+5 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Әҙәби балҡыш
29 Июня 2025, 13:00

Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Тәҡдир

—           Бәпәй теләйһең икән? — тине хәҙрәт. — Уны ла имләп Пула. Тик бер юлы ике ауырыуҙы ҡарау кәрәкмәҫ. Тағы килермен, Аллаһ бойорһа... Хәҙрәттең һуңғы һүҙҙәре ҡатынды тамам шаңҡытты. Әйтмәйенсә лә ҡайҙан белеп тора бөтәһен дә? Ул хәҙергә хиҙрәткә рәхмәтен генә әйтә алды. Быума сире, ысынлап та, башҡаса ҡабатланманы. Ай-ай м р ым ваҡыт үткәс, ауырға ла ҡалды. Бындай оло бәхет-шатлыҡтан үҙенә ҡанаттар үҫкәндәй хис иткән йәш ҡатын, бер кондө иренә әйтте: Хәҙрәткә ниндәй рәхмәттәр әйтһәм дә аҙ булыр. Төрмәнән азат итер инең уны һис югы.

Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. ТәҡдирМөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Тәҡдир
Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Тәҡдир

Күңеле хәүефләнеп, йоҡлай алмай маҙаһыҙланып оҙаҡ ятҡандан һуң, саҡ күҙе эленгәйне, әйтерһең, йылан саҡты: Мөжәүир хәҙрәт ырғып уянып китте, һикереп торҙо. Ашыҡ-бошоҡ кейенә һалды ла, улы Варисты уятты.

-        Тиҙ генә тора һал! Ҡара айғырҙы ектер. Харис ҡоҙаның ойө ҡазаланырға тора. Дүрт ваҡ бала һәләкәт алдында.

Атаһының әүлиәлеген яҡшы белгән улы «һә» тигәнсе кейенеп, сығып та йүгерҙе. Хәҙрәт өйҙән сыҡҡанда ат ҡапҡа төбөндә егеүле ине. Олпат кәүҙәһе менән хәҙрәт санаға еңел генә менеп ултырҙы ла, улына атты ҡыуырға ҡушты.

Яңы яуған өрпәк ҡарҙы ярып, ун саҡрымды бер тынала үгеп, йән-фарманға сапҡан айғыр аҡ күбеккә батып Бишҡайын ауылына барып та инде.

Хәҙрәт көткәнсә, ишек тыштан йоҙаҡлы. Өйҙә шәм яҡтыһы күренмәй. Тимәк, хужалары һаман ҡунаҡтан ҡайтмаған.

һай, башҡорттоң моңһоҙлоғо! Был ваҡытҡа тиклем нимә ҡарап ултырырға? - тип һуҡранды ла хәҙрәт улына яра һуғып тәҙрә аша өйгә инергә ҡушты, һәр минут ҡәҙерле ине. Хәҙрәттең яңы бойороғо ишетелде:

Балаларҙы бында алып килә һал, - тине төтөн борлаған ярыҡ тәҙрә эргәһенә килеп. Варис, ҡара төтөнгә сәсәй-сәсәй, балаларҙы берәмләп тәҙрә эргәһенә ташып торҙо, атаһы күлдәксән сабыйҙарҙы толобона төрөп санаға ултырта торҙо. Балаларҙы ҡотҡарып бөткәс, атаһы Варисҡа йәнә эш ҡушты.

Түр башында һыу барҙыр. Шуны мейес араһында яна башлаған утынға һип!

Көнө буйы ҡыҙыу яғылған мейес араһына киптерергә һалынған утын, ысынлап та, ҡуҙлана башлағайны. Ут хәҙер генә ҙур булмаған өйҙө ялмап алыр ҙа, күҙ асып йомғансы уны көл-күмергә әйләндерер ине. Өлгөрҙөләр бит, өлгөрҙөләр! Ике-өс биҙрә һыу утты һүндерергә етте. Үҙе төтөнгә сәсәй Варис, үҙе уйлап йөрөй:

-        Ярай һыуҙары булды, - тип ҡыуана. - Атайым кешеләргә юҡҡа ғына кистән йоҡларға ятҡанда өйөгөҙҙә бер-ике биҙрә һыу, ярты икмәк булһын, тип өйрәтмәй икән.

Тәҙрәгә тамам әлһерәп килеп ҡапланған улын атаһы һөйрәкләп алды ла күтәреп санаға алып барып ултыртты.

-        Рәхмәт яуһын, балам, оло ҡазанан ҡотҡарҙың, — тине улын толоптоң осона төрөп. Үҙе өшөй башлаған балаларҙы күршеләргә индерә һалырға ашыҡты, үҙе һаман Харис ҡоҙаһын әрләне.

-        Дүрт баланды араҡыға алмаштырып ни, хәсис. Харистың күршеләре арыу кешеләр икән. Шунда уҡ

кейенеп сығып балаларҙы күтәреп индерештеләр. Хужабикә самауырына йәбеште.

-        Хәҙрәт, сәй эсеп ҡайтығыҙ, - тине. - Балалар ҙа һыуһағандарҙыр.

Төтөнгә саҡ-саҡ тонсоҡмай ҡалған балалар, ҡурҡыуҙан, илау ҡеүәһен дә юғалтҡандар. Шаҡ ҡатып, өндәшә лә алмай ултыралар. Ҡоттары осҡан, меҫкен дәрҙең. Хәҙрәт эргәләренә ултырып өшкөрөп алды. Әҙерәк йән ингәндәй булғас: «Иртәгә килеп хәлдәрен белермен тағы», - тип әйтергә итте лә күңелендәге бер һиҙемләү арҡылы, әйтер һүҙен өндәшмәй ҡалдырҙы. Бер аҙ балаларға текләп торҙо ла:

-        Ин шәәъ Аллаһ, былай ҙа бирешмәҫтәр, — тине. — Улым, әйҙә ҡайтабыҙ, - тип ойоп барған Варисты ҡуҙғатты. - Сәйгә туҡтамайбыҙ. Балаларҙы тәрбиәләй һалығыҙ.

Өйөнә етеп, әбейе эргәһенә йылы түшәккә сумғас та, Мөжәүирҙе оҙаҡ ҡына йоҡо алмай ыҙалатты. Ниндәйҙер хәүефле тойғо һаман күңеленә тынғы бирмәне. Саҡ ойоп ҡына киткәйне, хәтәр төш күреп, йәнә уянды. Имеш, уны ҡоторған йыртҡыстар талай икән. «Был төш тигенгә булмаҫ, Хоҙай ниҙер әшкәртә», - тип уйланы ул. Бөтөнләй йоҡоһо осто. Тороп таң алдынан уҡыла торған доғаларын уҡыны. Тәһәрәтләнеп, иртәнге намаҙға баҫҡанда әүлиә ниндәй хәүеф йәнен талағанын ап-асыҡ белде. Уға яуыз көстәр тарафынан мәкерле тоҙаҡ ҡорола. Иркенән мәхрүм итмәкселәр. Уны тотҡонлоҡ - төрмә көтә... Ни өсөн икәнлекте лә белә ул.

- Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте киң. Ни хәл итәһең, тыуғанда маңлайыңа ни яҙылған, шуны күрмәй сараң юҡ, — тип уйланы ғилем эйәһе, үҙенә ҡағыласаҡ ғилләнең шауҡымы ҡайһы юҫыҡтан килерен тоҫмаллап. Халыҡты ил башлыҡтары үҙҙәре ҡаңғырта. Нахаҡ менән хаҡты, аҡ менән ҡараны айыра алмай, нишаналар, тип көйҙө. Ил башлыҡтарының хаттин ашҡан вайымһыҙлылығына сыҙаша алманы: «Әллә ниңә ышаналар бит шул мәлғүн нәмәләргә? Немец фашистарының кара эсле иблис икәнен, әйтерһең, аңламайҙар. Эх, ҡайһылай итеп кенә юғары түрәләргә шул иманһыҙҙарҙың планын аңлатырға? Улар бит беҙҙең илде бер-ике ай эсендә борҡолдатып үҙҙәренә буйһондороп, ҡол итергә йыйына. Ай, белмәйҙәр шул, белмәйҙәр. Ышаналар, ышаналар!»

