

Әүлиәлек ҡөҙрәте аша ла, гәзит-журналдарҙан уҡып та илдең тын алышын, донъя күләмендәге хәл-әхүәлде белеп ултырған Мөжәүир хәҙрәт Рәсәй юлбашсыһы Сталиндың етәкселек итеүенән ҡәнәғәт түгел ине. Илде күрәләтә ҡанға батырыусы мөрәүәтһеҙҙе иблис тип атаны, йә ғифритҡа тиңләне. Уның хөкөм һөрөүе күпкә бармаҫын белгән әүлиә, Сталиндың үлеүе хаҡында ишеткәс, еңел һуланы, әйтерһең, өҫтән тауҙай ғәм төштө.
- Ниһайәт, илде бөлдөрөүсе гонаһ шомлоғонан ҡотолдоҡ, — тине. — Артыңа ҡарама.
Дәүләт башлығына ҡаты нәфрәтен кешеләргә былай тип аңлатты:
- Халыҡ араһынан һөт өҫтөндәге ҡаймаҡ шикелле нәғеҙ-щн'н һыпырып алып түктерҙе. Әҙәмдәргә аяуһыҙ, рәхимһеҙ. Хоҙай Тәғәләнең барлығын, берлеген таныманы, иблис ялсыһы булды. Гел ҡарғыш, рәнйеш алды.
Лңды-тондо аңлап етмәгән бер ҡатлыраҡ әҙәмдәргә:
- Юҡҡа балауыҙ һыҡмағыҙ. Әҙерәк ваҡыт үтһен әле, күҙегеҙ дөрөҫлөккә асылыр. Уның кем икәнен белерһегеҙ ҙә үҙегеҙ үк ул хаинға ләғнәт уҡырһығыҙ, — тип тә өҫтәне.
Ҡаты күңелле Сталин тарафынан өркәккә әйләнеп бөткән халыҡ хәҙрәт әйткәндәрҙе өндәшмәй генә хупланы. Сәүит тирәһендә үҫкән йәштәрҙең ҡайһы бере ул әйткәндәрҙе о 11;) мәне, ҡаршы сыҡты.
- Сталин — беҙҙең атабыҙ. Ул — даһи. Юлбашсыбыҙҙың аҡылы менән яуыз Гитлерҙы еңдек, — тип һүҙ көрәштерҙе үҙен донъя тотҡаһы итеп һиҙгән партия ағзаһы, тәкәббер чабан
Миңлеғол да. — Иҫкелек ҡалдығы, тюремщик Мөжәүир мулла нимә һөйләмәҫ?
— Үҙең нимә һөйләгәнеңде беләһеңме, молокосос, — тине уға яу юлын үткән оло йәштәге ир. — Әллә һуғышта булдыңмы? Белә-белгең килһә, һинең яһил даһийың илде үҙ ирке менән утҡа тотторҙо. Хатта ул яуызды, немец армияһы сикте боҙоп инде, тип килеп әйткән берәүҙе аттырып торған, тип тә ишеттек.
Бындай бәхәстәрҙән һуң хәҙрәттең дә күңел яралары ҡанһырай башлай.
— Йәмәғәт, мине төрмәгә енәйәт ҡылған өсөн ултыртманылар. Тиҙҙән герман Әрәсәйгә һуғыш аса, беҙ ҙә әҙерләнәйек, тигәнемде оҡшатманылар. Йә, дөрөҫ булманымы ни? Фашистар йоҡлап ятҡан ерҙән килеп баҫты бит. Хәлемдән килһә, туҡтатыр инем ул ҡоторған эттәрҙе. Йөҙәр меңгә ҡаршы торорға ҡөҙрәтемдән килмәне. Әйткәнгә ҡолаҡ һалһалар, был тиклем ҡыйралыш, ҡан ҡойош булмаҫ ине. — Хәҙрәт үткер ҡарашын Миңлеғолға төбәне. — Икенсе уйлап һөйлә, улым, йәме.
