+24 °С
Ямғыр
Әҙәби балҡыш
1 Июль 2025, 11:20

Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Миһырбанлыҡ.

Әсҡәт, бисәһен енләнеп ҡыуһа ла, ул сығып ҡасҡас, оторо ҡоторҙо. Шарт та шорт йөрөнө. Тик ятҡан бесәйҙе һуғып осорҙо, әшәке һүгенде, һыу эсергә тип ҡулына алған бокалды иҙәнгә яра бәрҙе. Бына ул Ғаяз менән Нияз улы йоҡлап ятҡан урындыҡ ситенә килде, ҡотороноп екеренде: —     Был көсөктәрен ниңә ҡалдырған? Миңәме? Кәрәкмәй! Имәнес тауышҡа һиҫкәнеп уянған сабыйҙар ҡурҡып илай, игәһен таптыра башланы. —     Әсә-ә-ә-әй! Ә-ә-әй! Әсҡәт йәнә ажғырҙы: —     Етәр һеҙгә! Йәнде көйҙөрһәгеҙ, тышҡа сығарам да ыр-гытам.

Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Миһырбанлыҡ.Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Миһырбанлыҡ.
Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Миһырбанлыҡ.

Йыйылыш һайын: «Шәп механизатор, әүҙем коммунист», — тип телгә алынып, урынлы-урынһыҙға ҡупырайтыуға, бүләкләүгә өйрәнеп алған Әсҡәт йәнә эсеп ҡайтты. Тән уртаһы тип тормай, үҙен борсолоп көтөп ултырған ҡатынына бәйләнә башланы.

— Нимә, һәпрә, мине көтәһеңме? Әйттем бит, өйөр көсөктәреңде ал да мин ҡайтыуға өйҙән шыл, тинем. Аңламаныңмы? Игеҙ бала табыуҙан башҡаға эшкинмәгән бисә миңә ни бысағыма? Үҙемә достойныйға әйләнәм.

Ысынлап та, бөтә совхозды хайран итеп, ошо айҙай түңәрәк йөҙлө, ҡаҡса кәүҙәле, баҫалҡы ҡатындың ике пар игеҙәк балалары үҫеп килә. Тәүгеһе — малайҙар, Ғаяз менән Нияз, уларға өсәр йәш, икенсеһе — ҡыҙҙар, Әлиә, Зәлиә, икешәр айлыҡ ҡыналар. Шулай итеп, әҙәм ышанмаҫ әйтһәң, егерме ике йәшлек кенә әсәнең дүрт балаһы бар. Яҡындан белеүселәр Гөллирәне бик ярата. Донъяға әсә булыр өсөн генә килгәндәй күрәләр. Сибек кенә тауыш менән балаларына яғымлы өндәшеүе, сабыйҙарҙың ирәбе, отҡор булып үҫеп килеүе, ауырыуҙарға бирешмәүҙәре — бөтәһен дә ҡасаба халҡы күреп тора, оҡшата.

Тик бына Әсҡәткә генә Гөллирә һис ярай алмай. Эсеп ҡайта ла тотона көйһөҙләнергә. Ҡул күтәреүе лә йышайҙы. Сабыр холоҡло ҡатын, балалар аталы үҫһен тип, баш баҫып түҙгән һайын, теге әҙәм нығыраҡ ҡоторона.

Әле лә, ғәҙәтенсә, тупаҫ һүҙҙәрен эскә йотоп, Гөллирә ирен әүрәтергә, тынысландырырға итте.

Асыҡтыңмы? Ваҡ бәлеш бешерҙем, әйҙә ашап ал!

Юхаланма, кәнтәй! Кит бынан!

Нимәгә бәйләнергә белмәй ҡырсынған ир юлындағы ултырғысты тибеп осорҙо. Балаларын уятыуҙан ҡурҡҡан әсә, Пкпе көйһә лә, һиҙҙермәне, ипле өндәште. Арыныңмы? Ял ит! Әйҙә, ятайыҡмы?

—     Телеңә һалышма! Мин һиңә нимә тинем? Мин ҡайтыуға nli:,»;> әҙең булмаһын, тинем.

Ҡыш өҫтөнән ҡайҙа барайыҡ?

Эшем юҡ. һинең арҡала әҙәм мәсхәрәһенә ҡалдым.

Нисек? — Гөллирә ҡурҡып китте.

