

– Раз-два, взяли!
– Ҡарағай ҙа, кандауай ҙа, һо-о-п!
Тирә-яҡтағы ҡая таштар, тауҙар, йәшәреп килгән туғайҙар шыңғырап яуап ҡайтаралар:
– Оһо-һо-һо-һоооууу!
Яҙғы ташҡындан тирткән йылғаның ағымы шаян, йылғыр. Ул үҙенең буръяҡ тулҡындарында алыҫ яҡтарға, Ырымбур далаларының томра һауаһын быуландырып аҡҡан сибәр Һаҡмарға ашыҡҡан бүрәнәләрҙе бөгөл һайын ҡороға сығарып өйгән. Ҡыуғынсылар шул ағасты киренән һыуға төшөрөп ағыҙып ебәрәләр. Бил быуарҙан һыуҙа йөрөгән кешеләр, яҙғы ташҡын менән көс һынашырға сыҡҡан һымаҡ, дәртле, берҙәм эшләйҙәр. Ҡорола ятҡан арала яҙғы ҡояш йәбешкәк сайырын һығып сығарған бүрәнәләргә бер юлы әллә нисә багор айырсаһына тиклем батып инә.
– Ҡарағай ҙа, кандауай ҙа, һо-о-оп!
Ошо дәртле көс менән ҡуҙғатылған йыуан ҡарағай бүрәнәләр тулҡынды һөҙөп сумалар, йылға уртаһына етәрәк кенә, зыр әйләнә өҫкә күпсеп, бер-береһен ҡыуышып ағып китәләр. Бер бөгөлдөң лапыһын ебәреп бөтөүгә, ҡыуғынсылар һай-һайтлап, яу һымаҡ, икенсеһенә ябырылалар. Аҡ сәскәлә ултырған муйылдар, йылға өҫтөнә аҡ тәңкәләр һибеп, уларҙы оҙатып ҡалалар.
Ярға ҡаҙып ултыртылған оло ҡаҙандағы аш тиҙ бүҫкәрә. Ҡыуғынсылар, багорҙарын ташлап, тиҙерәк ошо ҡаҙан эргәһенә йүгерәләр. Ҡайһы берәүҙәре атлаған һайын шаптыр-шоптор итеп торған еүеш кейемдәрен дә алмаштырып тормай. Ҡыуғынсының быға бик иҫе китмәй, өйрәнгән, тиҙерәк эскә йылы төшөрөргә ашыға. Тамаҡ туйҙымы – арыу ҙа онотола, күңелдәр ҙә көрәйеп китә. Алюмин сеүәтәләге ҡайнар ашты өрә-өрә ашағанда, тирләп ҡыҙарған йөҙҙәр, ҡаҙан яғына боролоп, аш өләшеүсене маҡтайҙар.
– Һай, маладис, Сәғиҙә! Туҡмасың телде йотоп ебәрерлек!
– Кәшәүәрҙән уңдыҡ! Городтың бына тигән ресторанында ла тапмаҫһың бындай тәмле ашты.
– Асығыбыраҡ ашаһаң, тәмле була ул...
– Асыҡһаң да, асыҡмаһаң да, ашты һәйбәт бешерә. Маладис, Сәғиҙә!
Ҡаҙан янында оҙон һаплы сүмес менән һоҫоп аш ҡойған Сәғиҙә был маҡтау һүҙҙәрен өндәшмәй генә тыңлай, ара-тирә һирпелеп, палатка алдында ботинкаһын сисеп ултырған егет яғына күҙ ташлай. «Ишетәһеңме, Сәғиҙәңде нисегерәк маҡтайҙар? Мин бит һинең өсөн шулай тырышам. Ашты насар бешерһәм, ана, Ғималетдин үҙенең эшлекһеҙ бисәһен кәшәүәр итеп ҡуйҙы ла, бөтә бригаданы астан интектерә, тип һиңә һүҙ тейҙерерҙәр ине. Ә минең һиңә һүҙ тейҙергем килмәй, аҡыллым!» – тиҙәр ине Сәғиҙәнең ҡараштары.
