+30 °С
Болотло
Әҙәби балҡыш
1 Июль 2025, 11:03

Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Әүлиә аманаты.

Шунан Настяға ҡараны: —     Бар әле, ҡыҙым, сыҡ та, лапаҫтан бер ҡосаҡ утын алып ин, — тип ҡушты. Ҡыҙҙың әсәһе шунда уҡ һикереп торҙо. —     Она не сможет! Простите ради бога, она ведь совсем ничего не видит. —     Борсолма, ҡатын кеше, — тип әсәне тынысландырҙы хәҙрәт, үҙе тағы ҡыҙ яғына боролдо. —     Бар, балам, бар, ҡурҡма! Әйткәнде үтә. Ҡыҙыҡай урындыҡтан тороп ишеккә йүнәлде. Уны һәрмәләп табып асты ла тышҡа сығып китте. Таныш булмаған ерҙә эләгеп ҡолап ҡуймаһа ярар ине, тип ҡоттары осҡан ата-әсә, һикереп тороп, ҡыҙҙары артынан йүгерерҙәй булып ултырһалар ҙа, хәҙрәттән уңайһыҙланып, урындарынан ҡуҙғалманылар. Бер-ике минут та үтмәне, тупһала утын ҡосаҡлаған Анастасия күренде

Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Әүлиә аманаты.Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Әүлиә аманаты.
Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Әүлиә аманаты.

Мөжәүир хәҙрәт бөгөн дә иртәнге намаҙҙы Манһыр ауылы ҡаршыһындағы тауҙың үҙе яратҡан иң бейек еренә менеп уҡырға, таңды аят менән ҡаршыларға ниәтләне.

Йылы йәйге тән үтеп, таң һарыһы беленә башлаған саҡ. Аяғына еңел ситек, өҫтөнә ебәк елән, башына йәшел бәрхәт түбәтәй кейгән олпат кәүҙәле хәҙрәт үҙе кәлепләп һалған берләм һуҡмаҡ менән атлай. Киң шыма таштарҙы түшәп, намаҙ уҡырға ҡулайлаштырылған еренә килеп еткәс, ул ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырған бәрхәт намаҙлығын ергә түшәне лә ике ҡулын ҡолаҡ йомшаҡлығы тапҡырына ҡуйып, ҡиблаға ҡарап баҫты. Башта аҙан әйтте, унан ҡулын күкрәгенә ҡаушырып иртәнге намаҙын ниәтләне, ике рәҡәғәт сөннәт, ике рәҡәғәт фарыз намаҙын уҡыны. Оло ихласлыҡ менән башҡарылған намаҙҙан һуң илһамланған хәҙрәт кеҫәһендә ятҡан хөрмә төштәренән тәфсилләп теҙелгән, йылдар үтеү менән шымарып бөткән тиҫбеһен ҡулына алып, оҙаҡ итеп Хоҙайға тәсбихтәр әйтте, аяттар уҡыны. Арьгуыҡ ваҡыт үтте. Тиҙҙән моронлап ҡалҡасаҡ ҡояштың тәүге алтын нурҙары икһеҙ-сикһеҙ булып йәйрәп ятҡан Ирәндек итәгенә һибелә башланы. Уйсанланып, ҡалҡып килгән ҡояш нурҙарына бер талай ҡарап торғандан һуң, Мөжәүир хәҙрәт урынынан ҡалҡты. Намаҙлығын ҡағып бөкләп, ни хикмәт менәндер бында килеп ятҡан дүрткел һандыҡташ өҫтөнә һалды ла тау щтгнәрәк барып баҫты. Ана, уның ауылы, Манһыры! Ата-пноаларьшың изге төйәге! Ана, Урғаҙа йылғаһының ярында гына ултыра өйө. Арыраҡ мәсет күренә. Кейәү үләне еҫе һеңгән һауамы һулап, аҡ сәсле ҡылғандарҙың әкрен иҫкән таң еленә тнрбәлеүен күҙәтеп, ҡояштың тәүге нурҙарын сәләмләп, хәҙрәт ппйтаҡ торҙо. Йөрәге тыуған еренә ҡайнар хис менән молдорәмә тулышты. Ул ҡиблаға табан төбәлеп, теҙ сүкте. Ҡулдарын алдында тотоп, Хоҙайға ялбарҙы:

- Йә, Раббым, Аллам! Уҡылған намаҙҙарымды ҡабул ҡыл. Йәннәттәй хозур ғәзиз ерҙәребеҙҙе мәңгелек ит! Ил-йорттарыбыҙҙы афәт-ғәрәсәттәрҙән һаҡла, үҙең ҡурсалаусы Оул!

