

Оҙаҡ йылдар бергә татыу ғүмер иткән Һөйөклө ҡатынын ерләгәс, йөрәк әрнеүҙәренә тәҡәте ҡороған Ғәҙелгәрәй берҙән-бер көндө әүлиәлек даны тирә-яҡҡа таралған, күптән гүр эйәҺе Мөжәүир хәҙрәттең ҡәберенә килеп теҙләнде.
— Олатай, зинҺар ейәнеңә ярҙам итсе?! Имләсе яралы йәнемде! Мин йәшәүҙән туйҙым. Ни эшләргә?
Ҡарап тороуға тирәктәй буй-Һынлы урта йәштәрҙәге ирҙең бите буйлап ике бөртөк күҙ йәше мәрмәр менән көпләнгән ҡәбер ташына тамды.
— Олатай, йәнем ауырый! Төштәрем бутала! Күҙемде йомҺам, Һаташам. Ни эшләргә миңә, олатай!?
Ғәҙелгәрәй бала сағынан олатайының табиблыҡ ҡөҙрәте, әүлиә булыуы тураҺында ишетеп үҫте. Тере сағында меңәрләгән кешене Һауыҡтырып, аяҡҡа баҫтырған, ти. Хәҙер уның ҡәберлеген, ҡәбер убаҺындағы тупраҡты ла изге тиҙәр. Килеүселәр услап-услап Һалып ала. Әүлиә ҡәберенә килеү, уны иҫкә алыу, ярҙам Һорау, айырыуса, Ғәҙелгәрәй Һымаҡ, йәшәү мәғәнәҺен юғалтыусыларға файҙалы икән. Күңелдәргә өмөт осҡоно Һалып, йәшәүгә дәрт уята. Күптәр ҡәбергә йән тыныслығын ҡайтарыу өсөн дә ағыла.
Әле лә ҡатынынан башҡа йәшәүҙән йәм тапмаған Ғәҙелгәрәйҙең ысынлап та әжәл тотҡаҺына үрелгеҺе килде. ҠәҙерлеҺенең гүр эйәҺе булыуына йыл үтте. Ә ир уны бер сәғәткә лә иҫенән сығара алмай. Ҡатыны теп-тере Һымаҡ күҙ алдында баҫа ла тора. Йә иҺә аш-Һыу бүлмәҺенән йылмайып сыға ла:
— Йәнем, бишбармаҡ әҙер, әйҙә ашарға!— тип ҡулынан Һөйрәй, йә ҡосағына Һарыла ла шашып үбергә тотона:
— Яратам, Ғәҙелем, үлеп яратам,— ти, ҡосаҡлап эргәҺенә ятҡырырға итә. Йә, имеш, түшәктә ята, асырғанып ялбара:
— Ирем, балаларым, минҺеҙ ни эшләр? Йәллә, Хоҙай! Ғүмеремде алма, Аллам! — ти. Әле лә, ана, былай табан килә ята лаҺа. Атламай, йөҙөп килә. Зәңгәр күлдәген кейгән, сәстәрен икенән үреп төшөргән. АҺ, йәнем! Әҫәрләнгән ир тубыҡланған еренән Һикереп торҙо ла, ҡатынының ҡаршыҺына йүгермәксе булды. Ҡапыл шул саҡта күктә көслө итеп ҡысҡырған ҡош тауышы ишетелде. Ғәҙелгәрәй, әйтерҺең, йоҡонан уянды, Һиҫкәнеп күккә ҡараны. ТөпҺөҙ зәңгәрлектә ҡаңғылдап Һыңар аҡҡош осоп бара лаҺа. Ҡоштоң тауышы үтә лә зарлы, әллә уның да ҡушағын юғалтып, ҡаңғырып йөрөүөме? Аҡҡоштар ишен юғалтҺа, мәңгелеккә яңғыҙ ҡала, башҡаны ярата алмай, зарығып үлә, тигәнде ишеткәне бар ине Ғәҙелгәрәйҙең. Яңғыҙ аҡҡош уға бигерәк йәл тойолдо. Үҙе лә Һиҙмәҫтән: «Ишеңде тап, аҡҡошҡай!» — тип ҡул болғаны.
