәйепле.
--Ғәйепле булырыңды беләһең бит һуң шулай. Ҡазап сигереңде лә беләһең. Ул ниткән бәйһеҙлек һуң ул? Ниткән сихыр? Шешә төбөнә ҡарап симьяңды онотоп ятсәле...
--Бөттө, әсәй, бөттө... Әгәр Гөлмира был юлы ла ғәфү итһә, ҡайтып яңы тормош башлайым. Шулайтып әйт уға йәме, әсәй.
--Әйтермен-әйтермен... Ялында барып ултырып ҡайтырмын. Әллә мужывыйт ҡуна ла ҡалырмын әле. Түлкә бынау ала һыйыр елен еткереп торған һымаҡ...
--Һау булып тор, әсәй, һорашҡандарға сәләм әйт.
--Йә, ярай. Үҙең имен йөрөй. Күп уйланма, сәсең ағарыр.
Ҡатынына тыныс йоҡо теләр ине шылтыратып, әгәр унда бөтөн яҡтарҙан да сикләнеп, юлдары ябылып бөтмәһә. Ҡаты шул Гөлмираһы, бер үсегеп алһа тиҙ генә яҙылмай. Бер яҡтан ҡарағанда, ул быға хаҡлы ла һымаҡ. Икенсе яҡтан, һуң ун өс йыл бергә йәшәгән ире лә һаң ул. Аҙыраҡ ҡына хәленә инергә булмаймы? Ярай, эскән дә, ти, оҙағыраҡ ятып та ташлаған, һуң... эш хаҡын алып ҡайтып биргән, һуғышмаған-болармаған... просто ятып эскән инде... Юҡ, улай ҙа дөрөҫ түгел. Түгел шул, дөрөҫ түгел. Ҡатыны ике балаһы менән өйҙән сығып китергә, бер айлыҡ ялының яртыһында ҡәйнәһендә йәшәргә мәжбүр булды. Юхалап та, әрләп тә, ҡурҡытып та туҡтата алманы. Араҡы унан көслөрәк булып сыҡты. Их, үкенә хәҙер шуға ир. Ер тырнап үкенә лә бит...
Бер-нисә көндән Гөлмира үҙе бәйләнешкә сыҡты. Албырғауҙанмы, шатлығынанмы һөйләшә алмай тотлоғоп торҙо Айрат. Саҡ ысҡынып китте көрмәлгән теле:
--Гөлмира?.. Нисек һеҙ унда, матурым?
--Ҡәйнәмде ыҙалатып хәбәр ташытып йөрөтмә, Айрат, былай ҙа көйөп-янып ултыра ул.
--Мин... хәлегеҙҙе барып белһә генә тигәйнем...
Ҡатындың тауышы ҡәтғи ине:
--Разводҡа бирҙем. Ҡәйнәм белмәй, әйтмәнем. Һин дә өндәшмә.
Айраттың башына әҙернә менән һуҡҡандай булды:
--Ниндәй развод? Һин нимә, Гөлмира? Мин ул хәтлем бөткән кеше түгел дә инде... Тағы бер шанс бир, үтенәм?..
--Шанстарҙы мин һиңә, һуңғы биш йылда, ай һайын бирәм. Артабан да түҙергә һаулығым юҡ.
--Быныһы һуңғыһы! Ант итәм! Балалар менән ант итәм, ҡәҙерлем!
--Кәрәкмәй. Антың да, аҡсаң да, үҙең дә инде... Миңә тыныслыҡ кәрәк. Ошоно ғына әйтергә иткәйнем. Ҡаңғыртма әбейҙе, уға ла покой бир. Хуш.
--Гөл...ми-ра...
Тартылған тәмәкеләренән мейеһе йөҙә башлағандай булды. Күңеле болғанды. Үлтереп эскеһе килде. Бында тапмаҫын белә. Көн дә смена алдынан медик тикшереүе үткәс, ирҙәр ундайҙы яндарында тотмай ҙа, бәләһенән баш аяҡ, тип, һатып алмай. Ә магазин бынан ун биш саҡрымдағы ҡасабала ғына. Шулай тип уйланы ла, өҫтөндә булған бушлатының яғаларын күтәрә төшөп, эре-эре баҫып атлап та китте. Киске тамағын да ашамаған, бүркен дә, бейәләйҙәрен дә кеймәгән килеш. Уға әлеге мәл берәй йотом шайтан һыуы кәрәк ине.