Хәҙрәт, офоҡтағы күтәрелеп килгән ҡояшҡа ҡарап, һапдыҡташҡа килеп ултырҙы, әйтерһең, иртәнге баҙыҡ нурҙарҙан үҙенә көс ала ине.

Күк Ирәндек ҡуйынына һыйынған Манһыр ауылын үҙенә гүмерлек төйәк иткәненә гел ҡыуанып йәшәне. Бөтә тирә-иҡты хайран иткән кирәмәттәр тыуҙыра алырлыҡ көскә эйә булараҡ, һәләт-ҡөҙрәтен тейешле юҫыҡҡа йүнәлтһә, әллә ниндәй ҙур ҡалаларҙа йәшәргә, бөтә уңайлыҡтары булған һарайҙан йорттарҙа маҙрап йәшәргә лә хәленән килер ине уның. Әммә ул Манһырын, ата-балалар һөйәге ятҡан, тамыры ереккән ерҙе ташлап китергә теләмәй. Киреһенсә, ул бындағы тау-йылғанан, сәскәле болондарҙан, емеш-еләкле Ирәндек тауы үҙәктәренән, өйөр-өйөр йылҡы йөрөгән киң далаһынан, бала саҡта көтөү көткән йәйғорло ерҙән башҡа йәшәүен күҙ алдына килтерә алмай. Тыуған тәбиғәттән ул үҙенә көс ала, тыуған ере энергия, ҡеүәт сығанағы икәнен ул белә.

Мөжәүир ултырған таштан тороп, тау башынан таҫмалай булып күренеп ятҡан оло юлға баҡты. Тиҙҙән ошо юлдан уға бер һуҡыр ҡыҙҙы алып киләсәктәрен һиҙҙе. Мосафирҙар бик алыҫтан юлланған булырға оҡшай. Беҙҙең өммәттеке лә түгелдәр. Булһын. Хәҙрәт милләт айырмай. Әүлиәлек кира-мәтлеге уға килеүселәрҙең ихласлығын, үҙенә сикһеҙ ышаныс менән ҡарауҙарын әшкәртә. Быны һиҙеү хәҙрәттә ярҙам итеү теләген тағы көсәйтә. Ул йәнә ҡиблаға ҡарап доға ҡылды.

—     Миңә күҙ терәп, ғажиз булып килеүсе бәндәләргә ярҙам итерлек, һуҡыр баланың күҙер асырлыҡ ҡөҙрәт бир, Хоҙайым, — тине ялбарыулы йомшаҡ тауыш менән.

Ошоларҙы әйтте лә, тиҙ генә йыйынып, намаҙлығын алып, ҡайтыу яғына атланы. Ҡояштың тәүге иркә нурҙарына ҡойонған ысыҡлы үләндәрҙе кисә-кисә барыу уға сикһеҙ рәхәт ине.

Хәҙрәт аҙымдарын ҡыҙыулатты. Алыҫтан килеүселәр дәрәжәле кешеләр булмаҡсы. Улар килгеләгәнсе, йорт-ҡураны ҡараштырып, әҙерләнеберәк торорға кәрәк.

Хәҙрәт ҡайтып инеү менән иртәнге сәйҙе ултыртып йөрөгән хужабикәгә фарман бирҙе.

—     Әбей, ҡунаҡтар ҡаршыларға әҙерлән. Мунса яҡтыр. Ҙур еҙ самауыр ҡайнап ултырһын. Сәй эскәс, бер һарыҡты һуйып ҡуяйым. Киленгә әйтеп, тултырма яһаттыр.

Ул сығып тәһәрәтен яңыртты ла, самауырҙың боҫо борҡорап ултырған табынға яҡынланы. Урындыҡҡа менеп, аяғын салып, яҫтыҡ өҫтөнә ултырҙы. Күңелендә иренә оло ихтирам, һүнмәҫ мөхәббәт хисе һаҡлаған Гөлйемеш абыстай ихлас йылмайып, хәҙрәт алдына сәйле касаны ҡуйҙы, аҡы эшкәртеп әҙерләнгән ризыҡтарҙы яҡыныраҡ этәрҙе.