Хәҙрәт тәрән уйға сумды. Әммә уйының осо-ҡырыйына сыға алманы. Илдәр яҙмышын күҙаллау бер-ике айырым кеше яҙмышын күҙаллау ғына түгел шул. Хәҙрәттең олуғ ҡөҙрәте, кирамәт әүлиәлеге лә байҡап бөтөрә алмай. Иң яманы — белгәнен әйтеп тә ышандыра алмай ҙаһа. Үҙенә Хоҙайҙан бирелгән ҡөҙрәттең ҡәҙерен белә лә бит. Әле лә көтөү көткәндә күргән әллә ҡасанғы аҫыл йәйғорҙо иҫенә төшөрөп ултырҙы, Хоҙайҙан ярҙам һораны. Зиһене яҡтырып киткәндәй булды, алда ниҙәр булыры ап-асыҡ булып күҙ алдына баҫты. Эйе, нисек кенә теләмәһәк тә, тиҙҙән Гитлер беҙгә һуғыш аса. Әҙер торорға ине. Юҡһа, ҡорбандар ифрат күп буласаҡ. Аңғартып та ҡарай ул, тик тәкәббер түрәләр ябай кешенең әйткәнен һис тәменә алырҙай түгел.

Әле көс-ҡөҙрәте арта барһа ла, яңы властың бер килеп бөтәсәгенә иманы камил. Әүлиәлеге ап-асыҡ әшкәртә: яңынан 50-60 йылдан илгә маңлайында иретелгән ҡурғаш саҡлы миңе булған тамғалы батша киләсәк. Шул Сәүитте бөтөрәсәк. Юҡ, хәҙрәт яңы власты һис тә дошман күрмәй. Киреһенсә, яңы хөкүмәттең ыңғай яҡтары ла байтаҡ. Үҙенә лә файҙаһы тейеп тора. Ҡайһы бер закондары, әйткәндәй, әхлаҡи кодекс тигәндәре, әйтерһең, Ҡөрьәндән алынған. Гел ғәҙеллекте, тоғролоҡто, туғанлыҡты алға һөрә, яҡшылыҡҡа өндәй. Тик ни гиллә менәндер, әллә үҙ башына ҡарышыпмы, был хөкүмәт Хоҙайҙың барлығын, берлеген инҡар итә, динде танымай.

Шул тиҫкәре яғы уға оҙон ғүмерле булырға ҡамасаулаясаҡ. Диндән яҙған әҙәм балаһының бәйеле аҙасаҡ, әҙәп, тәүфиҡ бөтәсәк.

Өйрәтеп әйттеңме, «халыҡ дошманы»на әүереләһең... Эх, ниңә кешеләр законға ла, батшаларға ла түгел, бары тик бер Хоҙайға табынырға кәрәклекте онота! Яңылышалар, тәрән яңылышалар! Гонаһты уйламайҙар. Гонаһлы ерҙә Хоҙай афәт-ҡазаһын ебәререн аңлатып булмай кафырҙарға.

—     Йә, Хоҙай, бөтәбеҙҙе лә ярлыҡа. Аңһыҙ, динһеҙҙәрҙе кисер!

Хәҙрәт тиҫбеһен тилберерәк тартты. Намаҙ уҡып бөткән абыстайына әкрен генә өндәште.

Әбекәйем, сәйеңде ашыҡтыр. Миңә берәй аҙналыҡ ризыҡ хәстәрлә. Ҡорот, талҡан, һары май кеүектән.

Ҡайҙа йыйындың? — тине аптыраулы Гөлйемеш, — алдан әйтмәгәйнең дәһә.

Хәҙрәттең һаман асығын әйткеһе килмәне.

—     Юлға сығам. Ҡышҡы йылы кейемдәрҙе ҡарап бир. Ныҡ аптырауға ҡалған абыстайына хәҙрәт йәлләп ҡарап

ултырҙы, уның бер ярҙамһыҙ ҡаласағын уйлап йөрәгенә ҡан һауҙы. Тик ни хәл итһен, күрәсәкте күрмәй, әҙәм гүргә инмәй.

Ысынлап та, закон һаҡсылары үҙҙәрен оҙаҡ көттөрмәне. Иртәнге сәғәт ундар тирәһендә өйгә хәрби кейемле ике кеше килеп инде.

—     Беҙ НКВД-нан, — тинеләр. — Ьин, Мөжәүир Сиражетдинов, Совет власына яла яғыуҙа, законға ҡаршы эштәр башҡарыуҙа ғәйепләнәһең. Ьине ҡулға алырға бойороҡ бирелде. Йыйын!

Хәҙрәт, әйтерһең, уны төрмәгә түгел, күрше ауылға аятҡа алырға килгән дәр^ тыныс ҡына тауыш менән:

—     Мин әҙер. Йыйынып, һеҙҙе көтөп ултырам, — тине. — Алдан әҙерләп ҡуйған йылы көпөһөн, быймаһын кейеп, биштәрен ҡулына алды.

Эштең ниҙә икәнен аңлап алған Гөлйемеш абыстай инә бөркөттәй ирен яҡлап, яу ҡуптарҙы.

—     Ҡартымдың уйлағаны яҡшылыҡ, эшләгәне изгелек. Быны бөтә тирә-яҡ белә, — тип ирен яҡланы. — Уның сәүиткә ҡаршы булғаны ла юҡ. Ниңә ҡаршы булһын ти, етемлектә үҫеп, саҡ яңы күҙен асҡан ярлы ҡаршы була тиме?

-        Ҡуйсы, Гөлйемеш, ҡаңғырма, - тине хәҙрәт әбейен тынысландырырға теләп. - Улар бит һалдаттар, бары приказ үтәйҙәр. Мине хөкөмгә алып бармаһалар, уларҙың үҙҙәренә эләгәсәк.

Милиционерҙар икеһе лә Баймаҡ районынан булғанлыҡтан, хәҙрәттең әүлиәлек ҡөҙрәте тураһында хәбәрҙар ине. Гөлйемеш абыстайҙың хаҡ һүҙ һөйләгәнен дә аңлап торалар. 1 ик юғарынан приказ булғас, ҡушҡанды үтәмәҫкә хаҡтары юҡ.

-        Хәҙрәт, зинһар, беҙгә үпкәләмәгеҙ, - тине берәүһе ипле генә итеп. - Моғайын, һеҙҙе оҙаҡ тотмаҫтар, һеҙҙе белмәгән, ихтирам итмәгән кеше юҡ был тирәлә.

Мөжәүир үҙенә мөлдөрәп ҡараған ҡатынының ҡулын ҡыҫып хушлашты, балаларын уятып тормай, арҡаларынан һөйөп сыҡты.

—Хуш, Гөлйемеш. Балаларҙы айырмай, һәйбәт көт, — тине. — Минең ғәйебем юҡ. Шулай ҙа Хаҡ Тәғәлә ҡушҡанды күрермен инде.

Иренең күңелен уйлап, хушлашҡанда Гөлйемеш күҙенән бер тамсы йәш сығарманы, тешен ҡыҫып түҙҙе. Башҡорт ҡатыны бит ул, кәрәк саҡта саҡматаштай. Ул тышҡа сығып иренең артынан өшөгәнсе ҡарап ҡалды. Шунан ҡапыл аңына килде:

—Аһ-аһ, һапатам әйләнеп, аңшайып тик торамсы, — тип үҙен әрләп алды ла намаҙлығын түшәй һалып намаҙға ултырҙы. Хоҙайҙан ялбарып-ялбарып ҡартының имен-аман әйләнеп ҡатыуын һораны. Йоҡонан яңы уянған балаларына сәй ултыртып бирә һалды ла, яулыҡҡа мул ғына күстәнәс төрөп алып, Хафизә абейҙәргә йүгерҙе. Изге күңелле әбейгә юл хәйере биреп, иренең һау-сәләмәт әйләнеп ҡайтыуын бергәләп теләргә ниәтләне.

* * *

Манһыр менән Баймаҡ араһындағы сана юлы һәйбәт кенә ине. Көрт-фәлән һалған убалар ҙа осрамай. Ап-аҡ ҡар донъяға аҡлыҡ-паклыҡ бөркә, ынйылай емелдәп, күҙҙәрҙе ҡамаштыра. Әйтерһең, ерҙә илдең бәкәленә һуҡҡан 1939 йыл да түгел, ғәҙелһеҙлек тә, ялған да, хөсөтлөк тә юҡ.