Көн кискә Һарҡығайны. Тиҙҙән анау түбәләс аръяғындағы юлдан Сибайға автобус уҙасаҡ. МанҺырға инеп, туғандарын күреп сығырға тигән ерҙән, ир ҡапыл ҡайтырға булып, автобус туҡталышына ашыҡты. Шәп-шәп атлап, туҡталышҡа табан барған ирҙең артынан әкрен генә йылы ел иҫте, әйтерҺең, мулланың өшкөргәндәге тыны. Талғын ел Ғәҙелгәрәйҙең ҡуйы бөҙрә сәстәренән, арҡаҺынан Һыйпап үтте, ҡуйынына тулды. Танауына дала сәскәләренең иҫерткес хуш еҫе бәрелде. Шул саҡ, нисектер, донъя Һил ҡалғандай тойолдо Ғәҙелгәрәйгә. Ул баяғы елдең тағы-тағы иҫеүен теләне. Әммә ел ҡабатланманы. Шулай ҙа юлаусыға сикҺеҙ еңел булып ҡалды, күңеле күтәрелде, аҙымдары дәртләнде.
Автобус оҙаҡ көттөрмәне. Салонға ингәс, Ғәҙелгәрәй берәүгә лә күтәрелеп ҡарамаҫтан, бер буш урынға сумды ла, йоҡоҺо килгән кешеләй, күҙҙәрен йомдо.
Йәнәш ултырған мөләйем йөҙлө ҡатын, юлдашы өсөн борсолоп, уға Һирәк-Һаяҡ күҙ Һала килде. Сыҙаманы, ҡулына ҡағылды:
— Һеҙгә ҡыйын мәллә? Әллә ауырыйҺығыҙмы? Ниңә өндәшмәйҺегеҙ?
Һорауҙарының яуапҺыҙ ҡалыуы ҡатынды уғата борсоно.
— Ҡәҙерлем, ошо дарыуҙы ҡабығыҙ әле. Зыян булмаҫ. — Үҙе йәнә Һаҡ ҡына ирҙең ҡулдарына ҡағылды. Юлдашынан яуап ала алмағас, ҡатын уның ризалығын көтөп тормаҫҡа булды, үҙе дарыуҙы ауыҙына ҡаптырҙы. Ирендәренә хәстәрлекле иркә бармаҡтары ҡағылып үтте.
— Тел аҫтына Һалығыҙ.
— Нимә ул?
— Йән дауаҺы.
Ҡатын көтмәгәндә-уйламағанда тап Ғәҙелгәрәй эҙләгән Һүҙҙе әйтеп Һалды. Ул ҡасандан бирле йән дауаҺы эҙләй ҙәҺә. ОлатаҺы ҡәберлегенә нәҡ шуның өсөн килеүе. КүршеҺе, Һиҙгән кеүек, төпсөнөүен дауам итте.
— Һеҙҙең йәнегеҙ ауырый, эйеме? Хәҙрәттең ҡәберенә барҙығыҙ, йән тыныслығы эҙләйҺегеҙ, шулаймы?
Ир йоҡомҺорап килгән еренән уянды, ҡыҙыҡҺыныуҙан күҙҙәре ҙур асылды.
— Ҡайҙан белдегеҙ?
— Үҙемдең дә шулай булғаны бар.
— Нимә, әллә Һеҙ ҙә?..
— Эйе.
— Ә?
— ЫҺҺҺ... ЫҺҺҺы-Һы-ы...
Бер береҺен, ғәжәп шикелле, ярты ауыҙҙан аңлаған юлдаштар шымып ҡалды. Эй алла, ҡайғылаштар икән дәҺә. Бер аҙ барғас ҡатын Һорап ҡуйҙы.
— Балаларығыҙ бармы?
— Бар. Уларҙың... үҙ ғаиләләре.
— Минекеләрҙең дә шулай.
Ошонан Һуң улар, Һәр кеме үҙ уйына сумып, бер-береҺенә Һүҙ ҡатманы. Бары тик күңелендәге йәлләү хисе наҙға әйләнә барған ҡатын, юлдашына яҡыныраҡ шылып, терәлеп ултырҙы. ӘйтерҺең, күңелендә уянған туғанлыҡ хисен хәсрәтле ирҙең йәненә күсерергә теләне. Туңғағыҙан йөрәген иреткеҺе, күңелен йыуатҡыҺы килде.