Хәҙрәт көткән мосафирҙар төшкә табан килеп етте. Ҡапҡа төбөнә туҡтаған еңел машинанан башта башына — эшләпә, өҫтөнә бөгәрләнмәй торған һоро төҫтәге затлы туҡыманан тегелгән костюм кейгән һиммәтле бер ир килеп төштө. Ул артҡы ишекте асты ла, унан бөхтә генә кейенгән һары бөҙрә сәсле, бойоҡ сырайлы ҡатын күренде.

—     Доченька, Настенька, приехали, - тине ир һәм 12—13 йәштәрҙәге ҡыҙыҡайҙы машинанан етәкләп төшөрҙө. Шунда уҡ һәрмәнә һалып әсәһенә йәбешеп барыуынан, баланың кеше ярҙамынан тыш атлай алырлыҡ түгел икәне аңлашылды. Ҡатып ҡалған ҙур зәңгәр күҙҙәрҙең хәрәкәтһеҙ бер нөктәгә төбәлеүен шәйләгән иғтибарлы һәр кем шунда уҡ уның тома һуҡыр икәнлеген аңлар ине.

Оло улы юлаусыларҙы эйәртеп өйгә алып ингәндә, өҫтөнә ап-аҡ күлдәк, башына ап-аҡ сәллә кейгән хәҙрәт урындыҡ түрендәге яҫтыҡ өҫтөндә тиҫбе тартып тыныс ҡына ултыра ине.

Инеүселәр һәйкәл кеүек туп-тура ултырған ҡарттың эс-Пауырында ниҙәр ятҡанын үтә күрерҙәй үткер ҡарашын күреп оаҙап ҡалдылар. Үтергә батырсылыҡ итмәй ишек төбөндә туҡтап тапанған мосафирҙарға хәҙрәт яғымлы өндәште:

-        Әйҙүк, үтегеҙ, мин һеҙҙе баянан бирле көтәм.

Көтәһегеҙ? - Юлаусы ир ныҡ ғәжәпләнде. - Беҙ килеүебеҙ тураһында алдан хәбәр итмәгәйнек шикелле бит. -Кү| |,еленә йылы ингән юлаусы хәҙрәткә һаулыҡ һорашырға тип ҡулын һуҙҙы. Иренән күрмәксе ҡатын да килеп күрешергә иткәйне, хәҙрәт ҡулын бирмәне. Ул, беҙҙә ирҙәр ҡатын-ҡыҙға ҡул биреп күрешмәй, тине. Ишек төбөндә таш һын һымаҡ ҡыймылдамай ҙа торған ҡыҙға мөрәжәғәт итте.

Ҡыҙым, һин дә үт, кил әле бында, - тине ул үҙенең һурып алырҙай үткер ҡарашын һуҡыр ҡыҙға төбәп.

Әсә ҡыҙын хәҙрәт янына алып килде.

-        Исемең кем? - тип һораны Мөжәүир хәҙрәт баланың нәҙек оҙон бармаҡлы йомшаҡ ҡулдарын ҙур усына алып.

Анастасия.

Матур исем.

Ҡыҙыҡайҙың ҡулын һаман ебәрмәй тотҡан ҡартҡа текләп һүҙһеҙ ҡалған әсә бер аҙҙан хәҙрәттең кире ҡаҡҡыһыҙ ҡәтғи тауышын ишетте.

-        Был балаға ныҡ күҙ тейгән. Күҙҙән ҡатҡан, бахырҡай. Музыкантмы?

Эйе.

Ҡыҙығыҙ данлыҡлы пианистка буласаҡ.

-        Әллә инде. — Әсә ауыр көрһөндө. — һуҡыр көйө был мөмкинме һуң?

Хәҙрәт Анастасияның ҡулдарын ысҡындырҙы ла толомлап үргән сәстәренән, арҡаһынан, аяҡ-ҡулынан һыйпап, имләп сыҡты. Доға уҡып, өрөп тә ҡуйҙы.

-        Сүбхәнәл-лаһ, ин шәәъ Аллаһ, төҙәлер ҡыҙыбыҙ, -тине, йөҙөнә ниндәйҙер ҡәнәғәтлек билдәһе сығарып. — Был баланың төҫ-башы ғына түгел, холоҡ-фиғеле лә күркәм икән, - тине ниндәйҙер эске бер һиҙемләү менән уның бөтә булмышын үтә күреп. — Итәғәтле бала.

