

Сөмбәлә менән йәшәгән бәхетле мәлдәре Мөжәүиргә төш кеүек кенә булып ҡалды. Аллаһы Тәғәләгә булған мөхәббәтен икенсел итеп, мөкиббән китеп һөйгәнен артыҡ ныҡ яратыуы харап итте, буғай, кәләшен. Сәскә кеүек сағында гүр эйәһе булды, мәрхүмә, хатта балаға ла уҙырға өлгөрмәне.
Сөмбәлә тигән йондоҙ бар,
Ҡиблаға етеп бата.
Кәләшем йәп-йәш көйөнә
Һалҡын гүрҙәрҙә ята.
Ирәндектең сәскәләрен
Әсе елдәр киптерә.
Артыҡ мөхәббәт кәрәкмәй,
Башҡа бәлә килтерә,
- тип бәйет тә сығарҙы. Кәләшенең һылыу һыны күҙ алдынан китмәне. Сөмбөләнең үлемендә үҙен ғәйепләне. Көн һайын ҡәберенә барып сәскәләр һалды, доғалар уҡыны. Манһыр менән Файзулла араһындағы бесәнлегенә барып, Сөмбөләһен тәү күргән ерҙәрҙе ураны. Тормоштан ваз кисеп, тиҙҙән әхирәттә йәндәре осрашыуын теләне.
Оҙаҡ йылдар онота алманы Сөмбөләһен Мөжәүир.
-Етер һиңә ҡәберлектә йөрөү, үлгән артынан үлеп булмай, өйләнергә кәрәк,- тип туғандары өгөтләһә лә, йәше утыҙҙан уҙып китһә лә ҡабат өйләнеү хаҡында ул ишетергә теләмәне. Бөтә көсөн үкһеҙ етем ҡалған туғандарын ҡарауға йүнәлтте. Мөьминә һеңлеһен кейәүгә бирҙе. Теүәлбай, Аллаяр ҡустыларын мәҙрәсәгә уҡырға ебәрҙе. Мортаҙа менән Бәхтейәрҙе эргәһендә йөрөттө. Мал үрсеттеләр, бигерәк тә йылҡылар ишәйҙе. Урғаҙа менән Шүрәле йылғалары араһын биләп ятҡан армы-армыт тау үҙәктәрендә ҡырағайға әйләнеп бөткән йөҙәр баш йылҡыһы көтөү-көтөү йөрөнө. Йәйен хилүәтлектә, ҡышын тибенлектә йөрөгән әрһеҙ малдар артыҡ мәшәҡәт тыуҙырманы. Әкренләп бер-бер артлы ҡустыларын өйләндерҙе. Тормош үҙ ыңғайы менән бара бирҙе. Шулай һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда Рәсәйҙә империалистик һуғыш сығып китте. Күп тә тормай бәһлеүәндәй көслө, ғаиләһе, бала-сағаһы булмаған утыҙ һигеҙ йәшлек Мөжәүирҙе лә һуғышҡа алдылар. Ул туғандарына хат яҙған һайын бәйет, йә мөнәжәт яҙҙы.
Һауаларҙа осҡан, һай, былбыл ҡош,
Ҡанаттары арып талсыҡты.
Хат-хәбәрҙәрҙин, ай, ташламағыҙ-
Эй, ҡустылар, һуғыш ялҡытты.
Йүгереп кенә йөрөп бесән саптым
Сусаҡтау буйында туғайҙа.
Күрмәгәнгә Аллам күрһәтмәһен,
Түҙем бирһен Аллам күргәнгә.
Герман һуғышынан байҙар
Көрәп табыш алдылар.
Типһә тимер өҙөр ирҙәр
Ғәзиз башын һалдылар.
Ҡарлы һыуыҡ көндәрҙә,
Ҡара ямғыр төндәрҙә,
Раббым Аллам кәм-хур итмәҫ,
Бер ҡайтырмын илдәргә.
Сүлмәк, сүлмәк, ауыҙы тар,
Бешә һалдат аштары.
Ҡоштар осоп етмәҫ ергә
Китә һалдат баштары.
