

Һе-Һе-Һе-Һе-Һәй! Табын ырыуының ихлас балаҺы! Һине эҙләп киләм. Тороп тор, китмә, мин Һиңә киләм.
Көслө тауыш ҡаршылағы тауҙарға барып ҡаҡлыҡты ла шаңдау булып кире килде.
— Ихлас балаҺы... Китмә! Киләм! Ҡайҙа, кем эҙләй мине?
Иманай тауы битләүендә шифалы үләндәр йыйып йөрөгән ерҙән боролоп тауыш килгән яҡҡа ҡарайым. Бер кем дә күренмәйсе. Тауыш йәнә ҡабатлана.
—Табын башҡорто, рухташым. Быуат аша өндәшәмен Һиңә! ИшетәҺеңме? Мин Һине күрергә атлыҡтым.
— Кем Һуң Һин?
— Мөжәүи-и-и-ир әүлиә!
Ҡапылда аңғармай Һорайым:
— Ниндәй Мөжәүир әүлиә?
— Ошо китабыңда яҙған әүлиә Мөжәүир!
Баҫҡан ерҙә ҡаҡҡан ҡаҙыҡтай иҫемә килә алмай өнҺөҙ торғанда, ҡаршымда йәйғор нурынан юлаҡ хасил булды. Шул саҡ ни күрәйем, башына ап-аҡ сәллә ураған, өҫтөнә аҡ сапан кейгән ялан аяҡлы, оло йәштәрҙәге Һөйкөмлө бер әҙәми зат пәйҙә булды. Сапаҡ* йөҙө, ҙур йәшкелт көрән күҙҙәре таныш та кеүек, әммә тәғәйен, күргән кешем дә түгел. Ҡыҙыҡ, бик ҡыҙыҡ! Баяғы серле зат яҡты юлаҡ буйлап, әйтерҺең, елкәнле кәмәлә йөҙҙө, эргәмә яҡынлашты Һәм телгә килде.
— Һиңә рәхмәт әйтергә килдем, Табын балаҺы!—тине. — Ырыуҙаштарымдың мине мәңге онотмаҫын белә инем. Әммә Һинең, бүтән ырыу затының, мине былай ҙурларын көтмәгәйнем.
Әүлиә бер аҙ өнҺөҙ торҙо, ниҙер хәтерләргә итте, буғай. Икенсе Һөйләмендә ул әле генә үҙе әйткәнгә үҙе ҡаршы килде.
— Эйе, эйе, бер килеп Һис юғы ҡәберемә баш эйерҺең, тип көттөм көтөүгә. Сөнки Һиңә изгелегем күп тейҙе, бары тик был турала үҙең генә белмәй торғайның. ИлаҺи затҡа хайран ҡалып төбәләм.
— Нисек уйлай?
— Йәшәйешеңде күптәнән күҙәтәм, рухи туғаным! Кәрәк саҡта Һаман ярҙам итәм, яҡлайым да ҡурсалайым.
Мөжәүир әүлиә әле генә әйткәнен иҫбатларға теләгәндәй тулҡынланып дауам итте.
— Иҫеңдәме, Еҙем йылғаҺында Һыу ингәндә бата яҙғайның. Тәрәнгә йөҙөп индең дә хәлең бөттө. МанҺырҙа көйө мин шуны белдем Һәм Хоҙай Тәғәләнән Һиңә ярҙам итеүен ялбарҙым. Ярға сығып еткәнеңсә күҙәттем.
— Иҫемдә, иҫемдә! Хәлем бөтөп ағым ыңғайына аға башлағайным, ниндәйҙер бер көс мине ярға етәкләне.
— Иҫеңдәме, бер саҡ Һин ултырып китеп барған замана арбаҺы юлдан тайып китеп, ике-өс ҡат әйләнеп, тәкмәсләп барып төштө. Арбағыҙ йәнселде, тимер-томоро йәмшәйҙе, тәҙрәләре сәлпәрәмә килде. Ә эсендәге кешеләр зыян күрмәне. Ғәжәпләнеп бер-берегеҙгә ҡараштығыҙ. Һин дә мин көйөҺөгөҙ. Шатлығығыҙҙың сиге булманы.
— Ҡуйсы, ҡуйсы, иҫемдә, олатай, иҫемдә!
— Еләк-емешкә йөрөргә яраттың, эйеме? Бер саҡ Ирәндектә сейә йыйғанда бер ҙур ҡара йыланға тәңгәл булдың. Һин уны үҙең күрмәй ҡалдың, юлыңдан алып, ағыулы йән эйәҺен икенсе юҫыҡҡа бороп ебәрҙем.
— Иҫ китмәле! Шулай булды шул.