Шулай инде, был донъяла берәүҙең дә Һарайы буш түгел. Ҡайғы ағас башынан түгел, әҙәм башынан йөрөй. Йән Һөйгәнеңде юғалтыу ғазабының ни икәнен үҙе кисергәндәр генә аңлай. Бер-береҺенең әллә тән йылыҺын, әллә күңел йылыҺын тойоп, ойобораҡ барған юлсылар автобус йөрөтөүсенең көр тауышын ишетеп Һиҫкәнде.
— Килеп еттек. Сибай.
Ҡайҙалыр ашыҡҡандай, автобустан төшә Һалып, шәп-шәп атлап, үҙенән алыҫлаша барған ҡатындың Ғәҙелгәрәй бары миҺырбанлы күҙ ҡарашын, Һөйкөмлө ап-аҡ түңәрәк йөҙөн, наҙлы иркә бармаҡтарын ғына хәтерләп ҡалды.
ОлатаҺы Мөжәүир әүлиәгә зыярат ҡылыу, рухы менән осрашыу, ысынлап та, Ғәҙелгәрәй күңеленә еңеллек килтергәндәй булды. Мәрхүмә ҡатыны элекке кеүек, күҙенә күренеп йонсотмай, йоҡоҺо тынысланды. Кешеләр юҡҡа ғына әүлиә ҡәберенең юлын таҡырламайҙыр, хатта тупрағының хәсиәте бар, тиҙәр бит. Былтыр ҡәбер өҫтөндәге ер буйтым кәмегәс, дин әҺелдәре менән кәңәшләшеп, өлкән улы Варис тупраҡ өҫтәтте лә өҫтөнә мәрмәрҙән плитә Һалдырҙы. Шулай итеп, изге урынды мәңгеләштерҙе. Бөтә халыҡ шатланып:
— Рәхмәт Ғабделварис уҙаман, былай булғас, балаларыбыҙҙың балалары, быуаттар үтҺә лә, килеп әүлиәгә зыярат ҡылыр, — тинеләр.
Ғәҙелгәрәйҙең әүлиә ҡәберенә килеүенә ун биш көн үтеп тә китте. Ҡатыны күҙенә күренеүҙән туҡтаны, уны юҡҺыныу тойғоҺо ла әкренләп кәмей барҙы. Тик, ни ғәжәп, ирҙең күңелен ниндәйҙер билдәҺеҙ бүтән хис биләне. БыныҺы — йәнә ҡәберлеккә барыу теләге ине.
— Барып, олатайыма аят уҡып, хәйер Һалып ҡайтайым, — тип уйланы улан Һәм бер ялды йәнә МанҺыр яғына юлланды.
Автобустан төшөп, йәйәү атлаған арала, ялан сәскәләренән ҙур ғына гөлләмә йыйҙы. Ҡәберлеккә етеп килгәндә Ғәҙелгәрәй унда бер аҡ күлдәкле ҡатынды күреп, туҡтап ҡалды. Артабан барырғамы? Ҡамасау булмаҫмы? Әллә киткәнен көтөп, ошонда йөрөп торорғамы? Әммә ниндәйҙер билдәҺеҙ ҡөҙрәт уны алға әйҙәне.
— ҺаумыҺығыҙ!?
— ИҫәнмеҺегеҙ!?
Ғәҙелгәрәй ипләп ҡарағас, зыярат ҡылыусыла теге ваҡыт автобуста осратҡан ҡатынды таныны.
— Бәй, был Һеҙме? Нисек... Һеҙ бында?— тине ир ҡатындың хәстәрлекле, миҺырбанлы күҙ ҡарашы менән осрашып. — Һеҙҙе осратыуға өмөтөмдө өҙгәйнем...
Ул теге ваҡыт автобуста ҡатындың йомро ғына кәүҙәҺе менән үҙенә Һыйынып ҡына ултырыуын Һаман хәтерләй. Юлдашының булмышынан бәрелгән наҙ ипкененән уянған яҡынлыҡ тойғоҺо күңелендә әле лә йәшәй. Ҡатындың исемен, адресын Һорап ҡалмауына эй үкенгәйне аҙаҡ. Донъяла мөғжизә юҡ тиң. Бына бит, насип булғас, осраштылар. ИкеҺе лә, осрашыуҙары өсөн ныҡ шатланғанғамы, тулҡынланыуҙанмы, бер килке Һүҙ башлай алмай торҙо. Ҡатын баҙнатлыраҡ булып сыҡты.