«Минең өсөн ҡайғырмағыҙ, иҫән-һау ҡайтырмын, Алла теләһә,»- тип яҙҙы Мөжәүир туғандарына.
Һуғыштан ул йәшәү ҡәҙерен белергә өйрәнеп ҡайтты.
Аллаһы Тәғәлә биргән бүләк-ғүмерҙең һәр бер көнөн әрәм-шәрәм итмәй йәшәргә кәрәк, тип уйланы һалдат һурпаһын татып, ныҡ ҡына үҙгәреп ҡайтҡан Мөжәүир. Әҙерәк йөрөнө лә йәнә шул хикмәтле Файзулла ауылынан кәләш әйттерҙе. Өмөгөлсөм исемле ине ул ҡыҙ. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдар. Донъя күргән, булдыҡлы, иманлы кешенән яусы килгәс, ҡыҙҙың ата-әсәһе, туй үткәрәйек тип, ҙурҙан ҡубып торманы. Никах уҡыттылар ҙа Мөжәүир кәләште алып ҡайтып та китте. Тиҙ арала матур ғына итеп алты мөйөшләп өй һалып инделәр. Ул арала Өмөгөлсөмө бер ул да табып бирә һалды. Арыу ғына йәшәп киттеләр. Ҡатыны уңыш килтерҙе Мөжәүиргә. Малдары күҙгә күренеп үрсене, тормоштары көйләнде. Бөтәһе лә ал да гөл һымаҡ. Тик ваҡыт аша күреү һәләтенә эйә Мөжәүирҙең күңеле тыныс түгел ине. Ул илдә тиҙҙән мәхшәр ҡубырын күреп шөбһәләнде. Төндәрен йоҡламай зекерҙә ултырып сыҡты. Хәүефләнеү хисе үтмәне, киреһенсә, күңел тыныслығын боҙған шом көсәйә барҙы.
…Тауҙар төпкөлөндә ятҡан кескәй ауылға революция дауылының елпеүе саҡ ҡына ҡағылып китте. Әммә граждандар һуғышы шауҡымы ныҡ тейҙе. Улын атаһына, бер туғанды икенсеһенә ҡаршы ҡуйыу хәс тә иблес ҡотҡоһо булып тойолдо Мөжәүиргә. Башҡорт халҡының етәксеһе Зәки Вәлиди остазы Ғабдулла Сәидинең барлыҡ шәкерттәренә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте.
—Башҡорттар аҡтар яҡлы ла, ҡыҙылдар яҡлы ла түгел. Беҙ ни бары үҙебеҙгә автономиялы республика яулап алыр өсөн көрәшәбеҙ. Башҡорттар ҡан ҡойоуға ҡаршы. Тотҡан юлыбыҙ хаҡ. Изге эшебеҙҙә, ҡәрҙәштәр, рухи туғандар, ярҙам итегеҙ.
Манһырҙан һигеҙ саҡрымда ятҡан Байыш ауылы кешеһе Хажиәхмәт Унасов та Зәки Вәлиди ғәскәрендә командир булып йөрөй икән, тигән хәбәрҙәр килеп ишетелде. 1917 йылдың көҙө ине. Мөжәүир хәҙрәт Унасов ғәскәре Ирәндек тауының йәшерен үҙәктәре, һуҡмаҡтары буйлап Манһыр аша Ғәли ауылына төшөп, унан Темәскә үтеп барыуын белде һәм уларға ҡаршы сыҡты.
-Ана, Улаҡ үҙәгендә бер өйөр йылҡы йөрөй. Алығыҙ, бирәм һеҙгә. Эшегеҙ изге, халҡыбыҙ өсөн тырышаһығыҙ, тик мәрхәмәтлелекте онотмағыҙ,- тине.
