

|
З |
ирәк аҡыллы, сәсән телле, илгәҙәк холоҡло Үлмәҫбикә инәйҙең эсе тулы хазина булып сыҡты. «Мөжәүир хәҙрәт» китабын ҡулына тотоуҙан күңеле нескәргән инәйебеҙ бер саҡ ни алырын, ни биререн белмәй, өлтөрәп китте. Ихласланып алып, стена буйында ултырған төрлө иҫтәлекле әйберҙәр менән лыҡа тулы ҙур һандығын асып ебәрҙе.
- Бына был - үткәрмә йәсин,- тине ул ап-аҡ туҡымаға түңәрәтеп тәфсилләп ғәрәпсә яҙылған әйберҙе миңә һоноп. - Мә, ал! Һиңә, халыҡ араһында күп йөрөгән кешегә, кәрәк нәмә ул. Тел-тештән, күҙ тейеүҙән, төрлө боҙомдан һаҡлай, йән-тәнеңдән сир-сорҙо ҡыуа. Был минән һиңә бүләк. Олатайыбыҙҙы ҙурлағаның µсµн!
Үлмәҫбикә инәй тағы һандығының төбөнән ниҙер эҙләй башланы, бер аҙ ҡаҙынғандан һуң унан һарғайып ситтәре ыуалып бөткән бер бит ҡағыҙ килтереп сығарҙы ла бик ҡәҙерләп кенә алдыма һалды:
- Был - яуаплама. Быны миңә хәҙрәт олатай үҙ ҡулы менән яҙып бирҙе.
- Яуаплама? Нимә була ул яуаплама?
- Кеше үлгәс, бер ҡат уралған кәфене өҫтөнән түшенә һалына торған доға. Гүргә инеүсе теге донъяға барғас, шул яҙыу ярҙамында яуап бирә.
Мин, ат башындай алтынға юлыҡҡандай тулҡынланып, изге доғалыҡты ҡулыма алам.
- Йә, Хоҙай! Хәҙрәттең үҙ ҡулы менән яҙылған яҙыуҙы тотоу, күреү бәхетенә лә ирештем дәһә, Аллама шөкөр!
- Яуаплама ҡырҡ бүлек, ҡырҡ бүлектә ҡырҡ яуап, - ти Үлмәҫбикә инәй ҡасандыр хәҙрәт ауыҙынан ишеткән һүҙҙәрҙе ҡабатлап, унан бер аҙ уйланып ала ла бәйәнен дауам итә:
- 1964 йылдың йәйе ине. Ҡорбан байрамына бер-нисә көн ҡалған. Байрам алдынан өйөн таҙалап, иҙәндәрен йыуып бирәйем әле тип әсәйемдең бер туған апаһы Өммөкамал инәйемдәргә килдем. Уның тормош иптәше Бикчурин Мөхәмәдиә - юл ҡараусыһы, өйҙәре Баймаҡтан килгәндә, күпергә етмәҫтән һул яҡта ине.
Сәсән телле Үлмәҫбикә инәй, һәр әйткән һүҙен мәҡәл-әйтемдәр, лаҡаптар менән биҙәп, тәмләп-тәмләп оҙон хәтирәләргә төшөп китте.
- Мөхәмәҙиә апам менән Өммөкамал инәйем икеһе лә бик дини кешеләр ине. Хәҙрәт олатай менән бер ҡашыҡтан ашап, бер-береһен ҡәҙер-хөрмәт итеп йәшәне, һөйләшеп һүҙе бөтмәҫ яҡын дуҫ, фекерҙәш булды улар. Юл ыңғайы булғанғамы, әллә һүҙҙәре килешкәнгәме, Мөжәүир хәҙрәт уларға бик йыш туҡтап йөрөнө.
Бәйән итеүсе үҙ алдына кеткелдәп көлөп алды.