—     Ҡайҙа барма, бөтәһе лә көләләр. Инде ҡатының, күрше ауылдағы Сәмиға кеүек, өсәрләп тапһын, Гиннесс рекорды китабына инергә тырышығыҙ, тиҙәр.

—     Тиһендәр.

—     һиңә рәхәт, әҙергә — бәҙер, ир елкәһен генә кимереп отаһың. Минең һымаҡ йәйен-ҡышын тракторҙан төшмәй ;миләп ҡара.

—     Әҙерәк түҙ. Әлиә менән Зәлиәне аяҡҡа баҫтырайым да

мшкә төшөрмөн.

—     Төштөң ти, төшмәй ҙә. Былары күҙен асыуға яңылары

готовый торор.

Хоҙай ҡушҡанды күрербеҙ.

Ә-ә-ә, һин шулаймы, кәнтәйкә? Туйманыңмы, һаман

игеҙ кәрәкме?

Әсҡәт йоҙроҡтарын төйнәп бисәһенә боролдо:

Сығып кит. Иҙмәңде иҙәм.

Дүрт бала менән ҡайҙа барайым?

Эшем юҡ унда. Мин бүтәнгә әйләнәм.

—     Әле һөйәркәңдә булдыңмы? — Гөллирә иренән ҡото осоп ҡурҡһа ла, һорамай түҙмәне.

—     Эйе булдым, һеҙҙең һыҡрагығыҙҙы еҫкәүҙән надоел! Культурно йәшәргә теләйем.

Аҙарынған ҡатын һаман ялбарҙы:

—     Әсҡәт, балаларҙы етем итмә! Ташлама!

—     Көсөктәреңде ал да һыпырт тим, бар, күҙемә күренмә! Әсҡәттең тауышы ҡырҡыуланды. Аҡырыр-баҡырыр ҙа

арып туҡтар, тип өмөт иткәйне йәш ҡатын, ул уйлағанса булманы. Әпәүләгән һайын шашына. Йәне көйгән ҡатын да уйындағыһын әйтергә йөрьәт итте.

Игеҙәктәр өсөн, белгең килһә, үҙең ғәйепле. Врачтар әйтте, үәт!

Ә-ә-ә, шулаймы, албаҫты? Мине ғәйепле итергә булдыңмы? Туйып һикерәһеңме, етем быҙау?!

Әсҡәт бисәһенә киҙәнеп һуғып ебәрҙе. Меҫкенкәй әллә ҡайҙа осоп барып төштө. Торорға тип ҡуҙғалғайны, бәғерһеҙ ир типкеләргә тотондо. Ҡатынының ауыҙ-морононан ҡан китеүҙе күреп, уғата йыртҡысланды.

—     Үлтермәҫ элек һыпырт!

Бынан булыр, тип уйланы иренең холҡон белгән ҡатын. Ҡасырға кәрәк, тик нисек? Үҙе яулыгын сисеп ауыҙ - моронон -даты ҡанды һөртәштәрҙә, үҙе нисек сығып ҡасыу планын ҡорҙо. Ғаяз менән Нияз бирешмәҫ. Уларға өсәр йәш. Илаһалар — ҡарар, үҙ атаһы лаһа. Ике бәләкәсте эләктерә һалып алырға ла... Сабыйҙарын имеҙергә ваҡыт еткәнде белдереп әсәнең имсәгенә һөт тиртте. Эх, бәләкәстәрен алдына алып тыныс ҡына ултыртып имеҙергә ине. Хут бирәме ни ата йораты? Ул арала асыҡҡан сабыйҙарҙың илауы ишетелде. Әсә түҙмәне, йән асыҡҡа һикереп тороп, сәңгелдәккә ташланды. Эскән ир уны-быны аңғарғансы игеҙәктәрен тырнап алып күкрәгенә ҡыҫты ла, ялан аяҡ, ялан баш көйө өйҙән сығып та йүгерҙе. Шығырлап ятҡан аҡ ҡар өҫтөндә ҡатындың ҡанлы аяҡ эҙҙәре генә ярылып ятып ҡалды.