Илдә граждандар һуғышы башланып киткәс, Мөжәүир хәҙрәт бөтөнләйгә тыныслығын юғалтты. Әстәғәфирулла тәүбә, атаһына улы ҡылыс күтәрә, туған менән туған ҡан ҡойоша. Ни өсөн бәндәләр иблес ҡотҡоһона бирелә, ғонаһҡа бата? Донъя малы өсөнмө? Уны бит теге донъяға алып китеп булмаясаҡ. Барыбер берәүҙең байлығы икенсегә булмай. Хәрәм мал бәрәкәт килтермәй. Байлыҡ артынан ҡыуалатырға ярамай, байлыҡ үҙе һинең арттан ҡыуһын. Шунда ғына уның ҡото булыр. Тирә-яҡ ауылдарҙа төрлө шомло хәбәрҙәр йөрөй. Стәрлетамаҡ яғына үтеп барған аҡтар бер ауылды талап, ир-атты ҡырып, ҡатын-ҡыҙҙы мәсхәрәләп, мәхшәр яһап үтеп киткән. Икенсе бер ауылда ҡыҙылдар шундай уҡ вәхшилекте ҡылған. Туғандың йәнен туған ҡыя. Ата улын, әсә ҡыҙын аямай. Ниндәй оло ғонаһ. Был күрәләтә әҙәм балаһының бәйле аҙыуы бит. Бәйле аҙмай, башҡа бәлә килмәй. Бәйле аҙыу ахрызаман ғәләмәте, ул мәхшәр көнөн яҡынайта, Аллаһы Тәғәлә әҙәм балаһы артыҡ ныҡ бәйле аҙған ергә афәт ебәрә. Фетнә булған урынды йә һыу баҫа, йә унда ер тетрәй, ғәрәсәт ҡуба. Кешелек донъяһына Содом һәм Гоморра ҡалаларының аҙғынлыҡ арҡаһында һәләк булыуы мәғлүм. Күҙ асып, күҙ йомғансы Содом һәм Гоморра, уның тирәләй йәнә биш ауыл аҫты өҫкә әйләнеп, дүрт йөҙ мең кеше юҡҡа сыға. Ер өҫтөнә һауанан утлы таштар яуа. Енси аҙғынлыҡҡа ҡаршы яңғыҙ көрәшкән Лут пәйғәмбәр генә ғаиләһе менән тороп ҡала.
Италияла Помпей тигән ҡала иҡтисади яҡтан бик алға китә. Унда ла кешеләр енси аҙғынлыҡҡа бирелә, эсеү, күңел асыу менән мауыға. Хаттин ашҡан Помпей халҡына ла Аллаһы Тәғәлә яза ебәрә. Унда ла Везувий вулканы атылып, күҙ асып йомғансы, ҡала өҫтөн утлы лава менән ҡаплай. Археологтар ҡаҙып сығарған, ташҡа әүрелгән кәүҙәләр фажиғәнең сәбәбеһе аҙғанлыҡ икәнен билдәләй. Шулай итеп, ғонаһлы бәндәләрҙе Аллаһы Тәғәлә үҙе ерҙән һепереп түгә. Был юлы илдә әҙәм балаһы енси аҙғынлыҡтан түгел, бәлки, вәхшилектән шашынды. Вәхшилек бер-береңдең итен ашау менән бер, шул уҡ бәйле аҙыуҙың бер төрө. Юғары көс ҡәүемгә бер язаһын ебәрер, ахрыһы. Илгә афәт килерен белгән Мөжәүир хәҙрәт ни эшләргә белмәне. Үҙенең бер туған ҡустыларын был фетнәлә ҡатнаштырмай тыйҙы, эргәһендә тотто. Кәрәк саҡта өйөрө менән йылҡы бирҙе, ни эшләһә лә туғандарын ғонаһ ҡылыуҙан йолоп ҡалды. Теге саҡта бер өйөр йылҡыһын биреп ебәргән Хажиәхмәт Унасов та уның ҡустыларына ел-ямғыр тейгеҙмәне.
-Их, Зәйнулла, Ғатаулла ишандар, Ғабдулла Сәиди остаз тере булһасы, улар белер ине илде афәттән әрсәләү юлдарын,- тип уйланы Мөжәүир асырғанып.- Әллә ошо ҡот осҡос хәлдәрҙең шаһиты итмәҫ өсөн Аллаһы Тәғәлә уларҙы ерҙән тиҙерәк алдымы, юғиһә. Теге саҡ Юлыҡ ауылында Зәйнулла ишан әйткәндәр иҫенә төштө.