Аҡ кейемле изге йән ҡолаҡҡа ятышлы яғымлы тауыш, тәмле тел менән Һөйләне лә Һөйләне. Ә мин арбалғандай уға баҡҡанмын да тыңлайым да тыңлайым.
— Иҫеңдәме, Һиңә минән ярҙам килер көндө ниәт иткән юлыңа сығып китә алманың. Сумкаңда ятҡан билетыңды таба алмай аптыраның. Ә бер ни тиклем ваҡыт үткәс, уның урынында ятҡанын күреп хайран ҡалдың.
— Эйе, эйе. Бына ул нисек булған икән дәҺә, — тим. — Әкиәткә оҡшаған күренешкә хайран ҡалам, берсә ошо күренеш оҙағыраҡ булҺа ине, тип теләйем.
— Хәҙрәт, Һеҙҙе халыҡ телдән төшөрмәй, ихлас ярата.
— Беләм. Ризамын. Халҡыма иман ҡайта.
Изге йән ашығыбыраҡ дауам итте.
— Ырыуыңдың аҫыл заты — Әбйәлил мулланы, Сабир хәҙрәтте күреп йөрөнөм. Улар ҙа — йәйғор тәхет эйәҺе. Һинең әҡрәбәң икән.
— Күреп йөрөйөм тиҺеңме? Бына мөғжизә! — тим, ауылымдың арҙаҡлы дин әһелдәрен хәтерләп.
— Эйе, күреп йөрөйөм. Улар Һиңә бәхет юрай.
Һөйләшеүҙән тамам илҺамланып, хәҙрәткә минең үҙем өсөн иң мөҺим булған Һорауҙы бирергә батырсылығым етте.
— Хәҙрәт, ергә яңы әүлиә киләсәк тип көтәләр. Шул дөрөҫлөккә тап киләме?
— Эйе, Ерҙе ахрызаман афәттәренән ҡурсалау өсөн ергә яңы әүлиәләр, ҡөҙрәтле заттар ебәреләсәк. Айырыуса МанҺыр, Баймаҡ, Ғәҙелша кеүек мәғдәнгә бай ерҙәргә тәғәйенләнә улар. Мин тыуғандан Һуң йөҙ ҙә утыҙ бер йыл тигәндә, 10-12 йәштәр тирәҺендәге бер ир балаға Хоҙайҙан илаҺи ҡөҙрәт бирелер. Ул шундай көскә эйә булыр: теләҺә, ерҙе туфан Һыуынан әрсәләр, теләҺә, ялҡыны тауҙай янғынды Һүндерер. Заман сирҙәрен, эскелекте, иҫте-Һушты алып миңрәүләтер әфиунсылыҡты бөтөрөр. Әммә ҡара көстәр, иблес ялсылары уға хөсөтлөк ҡылмаҡсы. Кешеләр шул йәш әүлиәне көс-ҡөҙрәтенә тулышҡансы ныҡ ҺаҡлаҺын ине.
— Нисек танырбыҙ?
— Эйе, башта кешеләр уны белмәҫ. Йонсоу ғына булыр, ярҙамға мохтаж, йәлләүес күренер. Кемдәр мәрхәмәтле, кемдәр дөрөҫ йәшәй, күҙәтеп Һынағас, шуларҙы изге эшенә йәлеп итер.
— Ғали йәнәп, йәйғор тәхет эйәҺе! — ЙыҺандан гөрҺөлдәүгә оҡшаш тауыш килде. — Күңелең булдымы? Һеҙҙе унда юғалттылар.
Ни күҙем менән күрәйем, Иманай тауы итәгенә йәйғорҙан йәнә юлаҡ Һалынды. Нәҡ урта тошонда нурҙан ғына туҡылған йәйғор тәхет пәйғә булды. ИлаҺи нурға сорналған аҫыл йән эйәҺе ҡәнәғәт ҡиәфәттә әлеге тәхеткә ултырҙы, шул уҡ мәлдә күҙҙән дә юғалды. Артынан бары ап-аҡ нур Һыҙылып ҡалды.
Ни булды был? Өнмө, төшмө? ҺөйләҺәң, әҙәм ышанмаҫ! Йәшәйеше мөғжизәнән туҡылған олуғ ғали йәнәптең күҙгә күренеүе, Һүҙҙәре быуаттан быуатҡа Һаҡланып, шаңдау булып ҡайтыуы хикмәтленең йәнә бер хикмәте булғандыр. Ҡабатланмаҫ, берҙән-бер, шанлылыҡта тиңдәшҺеҙ Мөжәүир әүлиә!
Изге рухың ғәзиз еребеҙгә шаңдау булып ҡына булҺа ла гелән шулай ҡайтып ураҺын.
Фото: "Мөжәүир хәҙрәт" китабынан.