Ҡайҙа барырға? Сабыйҙарҙы ҡайһылай итеп өшөтмәҫкә? Балалар йортонда тәрбиәләнеп үҫкән Гөллирәнең совхозда, исмаһам, морон төртөр туғаны юҡ. Шул саҡ изге күңелле Хәфизә әбей иҫенә төштө. Килеп балаларын ҡарашып, ярҙам иткеләп китә. Моғайын, индерер. Балаларын өшөтмәҫкә теләп күкрәгенә нығыраҡ ҡыҫҡан әсә йән-фарман шунда сапты.

Әсҡәт, бисәһен енләнеп ҡыуһа ла, ул сығып ҡасҡас, оторо ҡоторҙо. Шарт та шорт йөрөнө. Тик ятҡан бесәйҙе һуғып осорҙо, әшәке һүгенде, һыу эсергә тип ҡулына алған бокалды иҙәнгә яра бәрҙе. Бына ул Ғаяз менән Нияз улы йоҡлап ятҡан урындыҡ ситенә килде, ҡотороноп екеренде:

—     Был көсөктәрен ниңә ҡалдырған? Миңәме? Кәрәкмәй! Имәнес тауышҡа һиҫкәнеп уянған сабыйҙар ҡурҡып илай,

игәһен таптыра башланы.

—     Әсә-ә-ә-әй! Ә-ә-әй! Әсҡәт йәнә ажғырҙы:

—     Етәр һеҙгә! Йәнде көйҙөрһәгеҙ, тышҡа сығарам да ыр-гытам.

Йәмһеҙ тауышты ишетеп, игеҙәктәр оторо ярһыбыраҡ

иланы.

Әсә-ә-ә-әй! Ә-ә-әй!

Туҡтамайһығыҙмы, көсөктәр?

Талағы ташҡан ирҙе иблис үҙе ҡоторттомо ни? Урындыҡта ятҡан балаларҙы икеһен ике ҡулына эләктереп алды һәм елтерәтеп ишектән тышҡа, өтөп алып барған сатнама һыуыҡҡа сығарып быраҡтырҙы.

—     Илап бөткәс инерһегеҙ, — тине һәм ишекте япты.

Үҙе инеп, бая алып ҡайтҡан яртыһынан бер стакан араҡы ҡойоп эсте, тәнтерәкләп диванға барып туңҡайҙы. Тышҡа сығарып ебәргән сабыйҙарын да онотоп, хырылдап йоҡлап китте. Иҫереккә диңгеҙ тубыҡтан.

Ныҡ ҡурҡыуҙан һыны ҡатҡан, илай ҙа, ҡысҡыра ла алмаған, бер-береһен ҡосаҡлап таш һынға әйләнергә торған сабыйҙарҙың икеһен бер юлы уҫлаптай кәүҙәле кешенең хәстәрлекле ҙур ҡулдары ҡармап алды ла ҡалын йылы тундың эсенә тыҡты. Балаларҙы үлемдән ҡотҡарған әҙәм өй яғына әйләнеп тә ҡарамай, ҡапҡа төбөндә ҡалдырған егеүле атына табан ашыҡты. Санаһына ултыра һалды ла, ашығып дилбегәһен ҡаҡты.

—     Әйҙә, малҡай, ҡыҙыулат әле...

Үҙе йылы эҙләп ҡуйынына нығыраҡ һырылған сабыйҙарҙы

эскә ҡымтыны.

Сәғәт тә үтмәне, толпар булып осҡан тимер күк айғыр уларҙы Манһырға индерҙе лә Мөжәүир хәҙрәттең ҡапҡа төбөнә килтереп туҡтаны. Сабыйҙарҙы ҡотҡарыусы, дилбегәһен ҡаҙыҡҡа элгәс, өйгә ашыҡты.

—     Өлгөрҙөм, әбекәйем, — әүлиә үҙен ашҡынып көтөп ултырған абыстайына ҡуйынынан бер-бер артлы ике малайҙы сығарып тотторҙо. Ах та ух килеп ҡапылда ни эшләргә белмәй албырап йөрөгән әбейенә кәңәштәр бирҙе.

—     Тәндәрен эспирт менән ыуырбыҙ. Үлән сәйе әҙерлә, ҡурай еләге, бал кәрәк. Дебет шәлдәрең ҡайҙа, урай һал. Мин — хәҙер...

Хәҙрәт өҫ кейемен һалып, ҡулын сайҙы ла, ат туғарыуын да ҡалдырып тороп, сабыйҙарҙы тубығына алды.