-Яңы заман килер, шул саҡта беҙҙең эштәрҙе һин дауам иттерерһең. Һиңә тапшырабыҙ… Тимәк, был заман өсөн ул яуаплы. Ул үҙенең юғары тәғәйенләнешен тәненең һәр күҙәнәге менән тойҙо. Аллаһ һүҙен кешеләр аңына еткерергә тейешлеген аңланы. Уның заманға ҡарата ябай кеше күҙенә күренмәгән йоғонтоһо ҙур булырға тейеш. Бындай мәғлүмәт күңеленә бирелгәндән һуң, Мөжәүир хәҙрәт киләһе йылдарҙың именлеген теләп, төн йоҡоларын йоҡламай, көнө-төнө зекерҙә ултырҙы.
-Эй, Хоҙайым, үҙең яралтҡан әҙәм балаһын ғонаһ ҡылыуҙарҙан, шайтан вәсүәсәһенән, зинһар, һаҡла,- тип ялбарҙы. Халыҡты дауалау, алдан күреү, төрлө хикмәт күрһәтеүҙе Мөжәүир үҙе өсөн бәләкәй нәмә тип һананы. Ер шарын зил-зиләнән, төрлө ғәрәсәттәрҙән һаҡлау өсөн ҡылған доғаларың ҡабул булыуы- бына шул уның ерҙәге төп бурысы. Ул был хаҡиҡәтте Муллаҡай мәҙрәсәһендә үк үҙләштергәйне.
Аллаһы Тәғәлә ишетте әүлиә доғаларын. Ин шәәъ Аллаһ, Ерҙә ғәрәсәт ҡупманы, Ирәндек тауы дәһшәт сәсеп, вулкан булып атылманы, Аллаға шөкөр, туфан һыуы ҡалҡманы. Әммә юғары көс кешеләрҙең аяуһыҙ вәхшилеген язаһыҙ ҡалдырманы, һынау өсөн илгә йот ебәрҙе. Ҡот осҡос ҡоролоҡтан, ҡояштың аяуһыҙ ҡыҙҙырыуынан ҡара ер сарсап ярылды, үләндәр кибеп ҡороно. Кешеләргә лә, малға ла тәғәм ризыҡ ҡалманы. Аллаһы Тәғәләнең барлығын, берлеген онотҡан бәндәләр, ирекһеҙҙән, Раббыһын иҫенә төшөрҙө, белгән доғаларын уҡыны. Үҙенең бала сағында ямғыр яуҙырыуын иҫләп, ҡай саҡ, Мөжәүир өмөт менән күккә ҡараны. Төпһөҙ зәңгәрлектә бер болот әҫәре күренмәне. Кешеләр һыу һибешеп, теләккә сығып та ҡараны. Барыбер ғәйепһеҙ кешеләрҙең ҡаны тамған ғонаһлы урынға бер тамсы ямғыр күҙе төшмәне. Ҡоролоҡҡа хөкөм ителгән ил сарсаны, асыҡты. Бындай хәл икенсе йыл да ҡабатланырға мөмкин бит әле. Ана, «Йософ үә Зөләйхә» ҡиссаһында ҡоролоҡ ете йыл дауам итә. Шуны уйлап, Аллаһынан киләһе йылдарҙың именлеген һорап, Мөжәүир баш ҡалҡытмай алһыҙ-ялһыҙ зекерҙә ултырҙы. Ике көнгә бер «Ҡөрьән» китабын уҡып сығып, теләк теләне.
Ваҡыт һәм ара аша барыһын алдан күргән Мөжәүир илгә йот килерен алдан һиҙенде. Ул ҡышҡыһын туғандарынан күпләп ҡорот, талҡан яһатты, ит ҡаҡлатты, емеш-еләк, йәшелсә киптертте. Ауылдаштары ла уны күреп, йыйынып-төйөндө. Шулай итеп, Манһыр халҡы был аслыҡты сағыштырмаса еңелерәк үткәрҙе.