Шунан Настяға ҡараны:

—     Бар әле, ҡыҙым, сыҡ та, лапаҫтан бер ҡосаҡ утын алып ин, — тип ҡушты.

Ҡыҙҙың әсәһе шунда уҡ һикереп торҙо.

—     Она не сможет! Простите ради бога, она ведь совсем ничего не видит.

—     Борсолма, ҡатын кеше, — тип әсәне тынысландырҙы хәҙрәт, үҙе тағы ҡыҙ яғына боролдо.

—     Бар, балам, бар, ҡурҡма! Әйткәнде үтә.

Ҡыҙыҡай урындыҡтан тороп ишеккә йүнәлде. Уны һәрмәләп табып асты ла тышҡа сығып китте. Таныш булмаған ерҙә эләгеп ҡолап ҡуймаһа ярар ине, тип ҡоттары осҡан ата-әсә, һикереп тороп, ҡыҙҙары артынан йүгерерҙәй булып ултырһалар ҙа, хәҙрәттән уңайһыҙланып, урындарынан ҡуҙғалманылар. Бер-ике минут та үтмәне, тупһала утын ҡосаҡлаған Анастасия күренде. Күҙҙәре зәңгәрһыу нур бөркөп яна. Йөҙө ҡояштай балҡыған, ә үҙе бер туҡтауһыҙ һөйләнә:

—     Атай, әсәй, мин күрәм, күрәм, — тине ҡыҙыҡай ҡосағында утын барлығын да онотоп. Осоп ҡына китер ине үҙе — ҡанаттары ғына юҡ.

Ата-әсә көтөлмәгән мөғжизәнән ни әйтергә белмәй торған арала, хәҙрәттең илтифатлы тауышы ишетелде.

—     Ҡыҙым, утыныңды көлдөксә алдына алып барып һал инде, үҙең түргә үт.

Кәр төрлө дауаханаларға, данлыҡлы табиптарға йөрөтөп тә һауыҡтыра алмаған һуҡыр күҙҙең шулай ҡапыл, бер ниндәй көсәнеүһеҙ-ниһеҙ асылып китеүе һәм күрә башлауына һаман ышана алмаған ата-әсә ныҡышып төпсөндө.

—     Ысынмы, Настенька? Ысынлап күрәһеңме?

Күрәм, атай, асыҡ күрәм, әсәй! — тине ҡыҙ үҙе лә оло ҡыуаныстан ни ҡылырға белмәй.

Дедушка в белом! Ведь он мне помог? — тине ҡыҙ һәм баҫалҡы йылмайып ҡәнәғәт ултырған хәҙрәттең эргәһенә йүгереп килде. Рус халҡына хас ғәҙәт буйынса ҡосаҡлап, битенән уңлы-һуллы өс тапҡыр үпте.

Ҡыҙҙарының сикһеҙ ҡыуанысын күргән ата-әсә өсөн дә, гүйә, күк ҡабағы асылды.

Ьеҙ — Аллаһ, — тине ныҡ тулҡынланған әсә кеше.

Улай тимәгеҙ, ярамай, — тип ҡатындың һүҙен бүлдерҙе хәҙрәт. — Әҙәми затты Аллаһы Тәғәләгә тиңләү — ҙур гонаһ. Ярамай. Мин бары әүлиә. Күрәҙәсе тиһәң дә була. Ауырыуҙарҙы һауыҡтыра алам.

Ҡөҙрәтегеҙҙе ишетеп, һеҙгә ныҡ ышанып килдек һәм яңылышманыҡ. Рәхмәт, — тине ир кеше. Үҙ-үҙен тотошонан, ҡылыҡ-фиғеленән ҙур урында эшләгәне күренеп торған Мәскәү кешеһе һүҙен дауам итте.

Берәй ҙур ҡаланан квартира алып бирҙертәйемме? Машина кәрәкме? Ни теләйһегеҙ, ни һораһағыҙ ҙа ҡыуана -ҡыуана үтәргә ризамын.

Үҙ ғүмерендә сирҙән ҡотолоп, һауыҡҡандан һуң ни алырын, ни биререн белмәй ҡыуанған әҙәмдәрҙе күп күргән хәҙрәттең иҫе китмәне.

