

Эй, илаһым, иректә тормош ҡайһылай ҙа йәмле! Көн матурлығына кинәнеп атлаған хәҙрәт, ниһайәт, ҡала ситенә етте. Ана, Стәрле юлы күренеп ята. Ҡасандыр Йылайыр тирмәһенең атыуға хөкөм ителгән тотҡондары менән ауыр бығауҙарҙы шалтырата-шалтырата шәреле ошо юлдан Өфөгә килеп ингәйнеләр. Мөжәүирҙең йөрәге әрнеп ҡалды. Ун биш кешенән бер яңғыҙы кире ҡайтып килә. Ул үҙенең иҫән ҡалыуына, иреккә сығыуына бер килке ҡыуана ла алмай, баш баҫып атланы. Зәңгәр күк аҫтында һәр кемгә лә урын етәрлек таһә. Хоҙай биргән ошо яҡты донъяны ниңә башҡаларҙан ҡыҙғанырға? Ниңә кешеләр һәүетемсә генә йәшәмәй? Бер-береһенең алҡымынан ала, йәнен ҡыя? Ниңә әҙәм балаһы бер-береһенә ҡаныға? Яһилдар намыҫлыларға, йыуаштарға кон күрһәтмәй. Үҙҙәрен Хоҙай Тәғәләнән дә югары ҡуя. Үлгәс кешегә ике аршин ер етеүен аңламай улар. Бәндәнән бәндә һис кәм түгел, тәҡдирҙәр генә төрлөсә. Ҡайһы берәүҙәр, хәленән килһә, ҡояшты тик үҙе өсөн генә яҡтыртып ҡуйыр ине. Әммә Хоҙайҙың ҡөҙрәте киң. Ул булған нәмәһен һәр кемгә тигеҙләп өләшә. Яһил, тәкәббер әҙәмдәрҙе Әхирәттә ҡаты һорау алыу көтә. Шуны ишетә-белә тороп, күптәрҙең насар ғәҙәттәрен ҡуймауын, тамуҡ кисеүе булыуҙан ҡурҡмауын аңлай алмай хәҙрәт.
Ҡуйсы, ҡуйсы, бынау тиклем хозур донъяның бәҫен ебәреп, ниңә гел күңелһеҙ нәмәләрҙе уйлап бара әле? Ул юл ситендәге ап-аҡ сәскәгә төрөнгән муйылдан бер бәләкәс ботаҡ һындырып алды. Эх, хуш еҫкәйҙәре! Тәмле, тәмле! Ана, арыраҡ умырзаялар йылмайыша. Улар саф сабый күҙенә оҡшаш таждарын ҡояшҡа төбәгән. Ярай, уны матур мәлдә сығарҙылар төрмәнән. Яҙ — яҙ инде. Күңелдәрҙе елкендереү, йәшәүгә дәрт уятыуға һәләтле миҙгел. Бер аҙ барғас Мөжәүир ҡаҡы өҙөп ҡапты. Ана, улар бер аҡлан. Йәш ҡуҙғалағы, мине лә өҙөп ҡап тигәндәй, ялпылдатып ҡул болғай. Эх, ошо матур мәлдә ҡош ҡына булып Манһырына ҡайтып инһәсе! Балаларын, Гөлйемешен өҙөлөп һағынды бит. Олпат Урғаҙаһын, шаян Шүрәлеһен, Сусаҡтауҙа бесән сапҡандарын хәтерләү хистәрен баҙратты, аҙымдарын да ҡыҙыулатты.
Әммә тиҙ ҡайтыу мөмкин түгел шул. 600 саҡрымлап араны йәйәү үтеүгә ай самаһы ваҡыт кәрәгер. Ярай, ҡайтып етер, иң мөһиме, ул иректә, ин шәәъ Аллаһ.
Башта Мөжәүир төрмә начальнигы биргән төйөнсөктәге ризыҡты самалап ашап барҙы, аҙаҡ үләндәргә, ризыҡҡа яраҡлы тамырҙарға күсте. Аҙаҡ, ныҡ йонсой башлағас, юл буйында осраған ауылдарға туҡтап, аят уҡыны, ауырыуҙарҙы дауалап, өшкөрөп, имләп тамаҡ туйҙырҙы. Ашыҡһа ла, Стәрлегә боролоп инеп, Ғибаҙулла дуҫының ҡәбере өҫтөндә аят уҡыны. Хоҙайҙан уның йәненә тыныслыҡ һораны.
Төрмә начальнигы биргән аҡса шул көйө әле. һаҡлабыраҡ килә. Бәлки, ҡайтып етер алдынан арттырып, өйҙәгеләргә күстәнәс-маҙар алыр.
Ниһайәт, оҙон-оҙаҡ юл үтеп, июнь урталарында ул ике туған ҡустыһына килеп йығылды.
–Aтаҡ-атаҡ, Мөжәүир ҡайнаға, был һинме? — тип бер килке таный алмай торҙо Райхана килене. — Ҡуйсы, ҡуйсы, |Хәмиҙулла, Хоҙай үтенесебеҙҙе ишеткән бит, — тип ҡыуансынан ҡайнағаһын ҡайҙа ултыртырға белмәне, өлтөрәп йөрөп табын әҙерләргә тотондо. Мунса яҡтырҙы.
–Уй, ҡайнағамды ғына! — Берсә балалай күреп арҡаһынан тупылдатып алды, берсә тәтелдәп ғаиләһенең, туған- тыумасаһының хәлен һөйләне.