Күпте күргән, донъяны зирәк аҡылы менән иңләп-буйлап сығырға һәләтле Мөжәүир юл буйы уйланып барҙы. Башҡорттоң ғына түгел, бөтә Рәсәй иленең киләсәген күҙаллап, күңелен ҡаты борсоу баҫты.

Бынан 60—70 йылдан һуң ниҙәр булыры ла ҡаты ҡурҡыуға һала уны. Моғайын, ер өҫтөндә эсер һыуҙар бысранып бөтөр, тупраҡ, ныҡ ағыуланыу сәбәпле, уңдырышлылығын юғалтыр, һауа, шифалы үләндәр, һыуҙар бысраныр. Төрлө йоғошло аҙғынлыҡ сирҙәре күбәйер. Кешеләр, тәрегә табынған һымаҡ, мөйөшкә текәлеп ултырырҙар, ундағы «замана йәшниге»нән бөтә донъя әҙәпһеҙлек, ҡаты бәғерлелек, аҙғынлыҡ, әшәкелек сәселер. Кешеләр уның һайын «ҡумтаға» мөкиббән китер. Шулай итеп, ахырызаманды, Ҡиәмәт көнөн кеше үҙе яҡынайтыр. Был афәттән ҡотолоу юлы ла бар: был — иман, иҙәп, тәүфиҡҡа ҡайтыу кәрәк. Йәнә кешеләр донъяһын, йәнә тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш ҡотҡарыр. Тик әҙәм әйткәнде п илаймы ни? Ул, хәҙрәт, белгәнен бөтә донъяға иғлан итергә бигеңдән әҙер. Тик аҙған динһеҙҙәргә уның һүҙе үтемле түгел шул.

-        һиҙәйәт (ғәҙел юл) табырға, Хоҙайым, үҙең ярҙам ит! Ярлыҡа аңһыҙҙарҙы!

Хәҙрәт юлда пәйғәмбәрҙәрҙең йәшәйеше тураһында ла уйланды һәм йәнә иртәнсәк үк аңына һалып ҡуйған, Хоҙай ҡушҡанды күрмәй форсатың юҡ, тигән фекерҙе нығытты. Иблис көслө. Ул хатта изге пәйғәмбәрҙәрҙе юлдан яҙҙырырға, уларға хаслыҡ ҡылырға маташҡан. Ана, Әйүп пәйғәмбәрҙе, үҙ ҡотҡоһона бирелмәгәне өсөн иблис нисек ыҙалай. Башта малын, барлыҡ ниғмәтен тартып ала, юлдан яҙҙыра алмағас, ауырыуға һабыштыра, тәнен ҡортлата. Әммә Әйүп пәйғәмбәр Аллаһы Тәғәләгә тоғро ҡала. Тәҡдиренә буйһона. Хаҡлыҡ барыбер бер килеп еңеп сыға, ул һауыға. Нисек көслө тойолһа ла, иблис еңелә.

Мөжәүир ҙә яҙмыш ҡушҡанды күрәсәк. Үҙен ҡулға алырға килеүселәрҙе, тылсым көсөн ҡулланып, ҡышҡы һыуыҡта аҙаштыра, ҡаршыһына йыртҡыс йәнлектәр пәйҙә итеп, ҡотон алып ҡурҡыта ла алыр ине. Әммә хәҙрәт үҙендәге Хоҙай биргән илаһи көстө, кирамәтлекте һис ҡасан урынһыҙ ҡулланмай, тәләфләмәй, ғилеменә хилафлыҡ килеүҙән ҡурҡа. Теге бала саҡта Иманай битләүендә мал көткәндә Аллаһы Тәғәләнең йәйғор нуры аша үҙенә биргән көстө изге һанай. Хоҙай биргән ҡөҙрәтте бары тик изге эштәргә сарыф итергә нәҙер әйтте бит ул.

* * *

Баймаҡ. Мөжәүирҙән тәүге һорау алыу. Милиция начальнигы, тәкәббер, ҡупырыш бер бәндә, ауыҙынан папиросын алмай ғына, теш араһынан уға екерҙе:

—Бине, ҡартлас, беҙҙең Совет власына яла яға, тиҙәр. Был дөрөҫмө?

Нимә тип... Бәй... Әлхәм...

Мәҫәлән, кешеләргә тиҙҙән немец Рәсәйгә һугыш башлай, тип әйтә икәнһең. Ә һин беҙҙең Германия менән бер-беребеҙгә һөжүм итмәү тураһында Килешеү бар икәнлекте беләһеңме, бабай? Аңра башың менән, юҡты һөйләп, властарға, Сталинға ҡаршы сыҡҡанһың. Хәҙер провокация һөйләүенде аңланыңмы, ахмаҡ?

Хәҙрәт үҙе һөйләгәндәрҙән баш тартырға йәки танырға һис йыйынмай. Киреһенсә, уның юғарыла ултырғандарға шул белгәнен аңғартҡыһы килә.

Улым, — ти ул кеселекле генә итеп. — Мин — әүлиә. Алдан күрәм. Миңә Хоҙай үҙе әшкәртә. Ап-асыҡ әйтәм: германдар беҙҙең илде баҫып алыу планын ҡора. Миңә барыһы ла билдәле. Илебеҙҙе шул афәттән ҡайһылай әрсәләү хаҡында кәңәшләшкем килгәйне, балам. Был ҡаршы барыу түгел. Аңлағыҙ, мин илебеҙҙең халҡын уйлайым, — тине ул, уғата тулҡынланып.

Тимәк, әйттең инде, ә?

Әйтеүем хаҡ, улым, әйттем, һиңә алып килеп яҡшы иттеләр. Исмаһам, һин хәлде ил башлыҡтарына еткерерһең. Герман батшаһына аслан ышана күрмәһендәр, харап булырбыҙ, тип әйтерһең.

Милиция начальнигы Мөжәүир хәҙрәттең ихлас яуабын берсә бер ҡатлылыҡ, берсә аҡылына зыян килеү күренеше һымағыраҡ аңланы. Барлыҡ һөйләшкәнде эргәһендә ҡағыҙға теркәп ултырған сәркәтибенә күҙ ҡыҫты:

—Күрҙең,борода нимә ти? Ғәйебен йәшермәй. Үҙе һөйләп биреп тора.

Хәҙрәт оло түрәнең килделе-киттеле һүҙен, әйтерһең, ишетмәне, һаман үҙенекен ныҡыны.

Улым, үтенәм, юғарыларға, зинһар, шуны еткерә күр, аңғарт һис юғы. һемәйеп ҡалмайыҡ, тим.

Етәр, ҡартлас! Надоел һин миңә, еткер ҙә аңғарт, имеш. Беҙҙә лә баш бар. һинең һымаҡ алйығандарҙың хәбәрен еткерә башлаһаң, үҙ башың ҡайҙа осоп барып ятырын белмәй ҡалырһың.

Милиция начальнигы иҙән буйлап кәттә генә арлы-бирле

Гюрөп алды. Хәҙрәттең үҙенә төбәлгән үткер ҡарашынан бер аҙ плбыргай төшһә лә, барлыҡ көсөн туплап, һорау алыуҙы дауам иттерҙе.

-        һин Совет власын да бөтәсәк, ти икәнһең. Был дөрөҫмө?

-        Мин уны, балам, һис бер Совет власына хаслыҡ уйлап айт мәйем.

-        Ҡотҡо таратаһың инде, ә? Аҫтан ҡырҡаһың?

-        Юҡ, юҡ, һис юҡ! Белгәнемде әйтеүем, киреһенсә, Совет плисын нығытырға кәрәк тигән уйҙан. Алды-артты ҡарап йөрөргә кәрәк, тим. Сәүиттең 50-60 йылдан бөтәсәген көҙгөлә күргән кеүек әйтәм.

һорау алыуҙан ҡәнәғәт милиция начальнигы хатта ҡулдарын ыуып алды. «Балыҡ»тың ҙурын эләктерҙе ләһә. Был аңра башты таты ла күберәк һөйләндереү фарыз.

Тәк-тәк, — үҙе тағы сәркәтибенә күҙ ҡыҫты. — Яҙып олгөрәһеңме? Барыһын да теркә. Протокол кәрәк булыр, -тине. һорау алыуҙы тағы ла эшлеклерәк алып барырға теләне.