—     Үҙегеҙгә рәхмәт, ҡәҙерле ҡунаҡтар. Беҙгә игелек итә алыуыма шатмын. Миңә бер нәмә лә кәрәкмәй. Донъя етеш. Барына Хоҙай бәрәкәт бирһен, — тине. Был хаҡта һөйләшеүҙе тамам һанап, һүҙҙе икенсе юҫыҡҡа борҙо.

—     Ьеҙ алыҫтан килгәнһегеҙ. Арып, асығып бөткәнһегеҙҙер. Инде тамаҡ ялғап алһаҡ та була. Унан ял итерһегеҙ. Мунса ла әҙер.

Ҡунаҡ ир тағы ғәжәпләнде.

—     Ҡайҙан килеүҙе әйтмәгәйнек түгелме?

—     Хоҙай әшкәртә, — тине әүлиә ипле генә итеп. — Бына әле лә берәү ашыға. Тик эсергә яратҡан әҙәм икән. Ағас төбөнә шешәһен йәшерҙе. Йәнәһе, хәҙрәтте алдай була, шилма.

Килгән ҡунаҡтар әле ишеткән һүҙҙәргә ышанырға ла ышанмаҫҡа ла белмәй, сикһеҙ ғәжәпләнеп йәнә хәҙрәткә ҡараны.

—     Әйҙәгеҙ, шул әҙәм килеп еткеләгәнсе табынға ултырышайыҡ.

Ҡартының күҙенә генә ҡарап торған Гөлйемеш абыстай ҙа уның һүҙен ҡеүәтләне.

—     Әйҙүк, ҡунаҡтар, түрҙән уҙығыҙ.

—     Ҡыҙым, кил әле эргәмә, — тине хәҙрәт, Настенькаға үҙенең эргәһенән урын күрһәтеп. Әбейе ашъяулыҡҡа ит, бишбармаҡ алып килеп ултыртҡылағансы, ауыҙ эсенән ниндәйҙер доғалар уҡып, ҡыҙыҡайҙың күҙҙәренә, битенә, ҡолағына, сәстәренә йәнә өрҙө.

—     Бынан ары сирең ҡабатланмаҫ. Күҙ тейеүгә бирешмәҫһең, ин шәәъ Аллаһ, — тине ул тантаналы тауыш менән. — Бына доға яҙылған бетеү. Ошоно һис юғалтма, гел эргәңдә йөрөт. Ул саҡта Хоҙай Тәғәлә һине һәр төрлө бәлә-ҡазаларҙан, яуыз бәндәләрҙең хаслығынан да үҙе ҡурсалар.

Ул арала Гөлйемеш абыстай ашҡа рәхим итеүҙе һораны.

—     Бишбармаҡты һыуытмайыҡ, — тине, үҙе ағас ҡалаҡ менән табаҡтан өс-дүрт бөртөк һалма һөҙөп алып, ҡабып ебәрҙе.

Алыҫ юлдан килгән ҡунаҡтар боҫорап ултырған бишбармаҡтың тәмле еҫенән тәҡәтһеҙләнеп китһәләр ҙә, ашҡа талымһыҙланып йәбешмәнеләр. Хәҙрәт алдында әҙәп һаҡлап, иң тәүҙә ипле генә итеп икмәктән ауыҙ иттеләр. Тәрилкәләргә бүлеп һалынған һимеҙ бишбармаҡты тәмләп ашай ғына башлаған бер мәлдә, ишек асылды һәм унан күп әсеүҙән шешмәкләнгән йөҙлө ир кешенең ялбыр башы күренде.

Хәҙрәт өйҙәме? — тине лә тупһанан аша атлап өйгә инде.

Сыбыртҡыһы сәйҙәме? — тип өҫтәне хәҙрәт инеүсенең яртылаш иҫерек ҡиәфәтенә һынсыл ҡарап. Эскән кешене тере биреһе күргән хәҙрәт уны табынға саҡырырға ла ҡул биреп күрешергә лә кәрәк тапманы. Етмәһә, ҡатынына ҡул күтәреп, ғаиләһен ҡаңгыртыуын да һиҙенә әүлиә ҡарт.

Ағас — емешенән, әҙәм ҡыланышынан билгеле, — тип һүҙ башланы хәҙрәт түренән төшмәй генә. — Нимә, ҡатының ташлап ҡайтып киттеме?

Эйе, — тине яңы килгән ир илай яҙып. — Шул бисәне алып ҡайтырға миңә ярҙам итегеҙ. Тоҙ булһа ла өшкөрөгөҙ. Тыусамды бирәм хәйеренә.