Аллаһыға мең-мең шөкөр, ишетте әүлиәнең ҡылған доғаларын, әүөө йыл ҡоро килмәне. Ҡышын буйтым ҡар, яҙын ҡойоп ләйсән ямғыры яуҙы. Ер йәшәрҙе, кешеләр ҡырға сығып, шифалы үләндәргә тейенде. Хәллерәктәр һаҡланып ҡалған малын ҡырға ҡыуҙы. Аслыҡ кешеләрҙе бер-береһенә шул тиклем яҡынайтты, хатта бер ҡалаҡ һөттө, бер ҡабым икмәкте бүлешеп ашанылар, ут тоҡандырырға шырпылары булмағас, күршенән-күрше ут алышты.
…Илдә урынлашҡан совет власына Мөжәүир хәҙрәт насар ҡараманы, тик дин менән булышыуҙарына, Аллаһы Тәғәләгә тел тейҙереүҙәренә риза түгел ине. 1921 йылдың ишараһын онотмаһындар ине лә, тик әҙәм балаһының нәфсеһе оҙон булһа ла хәтере ҡыҫҡа шул. Ни хәл итергә, ни ҡылырға тип керпек ҡаҡмай оҙон төндәр буйы уйланып сыҡҡан саҡтары булды уның. Ниһайәт, аныҡ фекергә килде. Ул үҙ тәғәйенләнешен белә, тимәк, Аллаһы Тәғәлә ҡушҡанса йәшәргә тейеш. Хәленән килгәнсә кешеләргә изгелек итеү, ер-һыуҙы ҡурсыу, доғалары менән еребеҙҙең именлеген һаҡлау – бына шул уның бурысы.
Ҡатыны Өмөгөлсөм менән тормоштары ыңғай барҙы. Ғаиләлә өс бала булып китте. 1925 йыл дүртенсе улы тыуғас, Мөжәүир айырыуса шатланды. өс баш һарыҡты ҡорбан итеп салдырып, бөтә ауылды ҡунаҡҡа саҡырып алды.
—Минең вариҫым буласаҡ, шуға исемде Ғәбделварис тип ҡушам,-тине ата кеше щатланып. Шунда уҡ сабыйына фатихаһын бирҙе. -Манһыр тирәһенә хужа булып, ер-һыуын әрһеҙләтмәй, килгән-киткәнде ҡәҙер итеп, йылҡы үрсетеп, муллыҡта маҙрап йәшәһен улым, Алла бирһә.
Ғәбделварисҡа бер йәш тигәндә Өмөгөлсөм йәнә гөманлы булды. Был юлы ул бик ауыр йөрөнө. Ҡатыны бәпәйгә ауырып киткәс, Мөжәүир үҙенә урын таба алмай, сәстәрен йолҡорҙай булды. өйҙән төҫө буҙарып, хәлһеҙләнеп килеп сыҡҡан кендек инәһенән ул ҡыуаныслы һүҙ ишетергә өмөтләнмәне. Ҡатынын мәңгелеккә юғалтҡанын белгәйне инде. Их, Өмөгөлсөм, һинһеҙ нисек йәшәрмен, дүрт баланы нисек ҡарап үҫтерермен, тип һыҡранды ул. Ҡатынын ер ҡуйынына илтеп һалғас, өйөндә йәм тапманы. үҙенән-үҙе ҡойолған күҙ йәштәрен кешеләргә, балаларына күрһәтмәҫ өсөн берсә Урғаҙа буйына төшә, берсә ҡәберлеккә барып, ыңғайы Улаҡ яғына сығып китә. Ҡайраҡ таштарға ултырып бер талай илай ҙа, үҙен-үҙе ҡулға алырға тырышып, күңелһеҙ генә ҡайтып инә. Дини кеше булараҡ, ул үлем йәндең бер донъянан икенсеһенә күсеүе икәнде аңлай, тик үҙе менән бер ни эшләй алмай. Йәр бирмәк, йән бирмәк. Ҡайғыһын бер ни баҫа алмай. Балаларына, донъяһына хәҙергә күрше- күлән күҙ-ҡараҡ, тик гелән былай оҡшамаҫ. Донъя тотҡаһы–барыбер ҡатын-ҡыҙ. Мосолман әҙәбе буйынса бөтә ерләү йолалары үтәлеп, йыллығы уҡытылғас, туғандары Мөжәүирҙе тиҙерәк өйләндереү хәстәрен күрҙе. Был юлы Манһырҙан ун ике саҡрымда, армыт тауҙар ҡуйынында ятҡан Әбдрәхмән ауылы ҡыҙы Гөлйемеште димләнеләр.
