+30 °С
Болотло
Әҙәби балҡыш
28 Июнь 2025, 07:00

Ҡупшыҡай. Хикәйә. Гөлнур Яҡупова.

Рәфисенең адресын. Бахыр, Мәликә уны үҙе лә белмәй шул. Бәй, теге баланы быуып үлтергән бәндә Рәфис буламы ни?-Хур итте башымды, ҡара йөрәк!-тип һамаҡлай башлаған Мәликәгә оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо ла Көнбикә әйтте лә һалды:-Үҙең ғәйепле!

Ҡупшыҡай. Хикәйә. Гөлнур Яҡупова.Ҡупшыҡай. Хикәйә. Гөлнур Яҡупова.
Ҡупшыҡай. Хикәйә. Гөлнур Яҡупова.

-Нимә һаман бәзрәйепҡарап тораһың унда, мәлғүн, бар!-Ҡупшыҡайҙы дөбөр-шатыр ҡыуып сығарҙы.-Ҡара йөрәк, бөтә кәйефемде бөтөрҙө.
Күршеһенә инергә лә аяғы тартмай торҙо уның башта. Урынын йәйҙе, башына урап йоҡлай торған яулығын мендәренә әҙерләп һалды. Шулай ҙа өйҙә ҡунмаҫҡа булды, күҫеленә әллә ниндәй бер шом инде лә ҡуйҙысы. Анау Ҡупшыҡайҙың ҡарап тороуы һуң! Уф! Әллә илай ҙа ине мәхлүк. Кит, булмаҫты, нимә аңлай ул.
Шулай уйлана-уйлана, ҡултыҡ аҫтына бер кис ултырырлыҡйөн ҡыҫтырып, Көнбикәләргә йүнәлде. Уларҙа инде, һүҙгә әүрәп, бесәй ғәләмәте онотолған.
Иртәгәһенә Мәликә тып-тыныс күңел менән ишеген асып инде лә әсе тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе.Ҡот осҡос! Иҙәндә йолҡҡоланған, имен ере ҡалмаған юрған ята, донъя тулы мендәр мамығы, яулығы ҡанға тулған, уның бер осон тешләп йән биргәнҠупшыҡайҙың кәүҙәһе шөҡәтһеҙ булып ҡатып ҡалған. Шаҡ ҡатып ишек яңағына һөйәлеп торған арала Мәликә был фәжиғәне үҙенсә күҙ алдынан уҙғарҙы. Рәнйегән инә бесәй балаларының йәнен ҡыйған өсөн хужабикәһенән үс алмаҡ, үҙе гелән инеп сығып йөрөй торған тишектән-төнлөктән баҙға, баҙҙанөйгә ингән. Шунан инде күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, карауатҡа ырғыған. тырнаҡтары аҡтарылып бөткән, үҙ ҡанына үҙе буялған, ярһыуынан сәсәп, йөрәге ярылып тәгәрәгән....
Көнбикә күршеһен тыңлағанда нишләптер һыуҙа сыйылдашып йән биргән бесәй балаларын күҙ алдына килтерҙе. Бисараҡайҙар, күҙе лә асылмаған көйөнә..
Ҡара йөрәк! Ит изгелек - көт яуызлыҡ! - Мәликә тыныс ҡына һәйләп ултырған еренән тағы тулап китте. Көнбикә, иҫенә килеп, һыуып бөткән сәйен йотоп алды. Күршеһе иһә, уның ағарынып ултырыуын күреп, үҙенсә юраны, йәнәһе, килештереп, кеше ҡурҡытырлыҡ итеп тасуирлай белә икән. Белмәйсә! Ошо уйынан Ҡанатланып, ул йәһәт кенә урынынан ҡуҙғалды, магазин яғына барып әйләнәйем әле, тип ашығып сығып китте. Шундайыраҡ инде ул Мәликә: еңел уйлай, еңел эшләй. Уның әлеге хәбәре менән бөтә ауыл тула инде хәҙер.