—     Ҡоттары осҡан. Илай алмайҙар, меҫкендәр, һыуыҡ алдырғандарҙыр, күлдәксән, ялан аяҡлы сабыйға күп кәрәкме ни?

Меҫкен әсәнең үҙенә ялбарған, ғәзизкәйҙәремде һауыҡтыр, хәҙрәт, тигәндәй ҡарашын тойғандай булды ҡотҡарыусы. Гөллирәгә яуап биргәндәй, ышаныслы әйтте.

—     Ин шәәъ Аллаһ, һауыҡтырырбыҙ. Бығаса ҡулдан килмәгән сир булманы.

Теле үҙенән-үҙе Әсҡәтте битәрләне, әрләне.

—     Йыртҡыс, вәхши икәнһең. Юҡ, юҡ, йыртҡыстың йыртҡысы үҙ балаһын аяй. һин унан да яманыраҡ.

Төнө буйы бер уянмай хырылдап йоҡлаған Әсҡәт иртәнсәк илереп килеп торҙо. Ниңә ул диванда ята? Бисәһе ҡайҙа? Тетмәһен тетергә кәрәк. Ниңә торғоҙоп, сисендереп, йомшаҡ түшәккә һалмаған, бер байғош кеүек диванда төнәгән?

Эй, һәпрә, һин ҡайҙа? — тип һөрәнләне ул. Әммә уға яуап биреүсе булманы. Башҡа ваҡытта сыр-сыу килеп гөрләп торған өй эсе мәйет сыҡҡандай шомло тойолдо. Ҡапыл кисәге ыҙғыш, бисәһен өйҙән ҡыуып сығарыуы иҫенә төштө. Ә Ғаяз менән Нияз улы ниңә күренмәй? Улары ҡайҙа? Әсҡәт йылан саҡҡандай тертләне. Ах, шайтан алғыры! Ир, ғәҙәтенсә, әҙәпһеҙ һүгенде. Әсәһен таптырып илағас, әҙерәк ҡурҡытып алайым тип, тышҡа сығарып торғайны лаһа, ах инәңде... Ул тышҡа сығып йүгерҙе.

Берәй мөйөшкә һырығып туңып ҡатҡандарҙыр инде, бахырҙар, — тип уйланы хафаға төшкән ата ишараты. Күңелен йәлләү хисе семетеп алды. Өйгә кире инеп, өҫ-башына кейенде лә, йәнә тышҡа сыҡты. Балаларҙың туңған кәүҙәһен тиҙерәк табырға кәрәк. Гөллирә ҡайтмаҫ элек. Әсҡәттең эҙләмәгән ере ҡалманы. Юҡ, бер ерҙә лә юҡ! Ҡайҙа булырға мөмкин?

Осәләре алып киткән тиһәң, алдан сыҡты. Ул кире әйләнеп килмәҫ ике имсәк балаһын ҡалдырып. Әллә туңған мәйеттәрҙе иттәр алып киттеме, юғиһә? Холоҡһоҙ ирҙең сәстәре үрә торҙо.

Ни эшләргә, тигән уй мейеһен ярып үтте. Балаларҙы табыуға өмөтөн өҙгән йыртҡыс ата бынан ары уйлап эш итергә кәрәк, тигән фекергә килде. Әгәр уның этлеге арҡаһында икәнде белеп ҡалһалар, үҙен аҫып ҡуйыр уҫал совхоз халҡы.

«Эштең нисек булғанын һис кемгә белдермәҫкә! Бел-мәмешкә, күрмәмешкә һалышырға. Барлыҡ ғәйепте бисәгә япһарырға. Балалы бисәгә ғәйеп йоҡмай ул, — тип план ҡорҙо яуыз. — Ауырыу, тиер. Психикаһына зыян килгән, тиер. Үәт, үәт, ана шулай башты эшләтһәң, яйы ла сығыр әле».

Ул арала Әсҡәт юлда ҡанлы аяҡ эҙҙәрен күреп ҡото осто. Бисәһенең ялан аяҡлы эҙе. Кеше-ҡара күреп ҡалмаҫ элек тип, көрәккә йәбеште. Иғтибарлап ҡарағайны, йәнә бик сәйер эҙ-ҙәргә юлыҡты. Ҡапҡа төбөндә егелгән сана, ат эҙҙәре ярылып ята. Ҙур аяҡлы кеше ишек төбөнә килеп боролған. Был ни икән? Кемдең эҙе? Әсҡәттең ҡото осто, күҙҙәре аҡшайҙы. Тимәк, уларға кемдер килгән, бөтәһен дә белгән. Балаларҙы, бәлки, шул әҙәм алып та киткәндер. Кем булыр икән?