Һикһәнгә етеп килгән хәҙрәтте, тормоштан артта ҡалғанға иҫәпләгән Миңлеғол, эстән генә мыҫҡыллы йылмайҙы: «Белемсе, байғош...» Хәҙрәт һүҙен дауам итте:
— Ҡара иҫәп менән һанайыҡ: репрессия ҡорбандары Ватан һуғышында шәһит киткәндәрҙекенә тиңәлә. Рәсәй халҡын Сталин менән Гитлер ҡырҙырҙы. Хәтер һандығына һалып ҡуйығыҙ, бер саҡ, бәлки, 10—20 йыл үткәс, үҙҙәре әйтер.
Хәҙрәттең бындай хәбәрҙәрен, Сталинға тел тейҙереүен, колхоз хисапсыһы Сәләй хөсөт тә ишетеп ҡалды.
Ошаҡ ташып, ғәйепһеҙ кешеләргә яла яғыуҙан йәм тапҡан был әҙәм, Мөжәүир хәҙрәттең теле тотлоҡҡан ҡыҙын һауыҡтырыуын да иҫәпкә алып тормай, иртәгеһенә үк юҡ йомошон бар итеп, район үҙәгенә юл тотто. Көнө буйы көтөп ултырып булһа ла, район башлығы Мәҡсүтовтың үҙенә инде.
— Мөжәүир хәҙрәт Сталин менән булыша, — тине ул шыпырт ҡына, — халыҡты уға ҡаршы ҡоторта. Чабан Миңлеғолдан башҡаһы уға эйәрә...
Выл кешенең әүлиәлек ҡөҙрәте тураһында хәбәрҙар Милким Сабирович күтәрелеп һуғылманы, тыныс ҡына итеп:
- Ҡуйығыҙ әле, туҡтатығыҙ оло кеше менән булышыуы-ғыҙҙы, — тине, — ошаҡ килтергән әҙәмдең ярамһаҡ оҙонса йөҙөнә ҡарамаҫҡа тырышып. Эстән: «Әпкәләй, сволочь, — тип уйланы. - Бына шулай итеп башҡорт башына башҡорт етә лә инде. Әүлиә хәҙрәт һинең ни эшләп йөрөүеңде һиҙеп, әшәке телеңдән яҙҙырһа, белер инең ҡәҙерен...»
Ысынлап та, бер нисә көндән район хужаһы бухгалтер Сөләймәндең телдән ҡалыуын, һөйләшә алмауын ишетте. Хәҙрәттең хикмәттәре тураһында аҙым һайын ишетеп йөрөһә лә, был хәл уны хайран итте.
— Әллә минең ни уйлағанымды белдеме икән?
Вилким Сабировичтың хәҙрәткә ихтирамы артты. «Йылайыр» совхозы директоры әйтеп, уны һәр төрлө һалым, недоимкаларҙан азат иттерҙе. Бөтә халыҡ һөйөүен яулаған аҡһаҡалдың үтенесенә ҡолаҡ һалып ауыл тирәһендәге ер-һыуҙы әрһеҙләтмәне: ферма-фәлән һалдыртманы, ҡылғанлы далаһын һөрҙөртмәне. Манһыр тирәһе йәм-йәшел сирәм булып, йөҙәр гектарға етеп, йәйрәп ята бирҙе. Аралтау, Иманай битләүҙәре, Ҡыҙылъяр, Сусаҡтау итәктәре, Шүрәле, Урғаҙа буйҙарында иһә, хәҙрәттең иң яратҡан малы — йылҡыға хөрриәт хәҙер. Ярым ҡырағайға әйләнгән йылҡы өйөрҙәрен көтөүсе лә, иҫәбе-һанын белеүсе лә булмай. Талымһыҙ хайуанға күп кәрәкме, ҡылған булһа, шул етә. Ошо йылда бәләкәй генә колхозды совхоз бүлексәһе итеп теркәнеләр, әммә етәкселәр барыһын да хәҙрәт теләгәнсә эшләне.