Ғималетдин оҙон буйлы, киң яурынлы егет. Башҡаларҙың Сәғиҙәне маҡтауын ишетмәгән төҫлө, йөҙө тыныс. Ана ул, ботинкаһына тулған ҡырсынташтарҙы ҡағып, усаҡ йылыһына киптерергә ҡуйҙы ла, палаткаға Сәғиҙә әҙерләп ҡуйған ҡоро кейемдәрен кейергә инеп китте.
Ғималетдинға, башҡалар кеүек, сеүәтә тотоп ҡаҙан янына ашығаһы юҡ. Уның кейенеп сығыуына балаҫ өҫтөндәге ашъяулыҡҡа аш та һоҫоп ултыртылған, икмәге лә телеп ҡуйылған. Аш янында стакан менән ҡаймаҡ, бешкән йомортҡалар ҙа күренә.
Ғималетдин тәүҙә сеүәтәне ҡалағы менән болғап ҡарағас ҡына ашарға тотондо. Ҡаҙан тирәһенән бушаған арала Сәғиҙә лә уның янына килеп сүгәләне, ҡулын алъяпҡысы аҫтына йәшереп, шым ғына иренең һәлмәк сәйнәп ашағанын, сәйнәгәндә ҡаҡса сикәһенең шыма тиреһе аҫтында ҡыбырлаған тумалсайға ҡыҙыҡһынып ҡарап ултырҙы. Уның һәр бер хәрәкәтендә, ҡыҙҙар түшенең йомролоғон юғалтмаған тығыҙ тәнле кәүҙәһенең еңел ҡуҙғалыуында бәхет нурлана, күҙ ҡараштары үҙенең оло һөйөүе хаҡында бөтә донъяға һөйләй.
Ғималетдин сеүәтәләге ашты ашап бөтөрөүгә, Сәғиҙә уның алдына эҫе көлгә күмеп бешерелгән сөсө икмәк килтереп бүлеп һалды.
– Көлгә күмгәнде яратаһың бит. Көл ҡыҙыу булып, ҡатыраҡ бешкән шикелле. Тешеңде һындырып ҡуйма, – тип шаярыу ҡатыш иркә ҡараны Сәғиҙә.
Ә Ғималетдин, ҡашы аҫтынан һөҙөп ҡарап, ни өсөндөр ҡырыҫ ултырҙы.
– Йә, аша инде! Нимә шул хәтле текләй икәнһең? Урлап алынған түгел дә инде! – тип Сәғиҙә үпкәләгәс кенә, Ғималетдин икмәкте һындырып ҡапты.
Кис палаткала, Сәғиҙәнең ыҡсым, ҡайнар кәүҙәһен ҡосағына алып, Ғималетдин:
– Сәғиҙә, башҡалар нимә ашай, миңә лә шуны ғына бир, – тип бышылданы. Бер аҙҙан әйтергәме, юҡмы тип оҙаҡ икеләндергән шиген көслөк менән әйтеп бирҙе:
– ...Кешенең грамына тейәһе булма, яраймы? Складтан нимә алып ҡайтаһың – шул ҡаҙанға төшһөн...
Сәғиҙәнең тәне тертләп китте, ҡапыл тороп ултырҙы.
– Әллә шикләнеп ашамайһыңмы? Һатып алырға аҡсабыҙ юҡтыр шул! Һин киңгәп китмәһен тип тырышҡан булам мин тағы, ә һин бына нисек яман уйлай икәнһең. Оҙон көн буйы һыуҙан сыҡмайһың, йәлләйем мин һине. Һөт-ҡатыҡ та табып ашатмағас, бында ел йотоп йөрөүемдән ни файҙа?
– Һиңә ышанам, Сәғиҙә. Башҡалар әллә нимә тип уйлауҙары бар. Донъяның төрлө кешеһе була. «Ана, бригадир үҙенең бисәһен кәшәүәр итеп ҡуйҙы ла, хәҙер йомортҡа, ҡаймаҡ ҡына ашап йөрөй!» – тип әйтеүҙәре бар. Аҡсаға һатып алаһыңмы, юҡмы, тикшереп тормаҫтар. Мин тормошобоҙға кешенең бер тине түгел, нахаҡ һүҙҙәрҙең дә ҡыҫылыуын теләмәйем. Хәләл көсөбөҙ менән донъя көтә алмаҫлыҡмы ни беҙ? Сәғиҙә, бер нәмәбеҙ ҙә юҡ тип ҡайғырма һин... йортобоҙ ҙа булыр әле... балалар ҙа... Ике арабыҙҙа саф мөхәббәт кенә булһын...
