

- Олатай миңә кирәмәттәрен күп күрһәтте ул,- тип һүҙен дауам итте Үлмәҫбикә инәй, тағы бер мөғжизәһен хәтерләп. - Миңә ҡоп-ҡоро ерҙән шишмә сығарып та күрһәткәне булды уның, - тип, ғәҙәтенсә, үҙ алдына кеткелдәтеп көлөп ҡуйҙы ла, ҡарашын алыҫҡа төбәп, сәсәниәбеҙ тағы хәтирәләргә керешеп китте.
... Бер шулай Мөжәүир хәҙрәт Мөхәмәҙиә апамдарға килде лә, ат егеп алып, икәүләп Урғаҙаның уң яғындағы бесәнлектәрҙе ҡарап килергә тип ҡырға сығып киттеләр. Төш етеп килгәндә Өммөкәмал инәйем миңә:
- Тегеләр асыҡҡандыр, бар әле, тамаҡ илтеп кил,- тине.
Мин инәйем әҙерләгән төйөнсөктө алдым да бесәнлеккә ҡарай йүгерҙем. Икеһенең дә саф һауала йөрөп билбау аҫты ныҡ ҡына бушаған булғандыр, ахырыһы, мине ҡыуанып ҡаршы алдылар.
- Кил әле, ҡыҙым,- тине хәҙрәт,- Хәҙер мин һиңә бер мөғжизә күрһәтәм. Аҙаҡ иҫләп кешеләргә ҡыҙыҡ итеп һөйләп йөрөрһөң.
Ултырған еренән ҡулы менән тигеҙ генә ерҙе һыйпаны-һыйпаны ла, Мөхәмәҙиә апам менән минең күҙем алдында ер аҫтынан һыу сығарҙы. Бер аҙҙан баяғы һыу кескәй шишмәгә әүрелеп ағып та китте. Хәҙрәт башлап һыуҙа үҙе ҡулын йыуҙы, шунан беҙгә өндәште:
- Мөхәмәҙиә ҡорҙаш, Үлмәҫбикә ҡыҙым, килегеҙ бында, мин сығарған һыуға һеҙ ҙә ҡулығыҙҙы йыуығыҙ,-тине ул мут йылмайып.
Шунан улар хәтфә үләнгә ашъяулыҡ түшәп, тамаҡ ялғарға ултырҙы. Ә мин һаман хәҙрәттең кирәмәтенә хайран ҡалып, шишмә эргәһендә торҙом да торҙом, һыу ерҙең аҫтынан уҡ урғылып-урғылып сыға ла һөҙәк ерҙән аҫҡа тәгәрәй. Тырыша торғас, әҙме-күпме ваҡыт эсендә үҙенә үҙән дә ярып алды. Бына мөғжизә!
Аҙаҡ та мин был шишмәне йыл да килеп ҡарап йөрµнµм. Ул ҡороманы, моғайын, ул әле лә терелер. Инде ныҡ ҡына олоғайған Өммөкамал инәйемә килгән һайын Хәҙрәт шишмәһенән һыу барып алып бирә инем. Гел шул тирәлә колхоз малы тулып йөрөй торғайны, тапап шишмәне ҡороторҙар инде, тип ҡайғырҙым. Ни хикмәт менәндер, малдар шишмәне урап үтер булды, йә етеп килгәндә икегә айырылды. Аҙаҡ шул шишмә эргәһендә бер яңғыҙ ҡайын баш ҡалҡытты. Инде уға ҡырҡ биш йыллап ваҡыт үтте, баяғы ҡайын да ҙурайҙы, бейек булып ҡапрайып үҫеп ултыра, әйтерһең, шишмәне ҡоро елдәрҙән, төрлө бәлә-ҡазаларҙан ҡурсылаусы бер һаҡсы инде...