Йәш совхоз был йылдарҙа игенселек, орлоҡсолоҡ менән күтәрелә башлай. Директор итеп таҫыллы етәксе Яхин Рәхимйәнде тәғәйенләп ҡуйғас, эштәр бигерәк йәнләнә. Ишелеп уңған иген тау-тау ята, мал-тыуар илереп үрсей, емеш-еләк баҡсаһы булдырыла, йәшелсә мул... Уттай эш ваҡытында ла, берәй форсатын табып, Рәхимйән Хәйретдинович Манһырға һуғылып киткеләй. Совхоз өсөн янып-көйөп ултырған хәҙрәткә яңылыҡтарҙы һөйләп, кәңәш-төңәш итә. Турһығына һаумал ҡымыҙ алып, юлын дауам итә.
— Яндырайлығын ауыҙлыҡлаһа, был кеше юғары күтәрелер, — тип юрай хәҙрәт, уға һаулыҡ, совхозға уңыштар теләп.
Бер шулай арып-талып Рәхимйән Хәйретдинович юл ыңғайы, ғәҙәтенсә, Манһырға боролоп инә. Лупа тотоп, гәзит уҡып ултырған Мөжәүир хәҙрәтте күреп, хайран ҡала.
Донъяла ниндәй яңылыҡтар бар? — тип һорауы була, хәҙрәт:
Тиҙҙән Йылайыр совхозына ҙур хөкүмәт наградаһы тапшырасаҡтар, — ти.
— Гәзиттә бармы әллә? — тип Рәхимйән ынтыла.
— Юҡ, үҙем беләм. Йылайырҙың киләсәге зәһәр өмөтлө, — ти хәҙрәт. — Еребеҙ изге беҙҙең.
Ҡыуанысынан арыуын да онотҡан Рәхимйән хәҙрәтте ҡосаҡлап ала.
— Ауыҙыңа бал да май, йөҙ йәшә, хәҙрәт, — ти. Ысынлап та, көҙгөһөн уңыш байрамында Өфөнән килгән
ҙур түрә Йылайыр совхозына Ленин ордены тапшыра.
— һөйөнсөһөнә ауылыңа движок ҡуйҙыртам! — ти Рәхимйән һәм һүҙендә тора.
Дүрт өйлө ауылға ниңә кәрәк ул, тип дау ҡуптарған баш инженерға ҡаты бойора:
— Иртәгә үк Манһырға күсереп йөрөтмәле бәләкәй двигатель ултырттыр. Унда бөйөк аҡыл эйәһе, бөйөк әүлиә йәшәй.
Бейәнән ала ла тыуа, ҡола ла тыуа тимәҫтәр ине. Әҙәмдең дә төрлөһө бар. Гонаһ шомлоҡтарҙы ла, ни ғиллә менәндер, замана үҙе барлыҡҡа килтерә. Яңы власть ҡотҡоһона бирелеп, был саҡтарҙа, Аллаһты ла, мулланы ла һанламаусылар ҙа күбәйә. Әҙәпле, тәүфиҡлы булығыҙ тип өйрәтеүселәр, замандан артта ҡалыусылар һымаҡ күренә. «Тәүфиҡ» һүҙен ҡулланыуҙан төшөрөп ҡалдырырға итәләр, уның мәғәнәһен аңламамышҡа һалышалар.
Анау чабан Миңлеғолдо ғына алайыҡ. Олоно — оло, кесене кесе тип белмәй. Мин партийный, партбилетымды көтөү көткәндә лә йөрәк тәңгәлендә — түш кеҫәмдә йөрөтәм, тип шапырына. Яңғыҙ йөрөгәндә эт-ҡошҡа, бәлә-ҡазаға тарып куймаһын тип, бисәһе Мәхмүзә хәҙрәттән бетеү яҙҙыртып ил ып, иренә һиҙҙермәй генә, эс яҡтан бишмәт яғаһына тегеп ҡуйҙы. Шуны ҡайҙандыр белеп, Миңлеғол өйҙә дау ҡуптарҙы. I >стеүҙе утҡа яҡты ла:
— Мине, партия ағзаһын, позорить итеп йөрөйһөң. Бынан һуң хәҙрәттең өйөнә ике аяғыңдың берен баҫаһы булма! — тип екерҙе.