— Ах, сволочь! — Әсҡәт йәнә әшәке һүгенде. — Бөттө баш! Барыһы ла бөттө!

Ул әле эргәһендә һөйәркәһе торһа, билләһи, ергә һеңдерә һуғыр ине. Кисә, юрамал ҡыланғандай, эй һыйланы, эй эсерҙе, һырпаланды, ҡуштанланды, бисәһе Гөллирәнең төҫөнә ҡарамаҫлыҡ итеп, юҡ-бар хәбәр һөйләне. Әсҡәт, айыуҙайир, ундай ғына әсеүгә бирешмәй торғайны. Әллә, юғиһә, теге ваҡыт совхоздың баш агрономын тилерткән кеүек, тилебәрән орлоғо һалып яһаған самогонын эсерҙеме? Булыр ул шайтанбикәнән. Күҙенә аҡ-ҡара күренмәҫлек булып тилермәҫ ине ләһә, юғиһә.

Артабан ни эшләргә, ни уйларға белмәй аптыраған ир ҡабат өйгә инде. Стаканды тултыра ҡойоп араҡы һалып эсте. Баш төҙәтәм, тип аҡланды үҙ-үҙенә. Иән аяулы, баш ҡәҙерле. Әсҡәттең эскәне башына сыҡманы. Аҡылы теүәл ҡалды. Ул тағы нығыраҡ уйланды. Күрәләтә, аңра һарыҡ һымаҡ, үҙең барып элмәккә эләгергә ярамаҫ, тип уйланы ул. Бында хәҙер хәйлә, мәкер кәрәк. Ни тиһәң дә, ул бит партия ағзаһы, һөйәркәһе лә ярҙам итер. Табибә кешегә тейешле справканы яҙып биреү ҡыйын булмаҫ. Күпме^ уйлаһаң да, иң ҡулайы — бөтә ғәйепте Гөллирәгә япһарыу. Йәнәһе, икенсе игеҙәктәрҙе тапҡандан һуң, яңылышып ауырый, ни эшләгәнен белмәй китә, төптө юҡтан алйотлана. Ауырыуы ҡотороп, төндә, Әсҡәт йоҡлап ятҡанда, балаларҙы алып, өйҙән сығып киткән. Нияз менән Ғаязды яңылышып тышта ҡалдырған, үҙе ҡайҙалыр барып йоҡлаған. Ышандырырлыҡ бит, ә? Әсҡәт ҡәнәғәт ҡиәфәттә ҡулдарын ыуғылап алды. Тағы һалып эсергә иткәйне, үҙен тыйҙы. Айныҡ булыу кәрәгер, тип уйланы.

Әсҡәт түҙемһеҙләнеп бисәһенең ҡайтыуын көттө. Төш етеп килгәндә Хәфизә әбей биргән кейемдәрҙе кейеп, Гөллирә ҡайтып инде. Йөрәге ниҙер һиҙенгәндәй, инеү менән: «Гая-зым менән Ниязым ҡайҙа?» — тип өйҙө урап сыҡты. Әсҡәт үҙен алдан уйлағанса тотто, иҫе китмәгәнгә һалышты.

—     Үҙең менән алып сығып киттең дәһә. Мин иҫерек инем. Яттым да йоҡланым.

Йөрәге ярыла яҙып аптырап торған әсәгә боҙоҡ әҙәм үҙе һөжүмгә күсте:

—     Ҡайҙа минең улдарым? Игеҙәктәремде ҡайҙа иттең? Мин уларҙы һағындым.

Психик атакаһының отошло икәнен күргән ир әшәкелеген дауам итте.

—     Аҙып-туҙып сығып киттең дәһә... Әллә берәй кешең бармы? Мин көнө-төнө эштә.

Ишеткәндәренән ҡойолоп төшкән меҫкен ҡатын башта ире юрый ғына шаярта, тип уйланы.