Совет власына ҡаршы ҡотҡо таратыусыларҙан тағы кемдәрҙе беләһең?

Ниндәй ҡотҡо? - Хәҙрәт йәшкелт көрән күҙҙәрен ҙур ме ып һорау алыусыға төбәлде. — Ни һөйләйһең?

 

Моғайын, яңғыҙың түгелдер. Кемдәр һине хуплай?

Аңламайым. Нахаҡ һөйләргә йыйынмайым.

-Ну, кемдәр ҡаршы беҙгә? Уларҙы халыҡ дошмандары тип тә атайбыҙ. Әйт, исемләп әйт!?

Ниндәй дошман? - Хәҙрәт ғәжәпләнде.

Йәшермә, беләһең!

 

Ҡуй, улым, гонаһлы булма! һаташма, бер ниндәй дошман да, ҡотҡо ла юҡ.

Молчать! - Начальник аяҡ үрә баҫты ла, ғәҙәтенсә, пистолеттың кобураһын һәрмәп ҡуйҙы. — Хватит! Мин һиңә ниндәй улың булайым, алйыған ҡарт! Ҡамсы менән бер-икене тамыҙып алһам, белерһең. Телең дә сиселер. - Ситтәрәк ултырғыста ятҡан сыбыртҡыһына ымланы. — Ана, күрәһеңме... тел асҡысын?

Хәҙрәт һаман уны ипкә килтерергә тырышты.

—Ҡуйсы әле, улым, көфөр булмаҫы. Минең һис гонаһым юҡ. Күңелем саф. Берәүгә лә зыяным теймәй, киреһенсә, изгелек эшләргә генә әҙермен.

Үҙенән-үҙе ярһып, буштан-бушҡа күҙҙәренә ҡан һауа барған начальник, үҙен ни ҡылһа ла хаҡы бар тип иҫәпләй, күрәһең. Тупаҫланғандан-тупаҫлана барған тауышы менән:

—Бинең һымаҡ ер ҡорттарын, Совет власына ҡаршы йөрөүселәрҙе, тотоп берәмләп барыбер һытып бөтәсәкбеҙ.

—Тәүбәңә кил, мосолманһың даһа.

—Тәүбәмә? Минме? Ха-ха-ха! Бин — борода алдындамы?

Начальник күҙҙәренән йәше атылып сыҡҡансы хахылдап көлдө.

—     Хәҙер тәүбәне күрһәтәм мин һиңә!

Пистолет тоторға ҡулы ҡысып торған хөкөмдар ҡоралын алды ла хәҙрәткә тоҫҡаны.

Ә быны күрәһеңме? Шалт и каюк! Шунан икмәк серетеүҙән туҡтайһың, и баста!

Ни һөйләйһең, улым? һин бит әҙәм балаһы! Иблискә әйләнмә! Ҡуй, аҡылыңды юйма!

Молчать! Надоел! Был ғәйептәрең өсөн, белгең килһә, һиңә — явный расстрел!

Шулай ҙа бер аҙҙан ажар түрә йомшарҙы. Пистолетын да кобураһына кире тыҡты. Әллә иләҫләнеп, әллә хәле бөтөп, креслоһына ултырҙы ла кнопкаға баҫты. Бүлмәгә йәш кенә милиционер килеп инде. Өйрәнелгән ғәҙәте буйынса ҡулға алыныусыға шартылдатып бығау кейҙерҙе лә, хужаһына яҡшатланырға теләгәндәй, бүлмәнән елтерәтеп алып сығып та китте.

Хәҙрәт төнө буйы керпек тә ҡаҡмай сыҡты. Үҙ өммәтенән булған түрәгә ышанып ҡарағайны ла, өмөтө аҡланманы. Зәрә лә вәхши әҙәм булып сыҡты.

Иртәгеһен, ни сәбәптәндер, Мөжәүирҙе ашыҡтырып Йылайыр төрмәһенә оҙатырға булдылар. Атын егеп, юлға әҙерләнеп йөрөгән урта йәштәрҙәге башҡорт санаға күпертеп бесән түшәне, хәҙрәткә ҡыптыр тире тун ырғытты:

—Өшөрһөң, кейеп ал!

Ҡуҙғалырға тип торғанда, уларҙың юлын бер хәрби бүлде, күрәһең, күсерҙең үҙ күргән кешеһелер.

Ишеттеңме? — тине ул шыпырт ҡына. — Милиция начальнигы баҫҡыстан ҡолап үлгән.

Нисек... ҡолап үлгән?

Иртәнсәк эшкә ауырып килгән, ти. Теле көрмәлгән, бите сал ы шайтан. Баҫҡыстан тәгәрәп киткән дә йән биргән.

һап-һау, бүгәйҙәй әҙәм ине. Вәт әй...

Эйе, иптәш, шулай. Бәйеле аҙмай башҡа бәлә килмәй... Ныҡ шашынғайны, әйтәгүр.

Быларҙың һөйләшкәнен ишеткән хәҙрәт ни эшләргә белмәй ыуаланды.

-Йә, Хоҙай, үҙең ярлыҡа! - тине кисәге допросты хәтерләп. - Ҡарғамағайным да. Үҙен үтә әҙәпһеҙ тотто шул. Ҡарғау кәрәкмәй, күңел рәнйей. Рәнйеш тиҙ төшә. Олоно оло тип белмәй, артыҡ шашынды шул...

Мөжәүир үҙенең теләһә - теләге үтәлерен, ҡарғаһа -ҡарғышы төшөрҙө күптән белә. Тик уны кеше һайын иҫкәртеп йорөп булмай ҙа баһа. Әҙәп, тәүфиҡ төшөнсәләренең бала { актауҡһәр кемгә һеңеүе фарыз.

Хәҙрәт шулай хафаланып ултырған саҡта, күсер сана янына килеп, ҡулына дилбегәһен алды.

-        Малҡай, әйҙә! Яҡты күҙҙә Йылайырға етә һалайыҡ. Н-н-а-а-а!

Баймаҡтан сығып байтаҡ барғас ҡына күсер, үҙ алдына һөйләнгәндәй, әйтеп ҡуйҙы:

-        Без суда и следствия атырға миңә право бирелде, тип шашына ине. Ҡотороуы үҙенең ҡара башына булды.

Исеме әйтелмәһә лә, Мөжәүир кем тураһында һүҙ барғанын яҡшы аңланы. Тимәк, күсер ҙә уны өнәмәгән икән.

Башҡаса юл буйы бер-береһенә һүҙ ҡатышманылар. Ошаҡ, яла, хөсөт берләшеп әҙәмдең ҡотон алған заманда кешеләр бер-береһенән ҡурҡа ине шул.

Йөҙ саҡрымды ете-һигеҙ сәғәттә үтеп, шәмгә ут алыр мәлдә генә Йылайырға инделәр. Күсер атын төрмә урынлашҡан йортҡа табан борҙо.

Мөжәүир хәҙрәтте шунда уҡ шөкәтһеҙ бер камерага яптылар. Ат башындай йоҙаҡ шалтыр-шолтор итеп ҡалды. Манһырының шау сәскә еҫе аңҡытҡан һауаһына өйрәнгән хәҙрәт өсөн камера һауаһы сыҙап торорлоҡ түгел. Яйлап күнекте. Таҡта түшәлгән һикегә ятып ҡараны. Аяҡ-ҡулы, бөтә тәне ни саҡлы талсыҡҡан булһа ла, бөгөн дә күҙенә йоҡо ҡунманы. Төрмә булһа ла, йәстү намаҙын уҡымаҡсы булғайны, тәһәрәтһеҙ икәнлеге иҫенә төштө.

«Намаҙҙың үҙ ваҡытында уҡылыуы фарыз», — тип уйланы тотҡон. Ишектең йоҙағын асып, тәһәрәткә сығыу уға бер шайы ла түгел дәһә. Хәҙрәт бер өшкөрөп ебәргәйне, ишек йоҙаҡтары үҙенән-үҙе асылды. Уға тәһәрәт яңыртып килергә мөмкинлек тыуҙы. Бына, ниһайәт, хәҙрәт ҡиблаға ҡарап баҫып, ҡулын күкрәгенә ҡуйҙы ла аҙан әйтеп, йәстү намаҙын уҡый башланы.

—     Бисмилләһир-рахмәнир-рахим! Әлхәмдү-лил-ләһи Раббил ғаләмин...

