+30 °С
Облачно
Әҙәби балҡыш
14 Июля 2025, 09:00

Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр.

ЯҠШЫДӘҮЛӘТОВ Йәркәй, хажи, 1941 йылғы. Өфө калаһы.   Мөжәүир хәҙрәтте бала саҡта миңә күрергә тура килде, әлхәмдү лилләһи. Уның хаҡында легендалар һөйләй торғайнылар. Алйырап, иҫәрләнеп, тилереп ауырыған, бер кемгә лә баш бирмәгән дыуамал сир менән сирләгән кешеләрҙе Мөжәүир хәҙрәт өшкөрһә, ул кешеләр һауығып, ипкә килеп ҡайтып китә торғайны.

Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр.Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр.
Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр.

Лира Якшыбаева (ҡыҙ фамилияһы - Рәхимова) Сибайҙа йәшәй. Ғафури районының Сәйетбаба ауылы ҡыҙы ул. Уның „Мөжәүир хәҙрәт" тигән хеҙмәте художестволы китап булараҡ та, тикшеренеү, документаль хеҙмәт булараҡ та бик ҡиммәтле.

Мөжәүир хәҙрәтте бала саҡта миңә күрергә тура килде, әлхәмдү лилләһи. Уның хаҡында легендалар һөйләй торғайнылар. Алйырап, иҫәрләнеп, тилереп ауырыған, бер кемгә лә баш бирмәгән дыуамал сир менән сирләгән кешеләрҙе Мөжәүир хәҙрәт өшкөрһә, ул кешеләр һауығып, ипкә килеп ҡайтып китә торғайны.

Тамағына аш үтмәй, ҡыл үңәс менән яфаланыусылар иһә Мөжәүир хәҙрәт менән бергә ултырып бишбармаҡ ашай һәм бәғзеләре һауыға, бәғзеләренең туғандарына хәҙрәт туранан-тура сирҙең ниндәй һөҙөмтә килтерәсәген әйтә торғайны.

Бер ваҡытта ла сирле кешенең өмөтөн өҙмәне ул, һәр саҡ иғтибарлы, ихтирамлы булды. Асыҡ күрә белеүе, дини мәғлүмәтлелеге лә уға оло шәхес дәрәжәһенә күтәрелеү форсатына өлгәшергә ярҙам итә, Аллаһтың бирмешенән. Советтар Союзының бөтә республикаларынан да, Украинанан да, Кавказдан да, Балтик буйы республикаларынан да, Урта Азия төбәктәренән дә килә торғайнылар уның янына. Берәүҙәр:" Сирҙән арынырға ярҙам итер, өшкөрөр, йә бетеү яҙып бирер," - тип килһә, бәғзеләре тикшереү, һынау µсµн килә. Һынарға, мәҙәк эҙләп килеүсегә туранан-тура әйтеп, кире бороп ебәреүсән була торғайны ул.

Мөжәүир хәҙрәттең Мөхәммәт исемле улы мәктәптә беҙҙән бер синыфҡа түбәнерәк уҡыны. Йәше буйынса ла бер йәшкә кесерәк ине ул. Әммә спортсы булараҡ, йүгерек булараҡ, бергә сығыш яһай инек. Йүгереү буйынса бик көслө ине уның улы.

Өлкән улы Варис ағай мәрхүмде күрергә, видеоға төшөрөргә насип булды миңә. Манһыр ауылында әле өс-дүрт ғаилә көн күрә. Әммә Мөжәүир хәҙрәттең рухы бөтә республикала ла балҡый төҫлө.

 

Фотола Мөжәүир хәҙрәттең яуыз көстәргә ҡаршы тороу доғаһы.

Автор:Роза Хуснуллина
Читайте нас