—     Ҡуйсы, улай тимә, - тигән булды. - Ҡана, тамаҡ бешерә һалайым. Асыҡҡанһығыҙҙыр.

Әсҡәт, ғәҙәтенсә, тупаҫ өндәште, артынса йәмһеҙ һүгенде:

—     Кем шаярта, аңра бәрән?! Минме? Инәңде... Ҡайҙа минең улдарым? Тап, хәҙер үк тап, алҡымыңдан алам. — Ир йоҙроғон төйнәп, Гөллирәгә йәбешергә ҡырсынды- Башына тағы мәкерле уй килде. Кисәге күгәргән урындарын йәшереү өсөн бер-икене бөгөн дә тамыҙып алыу кәрәк. Йәнәһе, баланы таптырып һуҡҡан була. Бер ғәйепһеҙ бисәһенең яңағына тондорҙо.

—     Ҡайҙа балалар? Тағы табырмын әле тип, берәй нәмә эшләттеңме?

Аптырап, ни уйларға белмәгән ҡатын, һаман аҡланып маташты.

Улар өйҙә йоҡлап ҡалды бит. Мине үҙең ҡыуҙың. Әлиә менән Зәлиә Хәфизә инәйҙә әле.

һин яңылышаһың. Мин ҡыуманым, һин ни һөйләгәнеңде, ни эшләгәнеңде белмәйһең. Күптән һиҙәм, ауырыйһың. 11сихбольной һин, белдеңме, псих, ненормальныйһың.

Күҙҙәрен ҙур асып, үҙенә текләгән Гөллирәнең аптыраулы ҡарашын күрмәмешкә һалышып, яуыз ир кейенә башланы.

—     Мин был хәл тураһында срочно милицияға хәбәр итергә тейешмен.

Ире сығып китеү менән Гөллирә үҙе улдарын эҙләргә тотондо. Бәлки, ҡурҡып йәшенгәндәрҙер ҙә йоҡлап киткәндәрҙер.

Өйҙөң аҫтын өҫкә әйләндерҙе, тапмағас, тышҡа сығып йүгерҙе. Балалар... ғәйеп. Ауыр ҡайғынан һығылып төшкән йәш катын ҡатты ла ҡалды. Таш һынға әйләнгәнгәме, күҙенән, исмаһам, бер бөрсөк йәше тәгәрәмәне. Улдары менән бер-бер хәл булһа, йәшәй алмаясаҡ. Ул саҡта яңы тыуған сабыйҙары, Әлиә менән Зәлиәһе, ни эшләр? Әсәнең күкрәк һөтөнән башҡа улар ҙа йәшәй алмаҫ бит.

—     Эйе, мин ғәйепле, — тип асырғанды йәш ҡатын, сәстәрен йолҡорҙай булып. — Ниңә шул йыртҡысҡа ышанып балаларҙы ҡалдырҙым?

Тағы икеләнде.

—     Үгәй түгел, үҙ атаһы лаһа. Ирҙәр бисәһе менән асыуланышҡан көндә лә уландары өсөн йән атып тора торғайны.

Участка милиционеры тиҙ килде. Күренеп тора: ул Әсҡәт һөйләгәндәргә тулыһынса ышанған. Гөллирәгә асыулы караны ла, шелтәле тауыш менән һораша, яҙа башланы. Балаларығыҙ ҡайҙа? Ниңә өйҙән сығып киттең? Игеҙәк малайҙары, игеҙәк ҡыҙҙары хаҡында белеште.

Өйҙөң эсен, ишек алдын ҡараштырҙы ла, Хафизә әбейҙәргә барып тикшереп килмәксе булды. Әлиә менән Зәлиә ысынлап шундамы икән? Гөллирәнең күгәреп шешмәкләнгән йөҙөнә лә күҙ һалды.

Бер-береһенә ҡара дошманға әүерелгән ир менән ҡатын, ни эшләргә белмәй торған мәлдә, ҡапыл ишек асылды һәм унан Мөжәүир хәҙрәт килеп инде. Туҡһанға етеп килгән, ныҡ ҡартайған был ил ҡартын өйҙән сығып йөрөмәй, ауырыуҙарҙы ла һирәкләп кенә ҡарай икән, тиҙәр ине. Нисек ул бында, шул тиклем ыҙғыш-талашлы өйгә килергә булған? Тиккә түгелдер.