Намаҙын тамамлағас, ҡулына тиҫбеһен алды.

—     Сүбхәнәл-лаһ, сүбхәнәл-лаһ, сүбхәнәл-лаһ...

—     Әлхәмдү-лил-ләһ, әлхәмдү-лил-ләһ, әлхәмдү-лил-ләһ...

—     Аллаһу Әкбәр, Аллаһу Әкбәр, Аллаһу Әкбәр... Берәйһе ситтән хәҙрәттең тиҫбе тартыуын ҡарап торһа,

уның ҡулының тилберлегенә, нәҙек оҙон бармаҡтарының камиллығына хайран ҡалыр ине.

Хоҙайға оҙаҡ ваҡыт тәсбих әйткәндән һуң ул бер кешелек тар ғына һикегә ҙур кәүҙәһен саҡ һыйҙырып, йомарланып тигәндәй ятты ла, нисек тә әҙерәк серем итергә тырышты. Йоҡлап китер алдынан тағы бер ҡат: «Ьорау алыусы артыҡ әшәке булмаһа ярар ине», — тип теләне. Ул тағы рәнйеше төшөп, кемдеңдер үлеүен йә ауыр хәлгә ҡалыуын һис теләмәй.

Әммә Йылайырҙа һорау алыу Баймаҡтагынан ҡалышманы. Иң беренсе тәфтишсене бикле ишектең серле рәүештә асылыуы ҡыҙыҡһындырҙы. Протокол яҙмалары менән танышып сыҡҡан һорау алыусы Мөжәүиргә ысын «халыҡ дошманы» итеп ҡараны. Йыуан, һары әҙәм һөйләшмәҫ борон уҡ күҙҙәрен таҫрайтты.

Что за чертовщина? — тип үкереп ебәрҙе ул бикле ишектең нисек асыльгуын белергә теләп. Әммә хәҙрәт был юлы лпроҫөн әйтмәҫкә булды, не знай, тип белмәмешкә һалышты.

- Бусурманская морда, нацмен, захочу, так возьму да и ржттреляю без суда и следствия! — тип янаны ҡотһоҙ. Хаҙрәттең ҡулында тиҫбе күреп, шуға бәйләнә башланы.

Что, нас колдовать пришел что ли, бабайка? — тип ҡулынан тартып алырға ынтылды.

Ҡағылма бысраҡ ҡулың менән, — тине хәҙрәт, ҡулын ти ебәрҙе. Шул саҡ һары русты, әйтерһең, алмаштырҙы ла ҡуйҙылар. Тау ярырҙай аҡырған әҙәмдең теле көрмәлде, уҫал караган күҙҙәре ғәрешкә терәлгәндәй йыуашайҙы, тын алышы иуырлашты, быуындары кәрһеҙләнде. Өнө быуылып, саҡ тын алып ултырһа ла, әшәке ғәҙәтен ҡуймай, ҡатлы-ҡатлы итеп һүгенде. Тотҡоно алдында ҡапыл меҫкен хәлгә ҡалып, бер ни ҡыла алмауына, эй, үкенде теге. Атып ҡына йығыр ине — ҡулы тыңлауһыҙға әйләнде. Тәфтишсе ҡарттың йәшкелт осҡон сәскән күҙҙәренә ҡараны. Серле, үҙенә упҡындай убып плырҙай утлы ҡараш тәфтишсенең бар булмышын ялманы. Шул саҡ, сиркәү юлынан ҡайтмаған олатаһы тәрбиәһендә үҫкән был әҙәм, ҡаршыһында торған ҡарттың ябай кеше түгел икәнлеген һиҙеп ҡалды. Олатаһы һөйләгәндән, ул бындай тылсым эйәләре тураһында ишеткәне бар ине. Нары рус был үткер ҡарашлы тиҫбеле башҡорттан нисек тә йәһәтерәк ҡотолоу яғын ҡараны. Инде ҡарттың бында бер бөртөк сәсе төшмәһен, рәнйеп китмәһен. Шул ғына.

Бер нисә минуттан төрмә хеҙмәткәре ҡәҙимге ипкә килде. Ҡыңғырау шылтыратып ярҙамсыһын саҡыртты ла ҡулы менән ымлап тотҡондо алып китергә бойорҙо. Үҙе шунда уҡ, ултырған еренән йәмһеҙ хырылдап, йоҡлап китте.

Иртәгеһен майлаған кеүек булған Йылайырҙың һары русы хәҙрәтте йәһәтләп оҙатыу тураһында ғына уйланы. Бәләһенән баш-аяҡ, тине, буғай. Яйы ла сыҡты.

Ошо арала «атыу» статьяһына хөкөм ителгән бер төркөм тотҡон Өфөгә оҙатылырға тейеш. Тәфтишсе, милиция начальнигы менән һөйләшеп, Сиражетдинов Мөжәүирҙе шулар менән ҡуша оҙатырға кәрәк тапты. «Шәреле юлдан йәйәүләп барып эт күрмәгәнде күрһен әле, икенсе тапҡыр шауҡымы теймәҫкә яҡшы булыр», — тип тә уйланы хәйләкәр. Йылайыр төрмәһенең йышылып бөткән хеҙмәткәрҙәре Баймаҡтан килгән допрос протоколын күсереп кенә яҙҙылар ҙа, ҡабат һорау алып тормай, ҡултамға ҡуйҙылар, һәм «айырыуса ҡурҡыныс енәйәтсе», «Рәсәй йөмһүриәте енәйәттәр ҡанунының 58-се матдәһенә бинаэн» тигән мөһөр буйынса Мөжәүир хәҙрәткә «вышка» — атыу тейеш буласаҡ.

Март баштары. Яҙ айы булһа ла, көндәр һыуыҡ. Ҡар ҡышҡы кеүек шығырлап ята. Атырға хөкөм ителгән ун бишләгән тотҡондо икешәрләп бығаулап, Өфө юлына табан ҡыуаланылар.

Үлемгә хөкөм ителгәндәр араһында Мөжәүир балалыҡ дуҫы Хәсәнов Ғибаҙулланы ла күреп ҡалды. Үҙ заманы өсөн бик уҡымышлы, Ленинградта тау институтын тамамлаған, Совет власы өсөн йәнен бирергә әҙер, шахта начальнигы ла, рудасылыҡ инженеры ла булып эшләгән был кеше нисек эләкте икән һуң? Баҡһаң, ута «халыҡ дошманы» мөһөрөн рационализатор тәҡдиме индергән өсөн генә сәпәгәндәр. Йәнәһе, Совет власы менән ҡәнәғәт түгел, ризаһыҙлыҡ белдерә була, Был власть Ғибаҙулланы ла аямағас... Ҡуй инде.

Мөжәүир менән Ғибаҙулла бергәрәк йөрөргә тырышты. Алдан да, арттан да һыбайлы конвой «халыҡ дошмандары»н ҡарауыллай. Аяҡтарын саҡ һөйрәп, йән көскә атлаған ошо тотҡондар ҡара репрессияның иң аяныс яҙмышлы ҡорбандарының береһе булғандыр. Былай ҙа юл аҙабы — гүр ғазабы, тиҙәр. Ә был меҫкендәрҙең ғазабын һөйләп тә килештерерлек түгел. Берҙән, һыуыҡ үҙәктәренә үтә, икенсенән — аслыҡ. Бығаулы ҡулдар зәңкеп өшөй, ышҡылып сейләнгән урындар тәҡәтте ҡоротоп ауырттыра. Йәлләүсе юҡ, тотҡондарға ярҙам итеү ҡәтғи тыйыла.

Мыҡты кәүҙәле, тәбиғәттән һауһаҡ Мөжәүир ҡапылда әллә ни бирешмәне. Ә бына ҡаҡса ғына кәүҙәле Ғибаҙулла йонсой. Бер аҙҙан ауыр бығауҙы һөйрәп атларға кәре етмәй башлай, Етмәһә, ҡупшы хром итек аяғын ҡанатҡансы ҡыра. Аптырағас, бер ауыл аша үткәндә, хәҙрәт Ғибаҙулланың ҡиммәтле итеген систереп сабатаға алыштыра. Эстән йөн ойоҡ, тыштан сылғау урап кейеп алғас, йонсоған тотҡонға йән ингәндәй була. Сабата сабата инде, үҙе еңел, үҙе уңайлы. Оммә тәү баштан йонсоп ҡалған Ғибаҙулла күҙгә күренеп шиңә. Стәрлетамаҡты үткәс, ул бөтөнләй аяҡтан яҙа. Можәүир офицерға әйтеп, уны обозға ултыртып ҡарай. Бер йонсоһа, ирҙәр күтәрелә алмай, тиҙәр. Ғибаҙуллаға ылау нҫтондә лә еңеллек килмәй. Бер аҙ барғас, мәрхүм булып ҡала.