— Ныҡ ҡыйын булғанда, йәшәүҙең йәмен тапмаған мәлдәрҙә ошонда киләм,—тине ул башын ҡалҡытмай ғына.
— Мин дә, — тине ир. Һүҙгә яйлап Һүҙ ялғанды.
— Хәҙрәтте тылсым эйәҺе булған тиҙәр. Бер Щибря тигән кеше уны самородокка, ҙур алтын киҫәгенә оҡшата. Мөжәүир хәҙрәт кеүектәр ергә бик Һирәк тыуа, ул — әүлиә, ти. — Ҡатын үҙен өндәшмәй генә иғтибарлы тыңлаусыға Һирпелеп ҡараны ла дауам итте: — Йәл, иҫән сағында үҙен күрергә форсат теймәне. Бик матур, аҡыллы кеше булған, тиҙәр. Әңгәмәсел, йор Һүҙле ине, тип тә хәтерләйҙәр.
— Хәҙрәтте миңә лә оҡшатып ҡуялар ул, — тине ир кеше, үҙенең йөҙөндә эске бер ғорурлыҡ сағылды.
— Ысынлапмы? Ниңә?
— Сөнки, ул — минең олатай.
— Олатай? — Ҡатындың ғәжәпләнеүенең иге-сиге булманы. — Китсе, ысынмы?
«Булыр ҙа, — тип уйланы ул. — Бынауындай олпат кеше юҡты Һөйләмәҫ». Ҡатын эргәҺендәге күрмәлекле ирҙең буй-Һынына, уйсан серле күҙҙәренә, илҺамлы матур йөҙөнә Һынап ҡараны.
— Хәҙрәттең ейәнен осратырмын тип Һис бер көтмәгәйнем. Былай булғас, Һеҙ миңә кәрәк кешенең тап үҙе ләҺә, — йөҙө тамам яҡтырҙы ҡатындың.
— Ниңә улай тиҺегеҙ?
— Мин бит хәҙрәт тураҺында китап яҙырға йөрөйөм. Тормош юлын өйрәнәм. Уға ҡағылышлы Һәр бер нәмә минең өсөн оло әҺәмиәткә эйә.
— Был изге эштә Һеҙгә ярҙамсы була алҺам, шатланыр инем.
— Рәхмәт.
— Ҡулдан килгәндең барыҺын да эшләрмен. Тик исемегеҙҙе белмәйем бит әле.
— Мин дә.
Ғүмер буйы бер-береҺен белгән кешеләр кеүек рәхәтләнеп баянан бирле Һөйләшкән ир менән ҡатын икеҺе бер юлы ихлас көлөштө.
— Ҡарлуғас, — тине ҡатын башлап Һәм күрешеү өсөн ҡулын Һуҙҙы. — Мин журналист.
— Ә мин — Ғәҙелгәрәй. Табибмын. Исемемде оалатам ҡушҡан. Гел тоғро, ғәҙел юл менән йәшәҺен, тигән.
— Мин Һеҙҙе, Ғәҙелгәрәй, күргәс тә тап шундайҙыр тип уйлағайным. Һеҙгә алдашыу, хыянат, ике йөҙлөлөк Һымаҡ сифаттар яттыр, тигәйнем.
— Һеҙ ҙә... үтә күрәҺегеҙме әллә, Ҡарлуғас?
— Булғылай.
Ҡатын менән оҙағыраҡ Һөйләшкән Һайын уны нығыраҡ оҡшата барған Ғәҙелгәрәйҙең теле сиселгәндән сиселде. Хатта байтаҡ хәтирәләре яңырҙы зиҺенендә.
— Беҙ бәләкәй саҡта олатайымды Һирәк күрә торғайныҡ. Ул күпселек ваҡытын үҙенә күренергә килгән сирлеләрҙе дауалап үткәрҙе. Йә булмаҺа Сусаҡтау, Ҡыҙылъяр буйҙарында шифалы үләндәр йыйып йөрөр ине. Таштар йыя, уларҙың серен өйрәнә, беҙ торған ер бер саҡ икенсе Мәккәгә әүерелеүе ихтимал, ти ине. Был төбәктә бик борон замандарға гел изгеләр, пәйғәмбәр, әүлиә, әмбиәләр йәшәгән, ти торғайны.