Ғималетдин яуап көткән һымаҡ, бер аҙ тын да алмай, өндәшмәй ятты. Аҙаҡ үҙенә үҙе һөйләгән кеүек дауам итте:
– Бүрәнә тартҡанда ла берең көсәнеп, икенсең башҡаларға һалышып ҡына йөрөһә, бүрәнәне ҡуҙғатырмын тимә. Бер кеше булып һөйрәргә кәрәк. Донъя көткәндә лә шулайҙыр тип уйлайым... керһеҙ, саф һөйөү булырға тейеш. Эргәмдә һин булғанға, мин сикһеҙ бәхетле...
Сәғиҙә иренең көслө, йылы күкрәгенә башын һалып тыңлай, йөрәге ҡояшлы иркен яланда уйнаҡлаған ҡолонсаҡмы ни, һикерә, тулай...
Ғималетдин Сәғиҙәнең асыҡ ятҡан беләген ҙур, ҡытыршы усы менән йомшаҡ ҡына һыйпаны, юрғанды ҡымтып япты ла ғәмһеҙ, бәхетле йылмайыу менән йоҡоға талды.
Сәғиҙәнең күҙенә оҙаҡ йоҡо ҡунманы. Палатканың күтәреп ҡуйылған ишегенән күренгән ҡарағусҡыл күк ярпыһына, унда мызлаған эре йондоҙҙарға текләгән килеш яҙғы төндөң һулышын тыңланы.
Яр аҫтында туҡтауһыҙ һыу шупырлай. Йылға, хәс кеше төҫлө, ниҙер лабыр-лобор килә, уның был тауышы бәхет тураһында һөйләй төҫлө.
Төндә бүрәнә һирәк аға. Сәғиҙә йыуан бүрәнәләрҙең асыулы төкөшөп, тоноҡ дөңгөлдәүҙәрен ишетә. Ана, төкәштеләр ҙә бер-береһенә ышҡына-ышҡына йәнәш ағып киттеләр... Ә икенселәре, ҡабат бер ваҡытта ла тап килешмәҫ өсөн, айырылышып ағып китәләр. Ана «суп!» итеп балыҡ та ҡарпый. Тағы, тағы! Көндөҙ ҡыуғынсылар буръяҡлатҡан һыуҙа балыҡ күренмәй, ә төндә уларға донъя иркен. Ҡайһылай кемуҙарҙан шаярып ҡарпыйҙар улар.
– Әйҙә, ҡарпығыҙ, балыҡтар! Муйыл сәскәһенең хуш еҫен бер йотом ғына һеҙ ҙә ауыҙ итегеҙ, – тип уйлай Сәғиҙә. Ул, ҡаҙан янында оҙон һаплы сүмес менән аш өләшкәндәгеләй, йомарт йылмайып йоҡлап китте.
Сәғиҙә ҡыуғынсыларҙан алда йоҡонан тора. Ғималетдинды уятмаҫ өсөн, уның таңғы йоҡо һәлмәкләткән ҡулы аҫтынан шыуышып ҡына сыға ла, иртәнге һалҡындан сирҡанып, тиҙерәк шәлен бәйләп ала. Сәғиҙәнең көн дә бер эш: кистән йыуып, таҙартып, һыу тултырып ҡуйған ҡаҙан аҫтына ут тоҡандырып ебәрә, оло биҙрә картуф әрсергә ултыра. Иң ауыры шул иртәнге һалҡында картуф әрсеү. Бармаҡтар өшөп, бысаҡ тотмаҫлыҡ булып ҡарыша. Сәғиҙә усаҡта ҡулын йылыта-йылыта картуф әрсей. Ярай әле Ғималетдин көкөрт кеүек ҡоро утын, ҡайын туҙы әҙерләп ҡуя.
