+30 °С
Болотло
Әҙәби балҡыш
10 Июль 2025, 09:00

Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр. Атайым.

СИРАЖЕТДИНОВ Мөхәммәт, 1945 йылғы. Сибай ҡалаһы.   Атайым   Йыш ҡына минән атайым тураһында һорашалар, һөйлә әле, Мөжәүир хәҙрәт ниндәй кеше ине, тиҙәр. Үҙем дә, бигерәк тә, инде олоғая төшкәс, атайым тураһында йыш уйланам, уның булмышын аңларға тырышам.

Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр. Атайым.Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр. Атайым.
Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр. Атайым.

Хәтирәләр

 

СИРАЖЕТДИНОВ Мөхәммәт,

1945 йылғы. Сибай ҡалаһы.

 

Атайым

 

Йыш ҡына минән атайым тураһында һорашалар, һөйлә әле, Мөжәүир хәҙрәт ниндәй кеше ине, тиҙәр. Үҙем дә, бигерәк тә, инде олоғая төшкәс, атайым тураһында йыш уйланам, уның булмышын аңларға тырышам.

Атайым минең күҙ алдымда һәр сак ике сифатта һынлана: беренсеһе - һәр кем килеп үҙенең ҡайғы-хәсрәтен, ыҙалатҡан ауырыуын тартынмайынса һөйләй алырҙай, һәр кемде аңларҙай ябайҙарҙан да ябай ҡәҙимге кеше; икенсеһе - беҙгә аңлашылып етмәгән рухи юғарылыҡҡа эйә бөйөктәрҙән дә бөйөк илаһи зат.

Бала сакта мин атайымды, әлбиттә, аңлап етмәгәнмен. Атай атай инде: беҙҙе, балаларын, кеше итергә, уҡытырға тырышты. Эш һөйөргә, мал тәрбиәләргә өйрәтте. Еләк-емешкә, шифалы үләндәр, сәскәләр йыйырға, бесән сабырға алып сығып китер ине. Туған-тыумасаға ярҙамсыл, килгән-киткәнгә шәфкәтле, һәр йән эйәһенә мәрхәмәтле булды, беҙҙән дә шуны талап итте. Ипле һүҙле, уйынсыл, мәрәкәләргә, шаяртырға әүәҫ - бына шундай кеше булып иҫтә ҡалған ул.

Үҫеп еткәс кенә мин атайымдың ябай кеше булмауын аңланым, уның бөтә халыҡ ихтирамын яулай алыу сәбәптәре тураһында ныҡлап уйлана башланым. Мине уның көслө рухлы,   нык ихтыярлы булыуы һоҡландырҙы. Көндәр буйы һәр бер килгән кешенең аһ-зарын тыңлау, бөтәһенә ярҙам итеп ултырыу µсµн ниндәй оло йөрәкле. кеше йәнле, сабырлы булыу кәрәк!

- Миңә юғарынан шулай ҡушылған, ерҙәге бурысымды атҡарам. Бөтәһе лә Аллаһы Тәғәләнең ризалығы µсµн, - ти торғайны атайым.

Был һүҙҙәрҙең оло мәғәнәһен мин хәҙер генә аңлайым. Ул бөтә йөрәге, уйы-хисе менән тик Аллаһы Тәғәләгә бирелгән, динебеҙ ҡушҡанса йәшәгән.

Күңелемдә бер теләк йәшәне: их, китап яҙырға ине атайым тураһында.  Исеме тарихта ҡалһын ине! Ул бит быға лайыҡ!

Яҙыусы Лира Яҡшыбаева был изге эшкә тотонғас, уға ныҡлап ярҙам иттем. " Мөжәүир хәҙрәт" китабына ингән күп нәмәләр, мәҫәлән, атайымдың тышҡы ҡиәфәте, төҫ-башы, ауылыбыҙ тәбиғәте, ер-һыу исемдәре, кешеләр менән аралашыу алымдары - минең һөйләү буйынса яҙылды. Уға, әлбиттә, минән башҡа мәғлүмәт биреүселәр, ярҙам итеүселәр ҙә бихисап ине. Яҡташтарыма, китап авторына, туғандарыма атайымды онотмағандары, ихтирам иткәндәре, рухына аяттар бағышлағандары µсµн сикһеҙ рәхмәтлемен. Китапты алыусы, уҡыусы, уны иҫләүселәргә атайым рухының рәхмәте яуһын!

Автор:
Читайте нас