Хәҙрәт ҡарауылсыларға әйтеп, тотҡондарҙы туҡтаттыра. Нпфат булған яҡташын Ашҡаҙар ярына ерләй. Яҡташы гынамы? Иҙелбайҙа, Муллаҡайҙа әллә нисәмә йылдар бергә уҡыган йән дуҫы. Теге ваҡыт Айҙарлы приискыһында [ипләгәндә Закир Рәмиев иң ҙур теләгеңде әйт, үтәйем, тигәс: * I 'ибаҙулланы мәғдәнселек училищеһына ебәрергә кәрәк», — Тигәйне. Ысынлап та, дуҫы тырышып-тырмашып уҡып Рһгкты, тәүге белгестәрҙең береһе булып абруй менән эшләп йоронө. Улар араһында һәр ваҡыт туғанлыҡ хисенә оҡшаған бгр тойғо булды. Бына инде тәҡдире үҙ ҡулдары менән ерләтте ҡәҙерле кешеһен.

Йәнең йәннәттә булһын, — тип теләне хәҙрәт, мәрхүмлең ҡәбере өҫтөнә услап ер һалып.

Можәүир өсөн донъя буп-буш булып ҡалды. Хатта башынан сыҡмаған балалары ла артҡы планға күсеп торҙо. Эх, Ғибаҙулла, Ғибаҙулла, ниңә иртә киттең? Сәмләнеп эшләргә, Щманса йәшәргә ярата торғайның. Күңелеңдең уты ҡапыл Һүнде лә ҡуйҙы. Аяныслы ла һуң был тормош! Ғибаҙулланан да Сонет власына ихлас хеҙмәт иткән кеше булмағандыр. Үҙ тырышлығы менән уҡып сыҡты, янып-көйөп эшләне. Хатта Ц\\Ю иласҡа ярар өсөн йәндәй дуҫы Мөжәүир менән дә һирәк 0ҫрашты. Муллаға ҡатнаша тип, бәйләнеп ҡуйырҙарынан p'Kiiii. Хәҙрәт хәсрәтенең иге-сиге булманы. Әллә ҡайғы ИК'ппте, Талбазы тирәһенә етеп килгәндә, үҙенең дә рәте китә |) lil у ы н тойҙо.

Тмркәмдән тағы ике кеше үлде. «Хәйләһеҙ — донъя фай-H»i;,i», - тип уйлап та ала хәҙрәт. Артабан былай барһа, Кты һуҙырға ҡала. Итәк тулы балалары атайһыҙ ни эшләр?

Ҡатыны һарыға һабышыр. Бер аҙ атлағас, башлыҡ урынында барған өлкән һыбайлыға мөрәжәғәт итте:

Улым, мине ылауға ултыртырға ҡуш әле. Күреп тораһың, рәт бөттө. Үҙе, тылсымлы күҙ ҡарашы менән тәьҫир итергә теләп, офицерға төбәлә. Йотлоғоп ҡарау үҙенекен итә. Башта ыңғайлағыһы килмәгән һыбайлы ҡапыл ғына риза булды ла ҡуйҙы. Хатта тыңлаусан, күндәм бер әҙәмгә әйләнде,

Эй, Юлайка! Бабайҙы санаңа ал. Хәле бөткән. Үҙе әмеренең үтәлеүен көтөп ҡарап тора. Ошо ултырыуҙан Өфөгә барып еткәнсе ылауҙан төшмәне хәҙрәт.

...1939 йылдың яҙы. Өфө төрмәһе «халыҡ дошмандары» менән лыҡа тулы. Уларҙан хатта һорау алып өлгөрә алмайҙар. Йылайырҙан егерме көн тигәндә ыҙалап саҡ килеп еткән ете тотҡондо урынлаштырырға камера етмәү сәбәпле, һорау ҙа алып тормай, судһыҙ-ниһеҙ сығарып аттылар. Бары Мөжәүир хәҙрәткә генә ҡағыла алманылар. Әммә һорау алыу протоколдарын уҡып, уны «Айырыуса ҡурҡыныс енәйәтсе» тип атайҙар һәм айырым камераға бикләргә ҡушалар. Мөжәүир-ҙән бер нисә ҡат һорау алғас, ниһайәт, суд көнө лә билдәләнә.

—     Сиражетдинов Мөжәүир! — Надзирателдең ҡоро, талапсан тауышы яңғырай. — На выход!

Ҡурҡыныс енәйәтсене хөкөм итеүҙе ҡарарға байтаҡ кеше йыйыла. Алғы рәттә ултырыусы илленән ашыу кешене геүаһ итеп әҙерләгәндәр. Бына судья аяҡ үрә баҫып судтың баш- ланыуын иғлан итә. Халыҡ дошманының енәйәттәре! тураһында оҙон ғына итеп телмәр тотҡас, һүҙҙе шаһиттарға/ йәғни, геүаһтарға бирә. Әммә сығыш яһарға әҙерләнеүселәргә, әйтерһең, зәхмәт ҡағыла: йә телдәре тотлоға, йә фекерҙәре сыуала, йә әйтер һүҙен онота. Геүаһтар йүнле хәбәр һөйләй алмай оятҡа ҡалғас, һүҙ һорап залдан йәнә ике кеше тороп баҫа.        '

—     Беҙ Мөжәүир хәҙрәттең яҡташтары, — тиҙәр улар. — Әйтер һүҙебеҙ бар.

Бәй, былар ни, Бишҡайын ауылындағы Харис ҡоҙаһы! менән бер ваҡыт сәхнәлә үҙен әләкләп уйнаған әртис Бәхтийәр ҙәһә. Ул әртистең мәҙәктәрен иҫләп, хәҙрәт мыйыҡ аҫтынан ғына көлөмһөрәне.

...Ул саҡта йәштәр араһында спектакль уйнау таралған Лула. Әртисләнергә яратҡан әлеге Бәхтийәр тас хәҙрәт булып кгйснеп, сәхнәгә килеп сыға ла тамашасыны көлдөрөргә, тип кылана башлай. Уның бәйһеҙлеге хәҙрәттең зитына тейә. Тылсым көсөн һис ҡасан кәрәкмәгән юҫыҡҡа ҡулланмаған мүлйә, тота ла мәҙәксенең үҙен ҡыҙыҡ итә. Өҫтөндәге барлыҡ кг Йемен систертә һәм шәп-шәрә көйө сәхнәлә теләһә нимә ҡыландырып йөрөтә башлай. Бәхтийәрҙең ҡылығын оҡшатмай ултырыусы ауылдаштары тәгәрәп ятып көлә, ә ғәрлегенән буҙнрган Бәхтийәрҙең бисәһе ирен нисек туҡтатырға белмәй. Иң ахырҙа Мөжәүир алдына килеп ялбара.

- Балаларым хаҡына үтенәм, зинһар, иремде ипкә килтерегеҙсе, — ти. — Икенселәй улайтмаҫ.

Ҡатын илап ебәрә. Шул саҡ үҙ аңына килгән кәмитсе кейемен эләктереп ала ла клубтан сығып һыҙа. Иҫендә, аҙаҡ Килем i ғәфү үтенде. Әңгәмәсел, йор һүҙле Мөжәүир рәхәтләнеп firp көлә лә:

Ҡуйсы әле, юҡты ни, - ти. - Тапҡанһың ғәфү үтенер нимоне. Бер ҡыҙыҡ булды. Ауыл һаман һөйләп кинәнә.

Лна шул кеше, әртис Бәхтийәр, бөгөн судҡа шаһит булып Килпш тиң, ә?! Харисына тейеш инде, теге ваҡыт янғындан «отҡарып алып ҡалды. Әлеге лә баяғы, шул күрәҙәселеге в1пк;>рткәйне. Хәҙрәт белә, улар икеһе лә уны ҡотҡарыр өсөн йпрой.