***
Ҡаршыла ултырған врачтың тауышы берсә алыҫтан, берсә яҡындан ишетелгәндәй тойолдо. Ҡайһы һүҙҙәрен ирендәренә ҡарап та аңлай алғандай булып, уның ауыҙына тексәйеп китте ҡатын. Сала-сарпы аңына ла килеп етте әйтелгәндәр:
--Дауаланырға кәрәк.... Химиотерапияны планлаштырырбыҙ... Көслө булығыҙ...
Көслө булырға? Тағы ла көслөрәкме? Ул былай ҙа көслө һәм түҙемле түгел инеме ни? Инде лә ҡайҙан һәм ниндәй көс алмаҡ кәрәк? Кем бирә уға ундай көстө? Айрат?.. Юҡ... Ул уға көс тә, ышаныс та, өмөт тә бирә алмай. Әсәһе? Юҡ, оло кешене был бәлә менән аяҡтан йығасаҡ ҡына. Уға терәлеп булмай. Тағы кем? Кеме бар уның тағы көс һорарҙай? Балалары?.. Ике тал сыбыҡтай ғына ҡыҙсығы. Ике яҡтан килеп ҡанат аҫтына һырынған, сутырлап хәбәрҙәре бөтмәгән нескә генә йәндәре...
Балалары иҫенә төшкәйне, урам буйлап үҙен йәлләүҙән һыҡрап илап килгән ҡатын ҡапыл шып туҡтаны. Балалары! Ҡыҙыҡайҙары!.. Юҡ! Ул бер нисек тә бирешә лә, ауырый ҙа һәм бер нисек тә... бер нисек тә үлә алмай! Кемгә ҡала уның ике сәскәһе? Ике ҡошсоғо? Иламаҫҡа... Иламаҫҡа! Көрәшергә. Бер нәмәгә ҡарамай, бер нәмәгә әүрәмәй көрәшергә.
Иң башта тормошон боҙған эскелектән ҡотолорға булды Гөлмира.Ә бының юлы бер генә – яҙмышынан Айратты алып ташлау. Инде лә уның менән яулаша алмай. Хәҙер уға үҙен ҡарарға һәм һаҡларға кәрәк. Балалары хаҡына мөмкин тиклем оҙағыраҡ йәшәп ҡалырға, уларҙы аяҡҡа баҫтырып өлгөрөргә. Исмаһам, шулар аҡты-ҡараны айырғансы, тормоштоң аңын-тоңон аңлағансы, ерҙә үлем менән тыуым барлығын төшөнгәнсе генә йөрөп торғанда инде...
Йыйынып килеп ятыуға ун көн биреп ҡайтарҙылар. Шул мәлендә ҡыҙҙарын үҙ аллы йәшәп тороуға әҙерләне. Ултыртып алып һөйләште. Талашмаҫҡа-тартышмаҫҡа, бер-берен ҡурсалап йөрөргә, өләсәйҙе тыңларға өндәне. Кейем-һалымдарын ҡараштырҙы, оҙаҡҡа һуҙылып китһә тип, яҙғы нәмәләрен дә сығарып шкафҡа элде. Документ-фәләндәрен барлап ҡуйҙы. Кем белә донъя хәлен...
Балаларын әсәһенә тапшырыр, унда апаһы ла күҙ-ҡолаҡ булышыр. Йортон ҡәйнәһе ҡарамағына бирер. Ни тиһәң дә өй күберәген ир көсө һәм аҡсаһы менән төҙөлгән.