Миңлеғол хәҙрәт арҡаһында ауылдашы Ғабдрахман менән дә тәмһеҙләтте.
...Ирҙәр тәмәке көйрәтеп торған ерҙә Ғабдрахман Миңниса апаһының ҡыҙы Райхана менән булған хәлде һөйләне.
Педучилищела уҡып йөрөгән ҡыҙ бала тышта, йәшел сирәмдә, имтиханға әҙерләнгән. Йоҡоһо килеп, ятып торған. Өҫтөнән ниндәйҙер имәнес һалҡын нәмәнең шыуышып үтеп барыуына һиҫкәнеп уяна. Ни күҙе менән күрһен, йылан, ти. Ҡото осҡан ҡыҙыҡай шул ерҙә һушһыҙ ҡолай. Иҫенә килһә, телдән яҙған. Күпме тырышһа ла, бер һүҙ әйтә алмай ҙа ҡуя икән. Ата-әсәһе шунда уҡ дауаханаға алып бара быны.
Беҙҙең ҡулдан килмәй, ҙурыраҡ ергә алып барып күрһәтегеҙ, — тип ҡайтаралар.
Тороп тороғоҙ әле, — ти ҡыҙҙың өләсәһе, — ниңә уны йонсотоп, әллә ҡайҙа алып китергә? Ана, хәҙрәткә алып барығыҙ, шул ыңғайы ейәнемә һөйләшеү ҡеүәһе ҡайтыр.
Ата-әсә оло кешенең һүҙен йыҡмай, Райхананы Манһырға алып китә.
— Ҡыҙымды көтәүелләп сығып китмәй торҙом, — тип ҡаршылай уларҙы табип хәҙрәт. Бындай сибәр, уҡытыусы буласаҡ баланы нисек ҡарамайһың.
Хәҙрәт доға уҡып, баш-күҙенә өрә, ҡулы менән сәстәренән һыйпай, ауырыуҙы алып ырғытырға теләгәндәй, серле хәрәкәттәр яһай. Бер аҙҙан ҡара күҙҙәре менән үҙенә мөлдәрәп ялбарып ҡараған ҡыҙға өндәшә.
— Йә, балам, олатай, рәхмәт, һауыҡтырҙың, — тип әйт әле.
Бәйләшә алмау хәленә күнегеп барған ҡыҙыҡай, башта ышанмай тора. Шулай ҙа хәҙрәт әйткәндәрҙе ҡабатларға була.
Тауышы элеккесә гөрөлдәп тора. Ҡыҙ илап та ебәрә. Ата-әс хәҙрәткә ни алып, ни бирергә белмәй шатлана, рәхмәттәр әй Ғабдрахман һөйләп бөтөр-бөтмәҫтән әлеге лә баяғы чаб ырғып сыҡты.
Чушь! - тине. - Демагогия! Хәйер-саҙаҡаны йый өсөн таратҡан әкиәт.
Көфөр булма, Миңлеғол, - тине тыңлап тороусыларҙ береһе, — хәҙрәт — ысын табип ул.
Ниндәй көфөр булыу, ти. Ана, минең бисә Рәмил улы ныҡ илағас, алып барған икән. Йәнәһе, күҙ теймәнеме, тигән.
- Шунан, шунан? 4
- Улыңа күҙ теймәгән, ауыртҡан ере лә юҡ. Бәләкәй баА ла - әүлиә. Ул ҡайғырып илай, тигән. Үҫкәс, йәнәһе, мине J малай сит ерҙә йәшәй була. Үҙ телендә һөйләшә алмай зарыға булыр. Йә, ҡайһынығыҙ шуға ышаныр? Алты айлыҡ баланын, алдан ҡайғырып илауын ишеткән - күргәнегеҙ бармы ?
Кешеләрҙең өндәшмәй һүҙһеҙ ҡалыуын үҙенсә аңлаған Миңлеғол фәлсәфә ауын нығыраҡ йәйелдерҙе.