Утың дөрләп яндымы, ҡаҙан да һә тигәнсә ҡайнап сыға, ашың да, ҡыуғынсылар тороп, йыуынып-кейенеүгә, бешеп өлгөрә. Ҡалаҡ-сеүәтә шалтырай башланымы, Сәғиҙә, әҙер туҡмасты ҡаҙанға һалып, бер һикертеп ҡайната ла, йоҡоло күҙҙәрен тырнап, әкрен ҡуҙғалғандарҙы йәһәтләй-йәһәтләй, аш бүлергә әҙерләнә. Кешеләрҙе ашатып ебәреүгә, Сәғиҙә, ҡаҙанды йыуып, төшлөк әҙерләргә тотона. Ҡаҙан аҫтындағы утты тағы терелтеп ебәрә, тағы картуф әрсергә ултыра. Төштән һуң кискелекте әҙерләй. Уның араһында, яҡында ауылдар булһа, йүгереп барып һөт-ҡаймаҡ алып килә, керен йыуа. Шулай итеп көндөң үткәне һиҙелмәй ҙә ҡала.
Картуф әрсергә ултырҙымы, Сәғиҙә ҡыуғынсыларҙың йылға буйын яңғыратҡан тауыштарын ҡолаҡ һалып тыңлай. Күмәк араһында Ғималетдиндың киң күкрәгенән сыҡҡан тауышын айыра танып, бәхетле йылмая. Ошо тауыш бөтә ауырлыҡтарҙы оноттора, йөрәген шатлыҡ менән елкендерә...
Бына бөгөнгө көн генә бик хәүефле башланды. Ҡояш күренмәй ине әле, бөтәһе лә йоҡлап ятҡанда, яр буйында кемдер: «Ҡотҡарығыҙ! Ҡотҡарығыҙ!» – тип һөрән һалды. Ғималетдин ул тауышты ишетеү менән һикереп торҙо. Өҫтө-башына унан-бынан ғына кейенде лә тауыш килгән яҡҡа, йылғаның үренә, ҡарай йүгерҙе.
Ташҡын ваҡытында төрлө хәлдәр була. Йыш ҡына яр ситендә бүрәнәлә уйнаған бала-саға ағып киткеләй. Ҡыуғынсылар шундай хәлдәрҙә һәр саҡ ярҙамға ташланалар. Был юлы таң менән һөрән һалған кеше бала булмаҫ, олораҡ кеше бәләгә тарығандыр.
Сәғиҙә лә йәһәтләп палатканан сыҡты. Йылға өҫтө, үс иткәндәй, томан бит әле, яҡын бармай, ни булғанды белерлек түгел. Ғималетдиндың бындай ваҡытта күп уйлап тормағанын белә Сәғиҙә, кешене ҡотҡарам тип, үҙенең батып ҡуйырын һис уйламай ул. Ҡаҙан аҫтына ут яғыуын да онотто Сәғиҙә, хәүефләнеп, башҡалар артынан йүгерҙе.
Иртәнге быу күтәрелгән тулҡындар өҫтөндә сапсынған атты күреүе булды – Сәғиҙәнең йөрәге жыу итеп китте. Аттың урфылдап ынтылған башы ғына күренә. Бахыр, кәсә тояҡтары менән һыуға таянмаҡ булып, сапсына, күҙҙәре, упайып, өнһөҙ ярҙамға саҡыра, ә тулҡындар уның һайын, тотош йотмаҡ булып, атты аҫҡа ағыҙа.
«Ҡотҡарығыҙ! Ярҙам итегеҙ!» тип ҡысҡырған кеше үҙе, атын ташлап, теге яҡ ярға кире йөҙөп сыҡҡан булырға тейеш. Ул лыс һыу булып яр буйынан йүгерә. Маңлайына сәстәре туҙып төшкән, тотош йөҙө күренмәй. Шулай ҙа был кеше Сәғиҙәгә бик таныш һымаҡ тойолдо. Ана, тауышы ла таныш. Сәғиҙә, был кем булыр икән, тип уйлай, ә күҙҙәре, борсолоп, кешеләр араһынан Ғималетдинын эҙләй. Яр өҫтөндәгеләр, ни эшләргә белмәй, аптырап ҡалғандар.
– Бынау ташҡында кисеүгә төшкән ниндәй иҫәр икән? – тип теге кешене тиргәйҙәр.
– Аһ, ат әрәм була! Ҡолаҡбауҙы ҡырҡҡанда, йөҙөп сыға алыр ине, малҡай, кырандасы артҡа һөйрәй бит!