Башлап Харис һүҙ алды. Ул хәҙрәттең кешеләргә ярҙамсыл булыуын, үҙенең өйөн яна яҙыу тарихын түкмәй-сәсмәй һөйләп, тыңлаусыларҙың һушын алды. Күптәр ышанманы. «Әкийәт», — тинеләр.

Пәхтийәр ҙә әртистәрсә матур итеп хәҙрәттең тирә-яҡта иң йбруйлы кеше булыуын раҫланы. Уның ысын әүлиә булыуына бғр нисә дәлил килтерҙе.

Хәҙрәт беҙҙең закондарҙы ихтирам итмәһә, бөгөн бында ултырмаҫ ине. Уның ҡөҙрәте икһеҙ-сикһеҙ, — тине. — Ул бө-tttlini дә алдан белә. Бар нәмәне, хатта ни уйлағаныңа тиклем yi'n күрә. Хәҙрәт тәү ҡарашҡа ғына ябай күренә. Зирәклектә, Кыл ҡеүәһендә уға тиңдәш юҡ. Берҙән-бер мөғжизәләр Тыуҙырырға һәләтле кеше. Хәҙрәттең ләғнәтенән, бәддоғаһынап ҡурҡырға кәрәк. Мине бында халыҡ ебәрҙе, һи ышанабыҙ, хәҙрәт тураһында барлыҡ дөрөҫлөктө һөйләп би тинеләр үәт.

Бәхтийәр ултырҙы. Уның сыгышы күптәрҙең күҙен аст Икеләнеп ҡалған судья ла хөкөм ҡарары менән ашыҡмаҫ булды. Урал аръяғы халҡы күтәрелеп сығыуҙан ҡурҡты ахырыһы. «Күренеп тора: был Сиражетдинов ябай әҙә түгел», — тип һығымта яһаны ул. Уйлап эшләргә кәрәк.       ^

Оҙаҡ  ҡына  кәңәшләшкәндән   һуң   судья   Мөжәүи Сиражетдиновтың үлем язаһын ун йыллыҡ һөргөн менән алыштыра. Суд әһелдәре артабан хәҙрәткә ҡаты бәрелеүҙән тыйыла.

Ят ярлыҡамаҫ, үҙеңдеке үлтермәҫ. Бәхтийәргә тиклем яҡлашып тора. Ҡайҙан, ҡайҙа, нисек килеп еткәндәрҙер? Хәҙрәттең күңеле тулды, күҙҙәренә йәш эркелде. Тыуған яғының изге кешеләренә күңеленән алҡынып-алҡышланып рәхмәттәр уҡыны ул.

Шулай итеп, яҙмышына буйһонорға ниәтләгән хәҙрәт өсөн оҙаҡ йылдарға һуҙыласаҡ тотҡонлоҡ тормошо башлана. Мәгәр һаман да уны камерала күҙ ялыҡтырмай күҙәтәләр. Бәлки, халыҡ дошмандары менән бәйләнешенең берәй осо килеп сығыр, тип эргәһенә үҙҙәренең кешеһен ултыртып ҡарайҙар. Йәнәһе, тотҡон берәй мөһим хәбәр әйтеп һалмаҫмы? Эргәһендәге әҙәмде үтә күргән тотҡон теге бәҙрәфтән сыҡмаҫлыҡ итеп ҡыла ла ҡуя. Бер нисә көн эсе киткәс, хәлдән тая меҫкен. Шунан ғына шымсыны камеранан сығаралар.

Хоҙай Тәғәләнең изге ҡөҙрәтенә йәне-тәне менән ихлас ышанған хәҙрәт биш ваҡыт намаҙын, төрмә булһа ла, ихлас үтәй. Уға тәһәрәт өсөн сығыу ҡыйын булмай, кәрәк саҡта бер доғаһы етә: йоҙаҡ үҙенән-үҙе асыла. Сыҡҡанда ҡомғанын ҡулынан төшөрмәй. Кистән бикләнгән ишектең иртән тороуға асыҡ тороуына надзирателдәр ҙә күнегә.

Хәҙрәттең хикмәттәре тураһында ишетеп йөрөгән төрмә начальнигы бер көнө уны үҙенә саҡыртып ала.

— Ултыр, — тип урын күрһәтә, башҡорт икәнлеге йөҙөнән күренеп торған урта йәштәрҙәге, хәрби кейемле ир.

Хәҙрәт уның үҙенә ҡарата мәрхәмәтле уйҙа булыуын белеп, йомшаҡ ҡына итеп, үҙ күреп өндәште:

Улым, ауырыңҡырап тораһың бит, — тине. — Ҡана «улдарыңды бир әле.

Ысынлап та, ҡатыны төнө буйы ауырып, йоҡо төҫө күрмәй килгәйне ул бөгөн эшкә. Ниндәй генә табиптарға күрһәтеп ҡораманы ул быума сирле ҡатынын. Был ауырыу алдында медицина көсһөҙлөк күрһәтә. Әле хәҙрәтте саҡыртып алыуы ла мнтыраған көндән.

-        Ҡан баҫымың үҙгәргән. Ныҡ ҡына көйәләнгәнһең, йоҡламағанһың, — тине хәҙрәт тегенең ҡулдарьш усынан ыскындырмайынса. _ Хәҙер үтер, хәҙер тынысланырһың...

Хәҙрәт төрмә начальнигының булмышын үтәнән-үтә күрҙе. Йәшәү ауыр был аҡыллы кешегә. Төрмә хужаһы булғыһы килмәй. Хәҙрәт уның әле ниңә саҡыртҡанын да аңлап тора. һойөклө ҡатынының ауыр хәле мәжбүр итә. Тирә-яғың яу булһын, өйөң эсе һау булһын, тимәҫтәр ине бит. Әҙәмде өй эсендәге, яҡындарына ҡағылышлы ҡайғы бөтөрөүсән.

Начальник бер аҙҙан еңел һуланы, әйтерһең, башын ауырттырып һыҡҡан ҡоршау һүтелде. Барлыҡ тәненән һалҡын тир бәреп сыҡты, хатта арҡа үҙәге буйлап ағып биленә тоштө. Ошонан һуң күҙҙәре асылып ҡалды, бар тәнендә еңеллек һиҙҙе.

—     Зәхмәтеңде ҡыуып сығарҙым, улым, — тине хәҙрәт һәм үҙенә бая күрһәтелгән урынға күсеп ултырҙы. — Эшеңде яратмайһың икән, — тип һүҙен дауам итте ул. — Яйы сыҡһа, икенсе урынга күс.

«Ҡайҙан бөтәһен дә белеп тора? Иҫ китмәле!» — тип уйланы төрмә начальнигы, хәҙрәткә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарап. Үҙенә һиҙҙермәҫкә тырышып, уны һынаны.

Оҙонсараҡ яҫы йөҙлө, бейек маңлайлы, аҡ сырайлы йөҙөндә иң башлап киң ҡара ҡашы күҙгә ташлана. Әйтерһең, ҡыйғыр бөркөт ҡанаты. Түрәнең һынағаны бар, бындай ҡаштар, ғәҙәттә, бик көслө ихтыярлы шәхестәрҙә, йә ҙур етәксе кешеләрҙә генә була торған. Барыһынан да бигерәк начальникты хәҙрәттең күҙҙәре хайран итә. Уларға тура ҡарап булмай, эс-бауырыңда ни ятҡанын үтә күрер төҫлө. Күҙҙәрҙә үҙенә һурып алырҙай серле зиһен көсө бар икәнен тоя ул.

Ҡулдары ла үтә үҙенсәлекле. Уҫлаптай ҙур ҡулдарҙың бармаҡтары шундай нәфис, әйтерһең аҡһөйәк ҡулы, йәиһә пианистыҡы: үҙе нәҙек, үҙе оҙон. Тырнаҡтары ла оҙонсаланып миндаль емешенә оҡшап тора икән дәһә.

Начальник был серле ҡарттың холоҡ-фиғелен дә тоҫмалламаҡсы итте. һис шикһеҙ, күпте күргән, күпте кисергән, йәшәгән илендә абруйлы кешелер. Ныҡ рухлы, камил аҡыллы, зирәк зиһенле. Иң мөһиме ышаныслы, тоғро күренә. Бер аҙ шулай бер-береһен һынап ултыра торғас, начальник һүҙ башлап, төп йомошон әйтте.