Ғәҙелгәрәй олатаҺы ғүмер иткән ауыл яғына ҡарап ҡулын Һуҙҙы:
— Ана, күрәҺеңме йылғаны? Урғаҙа ул. Олатамдың өйө шуның ярында ине.
— Туҡтап тор әле. — Ҡарлуғас Ғәҙелгәрәйҙең ҡулына ҡағылды. — Мин хәҙер. СумкаҺынан кескәй диктофон алып, Һөйләп тороусының ауыҙына микрофонын терәне.
— Яҙып алайым, рөхсәттер.
— Ҡуйығыҙсы, зинҺар. Әҙәмсә Һөйләшкәндә ниңә ул? — тип ир ризаҺыҙлыҡ белдерҙе.
— Тауышығыҙ иҫтәлеккә ҡалҺын, тигәйнем.
— Һеҙ минән улай еңел ҡотолормон тиҺегеҙме? Тауышымды, теләҺәгеҙ, көн дә ишетерҺегеҙ.
Ҡарлуғас:
— Журналист ғәҙәте буйынса, — тип көлөп алды ла диктофонын кире Һалды. Үҙе өҙөлгән Һүҙҙе ялғап ебәрерлек кенә Һорау бирҙе.
— Урғаҙа яры буйлап ауырыуҙар көтөп ултыра торғайны тиҺегеҙме?
— Эйе, күптәр ат егеп, арба менән килә. ҠайҺы бере шунда усаҡ яғып, ашарға бешерә, ҡайҺыныҺы самауыр ҡайната. Яр буйы гөрләп тора. Килеүселәр ни, сират ҙур булғас, ике-өс көн көтөп ята торғайны.
Хәҙрәт тураҺында мөмкин тиклем күберәк белеп ҡалырға теләгән хәбәрсе Һорау артынан Һорау яуҙырып ҡына торҙо. Әллә тыңлаусының ихласлығы, әллә олатаҺын Һағыныу хисе әңгәмәне ҡуйыртҡандан-ҡуйырта, Һүҙгә Һүҙ сылбырҙай ялғанды.
— Олатайым ахрызаман тураҺында йыш телгә алыр ине. Фән үҫкән Һайын, кешеләрҙең тормош шарттары еңелләшкән Һайын, ерҙең ғүмере ҡыҫҡарыр. Кешелек донъяҺы тау дәүмәле боҙ ҡаяҺына табан ашығып йөҙгән корабль Һымаҡ, үҙ Һәләкәтенә ашыға. Эйе, ашыға. Ваҡыт етмәүгә зарлана. Ул алдағы боҙ тауына барып бәрелеп, селпәрәмә килерен дә белә, әммә Һәләкәтенә уның Һайын шәберәк йөҙә, ти торғайны.
— Күктең ерҙе Һаҡлап торған юрғанын тишәләр, шул тишектән урғылған аяуҺыҙ нурҙар бер саҡ килеп ерҙәге бар тереклекте ҡороторон уйламайҙар,—тип ныҡ көйә ине.
Кешелек донъяҺы өсөн ҡотолоу юлы бар: был — ныҡышмалы күмәк әхләки көс,—тиергә яратты. — Бының өсөн Һәр кемдең дөрөҫ йәшәүе мөҺим, тәбиғәтте Һаҡлауы фарыз. Ә әшәкелеккә этәргән күңел асыуҙарҙы туҡтатыу кәрәк. Әҙәм балаҺы үҙен ергә мәңгелеккә килгәндәй ҡылана. Тыуымдан ҡалмағас, үлемдән ҡалмаҫын уйламай. Ерҙә изгелек, яҡшылыҡ ҡына мәңгелек. Ә изгелек, яҡшылыҡ — ул Ер-әсәне Һаҡлау. Әсәңде йәлләгән кеүек йәлләү, яратыу. Ерҙәге иң ҙур хәҡиҡәт бына шул, — тиер ине олатам.