Шул арала кемдер һыуға һикереп төштө лә ҡолас ташлап атҡа ҡарай йөҙөп китте. Сәғиҙә уның Ғималетдин икәнен күҙе менән күрмәһә лә, йөрәге менән һиҙҙе. Ана, Ғималетдин шул. Ҡолас ташлаған һайын бер уңға, бер һулға күпсеп бүлтәйгән зәңгәр күлдәк уныҡы бит! Башҡалар һымаҡ сыҙап ҡарап тора торған кешеме ни ул Ғималетдин!
Сәғиҙә, төрлөһө төрлө кәңәштәр биреп ҡысҡырған, ни булырын ауыҙ асып күҙәткән кешеләрҙе йырып, түбәнгә, күпсеп алыҫлашҡан зәңгәр күлдәктән күҙен алмай йүгерҙе.
...Яр ситенә етәрәк тояғы ҡырсынға тейгән ат бышҡырып ебәрҙе, йәшкәҙәгән күҙҙәре, рәхмәт әйтергә теле юҡлыҡтан үкенгән төҫлө, үҙен дилбегәнән етәкләп ярға сығарған кешегә ҡараны. Яр өҫтөнә сыҡҡас, Ғималетдин дер ҡалтыраған аттың муйынынан иркәләп һөйҙө, ҡолаҡбауы туналған ҡамытты, ыңғырсаҡты сисеп ташланы.
Ат сыҡҡан урынға, Сәғиҙәне уҙып, кешеләр эркелде. Ғималетдинды тәүге күргәндәй һырып алдылар.
– Тәүәккәлһең дә инде, Ғималетдин. Батып бөткән атты ҡотҡарҙың.
– Ат хужаһынан бер литрҙы көт тә тор!
– Литр нимә? Биш тә йәл түгел. Аты батһа, литр ише генәме ни?
– Хәҙер ул кеше һабаҡ алды, малай! Йылға күргән һайын, иҫенә төшөр инде.
Ем һипкән урынға киренән йыйылышҡан күгәрсендәр төҫлө, Сәғиҙәнең күңеленә тыныслығы әкренләп ҡайтты. Йылмайып ат тирәһендә баҫып торған Ғималетдинын иҫән-һау күргәс, быуынына хәл инеп ҡалды. Усағына ут та тоҡандырмағанын иҫенә төшөрөп, тиҙерәк ҡаҙаны яғына йүгерҙе.
Ҡабаланғанда шулай була бит ул, ҡаҙан аҫтындағы уты тоҡанып китә алмай ыҙалатты Сәғиҙәне. Ғүмерҙә шулай этләнгәне юҡ ине, быҫҡыған торонбаштарға өрә-өрә бите ҡоромланып бөттө, күҙҙәре, илаған кешенеке һымаҡ, ҡыҙарҙы. Шулай мәшәҡәтләнеп йөрөгәндә яр өҫтөнә күтәрелеп ҡарауы булды – быуыны ҡойолдо ла төштө. Ғималетдин теге аттың эйәһен эйәртеп ҡайтып килә.
Бая тауышынан төҫмөрләй биреп ҡуйғайны шул. Мәғәфүр бит был! Нисек килеп сыҡҡан ул был яҡҡа? Ҡайҙа осрашырға тура килде бит. Ғималетдин кемде алып ҡайтып килгәнен белһә, нимә тиер?!
Инде онотолған, көлө күккә осто тип иҫәпләгән элекке ялҡын бөтә тәне буйлап һирпелде Сәғиҙәнең. Күпме баҫып торғандыр, Ғималетдиндың тауышы һиҫкәндерҙе уны.
– Ни булды һиңә, Сәғиҙә? Төҫөң ҡасҡан?
Нимә тиһен Сәғиҙә? Мәғәфүрҙең йөрәктә тәүге һөйөү уты тоҡандырған егет икәнен әйтеп бирһенме? Ҡапыл ғына булмай икән шул.
– Һин ҡотомдо осорҙоң... Башҡа улай дыуамал булма. – Сәғиҙә, үҙенең ниндәй борсоулы уйҙар кисергәнен йәшереп, башын түбән эйҙе.
Ғималетдин усаҡ алдындағы һикәлтәгә төштө.
– Шуға ҡурҡтыңмы? – Ғималетдин көлөп ебәрҙе. – Юҡҡа борсолаһың. Ғүмер буйы һыуҙа үҫкән кеше бит мин. Мин дә батһам, ул саҡта тауыҡ көлөр.