-Ҡыҙ мәрхүмә әсәйең Мәрғүбәнең тыуған ауылынан. Бынан ары әсәң туғандары менән ҡатнашып, аралашып йәшәрһең, рухын шатландырырһың,- тине күңелсәк димсе еңгәһе.
Сәсен уртаға ярып, икенән үреп төшөргән, сәс осона көмөш сулпылар таҡҡан, ҡара ҡашлы, һөрмәле күҙле, мыҡты ғына кәүҙәле был ҡыҙ илленән уҙған ир уртаһы Мөжәүиргә бик тә оҡшаны. Етди күҙ ҡараштары уның парлы булып, һидайәт юлдан барырға, донъя көтөргә әҙер икәнен аңғартты. Мөжәүирҙең илаһи ҡөҙрәте тураһында ишетеп йөрөгән ҡыҙҙың күңеле берсә сер эйәһенә тартылды, берсә унан ҡурҡты. Ата-әсә ихтыярына ҡаршы сыға алмаған ҡыҙ бала күнде.
— Һис борсолма,Гөлйемеш, мин һине бәхетле итермен, – тине Мөжәүир йәшкелт һоро күҙҙәренән йылылыҡ бөркөп. Дерелдәп ҡурҡҡан ҡыҙҙы ҡосағына алды. – Беҙҙең балаларыбыҙ күп булыр. Һин абруйлы кешенең ҡатыны булып, ихтирам ҡаҙанып йәшәрһең. үҙеңде абыстай тип кенә йөрөтөрҙәр.
Бер аҙҙан Гөлйемеш тынысланды. Әллә әйткән һүҙҙәре, әллә шифалы ҡулдарының ҡағылыуы уны ипкә килтерҙе.
Никах уҡытып, кейәү йортона килгәс, әсәһеҙ ҡалған балаларҙы күреп Гөлйемештең күңеле нескәрҙе. Шунда уҡ илап ултырған ике йәшлек Ғәбделваристы күтәреп алды. Башҡа балаларға ла йылы ҡараш ташланы.
-Эй, Раббым, Аллам, башҡаса мине хәләлләнгән ефетемдән айырма, ҡатын ҡайғылары бирмә. Ошо алған кәләшем менән ер ҡуйынына ингәнсе бергә йәшәргә насип ит,-тип ялбарып һораны ул өйлә намаҙында. Гөлйемеш менән улар матур ғына йәшәп киттеләр. Ғаиләгә ҡот өҫтәп, бер-бер артлы балалар тыуып торҙо. Үҙенән утыҙ йәшкә йәш кәләшен ҡәҙер итте Мөжәүир. Тотһа тимер бөгөрҙәй һауһаҡ ир ҡатынына ауыр эш тейгеҙмәне. Мал ҡарау, бесән сабыу, иген сәсеү–уның хәстәрлегендә булды. Уның сәсеүлек ере Сосновка ауылы яғында Һөлөклө күл тирәһендә булды. Унда арпа, арыш, һоло сәсте. Налогты күпләп һала башлағас, түләй алмай, ер эшен ҡуйҙы. Әммә ул ерҙәрҙе үҙе тере саҡта берәү ҙә һөрә алманы. Һабан төшһә, йә аты сығынсылай, йә төрәне һына, йә ерҙе һөрөүсе ауырып китә. Аптырағас бригадир ҙа, колхозсылар ҙа был ергә ҡул һелтәне. Шунан бирле Һөлөклө күл торналар, аҡсарлаҡтар төйәгенә әүрелде.