Ҡайтыу юлында уҡ район үҙәгенә һуғылып айырылышыуға ғариза ҡалдырғайны. Шул хаҡта иренә лә хәбәр итте. Йәлләүен дә, башҡа хистәрен дә еңеп, ҡаты һөйләшергә тырышты. Хәҙер уның ыңғайына тороуҙан... тағы шул уҡ ҡабатланасаҡ. Анттар итеп ҡайтып төшәсәк тә, ике-өс көн матур торасаҡ та, кемелер килеп инеп, саҡырып, күреп ҡотортоп йә “көсләп” ауыҙына тейҙерһә – китәсәк. Ары инде алла ла юҡ, мулла ла. Гөлмираның янып-көйөүе лә, илау-һыҡтауы ла бер ни бирмәйәсәк. Унан тағы ҡан баҫымы күтәрелә, унан тағы быуындары бөтөп әсәһенә барып йығыла. Ире аҙналар буйы шағараҡ ҡороп ятып йонсоп, ғарыҡ булғансы эсеп, йорт-донъяһын болғатып бөтөп, инде үҙенең дә тамам хәле ҡалмайынса туҡтамаясаҡ. Унан бер көн уянып китеп тороп ян-яғына ҡарай ҙа, ҡылғандыранын ҡото осоп, тәүбәһенә килеп, ҡатынын һәм балаларын эҙләп китә. Ә Гөлмира уның шешенгән йөҙөнә, ҡыҙарған күҙҙәренә ҡарап, ғәйепле ҡарашын тойоп һәм ҡалтыранған тауышын ишетеп тағы ла нығыраҡ өмөтһөҙлөккә төшә. Ни өсөн уға был ир тура килгән? Ниндәй сәбәптән улай эсергә мөмкин? Шул тиклем дә ҡатыны һәм балалары ҡәҙерһеҙме ни уға? Ҡалайтып арынырға был бәләнән? Нисек йәшәргә артабан?..
Әле бына өс көн элек кенә ҡуйылған диагнозы барыһын да баштүбән әйләндерҙе. Һуңғы айҙарҙа үҙен насар уҡ тоймаһа ла, еңелсә хәлһеҙлек һәм ниндәйҙер хәүеф тойғоһо баҫып алғайны. Уныһына ла иғтибар итмәҫ ине лә, мәктәп коллективы диспансеризация үтеп, китапханасыға ла ҡуша йөрөргә тура килмәһә. Ҡатын-ҡыҙҙар табибындағы анализдары менән маммолог күрһәткестәре шик тыуҙырып, ҡабаттан саҡыртып алынмаһа. Артабан ентекле тикшереүҙәр шуны күрһәтте: Гөлмираның түш биҙҙәрендә яман сир башланғыс алған. Алған ғына ла түгел, арыуыҡ ағыулаған. Инде хәҙер химик дауалауға ятасаҡ та, унда ла туҡталмаһа, күкрәген алдырыуға ғына өмөт. Барыһына ла риза, барыһына ла икеләнеүһеҙ барасаҡ ул. Сөнки, күҙ алдында тик ике ҡыҙы ғына тора. Гөлмира йәшәүҙе һәм йәшәү өсөн көрәшеүҙе һайлай. Үлем хаҡында уйлай ҙа алмай. Һәм уйламаясаҡ та!
--Кейәү ҡайтҡансы көтөп тораңмы әллә? – тип ныҡышты хәлдең айышына төшөнөп етмәгән әсәһе, — донъяңдыкүрәләтә хужаһыҙ ҡалдырып бит...
--Ҡушҡастары, урын булғанда ятып сығам. Ул ҡайтһа нимә башланып китерен беләһең. Һәм, әсәй, мин сығып өлгөрмәйсә балаларҙы унда ҡайтармайһың.
--Нишләп улай? Кейәү килеп торор ул.
--Килһә күрер ҙә китер. Ҡыҙҙарға ла әйткәнмен, минһеҙ бер ҡайҙа ла ҡуҙғалмайҙар.
--Йә, ярар... Эске-меске булһа ҡыҙҙарҙы былай ҙа ебәрмәҫ инем анда. Ҡапыл ҡабаланып ятырға булып киткәнеңә генә әйтәм инде. Оҙаҡ тоторҙар микән?
--Әллә инде... Берәй ай булыр.
