

|
У |
рал аръяғы райондарының данлыҡлы имсеһе, табибәһе Нурия инәй менән яҡындан танышып китеүем дә „Мөжәүир хәҙрәт" китабы арҡаһында килеп сыҡты.
Бөтә тирә-яҡҡа билдәле был данлыҡлы табибә тураһында күптән ишетеп-белеп, нисек күренергә икән тип йөрөй инем, бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуйыр юлына, тигәндәй, ул миңә уйламағанда, көтмәгәндә үҙе килеп осраны. Нурия инәй минең бер таныштарыма килгәйне. Ап-аҡ ҡына мөләйем йөҙлө, төҫө-башынан уҡ изгелек нуры бөркөлөп торған был ағинәй тәү күреүҙән үк күңелемә хуш килде. Мосолман әбейҙәренә хас аҡ ҡына яулығын йәйеп ябынған, ыҫпай ҡупшы кейемле, күпте күргәнлеге төҫөнә сыҡҡан һикһән биш йәштәрҙәге инәй уғата ипле, уғата тыйнаҡлы ине.
- Уҡыйым да илайым, уҡыйым да илайым, - тине, йәшкәҙеп киткән күҙҙәрен аҡ яулығының осо менән һөртөштөрөп алды. - Табиблыҡты олатай миңә үҙе ҡушты бит.
- Бына нисек? һөйләгеҙ әле, зинһар, был бик ҡыҙыҡлы!.
Бына шулай итеп танышып киттек беҙ күренекле Хәйбулла табибәһе имсе Нурия апай менән. Ул һүҙҙе уратыбыраҡ башланы:
Әммә кеше ҡарау, имләү һөнәренә Нурия ҡапыл ғына тотоноп китә алмай. Эйе, ул үҙендә ниндәйҙер серле көс барлығын һиҙенә, тик уны ниҙер тотҡарлай, ҡапыл да баҙнат итмәй. Күңеленә имселек менән шөғөлләнер өсөн кемдер уға рөхсәт бирергә тейеш һымаҡ тойола. Шулай йөрөй торғас, Нурияға 35 йәш тә булып китә. Бер шулай Нурия үҙенең бер туған ағаһы Нуретдиндәрҙә Мөжәүир хәҙрәт менән табындаш була. Хәҙрәттең үҙенә төбәлеп үтә ҡарап ултырғанын күреп, йәш ҡатын ҡаушап ҡала. Оялышынан ни ҡылырға белмәй, әллә тороп сығып китәйемме тигәндә, күрәһең, буласаҡ табибәнең ни уйлағанын алдан белеп торған ғилем эйәһе уны туҡтата.
- Нурия ҡыҙым, - ти һаман уға үтә ҡарап. - Хоҙай Тәғәлә бит һине тыумыштан имсе итеп яратҡан, һинең бармаҡтарыңда әҙәм балаһында һирәк осрай торған һиҙгерлек, үҙеңдә ҡөҙрәт тупланған. Ниңә уны кешеләрҙән йәшереп йөрөтәһең? Улай итмә, ҡыҙым! Был бит гонаһ! һинең һымаҡ имсе-табибтар юғарынан тәғәйенләнә. Тимәк, һин ошо ерҙең халҡына хеҙмәт итергә тейешһең, һинең Аллаһы Тәғәлә ҡушҡан ерҙәге тәғәйенләнешең -табиплыҡ, - ти кире ҡаҡҡыһыҙ ҡәтғи тауыш менән. - Быуын төшөрөү, умыртҡа, умрау һөйәген ҡарау, кендек инәһе булыу кеүек мин булдыра алмаған нәмәләр һинең ҡулыңдан килә бит.
Ул быларҙы бер табын кеше алдында асыҡ итеп туп-тура әйтә лә ҡуя. Йәш ҡатын уңайһыҙланып ҡыҙарына, быны күреп хәҙрәт йәнә өҫтәй:
- Оялма, балам, был ояла торған нәмә түгел. Ҡулдарыңдың име - бындай юғары көстө Хоҙай Тәғәлә яратҡан ҡолона һынау өсөн бирә. Иншалла, аҙым һайын кешеләрҙән фатиха алып, сауап алып йәшәрһең.
Ҡарындашы өсөн күңеле үҫеп киткән Нуретдин ағаһы, үҙе лә һиҙмәҫтән, ҡасандыр аталары Сәләхетдин мәрхүмдең Зәйнулла ишанға әйткән һүҙҙәрен ҡабатлай:
- Юрағаның юш килһен, хәҙрәт!
Ул саҡтарҙа был тирәлә Мөжәүир хәҙрәттең әйткәнен тыңламаған, ҡушканын үтәмәгән кеше булмағандыр. Халыҡ гонаһтан да ныҡ ҡурҡа. Хаҡ мосолман ҡатыны хәҙрәттең һүҙен йыға алмай, имләү эшенә ихласлап тотона.
Бер саҡ, әллә ысынлап, әллә һынар өсөн шаяртып, хәҙрәт үҙенең абыстайы Гөлйемеште йәш имсегә алып килә:
- Аяғын шаҡара баҫҡан. Быуынды һинең һымаҡ оҫта ултыртыусы юҡ бит башҡа. Инәйеңдең аяғын ҡарап ебәрсе, табибә һылыу!
Ысынлап абыстайҙың шайтан ашығы эргәһенән быуыны сыҡҡан була. Нурия ипләп кенә быуын сыҡҡан ерҙе майлап һылап ултыра-ултыра ла аяҡты көс менән тура тарта. Урынына ултырған быуын шырт итеп ҡала.
- А-а-а-ай! - ҡапыл тәненән ток кеүек үткән көслө ауыртыуға сыҙай алмаған Гөлйемеш абыстай ҡысҡырып ебәрә.
Ә эшенең уң икәнен күреп ҡыуанған Нурия иһә, үҙенсә ихлас һөйләнә:
Бөгөнгө көндә имселеге менән дан ҡаҙанған Иҫәнгилде табибәһе Нурия инәй, изге эшен бына шулай итеп, Мөжәүир хәҙрәт фатихаһынан башлап ебәрә һәм 45 йыллап туған халҡына алһыҙ-ялһыҙ тоғро хеҙмәт итә. Ул - 120 баланың кендек инәһе. Зарығып, имгәнеп, аяҡ- ҡулы һынып, умыртҡа һөйәге зарарланып, биле биртенеп килеүселәр бөгөнгө көндә лә унан йүнәлеп ҡайта. Бөтәһе лә, ауылдаштары ла, күренергә килеүселәр ҙә, туған-тыумаса ла, һөйләшеп ҡуйғандай, һикһән биш йәшлек табибәгә бер үк теләкте әйтә:
- Милләтебеҙҙең ҡото булып, еребеҙгә фатиха яуҙырып оҙон-оҙаҡ йәшә лә йәшә, хөрмәтле Нурия инәй!