Эйе, кешеләрҙе Һауыҡтырып ҡына ҡалмай, йәшәйешебеҙҙең киләсәге тураҺында ла төптән уйлаған икән әүлиә.
— Олатам кеше айырмаған, милләт айырмаған. Бары тартҡан, эскән әҙәмдәрҙе Һөймәгән...
Ғәҙелгәрәй эргәҺендәге ҡатынға ҡарап ҡуйҙы.
— Уның әңгәмәләре күп. Сурытып Һөйләп, ялҡытып ташламаҺам?..
— Һөйлә, Ғәҙелгәрәй, Һөйлә! Мин көнө-төнө тыңларға әҙер.
— Баяғы эсеүҙе яратмауына ҡағылышлы бер ҡыҙыҡты гел иҫләйҙәр.
...Олатайға ниндәйҙер йомош менән бер ир килә. АраҡыҺын, ҡайтышлай эсермен, тип ағас төбөнә йәшереп ҡалдыра. Йомошон йомошлап сығырға торғанда йор Һүҙле хәҙрәт тегеңә:
— Ағас төбөндәге теге нәмәңде онотоп ҡуйма, — тип, үҙе көлә.
Онотоу ҡайҙа, ти. Араҡыға әүәҫ ир өйҙән сығыу менән теге ағас төбөнә ашыға. Үләнде ике яҡҡа айырып, инде алайым ғына тип үрелҺә, ни күҙе менән күрҺен, шешәгә ҡара йылан уралып ята, ти. Күҙҙәрен секрәйтеп, башын сәкәйтеп быға ҡарап тора, имеш. Ҡото осҡан әҙәм алдын-артын шәйләмәй Һыпырта. Ошонан ары араҡы Һүҙен ишетергә лә теләмәй. Әшнәләренә: «Миңә хәҙрәт үҙе эсмәҫкә ҡушты», — тип Һөйләп йөрөгән, ти.
— Әүлиәне көслө табип та булған тиҙәр, — тине Ҡарлуғас тағы берәй фәҺемле нимә ишетергә теләп.
— Был шулай. Уның табиблыҡ Һәләте ифрат йоғонтоло булған.
— Тимәк, Һеҙ, табип булараҡ, олатайығыҙ Һөнәрен дауам иттерәҺегеҙ? Бәлки, Һеҙҙә лә ҡөҙрәт барҙыр.
— Юҡ миндә, юҡ. Бөтә нәҫелебеҙгә Хоҙай Тәғәләнән тейешле ҡөҙрәт беҙҙә бер кешегә тупланып бирелгән—олатайға. Ҡалғандарыбыҙ өлөшҺөҙ ҡалған, ахрыҺы. Беҙҙә ул ғына кеше күңелендә йәшеренгән уй-фекерҙе белә, ни булырын алдан күрә, кирамәттәр күрҺәтергә Һәләтле. Шулай бер кеше олатайыма: «Ошо Байсураның, исмаҺам, бүреҺе лә юҡ», — тигән. Кирамәтле олатам: «Ә, шулаймы ни?», — тигән дә тегенең юлына бер өйөр бүре сығарған. Меҫкен юлсы ҡото осоп ни эшләргә белмәй, хатта ҡысҡырырға тауышы ла сыҡмай торғанда, бүреләр үҙенән-үҙе юҡ булған. Шул саҡ әллә ҡайҙан тылсымсы килеп сыҡҡан да:
— Бүреләр юҡ тиҺең, күрҙеңме инде? — тип көлгән, ти. Шаян холоҡло, әңгәмәсел булған олатам.
Ғәҙелгәрәй берсә иҫе китеп тыңлаған журналист ҡатынға, берсә күк йөҙөнә ҡараны. Ҡояш ашығып офоҡҡа тәгәрәй. Ир сәғәтенә күҙ Һалды.
— Автобусҡа күп ҡалманы, Ҡарлуғас, ҡуҙғалайыҡ.
Йән дауаҺы эҙләүсе ике яңғыҙҙы шулай итеп, хәҙрәт Һуҡмағы осраштырыу ғына түгел, бер аҙҙан ҡауыштырып та бәхетле итеүе тураҺында ишеттек.
Фотола Мөжәүир хәҙрәттең "Исме әғзәм доғаһы".