Хәҙрәт тотҡан була ла, һыуҙы тәләфләмәгеҙ, гонаһ була, ер өҫтөндә эсер һыу ҡорой, ти. Чистый әкиәт! Ер шарының өстән ике өлөшө һыуҙан тороуҙы ул наҙан ҡайҙан белһен! Йәнә тағы. Ахырызаман етеп килгәндә бәндә мөйөшкә текәлер ҙә ултырыр, айырып алып булмаҫ, ти. Йә, аңлы кеше шуға ышанырмы? Ул аферистың һүҙен тыңлай башлаһаң...
Хәҙрәт менән булышып, үҙеңә гонаһ алма. Уның һиңә ни зыяны тейҙе? - тине лә Ғабдрахман китә башланы. Уның артынан башҡалар ҙа таралышты.
Миңлеғол бер яңғыҙы баҫып ҡалһа ла, сер бирергә теләмәне. Китһендәр әйҙә, тип уйланы. Береһенә лә ялынысы юҡ. Типһә, тимер өҙөрҙәй, баҫһа, баҡыр иҙерҙәй. Колхоздың абруйлы чабаны әле ул. Яңыраҡ съезға барып ҡайтты. Эше -эш, донъяһы - донъя. Әлбиттә, яңы замандың яңы кешеһенә, бер мәл Мөжәүиргә килеп баш эйермен, тигән уй килеп тә сыҡманы.
Ысынлап та, чабан Миңлеғолдоң эштәре көйлө барҙы. Йәйгеһен ваҡ мал көтөүҙең артыҡ ыҙаһы юҡ. һарыҡтарын тау битләүенә ебәреп, этенә тапшыра ла, үҙе берәй күләгәлә ятып
М ит. Кәрәк саҡта үҙ эше менән дә булыша. Ана, ҡыш |М1мрлыҡ бесәнен дә сабып күбәләне. Кәртә-ҡураһына j)gflrtiyi>Ni да әҙерләп ҡуйҙы. Алдынғы чабан үҙе менән ЦМШпар ҙа алып йөрөтә, һарыҡтарҙы фәнни нигеҙгә таянып ;|»Пиилаү мәсьәләләрен өйрәнә, йәнәһе.
Коҙгоһөн, ваҡ күҙле ямғырҙар йышайғас, ыжғыр елдәр вҪИимдә башлана көтөүсегә бәйнәт. Ел иҫеп ебәрһә, аңра Айклүктәр, күҙен алған күгәүен кеүек, ҡайҙа барғанын белмәй, ЦМүллп, унда-бында олаға.
|>ер көндө, шулай, Миңлеғолға кәбәнен алып ҡайтырға »|)йктор табылды. Ул һарыҡтарын ялан кәртәгә бикләне лә үҙ Шиш;» һыпыртты. Бесәнен алып ҡайтып, төштән һуң килһә, Отнр'шан елдәр иҫкән. Был ни ғиллә?
Сәбәләнеп тирә-яҡты байҡай һалды, һарыҡтарының эҙе-9Av лә юҡ. Совхоз хужаларына дөрөҫөн әйтергә ҡыйыулығы етмәйенсә, башта яңғыҙы эҙләп маташты. Эш сығара алмағас, йртыҡ йәшереп булмаҫты аңлап, управляющийға хәлде һөйләп пирҙе.
Мин партийный, тип гел күкрәк һуҡҡас, эшкә яуаплы карайҙыр, тип һиңә ышанып, иң ҙур отараны биреп ҡуйҙым. Өйөң бейек, өйрәң шыйыҡ булып сыҡты.
Унан Миңлеғолға халыҡ дошманына ҡарағандай уҫал Текләп:
- Белеп ҡуй, көтөүҙе тапмаһаң, башыңды төрмәлә серетермен, - тине. Зоотехнигы ла сәүек эт кеүек ләңкелдәп ҡуштанланды.