Юҡҡа ағарынманы шул Көнбикәнең йөҙө.Уйлап ҡараһаң, сәйер инде ул әҙәм заты. Бер бесәй, бер мәхлүк һаҡында тыңлап, үҙеңдең иң ауыр уйҙарыңды ҡуҙғатсәле?!
Көнбикә, әсәһенең төҫө итеп һаҡлаған һандығын асып, төптә ятҡан бер конвертты алды. Юнираның, ҡыҙының хаты. Ярты йыллап инде ошо хатты көндә тиерлек алып уҡый.Уҡый ҙа йәшереп ҡуя, иренә күрһәткәне юҡ. Бына тағы таныш ҡул менән яҙылған юлдарға күҙ йүгертте, ҡыҙының тауышын ишеткәндәй булды:"Әсәй, башта һинең менән кәңәшләшәйем, тим. Тыуасаҡ сабыйыбыҙ өсөн борсолам...Ҡыҫҡаһы, Замирҙы ҡапыл армияға алдылар.Яҙылышырға өлгөрмәй ҡалдыҡ. Хаты килде-Афғанстанға эләккән".
"Тыуасаҡ сабыйыбыҙҙы?!"- Көнбикәнең зиһенен сыуалатҡан ошо һүҙҙәр был юлы бигерәк тә ныҡ тулатты йөрәген. Хатын алыу менән ул Юнираға асыулы-ярһыулы яуап яҙып һалғайны. "Уҡыуыңды өҙмә, баланы табыу хаҡында башыңа ла килтермә! Яратһа, Замирың аңлар. Әгәр ҙә әйләнеп ҡайта алмаһа?" Һуғыш бит унда, Юнира, һуғыш!"
Көнбикә ике ҡулы менән ҡапыл сәнсеп алып киткән сикәләрен баҫты. Нисек яҙа алған ошо һүҙҙәрҙе?! Хәйер... Берҙән-бер ҡыҙы тыума бала күтәреп ҡайтһа, кеше нимә тиер? Артыңдан бармаҡ төртөп ҡалырҙар...
Берәүгә лә һөйләмәне был хаҡта, өҙгөләнде лә өҙгөләнде. Әлдә Мәликә ингеләп йөрөнө. Ҡапыл күршеһенең:"Ҡара йөрәк!"- тип ҡысҡырғаны ишетелгәндәй булды. Һиҫкәнеп китеп, ҡолаҡтарын ҡапланы. Әллә һаташа инде? Кемдеңдер килә ятыуын шәйләп тәҙрәгә күҙ һалды-почтальон! Йүгереп ҡаршыһына сыҡты. Юниранан хат килгән. Теге ваҡыттан бирле бер хәбәре лә юҡ ине әле. Көнбикә, ҡалтыраған бармаҡтарын тыңлата алмай, конвертты тешләп йыртты ла хатты уҡый башланы. "Әсәй, һинең яуабыңды алыу менән ситтән тороп уҡыуға күстем. тегеү фабрикаһына эшкә индем. Эшселәр ятағында йәшәйем. Бик һәйбәт ҡыҙҙарға тура килдем..."- Һә тигәнсә күҙе менән һөҙөп уҡып сыҡты хатты Көнбикә. Яңы адресын яҙған. Бала хаҡында ла, Замир хаҡында ла ләм-мим. Ниңә һуң эшкә ингән? Аҡса типме? Атаһы, былтыр оҙата барып, уның исеменә кассаға байтаҡ ҡына аҡса һалып ҡуйғайны лаһа. Кәрәк булһа, бар ҙа ал шуны. Әллә тотош туҙҙырып бөткәнме икән? Булмаҫ, ипле бала ул. Ипле...