Хәмиҙулла ла, ҡатын-ҡыҙ кеүек ялпылдап тормаһа ла, туғанының иҫән-һау ҡайтып килеүенә сикһеҙ шат.
Немец фашистары һуғыш асырға әҙерләнә, тип алдан күреп әйткән өсөн ултыртҡан булдылар. Йә, хаҡ булманымы ни? Ана, нисек ҡоторона дошман. Көн дә бер өйгә ҡара ҡағыҙ килеп кенә тора.
Ирҙәр бер аҙ фронттағы хәлдәр тураһында һөйләшеп алды.
–Ағай, был һуғыш ҡасан бөтөр икән? — тип һораны Хамиҙулла.
— Ике йыллап барыр. Шулай ҙа һуғыш беҙҙең еңеү менән тамамланасаҡ. Беҙҙең һалдаттар немецты хатта өңөнә алып барып дөмбәҫләр.
— Ысынмы, ағай?
Өйҙәгеләр әүлиәнең һүҙен ишетеп, ныҡ шатланды: «Бирһен Хоҙай! Көнө-төнө теләгебеҙ шул», — тине Райхана ла һүҙҙе йөпләп.
Хәҙрәт туғандарына өйҙән сығып киткәндән алып ҡайтып килгәнгә тиклемге хәлдәрҙе бәйнә-бәйнә һөйләп бирҙе. Төрмәлә һәйбәт кешеләрҙе осратыуы, шулар ярҙамы аша котолоуын әйтте.
— Ун йылға хөкөм иткәйнеләр. Төрмә начальнигы үҙе юллап, ғәйепһеҙ икәнде иҫбатлап, бына дүрт йыл тигәндә иреккә сығарҙылар, — тине хәҙрәт.
Хәмиҙулла ағаһын бер нисә көнгә ҡалырға димләне.
— Хәл ал әҙерәк, юҡһа таный алмай торорҙар, — тип агаһын йәлләп, ниндәй хөрмәт күрһәтергә белмәне.
Иртәнге сәй эсеп ултырғанда Мөжәүир хәҙрәт әйтте:
— Имен-аман әйләнеп ҡайтһам, ни һораһаң, шуны бире теге Мысыр иленән алып ҡайтылған Ҡөрьән китабын алырмын, тигәйнем.
Хәмиҙулла ҡомартҡыны ағаһының алдына килтереп т һалды:
— Бер нәмәң дә кәрәкмәй, ағай, ал Ҡөрьәнде, ул һиң фарыз. Иҫән-һау ҡайтыуыңа ҡыуанып, бүләк итәм. Былай ҙа ул һиңә тейешле аманат ине, — тине.
Аҫыл ҡомартҡы ҡулына килеп эләккәс, хәҙрәт ат менгәндәй ҡыуанды. Был изге китапта ахырызаман ғәрәсәттәренән һаҡланыу юлдары өйрәтелгәйне. Әҙ-әҙләп кешеләргә әшкәртә йөрөр. Дингә күндереү юлдарын табыр. Рухы нығып етмәгәндәргә — аҡыл, рухи көс, майырыҡтарға, һәүректәргә — үҙт үҙенә ышаныу хисе бирер.
Фән һәм динде бер бөтөн итеп ҡарау тураһында фекер тупларға теләй ул. Кешелек донъяһын һәләкәттән барыбер дин ҡотҡарасағына ла уның иманы камил.
Ошолар тураһында хәҙрәт Хәмиҙулла туғаны менән оҙаҡ һөйләште. Уларҙың һүҙҙәре килешә, фекерҙәре бер иш.
Иҙелбайҙа ике-өс көн ял итеп, әҙәм төҫөнә ингәс, күңеле ҡайтырға атлығып торған хәҙрәт юлға сығырға булды.
— Атым булһа, «һә» тигәнсе алып барып килер инем, — тине ҡустыһы үкенеп. — Ағай, йәйәү ҡайтарғанға ғәйеп итмә инде, зинһар. Кискә табан ҡайтып инерһең.
Хәҙрәт Баймаҡ менән Манһыр араһын — 25 саҡрымды йәйәү барыуына хатта ҡыуанып та ҡуйҙы. Йәненә ғәзиз тыуған яғы шау сәскәгә күмелгән саҡ. Шүрәле йылғаһы буйлап барыуы үҙе бер ғүмер. Ниндәй хозур уның йәнтөйәге! Аҫты тулы хазина, өҫтө тулы байлыҡ. Ана, ҡыуаҡлыҡтары, шау ҡарағатлыҡ, балан ояһы, муйыллыҡ.
Олоһаҙ ҙа күренде. Тимәк, ауылына ҡул һуҙырлыҡ ҡына ара ҡала. Мең ғазаптар күреп, ниһайәт, үҙ иленә ҡайтып еткән хәҙрәттең йөрәге күкрәгенән сыға яҙып типте. Тирәһендә аллы-гөллө күбәләктәр өйөрөлә, әйтерһең, шатлыҡ хисен уртаҡлаша. Баш осонда өҙҙөрөп бер ҡошсоҡ һайрап ебәрҙе. Хәҙрәт уға өндәште:
Ҡошсоғом, эй, бәләкәсем, бар әле, ос әле Манһырға! Һайра әле! Мөжәүирең ҡайтып килә тиң.
Ҡошсоҡ, гүйә, уны аңланы. Йәһәтләп Манһырға табан йомолдо. Хәҙрәт тә аҙымдарын ҡыҙыулатты.