- Съездарға ебәреп шаштырғас ни, һауаланды. Управляющий әйткәнгә риза булһа ла, зоотехникҡа эстән
рәнйене чабан. Ғаилә менән ҡатнашалар. Ҡатындары әхирәт. 1 >ылтыр бер трактор санаһы бесән сабып бирҙе. Хәҙер килеп ни һөйләп тора? Шул әҙәмгә ышан инде. Миңлеғол һарыуы ҡайнауҙан яңаҡ тештәрен шығырлатты, әммә өндәшмәне, ғәйебе булғас, түҙҙе.
Ҡайта һалып рюкзагына аҙыҡ тултырҙы ла, атына атланып, йәнә бер яңғыҙы юғалған һарыҡтарын эҙләп китте. Иң башта Урғаҙаны буйланы. Ҡыҙылъяр тауын, Сусаҡты үтте. Ғәли ауылына барып етте. Тапманы. Управляющийҙың:
«Башың төрмәлә серер», — тигәне ҡолағында нығыраҡ яңғыраны. Ураҡсыларҙы заманында бер кило арыш урлағаны өсөн НКВД ете йылға тиклем иркенән мәхрүм иткән. 1932 йылда Сталин сығарған закон һаман үҙ көсөндә. Бер көтөү, тимәк, биш йөҙ һарыҡ өсөн тиреңде тереләй тунамаҫтар тимә. Ҡаҙаҡтар ҡыуып алып китһә, бөттө баш. Миңлеғолдоң арҡа үҙәге буйлап һалҡын тир аҡты. Өйөнә ҡайтып та тормай, Ғәленән Фәйзуллаға сыҡты. Шүрәле йылғаһы буйлап үрләне, йөрөмәгән ерҙе ҡалдырманы.
Ике көн тигәндә саҡ ҡайтып инде. Малдар табылманы. Өсөнсө көнөнә быҫҡаҡлап ваҡ күҙле ямғыр һибәләне. Арып ахмалға төшкән Миңлеғол атын ғына алыштырҙы ла Байыш, Ҡарамалы яҡтарына йүнәлде. Ьәр үҙәкте, ҡыуаҡлыҡтарҙы тентеп сыҡты. Малҡайҙар һыу төбөнә төшкәндәрме ни? Тағы буш ҡул ҡайтып инде.
Ҡатыны Мәхмүзә малын эҙләп хәлдән тайған ире өсөн ҡайғырып, ни эшләргә белмәне, һыуланып, саҡ аяғын һөйрәп ҡайтып ингән иренә бер көн ялынып-ялбарып әйтте.
— Миңлеғол хәҙрәткә барып ҡараһаңсы... Башта әсе телең өсөн ғәфү үтен. Әүлиә кенә тотмай, шунда уҡ дөрөҫөн әйтер, ни эшләргә кәрәклекте өйрәтер. Ана, Сөләймән хөсөт тә, баш эйеп, ялбарып барғас, һауыҡтырып сығарып ебәргән, ти. Хәҙер һин дә мин һөйләшеп йөрөй. Хәҙрәтте теленән төшөрмәй маҡтай икән.
Һарыҡ көтөүенең табылырына тамам өмөтөн өҙгән Миңлеғол хәҙрәттең дә ярҙам итә алырына ышанманы. Мәхмүзәнең һүҙен йыҡмаҫ өсөн генә сараһыҙҙан барырға күнде. Төрмәгә ебәрһәләр, мин әйткәнде тыңламаны, тип үпкәләмәҫ, исмаһам.
Чабан Миңлеғолдоң килерен алдан белгән хәҙрәт, уны ҡапҡа тышына сығып ҡаршыланы. Атынан төшөп, эргәһенә килергә иткән Миңлеғолға:
— Бар, ана, һарыҡтарыңды алып ҡайта һал. Иҫән-һауҙар. Ел ыңғайына китеп, бер кәбән төбөндә торалар, — тине ҡулын һуҙып ҡайһы йүнәлешкә барыуҙы күрһәтте. — Хәүефһеҙ урында торалар, ҡайғырма, — тип өҫтәне.