Әсәһе ҡыҙына бер генә һирпелеп ҡарап алды ла, аҙыраҡ шымып ултырғас, ашъяулыҡ ситен бармаҡ остары менән һыпырып, тыныс ҡына итеп һөйләп китте:
--Тегегөн төш күрәм. Сабынлыҡта йөрөйбөҙ. Мин, һеҙ апайың менән. Әллә ниндәй емеш йыябыҙ. Килеп тороп күп, ҡып-ҡыҙыл үҙе. Ер еләгеме, ҡурай еләгеме шунда. Бер мәл йылғаның теге яғынан атаң һөрәндәй икән тейем. Ҡул болғап нимәлер тип ҡысҡыра инде. Һүҙҙәрен асыҡ ҡына ишетеп булмай. Килеп тороп йылға көслө аға, һыуы ҡап-ҡара, шуның шауынан үтмәй тауышы. Шулай тора инек, ҡапыл һин “Атайға барам!” тинең дә, йүгереп барып һыуға төштө лә киттең. Төшөүең булды, ағым алып китте. Мин хәҙер тырыз-мырызымды ташлап, яр буйлап йүгерәм. Артымдан апайың... тағы кемдәрҙер унда... Башың күренеп-күренеп ҡала... төпкә төшөп кенә китмәһен инде, юғалмаһын инде тейем... Ҡысҡырам: йөҙ, йөҙ был яҡҡа, тейем... Йүгерәм... үҙем ап-асыҡ итеп Хоҙайҙан ялбарғанымды ишетәм... “Эй, Аллам! Эй, аллам, ярҙам ит!” тием... Хәлем бөттө, ней һине тота, ней уяна алмайым... Ана ҡолайым, бына ҡолайым тип бара торғас, бер урында ҡапыл ағым яйланы ла, һин ярға килеп төртөлдөң. Барып йәбештем дә һөйрәп сығарҙым. Атаң теге яҡта тора бирҙе лә, китеп барҙы. Һин был яҡта минең менән ҡалдың.
Һарҡып сыҡҡан күҙ йәштәрен һөртөп, төшөнә юрауын дә әйтеп ҡуйҙы:
--Ишеттеңме, балам, сыҡтың ҡара һыуҙан, үҙең йөҙөп сыҡтың. Минең яҡта ҡалдың. Атаңа ла минән алда берегеҙ ҙә барырға тейеш түгел. Унда мин генә имею права.
Икеһе лә ирекһеҙҙән йәш аралаш йылмайҙы. Гөлмира килеп әсәһенең яурынынан ҡосаҡлап башын түшенә ҡыҫты. Эй, әсә йөрәге! Белмәһә лә һиҙә, ишетмәһә лә тоя, күрмәһә лә аңлай торған һәләте бар уның. Һәм ул шуны тағы ла бер ҡат иҫбатланы.
***
Искәндәре менән һуңғы һөйләшкәнендә иренең күңеле китек ине. Эш урынында авария булып, шуның һөҙөмтәләре мәшәҡәттәр тыуҙырған икән. Ярай әле, янған егеттәр иҫән ҡалып һәм инде хәлдәре лә арыуланып бара, ти. Борсолоу өҫтөндә булған ирен ҡаңғыртып, иғтибарын ситкә йәлеп итеп тормаҫҡа булып, өйҙәге яңылыҡтарын өндәшмәй торҙо. Унда ғына түгел, бында ла хәлдәр эсте бошороп тора. Әле лә, ошолар хаҡында уйланып ҡайтҡан ҡатын, бүлмәһенә инеп өҫтөн алмаштырып сыҡты ла, улының ишегенә туҡылдатты:
--Шамил?
Теләкһеҙ генә яуап алды:
--Мин бында.
Ләйсән эскә үтеп, дәрес әҙерләп ултырған улының янына килде. Бармаҡ остары менән уның етеп барған сәсенән һыйпарға иткәйне, тегенеһе ризаһыҙлыҡ белдереп башын сайҡаны. Һаман ыңғай һөйләшеүгә бармаҫҡа уйлаймы? Был ни эш?
--Шамил. Улым... – тип башлағайны ғына, бүлдерҙе:
--Әсәй, әйттең бит инде, ишеттем... Нимә һаман шул бер нәмәне...
Ләйсән артҡараҡ сигенеп, диванға ултырҙы.
--Беҙ бит әле асыҡлап һөйләшмәнек. Һин бер нәмә лә әйтмәнең.
--Белдең бит инде.
--Мин һеҙҙең ниндәйҙер наркотик ҡулланғанығыҙҙы ғына белдем. Ҡайҙан алдығыҙ? Ҡасандан ҡулланаһың? Һәм ни өсөн, улым, ниндәй сәбәптән һин ул юлға баҫтың? Бына шуларын белгем килә.
Шамил алдындағы дәфтәренә нимәлер сыйғылап тик ултырҙы. Яуап ирергә ашыҡманы.