Көнбикә ары һуғылды, бире һуғылды, йәненә толҡа тапманы. Барып урарғамы ҡыҙы эргәһенә? Өс йыл уҡый бала, бер барғаны юҡ. Алыҫ та шул, Свердловскийҙа. Әйтеп торҙо, Өфөлә лә бөтмәгән институт, тип, юҡ шунда бармаҡсы итте. Йәнәһе, тау инженеры була-ғүмер күрмәгән һөнәр. Беренсе курста уҡ шул Замир менән танышып, уның тураһында яҙғылап торҙо. Уф! Түҙемлеге ҡалманы Көнбикәнең. Тәүәккәлләп сығам да китәм, тип уйланы ул, үҙ күҙем менән күреп, хәлен белеп ҡайтам. Ҡатлап сөгөлдөргә төшөргә берай аҙна ваҡыт бар әле, донъяны Мәликәгә ҡалдырам да... Бәй, почтальон күршеһенә инеп бара түгелме һуң, кемдән хәбәр килде икән? Әллә теге берәҙек улы иҫенә төшөргәнме әсәһен? Ул-был иткәнсе йән-фарманға йүгереп Мәликә үҙе лә килеп инде.
-Хур итте башымды, хур итте!-тип тупһанан уҡ яр һалды ул был юлы ла.
-Ни булды? Әллә Ҡупшыҡай терелеп тағы берәй хаслыҡ ҡылдымы?
-Мә, хат - уҡы!
Көнбикә сатай-ботай итеп яҙылған хатты саҡ-саҡ танып уҡый башланы. Тәүҙәрәк бер ни ҙә аңламай торҙо. Әллә ниндәй ҡот осҡос тарих. Бер ир йәш кенә ҡыҙҙы алдай ҙа, ул ауырға ҡалғас, баланы тапһаң, алмайым, абортҡа бар, тип ҡурҡыта. Тегеһе башта ризалашмай, аҙаҡ, етешеп бөткәс, дарыу эсә. Бала тере тыуа. Атай ишараты сабыйҙың ауыҙын сепрәк менән төрөп бәйләй ҙә сүп-сар ташлай торған торбаға ырғыта...
-Уф, башым!-Көнбикәнең күҙ алдары ҡараңғыланып китте. Һүҙмә-һүҙ Юнираның хатын хәтерләне, ниңәлер...
-Уҡы, уҡы, аҙағынасы...-тине Мәликә, йөҙөнә йәл бер сырай сығарып. Уҡыны.
....Табалар баланы, тоталар тегеләрҙе. Ултыртып ҡуялар икеһен ике арый. Әле теге ҡыҙ, төрмәнән сығып, ирҙе эҙләй икән, адресын таптыра. Көнбикә фекерен туплай алмай бер булды. Туҡтҡ-туҡта, хат Мәликәгә, тимәк, унан адрес һорайҙар. Рәфисенең адресын. Бахыр, Мәликә уны үҙе лә белмәй шул. Бәй, теге баланы быуып үлтергән бәндә Рәфис буламы ни?
-Хур итте башымды, ҡара йөрәк!-тип һамаҡлай башлаған Мәликәгә оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо ла Көнбикә әйтте лә һалды:
-Үҙең ғәйепле!
Мәликә шаңҡыған балыҡ шикелле ауыҙын асты, күҙен таҫырайтыпултыра бирҙе лә, ҡапыл һикереп тороп, сығып китте.
Әйткәненә үкенмәне, йәне көймәнесеКөнбикәнең.Әле килеп, суфыйланған да киткән, күрше йәшәгәс белә инде Мәликә-Ҡупшыҡайҙың да кем икәнен.Әйе шул, уның да йәшерәк саҡта шундай ҡушаматы бар ине, аҙаҡ бесәйенә күсте... Йәшләй тол ҡалды ул. Рәфисенә ун-ун бер йәш кенә булғандыр, моғайын. Әсәһе төшөргөләй, сит ирҙәр менән сыуала башлағас, Рәфис етене бөтөрҙө ләҡалаға сығып китте. Күрше-тирәне биҙрәтергә өлгөргәйне инде уныһы. Малай-шалайҙы ҡотортоп, берәҙек эттәрҙе йыйып йөрөй башланы бер заман. Әҙ-мәҙ аҡса биргәндәрҙер инде. Берәҙәктәрен аулап бөткәс, бәйҙә ултырғандарына тотондолар. Әле берәүҙең эте юғала, әле икенсенең. Рәфистәрҙең иҫке келәтенән барып табалар: муйынына элмәк тағып, сөйгә аҫып ҡуйылған була. Йыйып, арбаға тейәйҙәр ҙә, малайҙар эттәрҙе Хәниф ҡартҡа алып баралар. Уныһы тиреләрен тунап, заготканторға тапшыра. Тамам башкиҫәргә әйләнгән малайҙарыната-әсәләре тыйып ала алмай йонсоно шул мәлдә. Мәликәнең һүҙе улына сүп инде: "Нисек йәлләмәйһең, тере йән дә эт тә", -тиһә: "Үҙеңде бел, бесәй балаларын батырып үлтерәһең",- тип кенә ҡуя.. Рәфис сығып киткәс, ауыл халҡы еңел һулап ҡуйҙы. Әсәһе лә бик бошонманы шикелле. Баштараҡ ҡайтҡылап йөрөй ине, аҙаҡ әллә ҡайҙа булды егет. Бына, әле ошо хәбәр килеп төштө...