Әсҡәттең күңелен ҡаты ҡурҡыу, ә Гөллирәнекён өмөт солғап алды. Хәҙрәт үткер ҡараған йәшел күҙҙәренән зәһәр ут сәсеп Әсҡәткә төбәлде, бер генә һүҙ әйтте:

—     Хәсис, исмаһам, ғәйебеңде ҡатыныңа япһарма, яуыз бәндә!

Унан Гөллирәгә боролдо:

—     Ҡыҙым, улдарың өсөн ҡайғырма, улар әле беҙҙә, — тине йомшаҡ ҡына итеп, — һау-сәләмәттәр, ин шәәъ Аллаһ.

Мөжәүир хәҙрәт эштең нисек булғанын һөйләмәһә лә, әсә кеше улдарының ниндәйҙер илаһи ҡөҙрәт, әүлиәнең тыслым көсө менән иҫән-һау ҡалыуын төшөндө.

—     Рәхмәт, хәҙрәт олатай, рәхмәт, әүлиә! Гүргә ингәнсе һиңә рәхмәт уҡырмын!

Үҙе шатлығынан күңеле тулып ҡысҡырып илап ебәрҙе, әйтерһең, һыны ҡатҡан ерҙән кире терелде.

—     Ила, ҡыҙым, ила, ҡай саҡ күҙ йәштәре дауа ул, — тине хәҙрәт Гөллирәнең арҡаһынан һөйөп.

Улдарын туңып үлеүҙән хәҙрәт ҡотҡарғанын белгәс, Әсҡәт шаҡ ҡатты. Ҡорған хәйлә-мәкерҙәре юҡҡа сығыуҙы аңланы, сөнки белә: әүлиә үтә күрә. Ни уйлағаныңды, ни эшләгәнеңде хәҙер теҙеп әйтеп бирәсәк. Тимәк, уның ғәйебе фашланасаҡ.

Әсҡәт, оятһыҙлыҡҡа бер башын һалғас, был юлы ла мәкер менән алдырырға ниәтләне.

—     Өйөмдән хәҙер үк сығып кит. Мин — партия ағзаһы, i Юҡ-бар һөйләп, кеше алдап йөрөгән мулла-монтағайҙарҙы енем һөймәй, — тип урынынан торҙо һәм ишекте асты. — Бар, бар. Юҡһа хәҙер милиция саҡыртам. Ун биш суткаға ултырып сыҡҡың килмәһә, атла.

Әстәғәфирулла тәүбә, тәүбә, шулмы рәхмәтең, мөртәт! — тип аптыраны Мөжәүир хәҙрәт. Был тирә кешеләренең тик ихтирамын, рәхмәтен ишетеп йәшәгәнлектән, Әсҡәттең ҡылығын башына һыйҙыра алманы, оятһыҙлығына иҫе китте.

һин Дәжжәл һымаҡ ҡыланма, мәлғүн. Бик шәррир икәнһең. Үҙ сабыйҙарыңды ла аямағас! Хәләлеңде ни хәлгә тошөргәнһең, иблис, — тине. — Партиялы берәү. Партия ла яуызлыҡҡа өйрәтмәйҙер, уға һылтанма... Мәкруһлығыңа ярлыҡау юҡ!

Әсҡәт һаман өйҙән сығырға ыңғайламаған хәҙрәттең иңенә килеп йәбеште, һөйрәкләп ишектән ырғытырға теләне. Ләкин хәҙрәт уға ғына бирешерҙәй түгел ине. Тегенең ҡулдарын иңенән алып ырғытты ла, утлы ҡарашын әҙәм аҡтығына тобәне. Был ҡараштан бөршәйеп ҡалған боҙоҡ үҙен бәләкәйләнгәндән-бәләкәйләнеп ҡалғандай хис итте, күңелен ҡурҡыу тойғоһо солғап алды. Шулай ҙа шомло хискә бирешмәҫкә тырышып, Әсҡәт туҡһан йәштәге ҡартҡа йәнә ынтылды. Хәҙрәт үҙ ғүмерендә тәүләп аңлы рәүештә кешегә йыға ҡараны. Был ҡараш Әсҡәттең тәнен үтәнән-үтә өткәндәй булды. Ултырған еренән ир гөрһөлдәп иҙәнгә ауҙы.