- Шулай, үҙем өй аҡлап йөрөйөм, үҙем, их, олатайҙы тағы бер күрәһе ине, тип уйлап йөрөйөм. Шул саҡ күҙемә эзбиз тамсыһы килеп сәсрәмәһенме! Услап тупраҡ һиптеләрме ни, күҙҙе асып та ҡарап булмай, ҡыра, әсеттерә. Бумаламды тотҡан көйө күҙемде йомғанмын да, ни эшләргә белмәй сүгәләгәнмен:
- Их, хәҙрәт олатай килеп инһен ине, минең күҙҙәремде асыр ине,- тип теләйем.
Шул саҡ, әйтһәң әҙәм әкиәт тир, ишек асылып китте лә һағынып көткән кешемдең:
- Әссәләмүғәләйкүм! - тигән көр тауышы ишетелде.
Үҙ ҡолағыма үҙем ышанмайым. Бына мөғжизә, исмаһам!
- Хәҙрәт олатай! - тип бышылдауым булды, ни ғиллә менәндер күҙем дә асылды, ҡырыуы ла, әсетеүе лә баҫылды. Өҫтәлдән төшә һалдым да, оялып икенсе бүлмәгә боролдом.
- Үҙең саҡырып килтерҙең дә үҙең ҡасып бараһыңмы, алабарман? - ти олатай мут йылмайып.
Хәҙрәтте күреп тыштан килеп ингән Өммөкамал инәйемә:
- Баймаҡҡа тип сыҡҡайным. Бына ҡыҙым саҡырып килтерҙе, мине күргеһе килгән, - ти, үҙе көлә.
Ул арала инәйем өлтөрәп табын әҙерләргә тотондо. Тиҙ булһын типтер, ахырыһы, сөгөндә ҡайнап ултырған һыуҙан һалып, самауыр торбаһына ҡуҙ төшөрҙө.
- Сәй эсеп китегеҙ, хәҙрәт!
Олатай һаман мәрәкәләүен ҡуймай:
- Ыҙалама, һыйлым, самауырың бөгөн барыбер ҡайнамаҫ, - ти. - Үҙем иҫән саҡта һеҙгә бынау яуапламаларҙы тапшырып ҡуяйым тигәйнем.
Олатай киндер тоҡсайы эсендәге Ҡөрьән китабы араһынан ҡағыҙ биттәрен сығарып инәйемә, миңә. Мөхәмәҙиә апама исемләп атап яҙған доға яуапламаларҙы таратып бирҙе.
-"Ҡорҙашҡа сәләм әйтерһегеҙ, - тип беҙҙең менән ашығыс хушлашты. Сығып барғанда ул миңә ҡарап тағы мәрәкәләне:
- Шулай саҡырғылап тор, Үлмәҫбикә ҡыҙым, йәме. Мине онотма!
Хәҙрәтте ҡунак итә алмауына эсе бошҡан инәйем:
- Самауыр ҡайнағандыр, ҡана, үҙебеҙ булһа ла ултырып сәй эсеп алайыҡ,- тип түрбаш яғына ингәйне, бот сабып кире килеп сыҡты:
- Бынағайыш, ғүмере булмағанды, эҫе һыу ҡойоп, тере күмер һалып тороп ҡуйған самауырым һып-һыуыҡсы. Торбалағы күмере янып бөтөүгә урғып сыға торғайны лаһа.
Мин инәйемдең һиҙенеү ҡеүәһе юҡлыҡҡа, бының ни бары хәҙрәттең сираттағы хикмәте булыуын аңламауына аҫтан ғына йылмайып ҡуйҙым. Ысынлап та, ул көндө беҙ самауырҙы ҡайната алманыҡ. Инәйем иртәгәһенә генә бының аңы-тоңона төшөндө:
- Кисә Мөжәүирҙең бер хикмәте булды шикелле, - тине лә көлә-көлә иртәнге сәй табынына өҫтәлгә боҫо борҡорап торған самауырын килтереп ултыртты.
Үлмәҫбикә инәй уғата кәйефләнеп, хәтер дәфтәренең яңынан-яңы биттәрен аҡтарырға тотондо.