Баланы үлтергәндәр, тиһең, ә? Эҫеле-һыуыҡлы булып китте тәне Көнбикәнең. Шунан, бер уйға килеп, ашығып йыйына башланы. Ҡыҙын күрмәй тороп тыныслана алмаясаҡ ул. Иренә яҙыу яҙҙы ла, ишеген бикләп, автобус юлына сыҡты. Берәй күршеһе һауыр әле һыйырын, баҡыртып тормаҫтар.
Тәүлек тигәндә Свердловскийға килеп төштө Көнбикә. Такси уны биш ҡатлы кирбес йорт янына килтереп туҡтатты. Ошо икән Юнира йәшәгән ятаҡ.
Бүлмә ишеген шым ғына асып инеү менән танауына ниндәйҙер танһыҡ бер еҫ, йылы тын бөркөлдө. ике ҡыҙ, донъяларын онотоп, нимәлер бесеп, тегеп маташа, берәүһе өҫтәлдә кер үтекләй. Аһ, шул үтекләгәне Юнира лаһа. Төптәге карауат эргәһендәге тумбочкала һалдат һүрәте тора. Замирҙыр? Ә карауатта, ап-аҡ биләүҙә...бәпес йоҡлап ята! Баяғы танһыҡ еҫ бәпес еҫе икән.
Көнбикәнең сумаҙаны ҡулынан төшөп китте. "Туҡ" иткән был тауышҡа бөтәһе лә ишек яғына ҡараны.
-Әсәй!
-Балам!..
Көнбикә тел осона килгән һүҙҙәрен дә әйтә алмай торҙо бер арый. Ярҙамға иң мохтаж сағында ҡыҙың сит-ят кешеләргә күҙ терәп ҡалһынсы, ата-әсәһе иҫән була тороп. Унан да бигерәк, әсәй башың менән тыуыр сабыйҙың ғүмеренә киҙән әле?!
-Эх, мәликә, мине лә "ҡара йөрәк" тип әйтер инең... Ул яҡҡа һин оҫта....
-Нимә тиһең, әсәй?
Ниҙер хәстәрләп аш бүлмәһенә барып әйләнгән ҡыҙы үҙ алдына һөйләнеп ултырған Көнбикәнә сәйерһенеп ҡарап ҡуйҙы.
-Былай ғына, ҡыҙым. Күрше апай иҫемә төштө.
-Әсәй, һин Замираға күҙ-ҡолаҡ булып тор, мин йүгереп кенә бер һабаҡташыма барып киләйем, конспект биреп торам тигәйне. Юнира ашығып сығып китте. Көнбикә, баҙнатһыҙ ғына атлап, аҡ биләү эргәһенә килде. Собханала! Уянған бит, ҡарап ята. Кем килгәнен әллә һиҙә? Булыр ҙа замана балаһынан...
Көнбикә үҙендә, күңел мөхитендә, шундай рәхәт, наҙ тантана иткәнен тойҙо:өләсәй булыу бәхетеме икән?!

Гөлнур ЯҠУПОВА.

Автор:
Читайте нас