Кәрәкмәй бер нәмәң дә! Эсмә! Эскән иргә ниндәй ҡатын сыҙаһын. Иәнә ҡулыңды тый. Бар ана, ағас төбөнә йәшереп киткән шешәңде барып алып, эсендәгеһен түк, шунан башҡаса ул шайтан эсемлеге яғына әйләнеп тә ҡарама. Ҡатының да кире ҡайтыр, тормошоң да яйға һалыныр. Бисәнән уңғанһың, ҡәҙерен бел, — тип килеүсенең башҡа хәбәрен тыңлап та тормай, бороп сығарып ебәрҙе.

,'-)оеп килеүселәр менән һөйләшергә яратмай ине шул әүлиә Мөжәүир.

Бая хәҙрәт ошо әҙәмдең килерен аңғартҡанды белгәс, Мәскәү ҡунаҡтары шаҡ ҡатты.

—     Вот чудо! — тине Настя ла сикһеҙ ғәжәпләнеп. — Ҡайтҡас иптәштәремә һөйләһәм, береһе лә ышанмаҫ...

Әүлиә табын артында ултырыусыларға вәғәз һымаҡ итеп әйтеп ҡуйҙы.

Минең һеҙгә бер генә үтенесем бар. Аллаһы Тәғәләнең барлығына һәм берлегенә ихлас ышанығыҙ. Әҙәпле, тәүфиҡлы булығыҙ. Донъяны ҡаты афәттәрҙән, мәҫәлән, һыу баҫыуҙан, ер тетрәнеүҙән, дауыл-ғәрәсәттәрҙән бары, әҙәп менән тәүфиҡ ҡына ҡотҡарыр. Йөрөгән ерегеҙҙә әҙәмдәргә шуны төшөндөрөгөҙ.

Рәхмәт, табип, — ҙур түрә әүлиәгә ихтирамын белдереп, башын эйҙе. — Беҙҙең йөҙҙә мосолман халҡының ғәҙеллеген, ихлас күңеллеген күреп хайран ҡалдыҡ.

Хоҙай Тәғәлә бөтәбеҙ өсөн дә берәү, ин шәәъ Аллаһ, — тине хәҙрәт.

Ҡайтыр алдынан хушлашҡанда:

—     Мин бында тағы килермен әле, — тине ҡунаҡ. Ысынлап та, бер ике-өс ай үттеме, юҡмы, Мәскәү

ҡунаҡтары йәнә килде. Был юлы улар ҡыҙы Настеньканың ҡыуанысын уртаҡлашыу, йәнә рәхмәт әйтеп, саҡ ҡына булһа ла ризалатыу һәм быума сире менән яфаланған дуҫының ҡыҙын да әүлиәгә күрһәтеү ниәте менән йөрөй ине. Был сирҙе лә хәҙрәттең еңеренә ышаныстары ҙур ине һәм улар яңылышманы. Бала күҙ алдында ипкә килде лә ҡуйҙы.

Хәҙрәт ҡунаҡтарҙы оҙатырға тип ишек алдына сыҡҡайны, өр-яңы «Урал» мотоциклын күреп, уңайһыҙланды.

—     Ҡуйығыҙсы. Мин әжере өсөн түгел, Аллаһ хаҡы өсөн һауыҡтырам, — тине. Шулай ҙа үҙенең күңеле ҡыуаныс менән тулды. Бер уйлаһаң, хеҙмәтенә күрә хөрмәте ләһә. Ҡунаҡ хәҙрәттең бүләкте кире ҡағып ҡуйыуынан ҡурҡып: «Үҙегеҙ йөрөмәһәгеҙ, улдарығыҙҙың береһенә бүләк итерһегеҙ. Баш тартмағыҙ, зинһар», — тине ныҡышып. Хәҙрәт мосафирҙың үтә ихласлығын күреп, уларҙы рәнйетергә теләмәне.

-        һеҙҙең, аманатты, донъяны афәттән әҙәп менән тәүфи ҡотҡарыр, тигән һүҙҙәрегеҙҙе гел иҫтә тотабыҙ. Ҡыҙыбыҙ шул юлдан тайпылмаҫ, — тине ир кеше хушлашҡанда.

—     Ин шәәъ Аллаһ, шулай була күрһен. Хәҙрәт уларға изге юл теләп, оҙатып ҡалды.

 

Автор:
Читайте нас