Быума сирлене йүнәлтә алаһыңмы, хәҙрәт? — Тотҡоно әллә ни уйламаһын өсөн өҫтәне. — Минең яҡын танышымдың ҡатыны шулай сирләй.

Алып килегеҙ. Ҡулдан килгәнсе тырышырмын.

Юҡ, ул үҙе бында килеп тора алмаҫ, һеҙгә барып дауаларға тура килер.

Мин риза, — үҙе һиҫкәнеп ҡуя. — Әллә ошо ҡатынды һауыҡтырыр өсөн йөрөттөмө уны тәҡдире? Булыр, булыр. Үҙеңдән башҡаны әүлиә тип бел, ти нәсихәт.

Ошо һөйләшеүҙән һуң, төрмә начальнигы яйын сығарып, хәҙрәтте өйөнә алып ҡайтты. Сибәрлеге һушты алырлыҡ йәп-йәш ҡатын табын хәстәрләп йөрөй. Күрәһең, хәҙрәтте башта ҡунаҡ итмәкселәр. Үҙ милләтенең йолаһын тоталар, хуп. Табын артында ултырғанда: «Ошо ҡатын ауырый», — тип ҡуйҙы күҙҙәрендәге әрнеүле ҡарашҡа иғтибар итеп. Етмәһә, балаға ла уҙа алмай икән. Йәлләү хисе күңеленән сайпылырҙай булған хәҙрәттең ҡатынды хәҙер үк бәхетле иткеһе килде.

—     Ҡатыныңдың сире ҡурҡыныс түгел, уны һауыҡтырып була, туганым, — тине ул үҙ-үҙенә ышанған тауыш менән. Әҙерәк үҙе тураһында ла һөйләүҙе кәрәк тапты. — Мине табиплыҡҡа мәшһүр Ғабдулла Сәиди уҡытты. Иҫ киткес белемле тирә-яҡта бер хәҙрәт ине. Быума сирен тик имләү, өшкөрөү аша һауыҡтырып була, ти торғайны. Мин өшкөргәндән һуң мөслимәнең ауырыуы ҡабатланмаҫ, ин шәәъ Аллаһ.

Хәҙрәт ҡатын менән икәүһен генә ҡалдырыуҙы һораны. Өшкөрҙө, имләп ауырыуҙы ҡыуҙы, бетеү яҙып бирҙе.

—     Бәпәй теләйһең икән? — тине хәҙрәт. — Уны ла имләп Пула. Тик бер юлы ике ауырыуҙы ҡарау кәрәкмәҫ. Тағы килермен, Аллаһ бойорһа...

Хәҙрәттең һуңғы һүҙҙәре ҡатынды тамам шаңҡытты. Әйтмәйенсә лә ҡайҙан белеп тора бөтәһен дә? Ул хәҙергә хиҙрәткә рәхмәтен генә әйтә алды.

Быума сире, ысынлап та, башҡаса ҡабатланманы. Ай-ай м р ым ваҡыт үткәс, ауырға ла ҡалды. Бындай оло бәхет-шатлыҡтан үҙенә ҡанаттар үҫкәндәй хис иткән йәш ҡатын, бер кондө иренә әйтте:

Хәҙрәткә ниндәй рәхмәттәр әйтһәм дә аҙ булыр. Төрмәнән азат итер инең уны һис югы.

Мин дә шул турала уйлап йөрөйөм. Ҡапыл эшләнә торған эш түгел шул ул, ҡәҙерлем.

Тыуасаҡ балабыҙ хаҡына, зинһар, тырыштыр, — тине ҡатын иренә ялбарып. — Уның өшкөрөүе килешеп, Хоҙай Тәғәлә һаулығымды ҡайтарҙы лаһа.

Дөрөҫ әйтәһең, ошондай затлы кеше төрмәлә әрәм булып ятырға тейеш түгел. Аллаһ бирһә, ҡулдан килгәндең барыһын эшләрмен.

Ошо хәлдәрҙән һуң хәҙрәткә төрмәлә мөнәсәбәт ҡырҡа үҙгәрҙе.

Надзирателдәргә:

—     Хәҙрәткә теймәгеҙ. Йөрөһөн үҙ яйына, — тигән бойороҡ бирелде. — Ҡасып китер булһа, күптән ҡасҡан булыр ине.

Табиплыҡ даны таралған хәҙрәтте шыпырт ҡына төрлө ергә алып йөрөтә башланылар. Мәҫәлән, соҡорға ҡолап, аяҡһыҙ ултырған ун ике йәштәр тирәһендәге бер ҡыҙҙы күрһәттеләр.

Соҡорҙа аяғыңды бер нәмә тарттымы? — тип һорай хәҙрәт.

Эйе, — ти ҡыҙыҡай, — аяғымды саҡ-саҡ һурып алдым, һөйрәп, аҫҡа тартты.

Ҡәбер емерелеп, ҡәбергә төшкән бит аяғың. Зәхмәтле урын булған. Ыңғайы доға уҡып төкөрһәң, сир улай йәбешмәҫ ине лә. Белмәгәнһең шул, эй, бала...

Ҡыҙҙы хәҙрәт өс ҡат өшкөрҙө. Күҙгә күренмәгән заттарҙы ҡыуҙы:

—     Ҡышш-ҡышш, мәлғүндәр, ҡалдырығыҙ баланы, юғиһә, затығыҙҙы ҡоротормон, — тип төкөрә-төкөрә әрләне.

Башта һауығыуына әллә ни ышанмаған әсә, ҡыҙы аяғына баҫып атлап киткәс, хәҙрәттең аяҡтарын ҡосаҡлап иланы. Табиптың был тиклем дә алҡышланыуҙы беренсегә күреүе ине.

—     Ҡуйсы, ҡуйсы, улай тимә, ханым. Беҙгә файҙам тейә алыуға шатмын.

Кемдең балаһын имләп һауыҡтырыуын хәҙрәт аҙаҡтан ғына белде. Баҡһаң, судьяның ҡыҙы булған икән. Бәхетле әсәгә ғилем эйәһе шуны әйтте. Ҡыҙығыҙ дин юлынан барһын. Бәхете асылыр.

Май урталары ине, хәҙрәтте төрмә начальнигына саҡырттылар.

Мөжәүир ағай, беҙ күмәкләп һине төрмәнән срогындан алда сығарыуҙы юлланыҡ. Эшебеҙ барып сыҡты. Документтар әҙер. Ошо беҙ биргән справканы күрһәтһәң, һине берәү ҙә тотмаҫ, — тине түрә. — Ҙур рәхмәт, әүлиә, яҙмышыма рәхмәт беҙҙе осраштырған өсөн. Тиҙҙән бәпәйебеҙ буласаҡ. Кәләшем көн дә һеҙгә рәхмәт уҡый.

Мин дә рәхмәтлемен һеҙгә, — тине Мөжәүир хәҙрәт. — Балаларығыҙ күп булһын, изгелектәрен күреп, ҡыуанып, тиң-тигеҙ йәшәгеҙ.

Төрмә начальнигы хәҙрәттең ҡулына бер сумка тотторҙо:

—     Ҡатыным юлға аҙыҡ һалғайны. — Кеҫәһенән алып ҡағыҙ аҡса һондо. — Иҫән-һау ҡайтып етегеҙ.

Шулай итеп, ун йылға хөкөм ителгән хәҙрәт, дүрт йыл ултырғандан һуң, иреккә сығарылды.

Иә, Хоҙай, ниндәй ғәйептәре өсөн ошо тиклем ғазаптар кисерҙе һуң ул? Әллә, юғиһә, бында үҙе сирҙән ҡотҡарған кешеләрҙе һауыҡтырыу өсөн ебәрҙеме бында Хоҙай Тәғәлә? Әллә ныҡлыҡҡа, Хоҙайға тоғролоҡҡа һынау булдымы?

Төрмә ишеген тыштан япҡас, ул иркен тын алды. Ошо көндөң тиҙҙән килерен алдан һиҙеп йөрөһә лә, нисектер ышанып етмәгәйне. Аллаһҡа шөкөр, ул иректә! Төрмә еҫенән, тәмһеҙ ашынан, һоро төҫөнән тамам биҙрәгән хәҙрәт ҡайтыу яғына ҡоштай талпынды.

 

Автор:
Читайте нас