Сер әйткән һымаҡ, Сәғиҙәнең ҡолағына ғына шыбырланы:
– Сәғиҙә, мин бит ҡунаҡ алып ҡайттым! – Палатка яғына ымланы. – Йылынып китһен, һыуға өйрәнмәгән кеше икән, дер ҡалтырап өшөгән. Кәмә менән был яҡҡа сығып алдым үҙен. Әле ҡоро кейемдәремде кейҙерҙем мин уға. Аты ла быуын нығытһын. Ҡурҡты малҡай, үлән һәрмәргә лә дәрте ҡалмаған.
Ғималетдин яр өҫтөнә һикереп менде лә кире боролдо.
– Беләһеңме кем ул?
Әйтерһең, ошо һорауы менән Сәғиҙәнең өҫтөнә ҡайнар һыу һипте.
– Бынан биш километр ауылда бер бисә бәпәйләргә ауырый икән. Больница йылғаның теге яғында, алып барып булмай, фельдшер саҡыртҡандар. Шул бисә янына китеп барған фельдшер ул. Үҙе был яҡҡа күптән түгел генә килгән, йылғаның холҡон белмәй, кисеп сыҡмаҡ булған...
Бына бит ул, Сәғиҙә, донъяла ниндәй яҡшы кешеләр була! Кешегә ярҙам итәм тип, үҙен үҙе аямай!
Ғималетдиндың был һүҙҙәрен тыңлағанда Сәғиҙәнең ике бите уттай янды. Йылға һыуын ҡуш услап һирпкәндә лә һүрелмәҫлек ялҡын ине ул.
* * *
Сәғиҙә ата-әсәһеҙ, балалар йортонда үҫте. Шунда йәшәргә лә йәшәргә ине уға. Ун ике йәше тулғанда ҡайҙандыр алыҫ бер туғаны эҙләп тапты ла, үҙем тәрбиәләп үҫтерәм тип, ауылға алып ҡайтты. Урта мәктәпте тамамлатып, институтта уҡытыу ине ағаһының ниәте. Врач итәм мин һине, тип Сәғиҙәне дәртләндерә ине. Тик тормош улар уйлағанса барып сыҡманы.
Йылға үҙенең бөгөлдәрендә бүрәнәләрҙе ҡороға сығарып ташлаған кеүек, Сәғиҙәне лә тормош ағымы ҡырын һуҡты. Ағаһы ҡапыл үлеп киткәс, уға уҡыуҙы ташларға, йәслегә тәрбиәсе булып инергә тура килде.
Был ваҡытта инде Сәғиҙә, сәскә атырға тумалсаҡланған гөл һымаҡ, кешенең күҙен ҡаратырлыҡ булып үҫеп килә ине. Училищены яңы тамамлап, район больницаһына эшкә килгән Мәғәфүр уны тәү күреүҙән яратты...
Көҙ. Тау битләүендәге имәндәр йәшел ҡурпы өҫтөнә ҡатҡыл япраҡтар түшәй. Аяҡ аҫтында уларҙың нисек ҡыштырлағанын тыңлай-тыңлай, Сәғиҙә менән Мәғәфүр мәңге бергә булырға вәғәҙә бирештеләр. Мәғәфүр матур киләсәкте йомарт вәғәҙә итте. Улар икеһе лә уҡыясаҡтар. Сәғиҙә лә врач булыр... Бит Мәғәфүр район больницаһына фельдшер булып эшләргә оҙаҡҡа килмәне, ике йылды тултырырмы, юҡмы, киренән ҡалаға ҡайтасаҡ ул, институтҡа уҡырға инәсәк...
Йәслелә балалар менән ҡаңғырып, көндө нисек кисләтергә белмәй йөрөгән ваҡыттар оҙаҡҡа һуҙылманы. Сәғиҙәнең хыялы һүрәтләгән, иң ҡайнар хистәре нурландырған киләсәген, селпәрәмә килтереп, йәлләүһеҙ ваттылар. Мәғәфүрҙең әсәһе, Сәғиҙәнең балалар йортонан икәнен белгәс, улының янына килеп, ғауға ҡуптарҙы. «Ике йәш кешенең араһына инмә, бер-береһен яратышҡас, тағы ни кәрәк?» – тип тә әйтеп ҡарағандар, ләкин Мәғәфүрҙең әсәһе бер кемде лә тыңламай.