Хәҙрәт хаҡында гел тиҫкәре һөйләп йөрөгән Миңлеғол, уға күтәрелеп ҡарарға ҡыйманы. Башын баҫып, күҙҙәрен Имшерен, ел ыңғайына атын ҡыуаланы.
Ысынлап та, ни күҙе менән күрһен — ауыл осонан өс-дүрт саҡрымда, ҙур кәбән төбөн уратып алып, һарыҡтары бесән ашап тора. Ышанһаң — ышан, ышанмаһаң — юҡ тигәндәй, Һарыҡтарҙы күргәс, Миңлеғол, шатлана ла алмай, шаҡ ҡатты. Ниндәй мөғжизә, ниндәй хикмәт был?! Ошо тирәнән ҡырылмаһа ҡырҡ үтте ләһә. Нисек күрмәгән? Көтөүҙе табырына тамам өмөтөн өҙгән, суд-фәләнгә эстән әҙерләнеп ниткән Миңлеғолдоң бите буйлап бөрсөк-бөрсөк күҙ йәштәре тшәрәне. Үҙе иҫ белгәндән иламағанды, әле килеп сыҙай млманы. Әсе булмай икән шатлыҡ, кинәнес йәштәре...
Һарыҡтарын ялан кәртәгә килтереп бикләгәс, көн кисләүгә Ҡарамаҫтан, Миңлеғол өйөнә лә инеп тормай, тура хәҙрәткә йүнәлде.
Башына ап-аҡ сәллә, аҡ күлдәк кейгән хәҙрәт түрҙә, урындыҡ өҫтөндә, ниҙер уҡып ултыра ине.
Һине көтөп ултырам, мөртәт, — тине шаян йылмайып. — һарыҡтарың теүәлме?
Әүлиәлегеңә ышанмағайным, хәҙрәт. Булдыра алһаң, мине ғәфү ит, — тине Миңлеғол тәкәбберлеген ҡуйып. — һөйөнсөһөнә, ана, һуғымға тип һимертелгән тайымды ал.
Кәрәкмәй. Мин саҙаҡа өсөн ярҙам итмәнем. Хоҙай бәндәһемен. Ерҙә кешеләргә изгелек итергә тәғәйенләнгәнмен, — тине. Бер аҙ үпкәләберәк өҫтәне: — Тыңлар булһаң, үтенесем бар.
Әйтегеҙ, хәҙрәт, тыңлармын. — Миңлеғолдоң тауышы үтә лә ихлас яңғыраны.
Аллаһы Тәғәләнең барлығына, берлегенә ышан. Иблисте айыр, таны, мөртәт булма.
Ныҡ йонсоған, шунлыҡтан, ахыры, йөҙөндә иман нуры пәйҙә булған, эшкә тырыш был кешегә хәҙрәт тағы бер нисә кәңәшен бирергә булды.
— Йәнә ҡатыныңды һис бер йәберләмә. Ифрат изге күңелле мөслимә. Улың хаҡында әйткәндәремә лә рәнйемә. Рәмилең Себерҙең бер ҡалаһында йәшәр. Ғаиләһе, балалары булыр. Тик ул тыуған ерен, туған телен, йыр-моңон һағынып зарығыр. Сабыйың шуны алдан белә. Ысынлап та, сабый әүлиә була. Һүҙҙәрем хаҡ.
— Хәҙрәт, — Миңлеғолдоң тауышы ҡалтыранды, — изге те легегеҙҙе, әйткәндәрегеҙҙе мәңге онотмам. Балаларыма, ейәндәремә васыят итеп әйтермен, Аллаһ бирһә.
Үҙ ғүмерендә тәүге тапҡыр тәкәббер холоҡло ирҙе; ауыҙынан «Аллаһ бирһә» тигән һүҙ ишетелде.
Ин шәәъ Аллаһ, яйлап булһа ла, илгә иман ҡайта, Аллаһҡа шөкөр. Хәҙрәт үҙе лә илаһи ҡөҙрәт менән, исмаһам, бер кешене хаҡ юлға төшөрөүенә сикһеҙ ҡыуанды.