—     Әстәғәфирулла тәүбә! — тине хәҙрәт был тиклем ҡатырғаныуына Хоҙайҙан ғәфү үтенеп. — Ҡабат яуызлыҡ ҡыла алмаһын өсөн генә булды. Белеп тораһың, төрмәләрҙә ултырҙым, әсирҙәр булдым, яманын да, яҡшыһын да күп күрҙем. Рәнйешем төшһә, төштө. Берәүгә бер ҡасан насарлыҡ ишләмәнем, — тине.

Хәҙрәт Гөллирә яғына боролдо.

Ҡыҙым, һин борсолма, ул берәй сәғәттән иҫенә килер. Iм)төнләй икенсе кеше булып уяныр. Үҙ яуызлығына үҙе ғәжәпләнер. Ғәфү итә алһаң, ғәфү итерһең. Үҙ иркендә.

Юҡ, мин уны ғәфү итә алмам, һеҙгә ҡул күтәрҙе ул. Улдарымды харап итә яҙҙы.

Мәйелең. Балаларыңды нисек аҫрап үҫтерермен тип тә борсолма, һәр бала Хоҙайҙан үҙ ризығы, үҙ өлөшө менән тыуа.

Мөжәүир хәҙрәт был йәш мәғсүм ҡатындың холоҡ-фиғелен үтә күрә, шуға ла ихтирамы көслө ине. Ипле, итәғәтле ҡатынға:

Ҡыҙым, — тип яғымлы өндәште. — Улдарың берәй аҙна беҙҙә булһын. Өшкөрөп, дауалап һауыҡтырғас, үҙем алып килермен.

Рәхмәт, мең рәхмәт. — Гөллирәнең күҙҙәренән йәше атылып сыҡты.

Ҡыҙым, бәпәйгенәләрең асыҡты, ахырыһы, бара һалып имеҙеп кил, — тине үҙ балаһындай яҡын күреп. — Мин дә ҡуҙғалайым.

Ысынлап та, йәш имсәкле әсәнең күкрәге тиртеп, һөтө ағып киткәйне.

Сәй эсереп, ҡунаҡ итә алмауыма үкенәм, — тине йәш ҡатын уңайһыҙланып.

—     Булыр, сәй эскән саҡтар ҙа булыр, — тине хәҙрәт ишеккә йүнәлеп. — Алда ғүмер бар әле.

Хәҙрәтте оҙатҡас та Гөллирә, күңеле тынысланып сабыйҙары эргәһенә йүгерҙе.

Улар сығып китеп, бер ни тиклем ваҡыт үткәс, иҫенә килгән Әсҡәт уянып, күҙҙәрен асты. Тәне һыҙлай, әйтерһең, ныҡ туҡмалған. Сыҙап торғоһоҙ эсе боша, ғүмере булмағанса йәне әрнеп-әрнеп иңрәй. Ни хикмәт был? Әсҡәт ярты тәүлек эсендә булған хәл-ваҡиғаларҙы кинолағы кеүек бәйнә-бәйнә күҙ алдынан үткәрҙе. Үҙе ҡылғандарға үҙе аптыраны. Оят, оят! Хәҙер нисек бисәһенең, балаларының күҙенә ҡарар? Иң яҡшыһы — өйҙән сығып тайыу, башҡаса бер ваҡытта ла күҙҙәренә күренмәү, тип уйланы ҡыҙыулығы менән. Ул бер бит ҡағыҙ алды ла, бер аҙ уйланып ултырғас, яҙҙы:

«Гөллирә, балаларым! Мин, йүнһеҙҙе, ғәфү итегеҙ. Бынан ары күҙегеҙгә тура ҡарай алмам. Хушығыҙ. Мин күҙ күрмәҫтәй, ҡолаҡ ишетмәҫтәй ергә китәм. Эҙләмәгеҙ».

Ашыҡ-бошоҡ кейенде лә күңелен сикһеҙ оялыу ғазабы солған алған Әсҡәт, өйҙән сығып, оло юлға табан атланы. Яңғыҙ әсә дүрт баланы нисек ҡарар, нимә ашатыр, ни кейҙерер, — был турала ла уйлар хәлдә түгел ине ул. Ул үҙенән-үҙе ҡасырға теләне. Күңелендә бары бер тойғо — оялыу ине.

 

 

 

Автор:
Читайте нас