«Атай-әсәй тәрбиәһе күрмәгән ҡыҙҙы килен итәһем юҡ! Донъяла ҡыҙ аҡтығы булмаһа, улым үҙ ишен табыр әле!» – тип, уратып-нитеп тормай, бер киҙәнгәндә ярсығын да эҙләп таба алмаҫлыҡ итеп өҙә һуҡты ул.
Сәғиҙәнең бар байлығы – йәшәү нуры балҡып торған йәшлеге, бар мөлкәте – ҡулындағы төйөнсөгө. Мәғәфүргә барып инәлмәне лә, хушлашманы ла, тәүге һөйөү утын нәфрәте менән һүндерергә булды. Буш он тоҡтары араһына ултырып, юлға сыҡҡан ҡыҙҙан: «Ҡайҙа киттең, оҙаҡҡамы?» – тип һораусы ла булманы. Ҡайҙа бараһын, алдағы көндә нисек йәшәрен Сәғиҙә үҙе лә белмәй ине ул саҡта.
Юлда Сәғиҙә Ғималетдинды осратты. Армиянан яңы ғына ҡайтып килгән егеттең дә Сәғиҙәнеке кеүек баш осонда ҡыйығы юҡ икән. Эш эҙләп китеп бара. Леспромхозда ағас ҡырҡырға кешеләр йыялар тип ишеткән дә, китеп бара, бәлки, ҡыш шунда эшләп торорға булыр, яҙ – сплавҡа...
Ғималетдин Сәғиҙәне лә үҙе менән эйәртеп алып китте. Улар бер туғандар кеүек инеләр, хатта төҫкә лә, холоҡҡа ла бер-береһенә оҡшап торғанға, кешеләр Сәғиҙәне Ғималетдиндың һеңлеһе тип уйлайҙар ине. Ҡыш буйы леспромхозда бергәләп ағас ҡырҡтылар, шул бүрәнәләрҙе яр буйына һөйрәтеп өйҙөләр. Эш еңел булманы, ләкин Сәғиҙә бер генә ваҡытта ла зарланманы, уға көслө, яҡшы күңелле Ғималетдин эргәһендә эшләү, уның яғымлы тауышын ишетеү рәхәт ине. Бүрәнәләрҙе яҙғы ташҡынға ҡолатырға бер көн ҡалғас, Ғималетдин Сәғиҙәнең яңғыҙын ғына осратты ла, ҡыш буйы ниндәй уй-теләктә йөрөгәнен уратып-нитеп тормай, әйтте лә бирҙе.
– Үҙебеҙҙең бәхетте ошо ҡулдар менән табырбыҙ, ризаһыңмы? – тине.
Сәғиҙә риза булды, ул Ғималетдиндан башҡа йәшәүҙе күҙ алдына ла килтерә алмай ине.
Янғын үртәп, инде бер ни ҙә үҫмәҫ тип өмөт өҙгән ерҙә, йылы ямғырҙан һуң моронлаған үлән төҫлө, Сәғиҙәнең йөрәгендә яңынан һөйөү шытты. Уның был һөйөүе буръяҡ тулҡындар өҫтөндә бәүелеп көндән-көн ирәбеләнде, яҙғы елдәр, тәүге күк күкрәүе уға ҡеүәт бирҙе. Сейләй өҙөп ҡапҡан алма әсеһендәй, тәүге һөйөүе онотолдо тип йөрөй ине Сәғиҙә, ә ул көл аҫтындағы осҡон булып һаҡланған икән дә баһа. Мәғәфүрҙе күргәс тә битенә ялҡын һирпкән шул осҡон ҡурҡытты уны, бөтә быуын көсөн алды. «Ошоға тиклем нисек һүндермәй йөрәк түрендә һаҡлап йөрөттө икән ул осҡондо? Бит, ҡайһы берҙә бәләкәй генә осҡон да, төшкән ерен төҙәлмәҫлек итеп уйып, көйҙөрөп ала...»