Ләйсән илар хәлгә етеп инәлде:
--Балаҡайым... Унда атайың, һинең бөтөн нәмәң булһын тип, өсәр ай өйгә ҡайта алмай йөрөй. Мин дә көнө буйы эштә. Үҙ бүлмәң бар, теләгән түңәрәктәреңә түләйбеҙ, ас-яланғас түгелһең... Спорт менән дә һин бит етди шөғөлләнәм тинең. Бар шарттарын тыуҙырырға тырышабыҙ. Әйт әле һуң: ни өсөн?
Үҫмер аҙыраҡ турайҙы, яурындарын йыйырҙы, унан ишетелер-ишетелмәҫ кенә мыңғырланы:
--Наркотик түгел ул. Допинг өсөн генә. Беҙгә беренсе урынға сығыр кәрәк ине, шуға ҡабул иттек.
--Кем кәңәш итте? Ҡасандан эсәһегеҙ ул нар... ярай, дарыуҙы, ти?
--Профессионал спорт менән шөғөлләнгән егеттәр өйрәтте. Беҙ уны бит көн һайын эсмәйбеҙ. Ошондай өлкә йә республика ярыштарына сыҡҡанда ғына.
--Һәм күптәнме инде?
--Яҙ көнө еңел атлетикала ҡулланғайныҡ. Унан көҙ... бер-ике ярышта. Һәм... бына ҡышҡы саңғыларҙа...
Ләйсәндең сәстәре үрә торҙо:
--Тимәк, инде йылға яҡын!
--Ярты йыл...
Ҡатын башта һикереп килеп баҫты, унан сыҙамай үрле-ҡырлы йөрөнө:
--Һин бит хәрби булырға әҙерләнәһең. Ә үҙең ниндәйҙер наркотиктар менән ағыуланаһың...
Шамил төҙәтеп маташты:
--Наркотик тү...
--Наркотик! – әсәһенең тауышынан диван башында ятҡан бесәй ҡурҡып сығып ҡасты. – Лаборатория анализдары күрһәтеп тора! Инспектор әйтеп тора! Улар нимә, уйлап сығарамы?
Шамил елкәһен тағы ла дуғаландырып ултырҙы ла ҡуйҙы.
--Атайың белһә әгәр... нимә булырын әйтә лә алмайым.
Асыуына, асырғаныуына сәсәй яҙып дауам итте ҡатын:
--Еңеүгә шулайтып ҡына өлгәшеп була икән тиһегеҙме? Ул наркотик һеҙгә бер еңеү килтерер, икене булыр, артабан һеҙ бит уға күнегәһегеҙ һәм инде ярыш өсөн түгел, ә шунһыҙ йәшәй алмаған өсөн йәбешәсәкһегеҙ. Шул хәтлем дә башһыҙмы ни һин, улым? Мин ошонда ултырып, көнө-төнө һеҙҙе ҡарап, аҙ ғына булһа ла тәрбиә һала алманыммы ни? Үҙеңде харап итергә, беҙҙе зарға һалырға уйланыңмы?
Әсәһе йәл булып китте, ахыры, Шамилға. Ул әйләнсек ултырғысын уның яғына борҙо ла, башын күтәрә биреп, әкрен генә өндәште:
--Әсәй... Ул хәтлем көймә инде... Һин уйлағанса улай уҡ ҡурҡыныс түгел. Башҡаса уны ауыҙыма ла алмаясаҡмын. Ыссын!
--Алма инде, балам, алма! Һиңә бәләкәс туғандарың текәлеп тора, беҙ атайың менән күҙ терәп торабыҙ. Һүҙ бир миңә, улым! Һүҙ бир?..
Шамил эйәген тағы ла күтәрә төштө, хатта бер усын түшенә ҡаушыра төштө:
--Һүҙ бирәм.
Инде күҙ йәштәренә ирек ҡуйҙы Ләйсән. Битен ҡаплап уҡ илап ебәрҙе. Шамил уның янына килеп торҙо һәм буйсан кәүҙәһенкөмөрәйтә төшөп аңшайып баҫып ҡалды. Ҡатын-ҡыҙҙы йыуатыу һүҙен белмәй ҙә һәм әсәһен бындай хәлгә алып барып еткергәне лә юҡ ине әле уның.