* * *
Ҡыуғынсылар тамаҡтарын туйҙырҙылар ҙа, багорҙарын алып, ҡуҙғалыша башланылар. Иртәнге ваҡиға һис бер булмаған төҫлө, шаярышып көлөшәләр. Мәғәфүрҙең аты ла кипшенгән, күҙенә һырып йонсотҡан ләпәкәй себендәрҙе һәлкәү генә ҡыуа-ҡыуа, үлән ашап йөрөй. Мәғәфүр менән Ғималетдин, палатканан сығып, ҡамыт-ыңғырсаҡ ятҡан ергә килделәр. Ғималетдин ҡамытты ҡулына алып әйләндереп ҡараны ла:
– Исеме генә ҡамыт икән. Кырандасы ла быға оҡшаһа, йәл түгел, – тип йылмайып, уйсан баҫып торған Мәғәфүргә ҡараны.
– Сереп бөткән ине инде уныһы ла... Шулай ҙа бит списать ителмәгәс, яңы хаҡын түләтәләр инде минән шығырлатып... Шулай булырын кем уйлаған! – тип ауыр көрһөндө Мәғәфүр, асыулы ҡарашын атына төбәне.
– Ҡайғырма, дуҫ! Әллә ни түләтмәҫтәр, һин ғәйепле түгел бит, анау йылға ғәйепле, – тине Ғималетдин. Сәғиҙәнең палаткаға йәһәтләп инеп барғанын күреп, ҡысҡырҙы:
– Сәғиҙә, ҡайҙа йөрөйһөң һин? Кил әле, ҡунаҡ менән таныш! – Үҙе Мәғәфүргә боролоп: – Минең ҡатыным ул, Сәғиҙә... – тине.
Сәғиҙә тертләп китте, саҡ ҡына икеләнеп торғандан һуң, башын ғорур күтәреп, яҡын килде. Йөҙөндәге бер генә мускулы ла ҡыбырламаны уның, Мәғәфүрҙең ғәжәпләнеү, аптырау менән йылтлаған ҡарашын тыныс осратты.
– Рәхмәт һеҙгә, ғүмерҙә онотмам! – тип Мәғәфүр ҡабаланды, моңһоу ҡарашы менән йылмайып хушлашты.
Мәғәфүрҙең ат өҫтөндә ҡуҡаңлап, мәрәкә ултырып китеүен ҡарап тора биргәс, өҫтөнән ауыр йөк төшкәндәй, еңел тын алды.
– Һиңә ни булды, Сәғиҙә? Кешенән ҡасмай торғайның, бөгөн юҡ эшеңде бар итеп ҡаҙаның янынан китмәнең? – тип Сәғиҙәнең күҙҙәренә ҡараны.
Сәғиҙә, үҙенең ниндәй уйҙар тулҡынында йөҙгәнен белдермәй:
– Бынау өҫ менән нисек кеше күҙенә күренәйем? – тигән булды.
– Шулай икәнен белһәм, йәшереп кенә күлдәк сығарып биргән булыр инем дә баһа! – тип көлдө. – Минең өсөн был кейемеңдә бигерәк ҡәҙерлеһең, Сәғиҙә! – тине ул өҫтәп.
* * *
Йылға буйын ҡыуғынсыларҙың тауышы яңғыратып ебәрҙе.
– Раз-два, взяли!
– Ҡарағай ҙа, кандауай ҙа, һо-о-оп!
Ғималетдиндың тауышы бөтәһенекенән дә айырылып тора. Тирә-яҡтағы тауҙар, йәшел туғайҙар уның ғына тауышын күтәреп алалар төҫлө.
Усаҡ аҫтынан күтәрелгән төтөнгәме әллә йылға өҫтөн шаҙралатып уйнаған яҙғы елгәме, Сәғиҙәнең күҙҙәре йәшкәҙәй. Аҡ алъяпҡысының итәк осона күҙен һөртә-һөртә, ул яр буйынан килгән тауышты тыңлай. Юлына арҡыры ятҡан тауҙарҙан ысҡыныр яй эҙләп ары һуғылған, бире һуғылған, инде ҡамалды тигән ҡыҫык урындарҙа ажғырып үрә һикергән, аҡ күбек уйнатып һаман алға елгән йылға Сәғиҙәнең аяҡ осонда иркәләнә, үҙенең мәңгелек серҙәрен шыбырлай.
Шакир ЯНБАЕВ.